АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
14 Июнь 2023, 03:36

Дусар ителгәндәр. (Повесть. Өсөнсө киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

 Әсәһен хәтерләр кеше  бар икән дә баһа ауылда, һирәк-һаяҡ  әрләп телгә алған өләсәһе генә икән тиһә. Гөлсөмдөң ҡолағында әрнеүле ҡарғыш яңғырағандай итте: “Ваҡытынан алда ҡартаяһым юҡ, тип ауыр эштән ҡасып китте әсәйең. Уҡыуҙан да алдыра алманы, һыйыр еленен тартырға ла теләмәне. Уйнаштан һине тапты ла еңел тормош эҙләп китте. Кәнтәй!” Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнмәгәндә әллә ни түгел ине, үҫә төшкәс, сикәһен ялландыра  сапҡандай тәьҫир итә. Аҙғын әсәһе йәл түгел уға, уйнаштан тыуыуы ғына йәнен кимерә.

Дусар ителгәндәр. (Повесть. Өсөнсө киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.Дусар ителгәндәр. (Повесть. Өсөнсө киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Дусар ителгәндәр. (Повесть. Өсөнсө киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

Таң яҡынлаһа ла, күҙенә йоҡо төйөлмәй Гөлсөмдөң. Карауатында әйләнә-тулға­на, йә ҡараңғылыҡ һарылған түшәмгә төбәлеп онотолоп ята. Тышта ел тағы ла көс­әй­гән­дәй, ул услап-услап ваҡ ҡар бөртөктәрен тәҙрә быялаларына килтереп бәрһә ҡаҡ стенаға борсаҡ бәргән тауыш ишетелә, һыҙғыра-һыҙғыра мөйөштәрҙәге һыу һарҡыу өсөн беркетелгән торбалар буйынан йүгереп үтә, тимер ҡурылдай хәтәр геүләргә керешә: “У-у-ууу...”

Таныш тауыш. Ҡышҡы кистәрҙә буран олоуына шомлана торғайны шулай, юр­ға­нын башынан аша уҡ тартып бөркәнә лә йомғаҡтай йомарлана, сөнки ел сер­ек, яртылаш ергә һеңгән өйҙө күтәреп алып бара. Өләсәһе мейескә арҡаһын терәп ул­­тырған да өҫтәлгә ҡуйылған лампаның тоноҡ нурҙары аҫтында йөн иләй: иҙән боҙҙай һалҡын булғанға, табанлы быймаларын кейеп алған, яурынында ҡыш оҙоно өҫтөнән төшмәгән ҡыҫҡа итәкле, еңһеҙ бишмәте. Аҡ яулығының ситенән сал сәс шәлкеме күренә. Бир­еш­те өләсәһе, биреште һуңғы йылдарҙа, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Йәш сағында әтмәләп ингән өйө менән ҡуша ҡартайҙы. Элеккеләй өҙә баҫып йөрөмәй хәҙер, быуын­дары һыҙлауға йыш зарлана, кәүҙәһе лә көйәнтәләй бөкөрәйҙе, битендәге, маңлай­ы­н­дағы йыйырсыҡтары яҙылмаҫлыҡ булып һеңеп батты. Ғүмере буйы һауынсы бул­ған, көндәлек ауыр эш ни ҡуйһын. Әле иҫ белгәндән үк күреп үҫте, өләсәһе ҡара таңдан кискә тиклем шул ферма-һында юғалып тора ла, йөҙө һурылып арып-талып ҡайтып инә.

Өләсәһе... Әсәһен хәтерләмәй ҙә. Уны тыуҙырған да көҙөн уңыш йыйышырға килгән автоколонна шоферҙарының береһенә тағылып, ҡайҙалыр сығып олаҡҡан. Хәбәрһеҙ, ҡомға һеңгән тамсылай юғалған. Яңғыҙ балаһын йәлләмәй нисек итеп ташлап ҡасты икән? Әсәһе бик һылыу булған, тиҙәр. Уның һымаҡ. Үҙенең сибәр­ле­ген яҡшы белә ҡыҙ. Мәктәпте быйыл ғына бөтә, ә егеттәр артынан өйөрө менән йөрөй. Кис клубҡа барһа, тишә яҙып ҡарап ултыралар, ҡайтырға сыҡһа, артынан эй­ә­рәләр, ҡайһылары ҡапҡанан индермәй йөҙәтә. Күптәрен күҙгә лә элмәй, ике-нсе­лә­р­ен уҫаллашып өркөтә, шулайтмайынса ҡотолорһоң уларҙан! Әрһеҙлә-шкән­дәр­ҙең араһында оҡшағаны юҡ шул. Күңеле - арғы урамда йәшәгән Барыйҙа. Унан бер класҡа алда уҡыған егет 9-сыны осланы ла шоферҙар курсында уҡып ҡайтып, бүлексәнең һөт машинаһында эшләп йөрөй. Үҙе лә әллә ниндәй инде: ба-ш-ҡаларға оҡшамаған, серле лә, һөйкөмлө лә. Төҫ-башы, буй-һыны ла иҫ китмәле түгел: ҡолға­лай һонтор кәүҙәле. Оҙонсараҡ бите, йоҡа ирене йөҙөнә етдилек һыҙаттары өҫтәй. Ҡаштары  ҡалын, ҡуйы, тоташып тиерлек тора, күҙҙәре ҡуңыр. Юҡ, уның күҙ­ҙәре ту­раһында айырым әйтергә кәрәк:  уларға донъяның бөтә матурлығы һыйған, улар­ҙан  сафлыҡ, изгелек, йылылыҡ бөркөлә. Уға ғына шулай күренәме - белмәҫ­һең. Башҡалар ише бәйләнсек тә түгел. Күңел  өсөн оҙатып ҡуйырға ынтылып ҡара­ғаны ла юҡ, исмаһам. Шуға сәмләнеп, түбәнһенеп тә ҡуя.  Клубҡа килә лә мөйөшкә­­рәк ултырып, йәштәрҙең уйынын күҙәтә, йә булмаһа, сәхнә артындағы бүлмәгә үтеп, кис буйы шахмат уйнай. Күҙле бүкән булып ултырырға иткәс, килмәһен, шахмат мәсьәләләрен өйөндә лә сисә ала. “Аҡ бейеү” иғлан итеүҙәре була, анау һауынсы Сәлимә әрһеҙләшеп, Барыйҙы бейергә саҡыра һала, көтөп кенә торалыр, моғайын. Өҫтәүенә, өҙлөкһөҙ ниҙер лыбырҙай, башын егеттең яурынына терәп-терәп алған була ишшү. Гөлсөм шуларҙы ҡарап ултыра ла ғәрлегенән шартлай яҙа, тө­нө буйы илап мендәрен еүешләп бөтөрә. Тикмәгә ҡуштанланмай, яҡын күрмәгән кешеңә улайтып булалыр шул! Яурынына башын һалыу түгел, ҡулдары ҡулға тейһә лә, иҫтән яҙып йығылыр ине әле. Барыйҙың ма-шинаһына ферма ҡыҙҙары йыш тейә­л­еп йөрөй. Сәлимә бигерәк тә. Ул әрһеҙ-ләшеп кабинаға тығыла, хәләл ире менән шәхси машинаһында барғандай ҡылана Һары бөрсә, ҡамыт аяҡ! Һылыумын тип йө­рөйҙөр инде үҙенсә! Барый ҙа мәмәй. Ҡыҙҙар көсләп тағылмаһа, иҫе лә китеп бармай. Быҙау, туң йөрәк! Атаһы Бакир ағайҙай ҙа була алмай. Ул, исмаһам, яйы сыҡҡан һайын Гөлсөмгә һүҙ өндәшеп үт-ергә тырыша, хәлен һораша. Ферма, мәктәп юлы ауылға инәрәк киҫешә, йыш тап булышалар. Яҙ байрамы алдынан шулай ҡыуып етте лә, атын йәнәш атлатып, яғымлы өндәште:

- Ултыр эргәмә, көңгөр-ҡаңғыр гәпләшеп ҡайтайыҡ.

Тегеһе күндәм генә сананың ҡанатына һаҡты.

— Хәлдәрең нисек, Гөлсөм?

— Һәйбәт, - тине ҡыҙ, үткер ҡарашын силос һутын һеңдереп шымарып бөткән куфайка, тубыҡтарына ямау һалынған ҡалын салбар, ҡуңыстарына һыйыр тиҙәге һылашып ҡатҡан резина итек кейгән иргә һирпә.

— Мәслихәт, әләйгәс, - Бакир йоран бейәләйҙәрен ҡултығы аҫтына ҡыҫтырҙы. Махорка төрә башланы. Тырыша, бик кәрәк эште башҡарғандай ҡылана. Тоҡан­дыр­ғас, ләззәтләнеп һурҙы, сыбыҡланып тырпайған сәстәрен баҫып ялпашҡан кәпәсен ҡырын этте, ел ярғылап ҡайын ҡайырыһына әүерелгән ҡул һырты менән йәшкәҙәгән, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен һөрттө, урттары эскә тартылған, ҡырылмаған шырт сикәләрен ыуҙы.

Сибәр, ғәйрәтле була торғайны ла баһа Бакир ағай. Әүәле урамға һыймай текә баҫып үтеп китер ине: пинжәк төймәләре ысҡынған, иҙеүе асыҡ, сәстәре бөҙрәләнеп ҡабарған, ғәҙәттәгесә ҡыҙмаса. Биттәре, ҡулдары бысранып, урам саң-ында соҡонған бәләкәй ҡыҙҙы абайлау ҡайҙа, күреү ҡайҙа! Хәҙер ҡара инде!

— Әсәйеңдән хат киләме? - Оҙаҡ өндәшмәй барған Бакир һүҙ ялғаны.

       Әсәһен хәтерләр кеше  бар икән дә баһа ауылда, һирәк-һаяҡ  әрләп телгә алған өләсәһе генә икән тиһә. Гөлсөмдөң ҡолағында әрнеүле ҡарғыш яңғырағандай итте: “Ваҡытынан алда ҡартаяһым юҡ, тип ауыр эштән ҡасып китте әсәйең. Уҡыуҙан да алдыра алманы, һыйыр еленен тартырға ла теләмәне. Уйнаштан һине тапты ла еңел тормош эҙләп китте. Кәнтәй!” Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнмәгәндә әллә ни түгел ине, үҫә төшкәс, сикәһен ялландыра  сапҡандай тәьҫир итә. Аҙғын әсәһе йәл түгел уға, уйнаштан тыуыуы ғына йәнен кимерә.

— Әсәйем юҡ минең! - Үпкәләгәндәй иткән ҡыҙ һырты менән боролдо.

— Булмай тағы! Донъяла һәр йән эйәһенең ата-инәһе була.

— Ә мин... — Гөлсөм “уйнаштан тыуғанмын”, тип саҡ ысҡындырманы, - елдән яралғанмын! - Сананан төштө, һалам кәбәге йәбешкән күлдәк итәген һыпырҙы.

— Тр-р-р-р... - Бакир дилбегәне тартты. - Ҡыҙым, рәнйемә, һине үпкәләтерлек һүҙ әйтмәнем дә. - Шунан, уңайһыҙланғандай ҡыймылдап, куфайкаһының төймәһен ысҡындырҙы, һаҡ ҡына түш кеҫәһенән матур зәңгәр яулыҡ тартып сығарҙы. - Байрам етеп килә, мә, минән бәләкәс кенә  бүләк.

Матур! Бакирҙың ҡулына зәңгәр күк остоғо кителеп төшкән, тиерһең.

Ҡыҙ, үҙе лә аңғармаҫтан, бүләкте эләктереп алды ла гөлтләп янған биттәренә тигеҙҙе. Шунан рәхмәт әйтергә лә онотоп, өйҙәренә ҡарай йүгерҙе.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас