

Өләсәһенән йәшереп, ул булмағанда көҙгө алдында әйләнгеләп, ебәк яулығын тиҙерәк иңенә һалып сығырға хыялланған ҡыҙҙың ынтылыштарын һиҙгәндер яҙ, быйыл бигерәк тә ашҡынып-ярһып килде. Апрель баштарында наҙлы йылыта башлаған ҡояш, аҙна-ун көндә тау биттәрен ҡарҙан әрсене лә, һыяны уйпы-уйраларға тултырып, түбәнгә ҡыуаланы, Һаҡмарҙың боҙон ҡумшытты. Боҙ ҡуҙға-лыуы Байгилде ауылы халҡы өсөн көтөлгән тамаша, йәше-ҡарты ҙур яңылыҡ әйткәндәй бер-береһенә һөйөнсөләп йөрөй:
— Ишеттеңме, Һаҡмарҙың боҙо Әлмөхәмәт шаршыһына килеп тығылған, ти.
— Һе, ашыҡҡан икән, ашыҡҡан, кисә генә ҡубып, сатнап ята, тип ишеткәйнем. Әйтәм бит, боҙ әприлдең ун биштәренән ҡалмай китә, быйыл бигерәк тә иртәләгән.
Шундайыраҡ һөйләшеүҙәр менән ауыл сыр-сыу килеп тора.
Гөлсөм мәктәптән сыҡты ла, иптәш ҡыҙҙарына ҡушылып, шаяра-көлөшә урам буйлап атланы, өйҙәренә боролған тыҡрыҡ ауыҙына еткәс, сыуаҡ көн наҙынан ай-ырылғыһы килмәй аҙымдарын әкренәйтте, арғы остан был яҡҡа табан елдергән һөт машинаһын күргәс, бөтөнләй туҡтаны, эйелде, сәбәпһеҙгә ҡулындағы сумкаһында соҡондо, үҙе ҡаш аҫтынан ҡарап, машинанан күҙен алманы. “Кабина тулы ҡыҙҙар тейәлгәндер әле, йә һары бөрсә Сәлимә йәнә эргәһенә һаҡҡандыр... Саманан ашҡан әрһеҙҙең әрһеҙе инде…”
Машина шәрене сәсрәтеп килеп туҡтаны.
— Гөлсөм, һаумы...
— Һаумыһығыҙ! - Ҡыҙ турайҙы ла, ҡуйы керпектәрен елпеп, оялсан ҡарашын асыҡ кабина тәҙрәһенән яртылаш кәүҙәһен сығарып, уға ҡарап ултырған егеткә төбәне, ыңғайы бер «ҡыйыуланған бөгөн», тип уйлап ҡуйҙы.
— Һаҡмарҙа боҙ ҡуҙғалған!
— Китсе... - Гөлсөм мәктәптә үк ишетһә лә, аптырап киткән булды.
— Әйҙә барып ҡарайбыҙ! Минең дә бөгөнгә эш бөттө, машинаны гаражға ап-арып ҡуяйым да.
— Әлләсе... Беҙ бөгөн бөтә класс менән барырға йыйынғайныҡ та, имтихандарға әҙерләнергә ҡушып, етәксе апай ҡаршы төштө. Өләсәйем дә сырхап тора, өй тирәһендә мәшәҡәттәр ҙә етерлек.
— Оҙаҡ йөрөмәбеҙ. Аҡтау ҡаяһына күтәрелербеҙ ҙә.
Ҡыҙҙың бите уттай тоҡанды. Ул артыҡ иҫе китмәгәнен белдерергә теләптер, бер ни тип тә яуап ҡайтармай ҡырт боролдо ла китеп тә барҙы.
— Ҡыҙҙар тауында көтәм, Гөлсөм...
«Ярар, ярар...», тип күкрәк ситлеген дөбөрҙәтте ярһыу йөрәге. Күңелендә урғылған шатлык күктәргә ашыра, аҙымдары еңел, ниндәйҙер илаһи көс етәкләй уны.
Өйҙөң ишеген асыуға, камфара майының, төрлө ыуыныу дарыуҙарының ҡырҡыу еҫе танауға бәрелде. Гөлсөм сумкаһын түр яҡта торған карауатҡа ырғытып, ишек төбөндәге мейескә ҡушарлатып эшләнгән урындыҡҡа бер аҙ хәл алырға тип ятҡан өләсәһенә өндәште:
— Привет, өләсәй! Хәлдәрең нисек?
— Һаумы, балам! Хәлдәргә килгәндә минең йәштә ығырлап-шығырлап инде. - Әсмә әбей йонсоу йөҙөн сирылтып йылмайғандай итте, бихисап тапҡыр ҡабатл-аған һорауын бирҙе. - Нисә тейәп ҡайттың күстәнәскә?
— Беренсе кластағылай билдә ҡуймайҙар беҙгә, уҡыу аҙағы бит, имтихандарға әҙерләнер ваҡыт етте.
— Ҡуй инде, үткән ғүмер, ал таҫмаңды елпелдәтеп кисә генә мәктәпкә илткән кеүек инем. Шунан беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын?.. - Әсмә өҫ кейемен һалып ташлап, күлдәк һайлаған ҡыҙының нәфис буй-һынына, беше күкрәктәренә, йомро балтырҙарына һоҡланып ҡараны. – Сөбхәналла, күҙ тейә күрмәһен инде ҡыҙыма! Ҡайҙалыр йыйына ла башланың түгелме? Ҡапҡылап ал тәүлә, мейес эсендәге таб-ала ҡурылған картуф бар, самауырҙың да ҡапҡасын ҡырын баҫҡанмын, борхотһаң, хәҙер ҡайнап сығыр.
— Өләсәй, Һаҡмарҙа боҙ ҡуҙғалған, шуны ҡарарға барабыҙ, бөтә класс менән... - Хәбәренә алдаҡ ҡушып һөйләүенә оялғандай, йөҙөн ситкә борҙо.
— Ана тағы! - Был юлы Әсмә әбей үҙе яратҡан «үткән ғүмер» һүҙен өҫтәмәне. - Былай булғас, күгүләнгә лә килеп еттек, көҙгә саҡлы бирешмәбеҙ, Алла бойорһа.
Уның хисабы ҡарттарса: бер нисә йыл алға ҡараш ташламай, миҙгелдәрҙе теүәлләһә, шуныһына риза, ҡышты имен-аман сыҡһам инде, тип ығырҙап-шығырҙап йөрөй ҙә, яҙ етһә, иркен һулап ҡуя. Әйтерһең дә, уны бөгөр ауырыуҙар ҡайҙалыр алыҫ йонсоу көҙгә сигенә.
Әсмә әбей, ейәнсәренә эйәреп Һаҡмарға барырға дәртләнгәндәй, тороп ултырҙы, туҙған сәстәрен рәтләштерҙе, яулығын ябынды, аяҡтарын урындыҡтан һалындырып, торорға ынтылды ла тубыҡтарын ыуалап ҡул һелтәне.
— Ҡана һуң барып әйләнгәндә! Һауынсы булғанда, күп тапалды Һаҡмар туғайҙарын, ултырған ерҙән үтә күрәм һәр ағасын, һәр ҡыуағын. Быуындар ебәрмәй, ҡәһәрең, ыуған дарыуҙарҙың да сихәте самалы.
Уңарсы булмай кейенеп-яһанып өлгөргән Гөлсөм өләсәһенең алдына тып итеп килеп тә баҫты. Ҡупшыға кейә торғандары өҫтөндә, яурыны аша әлеге зәңгәр яул-ыҡты һалған, еңелсә ярһыған.
— Өләсәй, мин йөрөп киләйем, йәме? Оҙаҡламам.
— Һе, бутты рөхсәт итмәһәм, бармай, йәнәһе. Ҡуҫтарланғанһың бит инде, бар йүгер. – Йыйырсыҡтар сыбарлаған һалынҡы сикәһенән үбә һалып, урамға атлыҡҡан ҡыҙҙың артынан ҡысҡырып ҡалды. - Яҙғыһын ҡумшып ятҡан яр шыуа торған, абай булығыҙ. Йәнә Ҡоҙоҡ битенән барығыҙ, ул һырт иртәрәк асыла. Оздой, ашаманы ла...
Барый Ҡыҙҙар тауында көтә ине инде. Батмустай яланғас ҡалҡыулыҡта әллә ҡайҙан суҡайып күренә. Гөлсөмдө шәйләгәс, ҡаршыһына йүгерә-атлай килеп ет-те.
— Киттекме?!
— Киттек!
Тәүҙә ҡарҙан асылған тау битләүенән йәнәш атланылар. Егеттең йөҙө моңһоу. Ҡыҙҙың да башында билдәһеҙ һорауҙар ташҡыны: «Ни булған уға бөгөн? Күҙенә лә элмәйенсә ғазаптарға һалды-һалды ла әле килеп үҙе осрашыу тәҡдим итте. Тикмәгә түгел, әйтер һүҙе барҙыр. Яратам, тип әйтеп ҡуйһа...» Ул сағында өнө илерткес төшкә әүерелер. Шуғалырмы, ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтырға теләгәндәй аҙға ғына күҙҙәрен йомоп туҡтап ҡала, еүеш маңлайына йәбешкән сәс бөҙ-рәләрен төҙәтә, унан ҡарашын юғарыға сөйөп, төпһөҙ зәңгәр күккә баға.
— Арыныңмы?
Гөлсөм, Барыйға бәхетле йылмайып, һирпелеп кенә ала, «арыманым», ти ҡа-рашы.
Егеттең дә иләҫ-миләҫ сағы, аяғы аҫтына иғтибар ҙа итмәй.
— Барый, һыяға төшәһең бит.
— Диңгеҙ тубыҡтан булғанда, һыя нимә генә!
Абайламағанға һалышып, яйын килтереп етәкләшеп алдылар. Муйыллы туғай аша үткәндә лә, Аҡтау ҡаяһына күтәрелгәндә лә ҡулдар ысҡынманы. Бына ул иң бейек түбә, ошо ерҙән бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Әллә ҡайҙан борғаланып, Һаҡмар аға - торғаны диңгеҙ инде, диңгеҙ: боҙ ҡапсығын ярҙарына сығарып быраҡтырған, урыны-урыны менән уйһыулыҡтарҙы тултырып йәйрәп ята. Ҡомло утрауҙы бөтөнләй йотоп уҡ ҡуйған, тирәктәре генә бил быуарҙан һыуға батып тора. Ҡаяға һыйынып ҡына ҡуш ҡайын үҫкән. Йылымыс ел уның әлегә яланғас тәлгәштәренән бөрө еҫен һыпырып алып, танауға килтереп бәрә.
Һандыҡланып ятҡан таш өҫтөнә ултырҙылар. Һүҙҙәр онотолған. Кәрәкмәй. Былай ҙа рәхәт уларға.
— Гөлсөм...
— Әү.
— Мин армияға китәм. Кисәге почта менән повестка килтерҙеләр. Машинам-ды тапшырам да иртәнән һуңға юлға.
Ҡыҙҙың хыял диңгеҙендә йөҙгән күңеле тайҙай тулап китте. Ниҙер әйтергә уҡталды ла нишләптер тыйылды, егеткә мөлдөрәп ҡарап ҡуйыуҙан ары китмәне.
— Йәштәрҙе йыйып, кисә үткәр, ти ҙә ул минекеләр. Теләк юҡ, урынһыҙ шау-шыуҙы яратмайым. Йөрөп ҡайтҡас, күрергә килерҙәр.
«Барый китә... Унһыҙ нишләрмен? Ауыл урамдары, йәштәр менән лыҡа тулы клуб бушап ҡалыр бөтөнләй... Тормошомдоң бер мөйөшө кителер, йәшәүҙең ҡыҙығы, мәғәнәһе китер, бүҫкәреп ҡалыр…». Гөлсөмдөң тамағына әсе төйөр килеп тығылды. Ул, илап ебәреүҙән ҡурҡып, урынынан торҙо ла тауҙан түбәнгә табан атланы.
— Гөлсөм, туҡта әле, мин бит әйтеп бөтмәнем. - Артынан эйәрә төшкән Барый ҡабаланып ҡыҙҙың ҡаршыһына баҫты:
— Ни... миңә хат яҙып торорһоңмы?
Тегеһе башын ғына һелкте.
— Гөлсөм... Мин һине яратам... Ысынлап...
Тал сыбыҡтай бәүелеп торған ҡыҙ башын егеттең яурынына терәне. Барый ҡыйыуһыҙ ғына Гөлсөмдөң сәстәренән һыйпаны, шунан янып барған битенән үбеп алды. Аһ!.. Эргәлә генә ҙур, көслө йөрәк «яратам, яратам» тип ярһып тибә, ҡуш ҡайынға ҡунып, ниндәйҙер ике ҡошсоҡ сырҡылдашып ҡыуана, иреү тупраҡ, тулышҡан бөрө еҫенән баш әйләнә, юғарыла, бик бейектә зәңгәр сатыр балҡый. «Көтмәгәндә башҡа ишелеп төшкән бәхет тигәндәре ошолор...» Гөлсөмдөң мейеһен урыҡ-һурыҡ уйҙар йыбырлата ла йәнен-тәнен иреткән йылы ағымға ҡушылып юҡҡа сыға.
Ике көндән Барый армияға китте. Иптәштәре, һауынсы ҡыҙҙар гармунға ҡушылып йырлап, ауыл урамынан автобус туҡталышына йүнәлгән мәлдә Гөлсөм, ҡапҡа артына боҫоп, һөйгәнен күҙ яҙлыҡҡансы күҙәтеп торҙо ла өйгә инеп мендәренә ҡапланды ла күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.
Мәктәпте тамамлағас, уҡырға ҡайҙа барырға тип аптыраманы Гөлсөм. Бала саҡтан уҡ күңелендә йәшереп йөрөткән хыялы бар - актриса булырға теләй ул. Теләй генәме, ул уның тормош хыялы, ынтылған йәшәү мәғәнәһе. Һылыулығын, башҡа ҡыҙҙарҙан айырылып торғанлығын да белә, Хоҙай Тәғәлә һәләттән дә мәхрүм итмәгән уны. Шулай булмаһа, мәктәптә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап ҡуйылған концертта класс етәксеһе Айһылыу апай уның сығышынан һуң юҡҡа ғына күҙ йәштәрен һөртөп ултырған тиһеңме! Былай үҙе лә Муса Йәлилдең «Вәхшәт» шиғырын һөйләгәндә тауышы ҡалтырап китә: сабыйын ҡосаҡлап, үлемен көтөп, соҡор ситендә баҫып торған ҡатынды күҙ алдына килтерә, уларҙы бына-бына шартлаясаҡ атыуҙан ҡурсаларға теләгәндәй, ҡулдарын һоноп алға уҡтала... Премьеранан һуң ул, арыған ҡиәфәттә, ләкин сикһеҙ бәхетле йылмайып, сәхнә түрендә тора, башҡа артистар ситтәрәк, юғарынан төшкән ут көлтәһе төп ролде башҡарыусыны ғына яҡтырта, ҡосағы тулы аҫыл сәскә гөлләмәләре... Ә улар тамашасылар яғынан яуа ла яуа... Тик ошо әкиәти хыялын тормошҡа ашырыу юлын ғына белмәй: кем уҡытһын, ниндәй аҡсаға? Шулай бошаланып йөрөгәнендә бер көн иртәнге сәйҙе эскәс, өҫтәл тирәһен йыйыштырып сығырға ғына боро-лғайны, урынынан ҡуҙғалырға ашыҡмаған өләсәһе уға яратып ҡарап ипле генә итеп өндәште:
— Тотҡарлан әле аҙыраҡ, тормош мәшәҡәттәренә бирелеп һөйләшкәнебеҙ ҙә юҡсы ошо арала. - Ейәнсәре, урындыҡҡа ултырып, башын баҫҡас, дауам итте. - Нишләп балтаң һыуға төшкәндәй шымтайып йөрөйһөң әле ошо арала?
— Юҡсы, бөтәһе лә һәйбәт.
— Бала күңеле далала икәнен яҡшы аңлайым. Оянан осор мәлең еткәнен һиҙеп эсем һыҙа. Сәйнәп икмәк ҡаптырып, кәзә һауып эсереп терелттем һине, шау һөйәктән, ҡоро тиренән генә торған сибек кенә бәпес инең. Әсәйең, үлә барыбер, тип уйлағандыр, ә мин Хоҙай ярҙамына инанып тырыштым үҙемсә. Бирешмәнең, үҫтең, үҫеү генә түгел, аҡҡошҡа әүерелдең. Өйрәк бәпкәһеләй ғүмер буйы эргәмдә йөрөһәң ине лә бит... Иғтибар итмә алйыған әбей фәлсәфәһенә, һеҙгә үҫергә, беҙгә сүгергә... - Әсмәнең төҫһөҙ күҙҙәрендә тәрән моңһоулыҡ сағылды, аҫҡы ирене тартышҡандай дерелдәне. Ул яулыҡ осо менән ауыҙын ҡапланы ла, һағышын баҫырға теләгәндәй, күңелле мәлде хәтерләп кеткелдәп ебәрҙе. - Яңы атлап йөрөгән сағың, ҡапыл һыуға батҡандай юғалдың да ҡуйҙың. Күрше-күләнгә йәүкәләп бөттөм, таба алмайым, илайым килеп тороп. Кисҡырын шифоньерҙы асып ебәрһәм, шунда ятаһың йоҡлап. Эргәңдә ҡағыҙ өйөмө, кәнфит һурып, ектән ҡарап тик ултырғанһың, төнәп киткәнсе.
Көлөшөп алдылар.
— Һине ташлап ҡайҙа ғына барайым. - Гөлсөм аҡланғандай әйтте.
— Улай тимә, йәшәремде йәшәгәнмен, тышау, һалыҡ булып ултырғым килмәй.
Әсмә туйтаңлап ҡалҡынды, ыңғыраша-тыһылдай ҡатҡан быуындарын ыуып мәшәҡәтләнде, быялаһы бер нисә урындан сатнаған, бер яғының ҡолаҡҡа ятыр ҡулайламаһы өҙөк күҙлеген эҙләп табып кейҙе лә, урындыҡ мөйөшөндә торған бәләкәй ҡумтаны алып, соҡонорға тотондо. Таушалып бөткән һаҡлыҡ кенәгәһен килтереп сығарҙы.
— Бына, балам, книжкә. Һине уҡытам тип ғүмерем буйына туплаған аҡсам ошонда, артыҡ күп булмаһа ла, тәүге осорҙа ярап ҡалыр.
— Ниндәй яҡшы кеше һин, өләсәй! - Гөлсөм, ырғып тороп, әбейҙе ҡосаҡланы.
Уныһы ах та ух килде:
— Ойпалама улайтып, билемде ауырттыраһың, ен, Алла, Алла, былай ҙа тубыҡтарым һыҙлай. - Үҙе ейәнсәренең ҡыуанысынан ҡәнәғәтлек кисерәлер, кинәнеп көлә.
Гөлсөм тышҡа йүгерҙе. Сығышлай почта йәшнигенә ҡыҫтырылған гәзиттәрҙе алып һелкеткәйне, араһынан өсмөйөш штамп һуғылған хат килеп төштө. Ул хатты үбеп алды.