

Тороп ултырҙы. Ҡараңғы. Күктәге йондоҙҙар бутҡаһы тағы ла ҡуйыра төшкән, ҡыйыҡ ай ҙа бирешмәгән, тап көмбәҙ уртаһына күтәрелеп, һары майҙай баҙыҡла-нып, нурҙарын һибә. Үткән-һүткәндәрҙең аяҡ тауыштары әллә ҡайҙан шығырҙап ишетелә. Эт утлы тәҙрәләре мыжғып торған күп ҡатлы йорт яғына өмөтләнеп төбәл-де. «Кисә лә күренмәгәйне, бәлки, бөгөн сығыр...»
Һуңғы сиккә етеп асыҡҡанда ошонда килә, юлы уңғанда теге һылыуҙы тап итә. Ҡыҙҙың ҡулында телемдәр араһына май яғылған, тәмле колбаса киҫәге ҡыҫтырылған икмәк була. Хуш еҫ бөркә, тәме һуң! Телеңде йоторлоҡ. Урталағы, ул төбәлгән подъездың ишеге асылды. Унда ҡыҙҙың таныш шәүләһе күренде.
Ҡойроғон болғай-болғай уға ҡаршы китте. Ҡыҙ ҙа уны шунда уҡ шәйләне, исемен әйтеп ҡысҡырҙы:
— Аҡбай, Аҡбайчик, кил әле, - төҫө аҡ булғанғалыр, тәүге көндән үк исемен дөрөҫ әйтте. - Яҡынлағас, иркәләргә тотондо. - Ҡәҙерлем, матурҡайым минең, ҡайҙа йөрөйһөң улайтып юғалып? Үҙем дә ике көн өйҙә булманым шул. Ғәфү ит, йәме? Мә, ашап ал. - Ҡулындағын ауыҙына ҡаптырҙы. – Өшөнөңмө? Йәшәргә урының юҡлығын беләм. Тик бик теләһәм дә, ярҙам итә алмайым. Икебеҙ ҙә эт типкеһендәбеҙ... Аҡбайчик, миңә юлды онотма. Бында һинән дә яҡыныраҡ, тоғрораҡ бер кемем дә юҡ.
Ризыҡты күҙ асып йомғансы һоғаланып йотоп та ҡуйҙы.
— Әйҙә, мине әҙерәк оҙатып ҡуй. - Ҡыҙ алдан төштө. Улар ҡала урамдарынан оҙаҡ барҙы. Ғәҙәттәгесә йәйәү генә атланылар.
Ҡаршыла уттары балҡыған, алдында халҡы мыжғышҡан ҙур йорт пәйҙә булды.
Ҡыҙ эйелде:
— Килеп еттек минең эш урынына. Бар кит, ары ярамай, унда бысраҡ, әшә-келек. - Аңлаңҡырамай ҡарап торғанын күргәс еңелсә этте. - Бар инде, иртәгә тағы килерһең.
Гөлсөм майҙан арҡыры үтте лә сауҙа йортоноң уттары сағыуыраҡ балҡыған еренә баҫты, урам менән йортто айырып торған бетон кәртәгә янтайҙы.
Куртка кеҫәһенән затлы сигарет сығарҙы, шартына килтереп буялған ирен-дәренә ҡымтыны, йыбанып ҡына тирә-яғын байҡағандан һуң ҡабаланып үтеп барыусы егеткә өндәште:
— Парень, огонька не найдется?
Егет ҡарһаланып кеҫәһен ҡапшай-ҡапшай шырпыһын эҙләп тапты ла, ут тәҡдим иткәс, башын баҫып ары атланы, исмаһам, күтәрелеп ҡараһасы. “Мәжнүн, эшкинмәгән...” Төтөн үҙәк буйын әсетеп үтте, ауыҙына тәмһеҙ көйөк тәме та-ралды, күңеле болғанды. Атып бәрергә ине лә, ярамай, шулай кәрәк.
Арыраҡ уның һымаҡ уҡ берәү баҫҡан. Егерме биш-утыҙ йәштәр самаһындағы, сәстәрен ерәнгә буяған, ат һымаҡ ҙур кәүҙәле, тирмәндәй осалы, мул түшле ҡатынды йыш осрата. Ерәндең дә урыны ошо, тик кәсебе төшөмһөҙ. Уҡаһы ҡойола башлағандың кемгә генә хәжәте булһын. Үткәндә уны ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ике тапҡыр «алдылар». Икеһе лә ҡойто ғына кейенгән берәҙәккә тартым әҙәмдәр ине. Ерәнмәйенсә нисек итеп ундайҙарҙы ҡабул иткәндер. Ике ҡыҙ сиратты дауам итә. Мәктәп партаһынан да сығып өлгөрмәгәндәрҙер. Йүнләп биҙәнә лә белмәйҙәр. Иғтибарҙы йәлеп итер өсөн саманан тыш ҡысҡырып һөйләшәләр, шарҡылдап көләләр: боҙоҡ боҙорға әҙерләнгән шуҡ балалар, тиерһең.
«Ә мине Луиза тиҙ өйрәтте... Уның мәктәбе...»
Ерән, мыймылдата баҫып, Гөлсөмдөң эргәһенә килде лә зәһәр ыҫылданы:
— Эй, кобыла, больше предупреждать не стану, это моя территория!
Гөлсөм ҡылъяймаған төҫтә тороуында булды, сигаретын һурып, төтөнөн ерәндең битенә өргәс, төпсөгөн ситкә быраҡтырҙы, йөҙөнә һауаланыу билдәләре сығарып, теш араһынан һыҡты:
— Пошла отсюда, капуста!
— А я тебя, стерва, кислотой плесну.
— Не пугай, меня пасут.
Ерән ян-яғына ҡаранды ла кире урынына барып баҫты. Шөрләне булыр.
Гөлсөм тертләп китте: йөрәге дарҫлап типте, эсенә һалҡынлыҡ йүгерҙе. Әле һибелмәгән кислотанан һаҡланырға теләгәндәй йөҙөн ҡапланы. Ҡурҡыныс! Алдашып торған була, уны кем генә һаҡлаһын да кем генә яҡлаһын. Был шаулап торған миллионлы ҡалала ул япа-яңғыҙы бит. Луизаның өйрәткән һүҙҙәрен, хәрәкәттәрен ҡабатлап тороуы, ә бар булмышына өркәк ауыл ҡыҙы йәшеренгән.
Эргәгә иномарка килеп туҡтаны, тәҙрәһенең быялаһы асылды, эстән ярым ҡараңғылыҡтан ҡалын тауыш гөрөлдәне:
— Девушка, покатаемся:
— Два часа прогулки стоит пять кусков!
- В рублях, или зелененькими?
– Это завасит от вашей щедрости…
– Почему так дорого?
– Тариф соответствует уровню…
— Садись.
Урамдарҙан йә уңға, йә һулға ҡайырылып, машина оҙаҡ барҙы. Рулде ҡулында уйынсыҡтай уйнатҡан айыуға тартым кәүҙәле әҙәм юл буйы һөйләшмәне, боролоп та ҡараманы, әйтерһең дә, һарыҡты һуйырға һатып алды ла ҡул-аяғын бәйләп тунарға китеп барыуы.
Бына, ниһайәт, ҡала ситендәге бер ҡатлы йорт янына килеп туҡтанылар. Машинаның мороно төртөлөүен генә көтөп торғандарҙыр, ҡапҡа шылып, тауышһыҙ ғына асылып китте, ентекләп ҡары көрәлгән ихатаға үттеләр.
Машина ишеген көмөрөһө ныҡ беленеп торған ҡураныс кәүҙәле кеше асты ла ялағай шыйылданы:
— Добрый вечер, Феликс Андреевич!
Сәләм алынманы. Айыу кәрәҙле телефондан ҡайҙалыр шылтыратҡас башын ҡалҡытмай ғына һораны:
— Күңел асалармы?
— Уларҙың кәйеф-сафа ҡороу ҡайғыһы китте. Һеҙҙе көтәләр.
— Бала-саға, һе-һе-һе... - Айыу көлһә лә, йөҙө көлмәне, үҙгәрешһеҙ ҡалды. - Бына нимә, йомошоң булһа, эскә үҙең генә инерһең, башҡаларға шаулама. Батя-ның ҡолағына төшөрөүҙәре бар, уның был мәсьәләлә ҡырыҫлығын беләһең. Минең менән! – Бойороҡ тонында бойорҙо Айыу.
Айыу машинанан сығып өй яғына ҡарай атланы. Гөлсөм дә ҡабаланып уның артынан юрғаланы. «Бойороҡҡа буйһонған эт һымаҡ екереүгә эйәреп китеп бар инде. Эстә дәрттәре ҡыҙышҡан хәшәрәттәр көтә...» Ул һиҙгәйне - унда күмәктәр. Теләктәрен, фантазияларын тормошҡа ашырыуҙы талап итәсәктәр, береһе икенсеһен уҙҙырырға теләп шашасаҡтар.
Өй бер ҡатлы булһа ла, хан һарайындай иркен бүлмәләрҙән тора. Уларҙа гәлсәр ташлы, төрлө ҙурлыҡтағы ҡиммәтле люстралар балҡый, оҙон коридорҙың буйынан-буйына йомшаҡ келәм түшәлгән, сит ил йыһаздары күренә. «Йәшәй беләләр... Барыһын да хәләл аҡсаларына һатып алмағандарҙыр...»
Төпкө залдан сит ил музыкаһы ағыла, инеүгә уртала мул ризыҡ, шешәләр тулы оҙон өҫтәл артында ултырған икәү күренде, өсөнсөһө ситтәрәк торған креслоға сумған да ҡулындағы идара итеү пультына иғтибарһыҙ ғына баҫҡылай, мөйөштәге телевизор кадрҙары йыш алмашынғанға унда нимә күрһәткәндәрен дә айырырлык түгел. Ныҡ төтәткәндәрҙер, өҫтә шыйыҡ томандай күкһел пәрҙә тирбәлә.
— О-о-о, кемде күрәм! - Инеүселәрҙе креслола ултырған әҙәм күрҙе, ҡулындағын ситкә ырғытып, аяғүрә баҫты. - Филя беҙгә тигәнде килтергән дә! Шуның хөрмәтенә тотайыҡ! - Ул коньяк шешәһенә үрелде.
Төнәп ултырыусы икәү ҡымғырлағандай иттеләр ҙә алдарындағы тулы рюмкаларға тексәйҙеләр.
Айыу ҡулындағын ауыҙына түңкәрҙе, сытырайманы ла. Курткаһын һалып ырғытҡас, креслоға сумды, грушаға тартым башының өҫкө өлөшөнә йәбешкән күҙҙәрен оятһыҙ тексәйтеп Гөлсөмгә ҡаҙаны, ҡалғандар ҙа уға ҡушылды.
Бөтә тәнде ҡапшаған оятһыҙ ҡараштарға күптән күнеккәйне Гөлсөм, бында ла ҡойолоп төшмәне, тыныс ҡына тора бирҙе.
“Был өсәүҙең һәр ҡайһыһына 15-20 йәштәр самаһылыр. Буй-һындары ла шыйыҡ, иҫерткес эсемлектәрҙән бәлйерәп төшкәндәр. Көҙгө әтәстәр... Айыуҙан сәләмәтлек рухы аңҡый, кәүҙәһе беше, ныҡ. Ул хәлле, оҙаҡ йонсотасаҡ. Тәжрибәле фәхишәләй фекер йөрөтәм, батҡаҡлыҡ ҡайһылай тиҙ һурып алды...”
— Һылыу... – “әтәстәр”ҙең берәүһе телгә килде.
— Цыц! - Айыу ҡәтғи туҡтатты. - Исемең нисек?
— Гуля.
— Таҙаһыңмы?
— Эйе.
— Бына нимә, Гулечка, әгәр мине, шул иҫәптән быларҙы бысратһаң, ер аҫтынан булһа ла табып, бысаҡҡа ултыртасаҡмын, ҡалала бәйләнештәрем яйға һалынған. Был минең рәсми киҫәтеүем.
— Борсолмағыҙ.
— Ярай... - Айыу ҡабаттан Гөлсөмдө баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. - Вовик, һылыу тинеңме? Момент тикшерәбеҙ уны. Сисен!
Гөлсөм быға тиклем бындайға тап булмағанлыҡтан баҙап ҡалды.
— Кемгә әйтәләр, стриптиз! - Бая ҡаршы алыусы әҙәм уғата теремекләнде, тулҡынланыуҙан тауышы сыйылдап сыҡты.
Әмерҙе үтәүҙән башҡа сара ҡалманы. Өҫкө кейемдәрен ишек төбөндә ҡалдырҙы, уртаға үтте, ағастай ҡатҡан бармаҡтарын көскә хәрәкәтләндереп, блузкаһын, юбкаһын һалды, инде ҡәнәғәтләндеңме, тигәндәй, Айыуға төбәлде.
— Дауам ит, бөтмәнең дәһә!
Бына ул шыр-яланғас. Өшөүҙән, әллә тартыныу-ҡурҡыуҙан ҡош тәне ҡалҡып сыҡты, ҡырын боролоп, йоморосай түштәрен боҫормаланы.
— Шәп! - Өлкәндең баһаһы шул булды, “әтәстәр” тетрәнеп телһеҙ ҡалды. - Мин былар халҡын һайлағанда һирәк яңылышам. Ә хәҙер бүлмә буйлап йөрө! Шулай... шулай... - Ҡыҙыша барған Айыу өҫтөндәге кейемдәрен йолҡҡослап, унда-бында ырғыта башланы, һуңғы эс кейеме ситкә осҡас, Гөлсөмгә яҡынланы, уның осаһын, түштәрен ауырттырып матҡыны. Ыңғырашыу ишетелде. Был Айыу өсөн һөжүмгә ташланыуға сигнал булды шикелле, ул ыҡсым кәүҙәне еңел генә күтәреп алып, күрше бүлмәгә атланы, үҙе ярһып үкерҙе:
— Иң тәүҙә ҡарап тороп өйрәнегеҙ, шунан һуң ғына сиратҡа баҫырһығыҙ.
Дауыл, Гөлсөмдө эләктереп алып, һауаға сөйҙө, шунан зыңҡылдатҡансы ҡаты ергә бәрҙе, иҫәңгерәгән тәнен иҙҙе, тапаны, бары ҡошсоҡтай йөрәге тере ҡалды. Ул асырғанып, бер һүҙҙе тылҡып һулҡылданы: “ Был мин түгел ... мин түгел... Был минең гөнаһлы тәнем генә… йәнем саф, уға ҡағыла алмайҙар…”
Урамдарҙағы уттар һүрәнләнгән. Фаралар, төн ҡараңғылығын йырта-тураҡлай йорттарҙы табып, уларҙы ут телдәре менән ҡапшап-теүәлләп барҙы-барҙы ла бер яҡ ситкә янтайып туҡтаны. Айыу рулгә башын терәне.
— Арыным, - тине ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй. - Кемдер артымдан өҙлөкһөҙ эҙәрлекләй төҫлө. Маңлайым прицелда, бөгөн булмаһа, иртәгә... Ҡайҙа йәшәйһең, Гуля?
— Ошонда сығам, күп ҡалманы, ары йәйәү атлайым.
— Шпаналарға эләгеүең бар.
- Ҡурҡмайым. Улар ҙа һеҙҙән ары китмәгәндер.
Айыу бумажнигынан ҡағыҙ аҡсалар сығарҙы:
— Мә, килешелгәнде ал, ләкин ғәфү ит, яңғыҙ булманым, шуға йәшелдәрҙән бирәм, һин һораған “ағас” түгел, былар долларҙар.
Гөлсөм һонолғанды йомарлап, кеҫәһенә тыҡты ла сығырға ынтылды.
— Гуля, бәлки, бөгөн дә осрашырбыҙ, ә? Минең менән генә, әлбиттә. Һеҙ миңә оҡшанығыҙ.
— Ә һеҙ миңә бөтөнләй оҡшаманығыҙ!
- О! Һеҙ бик тә ҡыйыу һәм тәүәккәл ҡыҙ күренәһегеҙ. Әлеге көндә күптәр минең яҡлауға һәм мәрхәмәткә мохтаждар…
- Мин һис ҡасан, һис кемдең ярҙамына һәм ярлыҡауына өмөт итмәйем.
- Шулай уҡмы?!
- Эйе, шулай уҡ! Пока!
Өтөп барған елле ҡараңғы төн ҡыҙҙы үҙ ҡосағына алды.