АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
13 Июнь 2023, 03:53

Дусар ителгәндәр. (Повесть.) Хәйҙәр Тапаҡов.

       Замана... Нәҫ баҫты йә­шәйеште, кешеләр бөлә, шуғалырмы бер-береһен ашап алып баралар. Яҡындағы аш­хананан тәмле еҫ тарала. Үтеп-һүтеп йөрөгәндәр уны тоймайҙыр ҙа әле, уны һиҙер өсөн эт бул­ырға кәрәк. Ас эт...

Дусар ителгәндәр. (Повесть.) Хәйҙәр Тапаҡов.Дусар ителгәндәр. (Повесть.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Дусар ителгәндәр. (Повесть.) Хәйҙәр Тапаҡов.

       Һыуыҡ. Ҡайһылай ҙа һыуыҡ. Бар тирә-яҡ ҡышҡы селлә хаҡим­лы­ғы­на буй­һо­н­оп шы­ҡ­ыйып ҡатҡан. Күктәге берәм-һәрәм тоҡанған йон­доҙ­ҙар ҙа өшөп ҡал­тыр­ай­ҙар төҫ­лө. Күптән боҙға әүерелгән улар, сөнки тү­гелгән нурҙарынан да өшән-дергес һал­ҡын­лыҡ бө­р­көлә. Йондоҙҙарҙың бәғзеләре туңдырыу­ға сыҙамай сәсрәп ватыла, ҡойроҡло юл ҡал­дырып, түбәнгә атыла. Айҙың да ҡап яртыһы кителгән. Былайтһа ул да оҙаҡҡа бар­­маҫ, ҡойолоп төшөп бө­т­өр, моғай­ын.

Әсе ел ойошҡан йөнлө тирене, арыҡ кәүҙәне үтәләй һуға, ҡалтырата. Ҡал­тыр­а­т­ыр ҙа, нисәнсе көн ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ. Фай­ҙа­һыҙ­ға ҡала урамдарын ҡыҙыра, сүп-сар һауыттары тирәһендә темеҫке­нә, йомарланған ҡағыҙ киҫәктәре, тәмәке төпсөктәре, буш шешәләрҙән башҡаһы күҙгә салынмай. Эт йөрөй-йөрөй ҙә ҡабаланып өңөнә ҡайта. Унда, яртылаш тығылған тимер келәт нигеҙенең төбөндә, бер-береһенә һыйынышып- йомар­ланып көсөктәре көтә. Уларҙы арлы- бирле имеҙә лә кире ҡала урамдарына ашыға. Асмәйел көсөктәр әсәһен ебәргеһе килмәй эйәрә, нигеҙ ярығынан сығырға самалай. Эт ырылдай, көсөктәрен теш­ләп ала, мороно менән тегеләрҙе кире эс яҡҡа этә. Ауырт­тырмай ҡылана, ҡурҡытырға маташыуы инде шунда. Аҙыҡ табыуы ауыр. Тама­ғын хәстәрләп сабыулаһа, ни асыу, имсәгенә һөт төшһөн өсөн ашарға кәрәк, туйғансы ашарға. Кисә урамда уйнаған баланың ҡул­ынан яңылыш төшөп киткән перәник киҫәгенә уҡтай ташланып эләктереп алғайны ла, бармаҡ башындай ғына нәмә асығыуҙы баҫманы, киреһенсә оторо ярһытты ла ебәрҙе.  Ни тиһәң дә йәй миҙгелендә еңел: халыҡ та  урам тулы, көндәр ҙә  оҙон, йылы.  Ҡыш етһә, һәммәһе туптай кейенеп ала ла бөршәйеп туҡтал­ыш­тарҙа эркелә. Автобус йә трамвай  күренеүе була, шунда  ябырылалар, ишектәре  көскә ябылғансы тығылып ҡайҙалыр китәләр. Йәйрәтә баҫып, ял итеп йөрөүсене күрмәҫһең. Бигерәк тә сасҡау һыуыҡтарҙа. Ха­л­ыҡтың да йөҙө төмһәргән, асыулы. Ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, уларҙың күп­тәрен-ең көнитмеше шәптән түгелдер. Элгәрге тормошто бөгөнгөгә сағыш­тыр­ып булмай, күк менән ер араһылай айырма. Сүплектә йәйен-ҡышын ҡара ҡарғалар, берәҙәк эттәргә ҡатарлашып, ҡулдарына шыптыр моҡсай тотҡан ҡарт-ҡоро бутала. Өҫ-баштарында алам-һолам уҡ булмаһа ла, иҫке йоҡа пальтолар йә сепрәк курт-ка­лар. Ҡыш сығып ҡара, шуларҙы кейеп. Йөҙҙәрендә хәсрәт. Араларында миҙалдар­ын бишмәт тышына уҡ тағып алған асҡаҡ әҙәм йыш осрай. Тимер киҫәгеңде ҡаҡ маңлайыңа беркетеп ҡуйһаң да күрмәйәсәктәр, бел уны! Әҙәми заттарҙың күҙҙәре тон­до һуңғы осорҙа, берәүҙәренең - юҡлыҡтан, икенселәренең - өҫтәренә бушлай яу­ған байлыҡтан. Мөйөш һайын теләнселәүсе, ҡый һауыттарында соҡоноусы хәй­ер­селәр күбәйҙе бөгөн. Үҙҙәре уҫал, үҙҙәре ҡырағай кейектәй яһил  килеп тороп. Үткәндә сүп-сар араһынан килеп сыҡҡан бер түтәрәм икмәк өсөн ике ҡарт һуғыша яҙғансы талашҡайны. Ҡарауы ҡурҡыныс, күҙҙәренә ҡан һауған, таяҡтар-ын болғап, хәтәр һел­тәнәләр. Шунан аҙаҡ унда барыуҙан ни фәтүә. Замана... Нәҫ баҫты йә­шәйеште, кешеләр бөлә, шуғалырмы бер-береһен ашап алып баралар. Яҡындағы аш­хананан тәмле еҫ тарала. Үтеп-һүтеп йөрөгәндәр уны тоймайҙыр ҙа әле, уны һиҙер өсөн эт бул­ырға кәрәк. Ас эт...

   Кәнтәй ҡый һауытының ҡаҡлан еренән ел өрмәгән яғына сығып бөгәрләнеп ятты ла моронон сатына йәшереп, тәпәйҙәре менән ҡапланы. Былай йылыраҡ. Ау­ыҙ­ына ҡара һыу эркелде, ҡалтырауҙан тештәре шаҡылданы, тамаҡ төбөнән өр­өүгә тартым «Ы-ы-ы-ыһ...», тигән өн сыҡты. Өрөүҙе онотто күптән. Кемгә өрә­һең, һаҡлар хужаң, ҡурсалар мөлкәтең бармы? Хәтерләй, көсөк сағында әле килеү-селәрҙең ҡотон алып ҡаршыларына абалап сыға торғайны. Күҙҙәре яна, ҡойроғо юғарыға сөйөлгән, ҡурҡытырға теләп, тырнаҡтарын батырып, туҙанды сапсып-сапсып алған була. Шөрләйҙәр, ҡапҡа төбөндә икеләнеп туҡталалар, өйҙәгеләргә һөрәнләйҙәр. Хужаһы баһаһын белеп, ашыҡмай ғына сыға ла уға өндәшә: «Аҡ-бай, тыныслан, марш ояңа, минең дуҫтарҙы танымай башланыңмы?» Уға шул һүҙ ҙә еткән, бара һалып хужаһының итек ҡуңыстарына ышҡына, мөлдөрәтеп юғарыға ҡарай, ҡунаҡты  мөр­хәт­һенмәүен күрһәтеп, шикле ырылдап ҡуйырға ла онотмай. Тиҙҙән сеүәтә сығ­а­р­а­саҡ­тар, тоҙлоҡло һурпаны ялап кинәнгәндән һуң, күҙ-ҙәрен йомоп, кетерҙәт­еп татлы һөйәк ким­ер­әһең. Бәхетле көндәр гел генә шулай дауам итер һымаҡ ине лә бит...                                                            

Бер көн өйҙәгеләр, ҙур машиналар килтереп, әйберҙәрен тейәргә кереште. Инеп-сығып йөрөгән таныш түгел әҙәмдәргә өрөп маташҡайны-ма­т­а­ш­ы­у­ын, һуңынан ҡаршылашыуҙың файҙаһыҙлығын төшөнөп күләгәгә барып һуҙылып ятты. Тигенгә түгел был: ошоғаса гел өйгә ташы ла хәҙер килеп көтмәгәндә шулай ҡылан. Сәйер. Аҙыр­аҡ­тан һиҙенде - күсенәләр. Кешенең тинтәклегенә, тапҡанына ҡәнәғәтләнә белмәү­е­нә иҫе китә. Хужаһы ла бит бик оҙаҡ ҡайҙалыр юғалып торғандан һуң ҡайт­ып инә лә тырышып-тырмашып өйөнә нимәләрҙер ташырға керешеп китер ине. Алып ҡайт­­­ҡа­ны ғына етмәйме икән ни? Ана бит  ихатала  ла  аяҡ баҫып торорлоҡ урын ҡал­маны, тыңҡыслап тултырҙы һәммәһен. Сит-яттар күр-мәһен, тигәндәй, донъя­һын бейек таҡта ҡойма тартып уратып, урыҫ ҡапҡаһы эшләп ҡуйҙы. Бына хәҙер шул йыйған мөлкәтен туҙҙырып китә. Бәхетһеҙ булып китә... Алтын тауҙар эҙләп, донъя ҡыуып китеүселәр биниһая. Ниңә шул саҡлы нәфселеһең һин, кеше? Ҡасан да булһа  тапҡаныңа риза булып, ҡапҡаныңа шөкөрана ҡыла белерһеңме икән?  Иш­ет­кәне бар, эттәр араһында ла бар икән ундайҙар. Бүреэт тиҙәр ундай­ҙар­ҙы, бүре лә түгел, эт тә түгел, урман менән кеше йәшәгән торлаҡ араһын ҡыҙ­ырған  йән эйәләре  инде шунда. Бүреэткә ҡайҙа көн итһә лә ба­р­ы­бер, тамағы ғына туй­һын. Уның шыпа ла ошо йортто, үҙҙәренән өс-дүрт өй арыраҡ йәшәгән Һорланды таш­лап, ҡайҙалыр урманға олаҡҡыһы килмәй. Бында урман юҡ-юҡлыҡҡа. Ҡола ял­ан­да уларҙың ауылы. Уның ҡарауы, оҙон торбалары күккә олғашып төтөн бөрк­кән, төрлө машиналар мыжғып торған, төндәрен диңгеҙҙәй уттарын балҡытҡан ҙур ҡала эргәлә генә. Барып урағанда мәр­әкә булыр ине, тип уйлап та ҡуя ҡайһы саҡ. Тыйыла. Уға көнө-төнө ят күҙҙәрҙән ошо өйҙө һаҡларға кәрәк. Уның төп бурысы шул.

Бына хужа мәшәҡәттәрен осланы ла ҡалғандар машиналарға ултырышып бөт­кәс, эргәһенә килде. Шуны ғына көтөп ятҡанлыҡтан уға һырпаланды.  Тегеһе иркә­ләп ҡолаҡ һыртын тырнаны, арҡаһынан һыпырҙы, муйынсаһынан эләктерҙе.

       - Ҡуҙғалайыҡ, китәбеҙ бит. Ни хәл итәһең... Рәсимә бында ҡала.

        Етемһерәп торған өйгә, бушап ҡалған ихатаға, йәйге эҫелә аунарға яратҡан солан ышығына, тиҫтерҙәре менән ҡыуышып уйнаған урам буйына ҡайырылып ҡараны... Һәм ҡапҡалары ауыҙында уның яғына мөлдөрәп ҡарап ултырған Һорлан­ды күрҙе. Барыһын да һуңғы тапҡыр күреүе бит уның, көн дә арҡырыға-буйға йүгер­гелә­гән тыуған ерендә һуңғы тапҡыр баҫып тороуы. Тәне зымбырҙап китте, йөрәге әрнене. Ул ырылдай-ырылдай тартҡылаша башланы, тимерҙәй ҡаты бармаҡтар муйынсаны ыскындырмағас, янтайып йөнтәҫ беләкте тешләне.

       - А-а-ай, инәңде! Аҫыраған эт эйәһен тешләй!..

Бушаңҡыраған ҡулдан ысҡынғанды ла бар көсөнә картуф баҡсаһы яғына ҡарай сапты.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас