АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
12 Июнь 2023, 07:00

БӘХЕТЕМДЕ ҮҘЕМ ЮҒАЛТТЫМ

Егерме йыл элек булған ваҡиға был. Тормошом бер көн эсендә һис уйламаған яҡҡа боролоп китте. Ул көндө алты йыл бергә йәшәгән ҡатыным минең хыянатымды белде. Уға ҡәҙәр ҙә ситкә йөрөгәнем булғайны, әммә тотолмағайным.

БӘХЕТЕМДЕ ҮҘЕМ ЮҒАЛТТЫМБӘХЕТЕМДЕ ҮҘЕМ ЮҒАЛТТЫМ
БӘХЕТЕМДЕ ҮҘЕМ ЮҒАЛТТЫМ

Егерме йыл элек булған ваҡиға был. Тормошом бер көн эсендә һис уйламаған яҡҡа боролоп китте. Ул көндө алты йыл бергә йәшәгән ҡатыным минең хыянатымды белде. Уға ҡәҙәр ҙә ситкә йөрөгәнем булғайны, әммә тотолмағайным. Был көндө көн болотло ине, кискә табан ямғыр яуҙы. Һөйәркәм йәшәгән ауылда юл  насар ине, бата-бата сыҡтыҡ та, асфальтта минең машинаны ҡайҙалыр ситкә алып китте. Бер нисә метр әйләнә-әйләнә барҙыҡ та, унан юл ситенә барып төштөк, бағанаға бәрелдек. Шулай итеп, бар кешегә фаш булдыҡ. Икебеҙ ҙә баш менән бәрелгәнбеҙ, туп-тура дауаханаға алып киттеләр. Йөрөгәнемде ҡатын һиҙгәндәй була ине тәүҙә, әммә тотҡаны булмағас, артығын өндәшә алманы.

Дауаханаға бер генә килде ул. Палатала ятырға уңайлы кейемдәремде, кәрәк-яраҡты сумкаға тултырған да шәфҡәт туташы аша тапшырған, үҙе яныма инеп тә торманы, хәлемде лә белешмәне.

Һауығып сыҡҡас та айырылыштыҡ. Ул үҙен бик ҡаты тотто. Ғәфү үтенеп тә ҡараным, “Бүтән улай йөрөмәҫмен”,--тип тә вәғәҙәләр бирҙем, тик ул ишетергә лә, күрергә лә теләмәне. Өс йәшлек ҡыҙыбыҙ хаҡына ғәфү итер тип өмөтләнгәйнем дә, килеп сыҡманы.

Унан бер нисә ҡатын менән йәшәп ҡараным. Әммә береһе менән дә тора алманым. Сихырланған кеүек ғаиләгә дәртем бөтә лә ҡуя. Ҡатындарҙы ғәйепләмәйем, үҙемдә ғәйеп. Йәш барған һайын хатамды нығыраҡ аңланым. Тәүге йәр Хоҙайҙан, тип бушҡа әйтмәйҙәр икән. Башҡа ҡатындар менән дә арыу йәшәнек, буғай, тик тәүгемде онота алманым, күңелем уға тартылды. Бәхет ҡошомдо үҙем ҡулдан ысҡындырҙым...

Ф.Миңнуллин, 50 йәш.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас