АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
31 Ғинуар 2023, 09:10

ИҪЕРЕК ҠАТЫН

Марат бөгөн айыҡ ҡайтты. Ғәҙәттә ҡайтыуына ҡатыны өйҙә була, ашарға әҙерләп ҡуя. Бөгөн Светаһы юҡ ине. Эштә тотҡарланалыр тип уйланы ла, һыуытҡыстан бер киҫәк колбаса алып, диванға ултырып телевизор ҡабыҙҙы. Унда суд ултырышы тураһында тапшырыу бара ине. Иҫе китеп шуны ҡарап, сәғәт ырағанын да һиҙмәй ҡалды. —Света һаман юҡ та баһа,—тип уйланы ла шылтыратырға  тотондо. Яуап биреүсе булманы. Эшенә шылтыратырға булды. Ҡатыны менеджер булып эшләй ҡайҙалыр, реклама буйынса шикелле. Марат йүнләп уның эшен һорашҡаны ла, ҡыҙыҡһынғаны ла юҡ бит. Эш телефонына әллә нисә итте. Әллә бишенсе, әллә алтынсы ҡат иткәс, берәү алды:

ИҪЕРЕК ҠАТЫН
ИҪЕРЕК ҠАТЫН

 

Марат бөгөн айыҡ ҡайтты. Ғәҙәттә ҡайтыуына ҡатыны өйҙә була, ашарға әҙерләп ҡуя. Бөгөн Светаһы юҡ ине. Эштә тотҡарланалыр тип уйланы ла, һыуытҡыстан бер киҫәк колбаса алып, диванға ултырып телевизор ҡабыҙҙы. Унда суд ултырышы тураһында тапшырыу бара ине. Иҫе китеп шуны ҡарап, сәғәт ырағанын да һиҙмәй ҡалды.

—Света һаман юҡ та баһа,—тип уйланы ла шылтыратырға  тотондо. Яуап биреүсе булманы. Эшенә шылтыратырға булды. Ҡатыны менеджер булып эшләй ҡайҙалыр, реклама буйынса шикелле. Марат йүнләп уның эшен һорашҡаны ла, ҡыҙыҡһынғаны ла юҡ бит. Эш телефонына әллә нисә итте. Әллә бишенсе, әллә алтынсы ҡат иткәс, берәү алды:

—Нимә итәһегеҙ ҙә итәһегеҙ. Бөтә кеше күптән эштән ҡайтып бөттө. Етмәһә, йома көнө иртә сыҡтылар. Мин һаҡсы,—тип әрләп һалды берәү, Марат ауыҙын да асып өлгөрмәне.

Ысынлап та һуң шул. Был ваҡытта кем эштә булһын? Марат ҡәйнәһенең, унан балдыҙының, унан Светаның әхирәтенең номерын йыйҙы. Берәү белмәй. Аптырағас, дауаханаға шылтыратты. Унда ла ундай кеше юҡ. Полицияға иткәйне, улары: «Ҡайтыр әле, беҙ өс көн үтмәйенсә берәүҙе лә эҙләмәйбеҙ»,—тип ҡуйҙы.

Марат тамам аптыранды. Тағы ҡайҙа барыуы ихтимал һуң? Шул саҡ ишекте кемдер аса алмай аҙапланыуын ишетте. Барып асып ебәргәйне быға тиклем бөхтә кейенеп, биҙәнеп кенә матур йөрөгән Светаһы сәсе туҙрап, аяғында саҡ баҫып тора ине.

—Нимә аптырап тораһың? Кәләшеңде танымайһыңмы әллә? Хаха,—Света яңғыратып көлөп ебәрҙе лә аяҡ кейенеп саҡ сисеп диванға барып ауҙы.

—Ни ҡыланыуың, Света? Ҡайҙа булдың?

—Ә нимә? Гел һиңә генә эсеп ҡайтырғамы? Рәхмәт әйт бөгөн ҡайтҡанға! Һин эсһәң, тәүлек ҡайтмайһың әле!

—Ҡайҙа йөрөнөң? Мин бөтәһенә лә шылтыраттым. Әхирәтеңдә лә юҡ инең!

—Аптыратма, Ринат! Мин арыным, йоҡлайым.

—Нимә?Кем тинең? Ниндәй Ринат? Үлтерәм мин хәҙер һине,—Марат енләнеп Светаға яҡынланы.

—Нимә? Иҫерек бисәне туҡмайһыңмы? Туҡма, әйҙә, туҡма!

—Ниндәй Ринат тим мин һиңә?

—Ниндәй ниндәй...Бер ниндәй ҙә! Һеҙ ирҙәр бөтәгеҙ ҙә бер ниндәй ҙә! Эшкинмәгәндәр... Торма, әйҙә, һорау алып. Лучше сисендер ҙә юрған яп.

Марат енләнеп, Светаға юрған менән яҫтыҡ ырғытты ла бүлмәнән сығып китте. Иҫерек ҡатын менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ икәнен белә ине. Аш бүлмәһенә барып сәй ҡуйҙы ла уйға ҡалды. Был Света ғүмере ҡыланмағанды ҡылана бит. Нимә етмәй уға? Бала тап тиһәң, «Һиңә ышаныс юҡ, бер көн өйҙә йүнләп тормайһың, бала тапһам яңғыҙым ҡалыуым бар»,—ти.

Өйгә ҡайтыуыңа тамаҡ әҙер булмаһа, ҡыйын икән. Астың асыуы яман тигәндәй, Марат асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәһә лә түҙҙе. Йән йәрең иҫерек ҡайтып, юҡ-бар һөйләп ултырһа ауыр икән. Ә Света уны шулай ике йыл түҙә бит. Бығаса ирен һылап-һыйпап тәмле ашатып торған ҡатынына иғтибар ҙа итмәгән. Туҡта, Илдарға шылтыратырға кәрәк.

—Алло, Илдар, сәләм!

—Сәләм! Ни булып китте? Ниңә һуң шылтыратаһың? Сәғәткә ҡара. Етмәһә иртәгә таң менән балыҡҡа сығабыҙ тип һөйләштек, иртә торорға кәрәк.

—Юҡ, Илдар, мин иртәгә бара алмайым.

—Нисек бара алмайһың? Килешеп бөттөк бит. Таң менән балыҡҡа. Кис саунаға.

—Юҡ, саунаға ла бармайым. Иртән минең эштәр бар. Кис Света менән кинотеатрға барабыҙ.

—Ну, ярар, үҙең ҡара,—тип Илдар телефонын һүндерҙе.

 

Был мәлдә Света ипләп кенә иренең һөйләшкәнен тыңлап ята ине. «Спектакль килеп сыҡты шикелле. Ролемде яҡшы уйнаным»,—тип йылмайҙы...



фото интернеттан.

Автор:Резеда Валиева