АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Ғинуар 2023, 16:13

Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Аҙағы.)

 - Бәпесем тыуған ерен, беҙҙе, яҡындарын ҡурсып сит ерҙәрҙә хәбәрһеҙ юғалды. Көтмәгәндә ҡайтып инерен көн һайын, сәғәт һайын көтәм. Йөрәкте һыҙған, йәнде һурған ҡыҫыр өмөттән дә ауыр нимә юҡтыр. Уны һеҙгә татырға яҙмаһын балалар... Тыуған илегеҙҙе һаҡлағыҙ бергәләп. Тыныс шарттарҙа. Яуҙа баштарын һалған яугирҙарҙы онотмай, улар хаҡында йырҙар йырлап!  

Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Аҙағы.)
Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Аҙағы.)

     Урамға сыҡһам әмәлгә баҡҡандай үрге яҡта йәшәгән улының хәлен белеп Ғәлимйән олатай ҡайтып килә.

       - Һаумыһығыҙ, олатай!

       - Һаумы, улым! – уң аяғына аҡһаған һуғыш ветераны туҡтаны ла ауыр уйҙарынан арынғандай итеп минең тарафҡа һирпелде. – Ниндәй билдәләр алып уҡып йөрөйһөң әле?

       - Һәйбәт билдәләр!

       - Бына быныһы арыу, белемһеҙ берҙе йыҡҡансы, зиһенле унды йығыр!

       - Раҙианан бөгөн кансирт ҡуябыҙ, олатай, мин йырларға булдым! – Телемде ҡысытҡан яңылығымды әйттем.

       - Ниндәйерәк йырҙы яңғыратырға иҫәбең?

       - “Шайморатов генерал”ды!

       - Шайморатов?! – Олатай яңылыш ишетмәнемме икән, тигәндәй ҡабатлап һораны. – Мин бит уның дивизияһында һуғыштым, Берлинғаса барып етеп дошманды дөмөктөрҙөк. Ә Шайморатов Украина ерендә башын һалды, шунда ятып ҡалды, ҡыйыу, батыр, ҡаһарман командир ине, уны беҙ оноторға хаҡыбыҙ юҡ... Йырлайһың икән, ысын шайморатовса итеп йырла, йәме, улым?!

       - Һин әйткәнсе эшләрмен, олатай!

       Бала саҡта тәпәй баҫҡан ауылың, ауылыңды уратҡан урман-ҡырҙар  оло бер ғаләмгә тиң бит инде ул, үҙе бер донъя, шулай итеп йәнемде ҡымырйытҡан яңы-лығымды бар ғаләмгә таратып һөйөнсөләп бөттөм. Барыһы ла тыңларға әҙер, тотошо ла минең яҡлы. Тимәк, сығышым уңышлы сығасаҡ.

       Билдәле ваҡыт етеп, әҙерләгән кейемдәремде кейеп, билемә ҡылыс тағып, яурыныма мылтыҡ аҫып, ҡайышыма алтатар ҡыҫтырғас һәр хәрәкәтемде күҙәтеп ултырған әсәйемә өндәштем:

       - Мин киттем, әсәй!

       - Өҙәрем сәфәргә ҡуҙғалғандай йыйындың, әҙерләндең, балам! Яуға бар-ыуың уйын рәүешендә генә ҡалһын инде, атайың да бит түбән яҡта йәшәгән Ғәлимйән олатайың ише Шайморатов дивизияһында һуғышҡан, эскадрон команд-иры булған. Ә йырлауыңа килгәндә радионы бар тауышына асып ултырырмын, уңыштар һиңә!

       Ауылдың урта төшөндәге ҙур булмаған йорт ҡап уртанан ҡара күк төҫкә буя-лған ҡалын таҡта менән бүленгән, бер яғында почта бүлексәһе, икенсе яртыһында радиоузел. Ауыл ҡыҙырып һуңлаңҡырап кителгән, мин барыуға йыйылып бөткәндәр ине инде. Тауышланырға ярамағанлыҡтан тып-тын ҡалып бирге яҡта өйкө-лөшкәндәр. Ваҡыты еткәс уларҙы төпкә берәмләп үткәрәсәктәр. Әле унан Оморҙаҡ ағайҙың көр тауышы яңғырап ишетелә, тимәк, ул сығышын башлаған. Пионервож-атый Фәрхәнә апай яныма килә һалып етте лә уҫал  бышылданы:

       - Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса, иң беренсе һинең йырыңды ҡуйғанбыҙ! - Өҫ-ба-шыма күҙ атты. - Был ниндәй кәмит, маскарад тағы?

       - Һуң, йырларға тип килдем!

       - Кейенеп-яһаныпмы? Ул бит радионан күренмәй, хәҙер үк сисен!

       Оморҙаҡ ағай сығыш яһап бөтөп сығыу менән Фәрхәнә апай мине ҡорал-һыҙландырырға тотондо; мылтыҡ, алтатарымды бер яҡ ситкә һалды. Бишмәтем яу-рындарына тегелгән погондар һүтелгәйне әсирлеккә төшкән яугиргә оҡшаным да ҡалдым. Кәйеф китте, танауымды мырш-мырш тартып киреләнергә иттем:

       - Әй, йырлағым килмәй... Ҡайтам...

       - Нишләп?!

       - Сей йомортҡа эскәйнем бая, һыуыҡ ине, тамағым әсеттереп тора...

Пионервожатый көйһөҙләнеүемдең сәбәбен шундуҡ һиҙеп алып мылтыҡ-алтатарымды ике ҡулыма тотторҙо ла ишекте асып эс яҡҡа ҡарай этте:

       - Һылтауын табып ҡына тораһың инде, бар!

       Ҡаршы яҡ стена ҡырындағы өҫтәлгә экранына әллә ниндәй һандар яҙылған, эсендә лампочкалары йызлаған, сымдарға тоташтырылған ике йәшник урынлаш-тырылған, ҡап-уртаға тояҡтарға беркетелгән микрофон ҡуйылған. Ике ултырғыс. Эскә үткәндәр өсөн яуаплы  уҡытыусы Сәриә еңгәй шуларҙың береһенә ултырырға ҡушып ымланы ла сығышымды иғлан итте:

       - Заһир Исмәғилев музыкаһы, Ҡадир Даян шиғыры - “Шайморатов генерал”. Башҡара өсөнсө класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Хәйҙәр Тапаҡов.

       Алдынғыһы тине, ударнигы тимәне, шул арифметика сей елкәгә тейә, ҡәһәрең, сирек һайын фәҡәт шунан “өслө” сыға ла ҡуя. Яратмайым шыпа теүәлләүҙәрҙе: ҡушыу-алыу, ҡабатлау-бүлеүҙе. Эх, иҫәпләүҙәрҙе белмәгән, хисаплауҙарҙы һанға һуҡмаған дәүләттә йәшәргә ине!

       Ошоғаса миңә бер кем дә улай килештереп һүҙ бирмәгәс яңы ҡапҡаға ҡарап тызырайған аңра бәрән рәүешендә аптырандым да ҡалдым.

       - Йә! - тине Сәриә еңгәй. - Ауыҙыңды микрофонға ныҡ яҡын килтермә, тын-ыуың мембранаға һуғылып шытырҙатыр!

   Ҡурҡам шул микрофон тигән нәмәнән. Тауыҡ йомортҡаһынан ары китмәгән тимерҙе алдыма килтереп ҡуйһалар тамағым кибә, быуындарым тотмай ҡал-сылдай, сәбәпһеҙҙән күҙ алдарым ҡараңғылана ла китә.

       - Башла, тим бит...

       - Нимәне?

       - Йырҙы...

       - Ҡайһы еренән?

       - Баштан...

       - Ҡурҡам бит әле!

         Сәриә еңгәй микрофонды алыҫайтып ниндәйҙер төймәһенә баҫты, моғайын да тауышын ваҡытлыса һүндергәндер.

       - Ебегән! Үҙең ниндәй шәп йырҙы һайлағанһың! - Уҡытыусы яһил ҡылана. – Шайморатовсыларҙың исемен һатаһың!

       - Минме?!

       - Һәр хәлдә мин түгел инде!

Күҙ алдыма ҡылыстарын болғап дошман танкыларына ынтылған ҡыйыу яугирҙәр килеп баҫты. Иң алда ҡашҡа атына атланған атайым йомолоп саба, артынан бер тотам ҡалмай Ғәлимйән олатай. Һыбайлылар шул мәлдә моғайын да ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгәндәрҙер, күҙ алдарында тыуған ер, яҡындары торғандыр. Ә мин?! Ҡайһылай ҙа оят!

       - Тоҡандырығыҙ микрофонды хәҙер үк. Ныҡ итеп ҡысҡырып яңынан иғлан итегеҙ! Хәйҙәр Тапаҡов был йырын ауылдың барлыҡ ветерандарына бағышлай, тип тә өҫтәгеҙ! – Ныҡлы ҡараға килгәнемде белгертеп ҡоралдарымды өҫтәлгә һалдым.

       Дошман амбразураһы алдында торғандай турайып баҫып, ҡоластарымды йәйеп ебәреп, теге саҡтағылай радиоузелды дер һелкетеп йырлап ебәрҙем:

 Башҡорттар китте һуғышҡа...

Ошо юлдарҙы йырлағанда өҫтәлгә һуғырға, аяҡтарҙы тыпырҙатырға ярам-ағанлыҡтан йоҙроҡтарымды ҡаты итеп төйөп, быйма эсендәге бармаҡтарымды йыбырлатып, күҙҙәремде хәтәр осҡонландырып ебәрҙем. Бәйгелә сабып барған ат-тай тулаған, дөбөрҙәгән йөрәгем тибешен, тыңлаусылар арауыҡ аша булһа ла иш-еткәндәрҙер, һис шикһеҙ ишеткәндәрҙер.

 Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай

 Һинең улдарың Урал;

 Шулар менән дошман ҡырҙы

 Шайморатов генерал.

Йырлап бөттөм дә сират көтөүселәр араһына сыҡтым. Фәрхәнә апай маҡтап ҡуйҙы:

       - Шәп башҡарҙың, радио тыңлаусыларҙың заявкаһы буйынса ойошторолған концертта ла ҡатнашырһың былай булғас, уны һин үҙең генә йырлап йөрөмә, башҡаларға ла өйрәт, йәме?

Өйрәтмәгән ҡайҙа өйрәттем: уръяҡ, урта тош, түбән яҡ малайҙарына. Һуғыш уйынына йыйылһаҡ уйынды “Шайморатов генерал”дан башлайбыҙ.

       Бер көн йырыбыҙҙы түбәнге оста йәшәгән Райхан инәй ишетеп торған. Уның улы яу  ҡырында ятып ҡалған, тип һөйләйҙәр. Бына ул тыңлап бөттө лә үҙ алдына һөйләнгәндәй былай тине:

       - Бәпесем тыуған ерен, беҙҙе, яҡындарын ҡурсып сит ерҙәрҙә хәбәрһеҙ юғалды. Көтмәгәндә ҡайтып инерен көн һайын, сәғәт һайын көтәм. Йөрәкте һыҙған, йәнде һурған ҡыҫыр өмөттән дә ауыр нимә юҡтыр. Уны һеҙгә татырға яҙмаһын балалар... Тыуған илегеҙҙе һаҡлағыҙ бергәләп. Тыныс шарттарҙа. Яуҙа баштарын һалған яугирҙарҙы онотмай, улар хаҡында йырҙар йырлап!

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков