Әҙәби мѳхит
15 Декабря 2022, 14:00

МӨҒЖИЗӘ

Ул тәҙрә янындағы карауатында ятып тын ғына күкте күҙәтте. Яратмай йәкшәмбене! Яңғыҙлыҡтан эсе бошто. Уның менән бер палатала ятҡан малай болоттар янына күсте. Ә бәлки тиҙҙән ул да шунда китер...Юҡ, яман диагнозы уны ҡурҡытмай, ә бына яңғыҙлыҡ... Ауыр, күңелһеҙ. Көндөҙ еңелерәк ине. Табиптар, ата-әсәһе... Дауахана янынан үтеүселәр...Һибәләкләп кенә яуған ҡар...Быларҙың барыһына ҡарап ул онотолдо, уларҙы күҙәтеп төрлө уйҙарға сумды. Ә әле ул яңғыҙ. Шым ғына илап та ала. Күңеленең төпкөлөнән һиҙә: ул да тиҙҙән болоттар араһындағы илаһи донъяға китәсәк...

МӨҒЖИЗӘМӨҒЖИЗӘ

Был ваҡытта Илдарҙың ата-әсәһе улдарын ҡотҡарыу өсөн барыһына ла әҙер ине. Тик бына ваҡыт, бармаҡ араһынан ҡойолған ҡом кеүек, бик тиҙ үтә. Дауаланыуға кәрәкле сумманы йыйып ҡына булһасы! Бер нисә миллион. Уны ҡайҙан алмаҡ кәрәк? Фондтарға мөрәжәғәт итеү, телевидение аша тапшырыу әҙерләү ҙә ярҙам итмәне. Сумма йыйылмай.

Бәл мәл уның ата-әсәһенә шылтыраттылар. Ирекмәндәр икән. Улар тиҙ арала фондҡа килеүҙәрен һораны. Барҙылар. «Аҡса бар. Улығыҙ йәшәйәсәк!» тинеләр. Ата-әсә көтөлмәгән шатлыҡлы яңылыҡҡа ышанмай ҡараны: «Бөтә сумма тулыһынса йыйылдымы?» Ирекмәндәр әйтеүенсә, аҡса биреүсе аноним ҡалыуын теләгән. Бер кем дә ул кешене белмәй ине.

Изге йөрәкле кеше— алыҫ себер тарафтарында йәшәүсе шахта директоры. Ҡасандыр уның  Илдар йәшендәге улы ошондай уҡ сиргә дусар булған, тик дауаланыуға барып етә алмай юл фажиғәһендә һәләк булған. Шахта директоры телевидение аша сюжет күреп, коллегаларын йыйып хәлде аңлатҡан.

—Һеҙ барығыҙ ҙа улымды юғалтыуымды беләһегеҙ. Ҡатыным башҡа бала таба алмай. Минең улым да сюжетта күрһәтелгән Илдар кеүек кенә малай ине. Барығыҙға ла үтенәм: ярҙам итәйек. Ҡыш—мөғжизәле миҙгел. Етмәһә, тиҙҙән Яңы йыл. Малайға ғүмер бүләк итәйек. Мин үҙемдең айлыҡ эш хаҡымды күсерәм. Ә һеҙ үҙегеҙ ҡарағыҙ, кем күпме бирә ала? Әлбиттә, мин һеҙҙән талап итмәйем. Теләгегеҙ булһа, реквизиттар бухгалтерияла. Барығыҙға ла алдан рәхмәт белдерәм!—тип йыйылыш бүлмәһенән сығып китә.

Бер аҙҙан предприятие бухгалтеры бөтә коллектив бер айлыҡ эш хаҡын күсерергә риза булғанын әйткәс, директор ғәжәпкә ҡалды. Хатта етәксе илап ебәрҙе. «Минең коллективта оло йөрәкле кешеләр эшләй. Кеше проблемаһына вайымһыҙ ҡала белмәгән ысын КЕШЕләр эшләй»,—тип шатланды һәм барыһына ла эш хаҡының 100 проценты дәүмәлендәге премия түләргә тип приказ сығарҙы. Был аҡса предприятиеның фондында ята ине, уға улар балалар майҙансығы төҙөргә тейеш булған. Майҙансыҡ ҡасан да булһа булыр, ә малай йәшәргә тейеш!

Коллектив премия алды. Малай ҡотҡарылды.

Бер аҙҙан шахта директорының ҡатыны өйөнә йәшләнгән күҙҙәр менән ҡайтып инде.

—Нимә булды?»—тип ҡаршы алды ир.

—Ҡәҙерлем! Ышанаһыңмы, юҡмы: мин ауырлы! Беҙҙең игеҙәк балаларыбыҙ буласаҡ!

—Нисек? Табиптар булмай ти ине лә баһа,—тип ир ҡыуаныу ҡатыш аптыраны.

—Табиптар үҙҙәре лә аптырай. Был мөғжизә, тинеләр.

Шул саҡ директор аңланы: кешеләрҙе, тирә-яҡты яратырға кәрәк. Ысын күңелдән! Яратҡан кешенең йөрәгендә бары тик изгелек кенә ята. Ә илаһи көс изгелеккә баһаһын бирә белә...

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас