АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
14 Ноября 2022, 07:15

Көслөләрҙе яратмайҙар

- Көслөләрҙе яратмайҙар — улар буйһонмай, улар менән идара итеп булмай.

Көслөләрҙе яратмайҙарКөслөләрҙе яратмайҙар
Көслөләрҙе яратмайҙар

- Көслөләр нимәгә лайыҡлы икәнен белә һәм шуға ынтыла. Уларға кеше фекерен көсләп тағып булмай.

- Көслөләр бысраҡһыҙ, яһалмалыҡһыҙ, шаштырыуһыҙ йәшәргә һәм бер нимәгә ҡарамай бәхетле булырға теләй.

- Көслөләр яҙмыш һөжүмен, хыянатты, күңел һыҙланыуҙарын яңғыҙы үтеп сыға ала. Был яраларҙы улар аҡыл һәм тәжрибәгә әйләндереп, йөрәктәре ҡатмай, тормоштан һаман кинәнес табып, күңелендә наҙ, һөйөү хистәре һаҡлап йәшәүен дауам итә.

- Көслөләр дөрөҫ, намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәй, үҙ яҙмышына зарланмай, башҡаларҙы йәшәргә өйрәтмәй, үҙҙәрен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй.

- Көслөләр үҙ йөктәрен кеше иңенә күсермәй, әйткән һүҙҙәре һәм ҡылған эштәре өсөн яуап тота белә, ҡолаһалар, ғәйепте үҙендә эҙләй, хаталарынан һабаҡ ала белә һәм башҡа ҡабатламаҫҡа тырыша.

-Көслөләр бер тапҡыр һәм кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа китә белә. Уларҙың хистәрен, холҡон һәм сабырлығын һынамағыҙ — үҙегеҙ һынырһығыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас