Әҙәби мѳхит
31 Октября 2022, 12:15

Күңелдәрҙе нурланы “йәйғорло” кисә

Көндәр яуынға тартып, былай ҙа һуңғы ваҡытта илдә барған хәл-торошто уйлап, болоҡһоп йөрөгәндә, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан апай Ғарипова менән осрашыу ҡара болоттарҙы йыртып сыҡҡан таң Сулпанылай, төшөнкө кәйефтәрҙе күтәреп, күңелгә әйтеп бөтмәҫлек рәхәтлек, йылылыҡ өҫтәне, рухты нығытты, киләсәккә өмөт уятты.

Күңелдәрҙе нурланы “йәйғорло” кисәКүңелдәрҙе нурланы “йәйғорло” кисә
Күңелдәрҙе нурланы “йәйғорло” кисә

Теүәл ваҡытында ғына башланып китте был матур сара Билал ауыл китапханаһында. 1 көн алда ғына инеп сыҡҡанда, ремонт эштәре бара,  китапханасы Райхана Эдуард ҡыҙы төпкө бүлмәлә китап-журналдарға күмелеп, инвентаризация эше менән мәшғүл ине, ҡай арала рәтләп, йүнәтеп тә өлгөргәндәр, уҡыу залы ялт итеп тора, өҫтәлдәр төркөмләп, һәр жанр буйынса ултыртылып, тәғәйен кешеләр үҙ урындарына урынлашҡандар ине. Тәүге баш һүҙҙе һөйләү хоҡуғын “Хикәйәләр”төркөмөнөң етәксеһе, мәғариф ветераны Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы алды. “Ни өсөн бүлмәлә яҡты, күңелле? Сөнки уны Таң йондоҙо-Таңсулпан нурлай.Исеме есеменә тап ҡына килеп торған халыҡ яҙыусыһы, Ирәндек тауы аша күрше Күсей ауыл ҡыҙы -Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына һоҡланып туя алмайым, уның ижады менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып барам, яратып уҡыйым.Бына минең ҡулымда яҙыусының тәүге китабы- “Ялан сейәләре”.Унда сейәне мөхәббәт билғеһе итеп, мөхәббәткә ғүмер буйына тоғро ҡалыу, тәбиғәт менән кешенең бер бөтөн булыуы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ауыл кешеләренең тормошо тураһында һөйләнелә.Шундай ауырлыҡтар күргән саҡта ла, Гөлйыһан иренең, бирешмә, ҡәйнәһенең, донъя һиңә ҡала, туҙыратма, тигән аманаттарын тотоп, ауылдашы Зәйнулла һората килһә лә,  иренә, уның рухына хыянат итмәй. Беҙҙең хәҙерге заманға ла ауаздаш ул әҫәр.Йәки “Бал тигәнем, ыу булды” тигән хикәйәһе лә бик тетрәткес.Ире һуғышта һәләк булып, тол ҡалған, йыр-моңға маһир Бибинур Сибайға ҡунаҡҡа барып, ҡоҙасалар унан көлгән саҡта ла, ауырлыҡҡа бирешмәй, бейеүен дауам итә...Ғөмүмән, ҡайһы ғына хикәйәне алып ҡарама, барыһы ла фәһемле, мәғәнәүи, тормошсан. Ауыр һуғыш йылдарында ла ҡатын-ҡыҙҙың бирешмәй, донъя көтөүе, балаларын тәрбиәләп үҫтереүе, килен менән ҡәйнә араһындағы матур мөнәсәбәтте һоҡланып уҡыйһың. Яҙыусының теле бай, һутлы, ынйы кеүек һәр һүҙе китаптың юлы һайын ялтырап теҙелешеп ята.Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, бына мин һеҙгә күстәнәскә майланған ҡыр сейәһен килтерҙем, һалҡын ҡышта тәмләп ауыҙ иткәндә, һис шикһеҙ ул тыуған яҡтарығыҙҙы иҫкә төшөрөр. “Эйе, хикәйәмдә  тасуирланған Бибинур апай ысынбарлыҡтан алынған.Ул мине бесән сабырға ла, күбәләргә лә, ғөмүмән, эргәһендә йөрөтөп, бар эшкә лә өйрәтеп үҫтерҙе.Рәхмәт йөҙөнән хикәйәм баҫылып сыҡҡас, иң беренсе уға уҡыным, уға ул ваҡытта 65 йәш ине”-тип йомғаҡлап ҡуйҙы яҙыусы.

Артабан һүҙҙе “Романдар” етәксеһе, оҙаҡ йылдар рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән, үҙе лә шиғыр яҙыуға битараф булмаған мәғариф ветераны Ғәлиә Нурмөхәмәт ҡыҙы Искакова алды. Бөтәбеҙ ҙә яратып уҡыған “Бөйрәкәй” романына тағы ла бер күҙәтеү яһап: “Тәүҙә был роман “Ағиҙел” журналында бирелде, һәр һанын көтөп алып уҡый торғайным.Өфөгә барғанымда уның ошо урыҫса тәржемәһен “Буренушка”ны алып ҡайтып бер тынала уҡып сыҡтым.Ғөмүмән, мин ҡайҙа барһам да, китап һатып алам һәм китап бүләк итергә яратам.”-тине. “Шул урыҫса тәржемәле китапты  һораусылар күп, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа баҫылғаны юҡ.Был роман баҫылып сыҡҡас, уның дауамын һораусылар күбәйҙе. Һәм мин уны яҙҙым”-тип тиҙ арала яҙған тарихын тәфсирләп һөйләне беҙгә яҙыусы. Таңсулпан апай Ғарипованы беҙ яҙыусы, публицист булараҡ ҡына түгел, ә шәп драматург икәнлеген дә яҡшы беләбеҙ.Уның бик күп әҫәрҙәрен Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай театры яратып ҡуя. “Китмәгеҙ, торналар!” спектакленең премьераһын да тап улар сәхнәләштерә.Көнүҙәк темаға, хәҙерге проблемаларҙың береһе эскелеккә, бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙҙар эскелегенә, шул афәттең күп һәләкәткә килтергәненә баҫым яһала был трагик спектаклдә.9 класс уҡыусыһы Сулпан Шаһибалова менән Райхана Эдуард ҡыҙы сәхнәләштергән аяныслы өҙөктө күптәребеҙ күҙ йәштәре аша ҡараныҡ.

“Яҡташыбыҙ балалар өсөн дә бик күп әҫәрҙәр ижад итә. “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ” әкиәтен балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән  уҡый.Былтыр “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөүсе балалар бармаҡ геройҙары менән ошо әкиәтте оҫта итеп сәхнәләштергәйне. Әҙибәнең “ Ҡарлуғастар” китабына тупланған хикәйәләрен  дә яратып өйрәнәбеҙ”-тип һөйләп үтте башҡорт теле уҡытыусыһы З.Ф.Ғүмәрова. 7-се класс уҡыусыһы Гөлмирә Нарынбаева “Күгәрсен йыры”нда ҡырҙағы атаһын көтөп, күҙҙәрен йомоп: “Ҡайта, ҡайтмай!”-тип бармаҡтарын бер-береһенә килтереп терәгәндә, күҙ алдына хас та бәләкәй Таңсулпан килеп баҫты. Был хикәйә, ысынлап та, яҙыусының атаһына бағышланған. Атаһы тураһында Таңсулпан апай әҫәрләнеп һөйләне:ғаиләлә төпсөк бала булараҡ, гел атаһы менән бергә йөрөй, йәки яҡын кешеһенең эштән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Атаһының йәшләй генә фажиғәле үлеме Таңсулпан апайҙы иртә олоғайта, 14 йәшлек ҡыҙ бала әсәһенең төп ярҙамсыһына әйләнә. Йәйәүләп 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Түбә ауылынан көн дә мал ҡарашырға ҡайта.Ҡасан ҡайтып еткәнсе, ҡараңғы ла төшә, йәнә таңдан йәйәүләп уҡырға бара.Юлдарында бүреләр ҙә осрай, яҙғы йылға ташҡынында ла ҡала, ике яҡлап һөрөлгән баҫыу юлына төшөп, аҙашмаҫ өсөн, байтаҡ араны дүрт аяҡлап, имгәкләп тә үтә...Тал сыбыҡтай ғына ҡыҙҙың тормоштоң аяуһыҙ елдәренә, һынауҙарына бирешмәүенә хайран ҡалырлыҡ! Донъя хәстәре, ғаилә мәшәҡәттәре менән булып, ижад эшенә лә һуңлап тотона. Ҡартайған әсәһен дә үҙе ҡарап, тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата.

 “Йәйғорло ижад” тип исемләнгән кисәнең бер биҙәге - “Йырҙар” ине. Көслө тауышлы Нурғәлина Гөлшат башҡарыуында “Ҡоштар яҙмышы” йыры ошо кисәгә ауаздаш булып яңғыраны. Әҙибәнең атаһы ла бик матур, моңло тауышлы була, ул 100 йыр яҙып ҡалдыра.Таңсулпан апайҙан да беҙ йырлауын һораныҡ.Талғын ғына итеп халыҡ йыры “Ҡуңыр буға” яңғырағанда, беребеҙ ҙә тын да алмай, шул тиклем матур, моңло башҡарыуын иҫебеҙ китеп тыңлап ултырҙыҡ.Кисә һуңында Райхана Эдуард ҡыҙы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры З.В.Мортазинаға: “Һеҙҙе Таңсулпан апайҙа иң ғәжәпләндергәне нимә булды?”- тигәнгә, “Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының һөйләһә- һүҙе, йырлаһа- моңо бар.Мине иң ғәжәпләндергәне шул. Бөтә яҡтан да һәләтле, талант эйәһе ул апайыбыҙ”- тип яуап бирҙе Зилә Вәкил ҡыҙы.

Кисә тамам. Әммә берәүҙең дә тиҙ генә таралышҡыһы килмәне, кемдер әҙибә менән иҫтәлеккә фотоға төшһә, кемдер уның автографлы китабын алырға ашыҡты.Шул саҡ бөтәһен дә һиҫкәндереп, аҫҡы ҡаттан музыка яңғыраны.Баҡтиһәң, урындағы мәктәптең “Йәйғор”бейеү ансамбле етәксеһе Д.С.Әхмәтова Таңсулпан Ғарипованың һүҙҙәренә яҙылған “Һөйөү вальсы”на ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе вальсҡа төшөргән икән!Был иһә Таңсулпан апай өсөн ҙур сюрприз булды, “Минең йырым!” тип йәһәтләп үҙе лә вальсҡа әйләнергә төшөп китте.

 Йәйғорҙоң бөтөн төҫөнә мансылып, йөҙҙәрҙе балҡытҡан, күңелгә ал-ял биргән был йәнле аралашыу кисәһе хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр!

                             Илүзә ӘФЛӘТУНОВА,

                                                             Баймаҡ районы Билал ауылы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас