АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
30 Октября 2022, 16:55

Ирҙәр мөхәббәте

Сибайҙа йәшәүсе әсе телле шағир Насип Һаҡмаровтан шиғри күстәнәс.

Ирҙәр мөхәббәтеИрҙәр мөхәббәте
Ирҙәр мөхәббәте
❤Ирҙәр «мөхәббәте»

Минең б/у-ларым байтаҡ икән,
Иҫем китеп һанап ултырҙым,
Ҡулдың бармаҡтары етмәй ҡалды,
Аяҡтыҡын ҡушып тултырҙым.

Араһында булды фырттары ла,
Булды йыуаштары, эшсәне,
Ҡайһыларын алып ҡайтыр өсөн
Артынан да булды эткәнем.

Бөтәһе лә бер иш түгелдәр шул:
Булды йомшаҡ, булды ҡатыһы.
Һәр береһе менән күпме ләззәт
Һәм шулай уҡ ҡайғы татыным.

Йөҙҙәрен дә инде онотҡанмын —
Ғәфү итсе, һүҙең бүләйем —
Тере микән, әллә үле микән,
Икәүһенә һаман түләйем.

Эҫенеп тә өлгөрәлмәй ҡалам,
Күңел яңыһына атлыға.
Кеҫәм генә ҡайсаҡ тартҡылаша :
"Алйотланма, ҡара хаҡына!"

Теҙеп ҡуйһаң бөтәһен бер сафҡа —
Бына булыр ине "малина"...
...Эх, урамда туңып ултыралыр
Һуңғы мөхәббәтем — "Калина".

Насип Һаҡмаров.
Фотола — автор.
 
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас