АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
17 Октября 2022, 03:47

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       – Был төҙәтерлек етешһеҙлек түгел, Тайфур, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡа­за… Ҡай­һы ғына ир сәскә кеүек балҡып йөрөп тә емеш бирмәгән ағас менән көн итергә теләһен?

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

            – Сығышым менән, беләһең, Ырымбурҙанмын. Атай-әсәйем район үҙәгендә эш­лә­неләр: әсәйем дауаханала шәфҡәт туташы, атайым мәктәптә баш­ҡорт те­ленән уҡ­ыт­ты. Әйткәндәй ҡартатайым ҡаҙаҡ милләтенән, исеме – Серикбай. Йәш са­ғында Ыр­ымбурға килеп оләсәйемде тап иткән, шунан ғүмере буйы башҡорттар араһында йә­шә­гәс башҡортлашып бөткән. Быны мин үткәндә ҡаҙаҡҡа оҡшаған был, тигән һы­ма­ғыраҡ ҡарап ултырыуығыҙға яуап итеп кенә әйтеүем. Асылда был мөһим дә тү­г­ел, кешенең булмышын милләт билдәләмәй бит. Атайым ҡаҙаҡса арыу ғына һупа­ла­һа ла ба­ш­­ҡорт­са­ны һыу һымаҡ эсә, үҙе өсөн генә яҙыштырғылай ҙа. Әйт­кән­дәй беҙҙең яҡта ба­ш­­ҡорт ауылдары бик күп ул. Атайым Ыр­ым­бур юлын та­п­ай-юллай барып беҙҙең мәктәптәге балаларҙы үҙ телендә уҡытырға рөх­сәт алды ла пенсияға сыҡ­ҡа­н­ын­са шул эшен башҡарҙы. Әйтер ин­ем, теләп, кү­ңелен һалып башҡарҙы. Ул ял­ға сыҡ­ҡай­ны, баш­ҡорт теле уҡытылмай. Вәссәләм. Хәҙер ауы­лыбыҙҙа туған те­л­де бел­гәндәр юҡ кимәлендә. Ошондайыраҡ хәлдәр беҙҙә.  Миңә ҡалһа, ҡулдан кил­­һә лә уҡыуға артыҡ­лап ихласлыҡ та теләк тә бул­маны. Мәк­тәп­тән һуң шоферҙар курсын бө­т­өр­гәйнем, ра­­й­­он да­уа­ханаһына «Тиҙ ярҙам» машинаһына эшкә алдылар. Армияға ла шун­ан оҙ­ат­тылар. Ҡайтыуыма анттар, вәғә­ҙә­ләр биреп оҙатып ҡалған ҡы­ҙ­ым кейәү­гә сы­ғып ҡайҙа­лыр китеп юғ-алғайны. Аҙна-ун көн ҡаңғырып йөрөгәс, ат­ай-әс­әйҙең рөх­сә­­тен ал­ып Башҡортостан тарафтарына юл­лан­дым, ни тиһәң дә йәнгә яҡын яҡ. Ат­ай­­ҙың та­ныш­та­ры аша карьерға урын­лаш­тым, дөйөм ятаҡтан бүл­мә бирҙе­ләр, яңы «Бе­лаз» ма­шинаһына ултыртып ҡуйҙылар. Эштә­рем баш­тан уҡ ың­ғай кит­те, үҙем дә тырыш инем шул; планды ла үтәйем, квартал һайын пре­м­ия­һын да би­рәләр. Тик шул аҡсаны туҙҙырып бөтәм бит, яйы сыҡ­ҡанда эшемә зыян кил­тер­мәй байрам да итеп алына, ҡыҙ-ҡырҡын иғтибарынан да мә­х­рүм түгел­мен. Тик йөрәк буш, уны ел­кен­де­рер, йән­де ир­е­т­ерлек хис-тойғо булмағас ва­ҡытлы наҙға әүрәп, ымһынып өйлән­мәй йөрөй би­р­әм. Ҡа­т­ын-ҡыҙ хал­ҡы­на ышанысым кәмегәйне шул, шуға тор­мош ағы­ш­ы­­ ыңғайына ҡар­шы­лыҡ­һыҙ йө­ҙөп, ҡыу­томшоҡ тормошо менән йәшәлде. Шунан Йы­һа­н­иә. Уны ла ос­раҡ­лы, бәләгә тарыған мәлдә тап иттем.

       Ял көнө бергә эшләгән дуҫта ҡунаҡ булдыҡ та, ҡыҙып алғас уның еңел ма­ши­на­һына тейәлеп, һауа алыштырып елдереп әйләнергә теләгән инек тә, ҡала ситенә сы­ғыу менән беренсе боролошҡа һыймай ауҙыҡ. Иҫемә килгәндә палатала ятам, тот­ош тән һыҙлай, ҡойолоп бара, һулаҡай ая­ғымды күтәреп ҡулайламаға беркетеп уға тимер ауырлыҡ аҫып ҡуйғандар. Маңлайымды ниндәйҙер йылы ус ҡар-маған. Унан то­т­ош тәнемә аңлата алмаҫ­лыҡ йылылыҡ тарала. Ауырлыҡ менән шешеп йомолған күҙ­ҙәремде астым. Карауат эргәһендәге ултырғысҡа аҡ фәрештә-ләй ҡыҙ һаҡҡан.

            – Һеҙ кем? Теге донъялағы фәрештәме әллә?

       Ипле генә көлөү ишетәм:

            – Шәфҡәт туташы. Ә һеҙ әлеге мәлдә больницала.

            – Дуҫым ҡайҙа?

            – Дуҫығыҙҙың хәле һеҙҙекенән яҡшыраҡ. Беҙҙә ярты көн генә булды. Әле өйөндә күгәргән ерҙәрен ыуып, ҡурҡыуынан ҡотола алмай ул­ты­ралыр.

            – Ә һеҙ нишләп  бында?

            – Эштәмен, тағы ҡайҙа булайым? Мейегеҙ һелкенгән, өҫтәүенә аяғығыҙ… Бер тәү­лек иҫе­геҙ­­гә килә алманығыҙ. Үтте ауыры, бынан ары бирешмәҫһегеҙ. - Ул сығырға йыйын­ды.

            – Китмәгеҙ һылыу… Усығыҙҙы маңлайымдан алғайнығыҙ, ул ҡабаттан ауырта башланы, янымда ҡалығыҙ, ә мин ял итәйем.

            –  Коридорҙа атай-әсәйегеҙ көтә.

            –  Тағы ла инерһегеҙме?

            – Һеҙҙе ҡалдырып ҡайҙа ғына барайым.

      Атайым менән әсәйем ғауғаланып килеп инделәр ҙә хәлемдең артыҡ ҡурҡыныс түгеллеген күргәс  тынысланып яныма һаҡтылар. Апаруҡ ҡына тормош хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырғас әсәйем бошаланып һораны: 

            - Ҡасанға ҡәҙәр бына ошолайтып аҙып-туҙып йөрөргә иҫәбең? Бер килеп эйәле-башлы булырға уйлайһыңдыр бит?

            - Ғаилә ҡорорлоҡ ҡыҙҙар табып булмай, шуға йөрөй бирәйем әле, тим. – Ҡаға-һуға яуап биреп ситләтеп ҡотолорға иҫәп.

            - Ә был, маңлайыңа усын баҫып ултырған ҡыҙсы? – Атайым ишек яғына ҡайырылып эйәген ҡаҡты. – Миңә кешенең кемлеген белеү өсөн һирпелеп алыу ҙа етә, аҡыллы балаға оҡшаған. Ауыҙыңа төшкән һары майҙы был юлы ла йота алмаһаң, ҡара уны, терһәгеңде тешләргә үрелерһең дә, һуң булыр...  

       Йыһаниә менән танышыуыбыҙ шулайыраҡ килеп сыҡты. Танышыу, тип кенә әйтеү аҙҙыр, уны тәү күреүҙән үҙ иттем. Был тотош йәнде биләгән, күңелде тет-рәткән асманға ашырған ярһыу хис тү­гел ине, уның янында һил­, тыныс, әйтерһең дә ул гел генә мине ҡурсып, һаҡлап, ҡәҙерләп ян­ым­да йөрөгән. Йыһаниәнең эргәһендә рәхәт, мейене шомло уйҙар ҙа игә­мәй, иртәгәге кө­нөңдөң имен атасағына ышанаһың. Йәшерен-батырын түгел, беҙ үҙебеҙ ҙә ана шун­дай йәшеренер, ял итеп киләһе көнгә көс туплар ышыҡ эҙ­ләй­беҙ түгел­ме? Ошон­дай утрауҙары бар ирҙәр генә ҡыйыу, тәүәккәл, тау-таш ярыр көскә эйә­ләр. Йы­һа­ниә­ кис­е­реш­тәремде һиҙҙе шикелле, әммә баштағыса әҙәпле, тыйнаҡ, ипле мөғәмәләлә ҡалды, йәнәһе ауы­рыу­ҙы ҡарау, бағыу уның төп һөнәри бурысы. Дауа­ха­нанан сығыр мәлдә лә хәйерле йәшәү теләп йомшаҡ ҡулдарын һоноп оялсан йылма­йыу­ҙан ары уҙманы. Мин дә йылмайған булам, ә йө­рә­к­­те айырылырға теләмәү юшҡыны өйкәй. Дауахана күтәрмәһендә хушлаштыҡ. Кире ҡайырылырға ҡыймай тура атлап киттем, ҡыҙ мине кире саҡырыр һымаҡ. Туҡтатманы. Саҡырманы.

       Шулай билдәһеҙлектә ҡаңғырып йөрөнөм-йөрөнөм дә тәүәккәлләп, ял иткән көн ҡулыма гөл­лә­мә тотоп да­уа­ха­на­ға киттем. Дежурствоһына тап килдем алай ҙа. Йыһаниә мине да­уа­хана их­а­та­һын­да күргәс эргәмә килде лә ҡо­ро ғына өн-дәште: «Һа­у­мы­­һығыҙ. Оҙаҡ көттөгөҙмө?» Ғә­фү үтенгәндәй шулай тине лә йәнәшә­лә­п атлап китте. Ошоғаса сәскә-маҙар бүләк итеп өйрәнмәгәс гөлләмәне өндәшмәй-нитмәй Йыһаниәгә һондом. Ул да әҙәп күрһәтеп «матур», тиеүҙән ары уҙ-маны. Һиҙәм, кәйефе юҡ, йөҙө болоҡһоу.  Беҙҙән ал­ыҫ түгел урынлашҡан паркҡа боролдоҡ, шундағы ултыр­ғыстарҙың бе­ре­һе­н билә­нек. Бөгөнгө көнгә оҡшаш сыуаҡ көҙгө иртә. Һары, ҡыҙыл, көрән япраҡтар һуҡмаҡ­тар­ҙы ябып ҡабарып ята, ағастарҙан һибелгән япраҡ ямғыры туҡтамай яуа ла яуа. Бер килке шуны күҙәттек.

            – Ни өсөн көтөп алғанығыҙҙы ла, ни әйтерегеҙҙе лә алдан беләм, Тайфур, - ти­не Йыһаниә, - те­ге саҡта уҡ күрһәткән иғтибарығыҙҙан барыһын да аң­ла­н­ым. Йәш­ер­мәйем, һеҙ ҙә миңә яҡынһығыҙ. Күрәһегеҙ, йәш ҡыҙ түгелмен, утыҙ­ға еттем. Беҙҙең яҡта ундайҙарҙы ултыраҡ, тиҙәр. Хаҡлы һорау тыуа, ни өсөн ошоға ҡәҙәр үҙ донъ­ям­ды ҡора алмағанмын ик­ән?

       Көтөлмәгән яңылыҡ ишетеүҙән ҡурҡып йән тертләп ҡуй­ҙы.

            – Ишемде эҙләй торғас ҡартайып бөтөлдө, һеҙ ҙә мине көткәнһегеҙҙер. - Уйна­тып әйтеп уйымдағын һалдырҙым.

            – Бәлки. - Йыһаниәнең йөҙө яманһыу ҡалды. - Үҙегеҙ хәл итегеҙ, Тайфур… Ҡу­­наҡбаев, ихтыярығыҙға ҡуям, сөнки һеҙгә ышанам. Бер-беребеҙҙе белмәйбеҙ ҙә те­й­­ер­­лек, тик шулай ҙа ышанам. Икебеҙҙең яҙмышты хәл итегеҙ. Хәл итегеҙ, тием дә… - Йы­­һаниә әйтергәме-юҡ­мы, тигәндәй тынып ҡалды, шунан тамағы төбөнән бы­ш­ыл­дау­ға тартым өн һығылып сыҡты. – Һеҙ теләгәнде бирә алмайым, Тай­фур, бик тел­ә­һәм дә… Бер ваҡытта ла балам булмаясаҡ… Ҡыу ағастай түлһеҙ йәнмен… Табиптар шундай хөк­өм сығарған…

            Уның күҙҙәренән ике бөртөк йәш һығылып сыҡты ла сикәләре буйлап тү-бән тә­гә­рәне. Көтөлмәгән яңылыҡтан ни әйтергә белмәй шаңҡып ҡалдым, шунан көсөр­гән­ешлекте кәметергә теләп әйттем:

            – Бөтә кеше лә фәрештә түгел инде ул, һәр кемдең етешһеҙ яҡтары була.

            – Был төҙәтерлек етешһеҙлек түгел, Тайфур, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡа­за… Ҡай­һы ғына ир сәскә кеүек балҡып йөрөп тә емеш бирмәгән ағас менән көн итергә теләһен? Ошоға саҡлы ла артымдан етерлек йүгерҙеләр, һеҙҙең ише гөлләмәләр ташынылар, тик яңы әйткән­дә­рем хаҡында уйлап уларҙы тиҙ һыуындырҙым, бәғзеләрен тупаҫлыҡ менән, ҡай­һы берҙәрен көткән, һөйгән йәрем бар, тип алдап кире борҙом. Күҙ алды­ғыҙ­ға кил­тере­геҙ, кейәүгә сыҡтым да икән ти, бер-ике йылдан ирем бала таптыра башлар, уны нимәм менән алдаштыра, үҙемә ылыҡтыра алам? Бына мәсьәлә ниҙә… ә һеҙ­гә… дөрөҫөн әйтеп асылдым, нишләп шулай иткәнемде үҙем дә белмәйем… Хәл итегеҙ, Тай­­фур, ҡабаландырмайым, башҡа килмәҫ булһағыҙ ҙа үпкәм юҡ… Ярай, хушығыҙ, арығанмын, дежурство ауыр үтте…

            Ул шулай тине лә ҡабаланып китеп барҙы.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас