АТАЙСАЛ
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
14 Октября 2022, 04:59

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

– Үҙемде кем дөмбәҫләһен әле! - Тайфур ярпылдап кире эргәмә сүкте лә тынып ҡалды, бер аҙҙан бөтөнләй тынысланды шикелле, ҡабаланмай сигарет сығар-ып то­ҡ­ан­­дырҙы, төтөнгә эйәреп уның яҙмыш хикәйәһе ағылды.

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)
Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

       Ошонан һуң был икәү менән осрашҡанда йылы иҫәнләшеп, аҙға ғына булһа ла туҡталып, хәл-әхүәлләшә башланым. Ләкин ар­ала­шы­уыбыҙ иҫәнләшеүҙән ары уҙма­ны, тегеләр ҡатыным менән ҡушып ҡат-ҡат са­ҡыр­һалар ҙа барып әйләнергә форсат сыҡманы, тағы ни ти­һәң дә ауылда көн итмәй­беҙ, бында икенсе йола, икенсе тәртип, саҡырған ергә лә һайлап ҡуҙғалалар, их­лас­лыҡ, хуш­­күңел­лек, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡу­наҡ­сыл­лыҡ, бер ҡатлылыҡ төҫ түгел ҡалаға. Үҙе­беҙ ҙә күнә барабыҙ замана ҡалы­бы­на, шулай тейеш, тип, сәйерһенмәй ҡабул итәбеҙ. Кил­геләп йөрөгөҙ, тип ҡыҫ­тай­быҙ ҙа бит, көнөн сәғәтен әйтеп өндәшеү юҡ. Ҡа­сан барыр­ға, ҡайһы мәл ҡулай булыр? Йорт хужаларын көтмәгәндә баҫып инеп уңай-һыҙ хәлдә ҡа­л­ыу­ың бар. Тимәк ан­ыҡ әйтмәй әй­ҙүк­ләү - әҙәп һаҡлап өн­дә­шеү генә, зыя­лылыҡ бил­дә­һе, үҙенә күрә этикет.  Шунан ары түгел.

       Бер мәл таныштарым зым-зыя юғалды. Даими осрап торғастары ғәҙәткә инеп ки­тә бит ул, хәҙер беҙҙең йорт янындағы Тайфурҙар яғына киткән тыҡрыҡҡа яҡынлаһам, тегеләрҙе эҙләп ян-яғыма ҡа­р­ап алам. Күр­ен­мәйҙәр. Юҡ, былай бармай, мотлаҡ хәлдәрен белергә кәрәк, тигән ҡа­рар­ға кил­дем.

       Эшемдән, гәзит редакцияһынан сыҡтым да машинама йүнәлгәйнем таныш тау­ы­ш­­­ты ишетеп туҡтаным:

            – Корбюратор көйлө эшләйме, башҡаса сөскөрмәй-бышҡырмаймы?

       Ҡараһам, минән биш-алты аҙым ситкәрәк Тайфур  баҫҡан.

            – Иҫәнме, әйҙә ултыр, ҡайтышлай юл ыңғайы һөйләшербеҙ, әйткәндәй, бөгөн һеҙгә инеп сыҡмаҡсы инем әле. Юғалдығыҙ бит көтмәгәндә. Тап килеп арыу иттегеҙ әле. - Ҡы­уанып шу­л­ай һөйләндем.

       Тайфур ҡымшанманы. Тора бирҙе. Мин дә асҡысты ҡулымда уйнатып көтәм. Ни­­­һа­­йәт та­­н­ышым битарафыраҡ ҡиәфәттә беҙҙән алыҫ түгел скверҙа күренгән ултыр­ғыс­ҡа ым­­­ла­ны:

            – Ҡабаланмаһағыҙ…

            – Сыуаҡлап алайыҡ, тимәксеһегеҙме? Әйҙә һуң. - Танышыма әйтеп бөтөргә лә бирмәй шулай тинем дә кабина ишеген шартлата ябып елтәңләп алдан тө-штөм. Әйтереңде ҡыҫҡа тот йәнәһе, ҡабаланам. Ултырғысҡа барып ялпаштыҡ. Тайфур ку­рт­ка кеҫәләрен һуҡҡы­лап тәмәке ҡабын килтереп сығарҙы ла сигарет тәҡдим итте.

            – Рәхмәт. Ауыҙыма алған нәмәм түгел

            – Маладис! - Ул ирендәренә ҡыҫҡанын тоҡандырып тәрән һурҙы ла төтөнөн мул итеп ситкә өргәс тәжрибәһеҙ йәш тәмәкесе ише сирылып сәсәп алды. - Таш­ла­ғай­ным ошо нәмәне, кире тартам хәҙер. Шыр дурак, тимәксеһегеҙме? - Ул асы йылмайҙы. – Дө­р­өҫ уй­лайһығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек?

            – Арыу. - Тарҡау яуапланым. Әле эш бит миндә түгел, Тайфурҙың үҙен то­то­шо аптырауға һала, шуға тегенең ары ни әйтерен көтәм.

            – Улайһа, яраған! - Ул уйҙарына бирелеп мөштәйә бирҙе лә эске ғазап сағ-ылған ҡарашын тирә-яғына йүнәлтте. - Әбейҙәр сы­­уағын әйтәм, ялтлап балҡый, әммә көҙ һалҡыны, яҡынлашып килгән ҡыш тыныуы шул ял­ты­­ра­у­ыҡҡа төрөнгән. Бынау ҡояшы ла теге көндәге ямғырҙан һуң йылынып китә алмай. - Муйынына һалған йоҡа шарфын төҙәтештерҙе, курткаһының яртылаш тартылған за­мо­гын өҫкәрәк күтә­рҙе.   

       Теге саҡ яуап таба алмаған һорауымдың асылын ас­тым шикелле - Тай­фурҙың ҡарашы төбөнә моңһоулыҡ һәм кәмһенеү йәше­рен­гән дәһә, Йыһаниәнең йыл-майып ҡараған күҙҙәрендә лә шул эҙҙәр төҫмөрләнә ине…

            – Бөтә ялтыраған баҙлауыҡ йылытмай инде ул. - Әңгәмәсемдең ары ни әй-терен көтөп һүҙ осон ялғағайным да, ул ары өндәшмәне, ирендәрен ҡымтып шымтайҙы. Мин дә уны ҡаба­лан­дырмай-ҡыҫтамай ян-тирәмде тамаша ҡылам.

       Көҙ миҙгеленең үтә күренмәле сыуаҡ та, сағыу ҙа көндәре. Бына ул тағы ла бе-ра­у­ыҡ һуңғы ма­тур­лығында яныр ҙа ҡабаланып төҫ ташлар, ут ҡапҡандай ян­ған ағас­тар ял­анғасланыр, мәле еткәс ямғыр быҫ­ҡаҡ­ларға тотонор, ер, йәнә, бар­­ тирә яҡ, ан­ау йорттар шул һалҡын там­сыларға ҡойоноп өшөр, күшегер, ҡош­тар тубы ла шул өшәндергес тыныуҙан ҡас­ҡан­дай һағышлы иңрәп көнъяҡҡа ҡа­р­ай тартылыр. Элекке көн ҡапыл һалҡынайтып алғайны, әле эргәләге ҡырау һуҡҡан түт­әл-дәр ҡар­а­йып ҡыуарған. Тик башын аҫҡа эйгән бер сәскә генә бирешмәй ҡалып йәм-матурлыҡ сә­с­ә. Уның таждары аҫтына ҡанаттарын йыйып сыбар күбәләк боҫҡан. Йылы миҙ­гел­дең һуңғы илселәре - берҙән-бер сәскә бөртөгө, йәйге торлағынан яҙып аҙашҡан бисара күбә­ләк…

       Тайфур тәмәкеһен тартып бөттө лә төпсөгөн ынтылып эргәләге сүп һауытына ыр­ғ­ы­т­ҡас, ҡул­дарын кеҫәләренә тығып муйынын ҡожрайтып торғоҙолған яға эсенә тартты:

            – Айҙар ағай, һеҙ, ней, әпәләнмәгеҙ әле артыҡлап, әйтер һүҙем бар… Ике ай була тиҙҙән… Йыһаниәнән киткәнгә …

    Көтөлмәгән яңылыҡтан бөтөнләй туғарылдым, ысынмы-бушмы был, тиергә уҡ­тал­дым, тик урынһыҙ һорауым алҡымыма һыҡып ауыр көр­һөнөү бул­ып сыҡты.

            – Нишләп, тип һорамаҡсыһыңмы? - Тайфур «һин» гә күсеп шулай тине лә яуа­бын да ҡай­тар­ҙы. - Белмәйем, бер ни ҙә белмәйем! Шайтан ҡотортто, тиҙәр бит әле, шул алйыт­ҡан­дыр, күҙҙәремде бәйләгәндер. Нимә эшләгәнемде әле лә аҙағынаса тө­ш­ө­нөп ет­мә­йем. Ғәфү итмәҫлек хыянат ҡылғанымды ла яҡшы аңлайым, тик күңе­лем­дә там­сы ла үкенеү тойғоһо юҡ нишләптер. Аҙғынлыҡмы был? Улай ти­һәң ошоға тик­лем дә боҙоҡлоҡтар ҡылырға яйы сыға ине, иҫем дә китмәне лә баһа. Ә был юлы…  - Тайфур яңынан сигарет сығарып бармаҡтар­ында әүәләргә керешкәйне тәмә­ке онтаҡтары ҡа­ғы­ҙы­нан һытылып ергә һи­бел­де. Ир ҡулындағын асыу менән ситкә атып бәргәс сү­местәй йоҙроғон ҡабаттан кеҫәһенә йәшерҙе.

            – Улай икән…

            – Улай икән, тип һуҙыуы еңел ул! - Тайфур көтмәгәндә тоҡанып ырғып тороп сәбәләнеп йөрөп алды ла ҡаршыма баҫты. - Бына һин ағай, ғәйепһеҙлегемә ыша­на­һыңмы?

            – Ышанырға һуң, һөйләгәнеңдең айышына бер ҙә генә лә төшөнмәйем. Бәр­гес­лә­нмәҫ элек китеп ҡотолһам да шөкөр. - Көсөргәнешлекте йом­шар­­тырға теләп көл­өм­һөрәнем.

            – Үҙемде кем дөмбәҫләһен әле! - Тайфур ярпылдап кире эргәмә сүкте лә тынып ҡалды, бер аҙҙан бөтөнләй тынысланды шикелле, ҡабаланмай сигарет сығар-ып то­ҡ­ан­­дырҙы, төтөнгә эйәреп уның яҙмыш хикәйәһе ағылды.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас