

Йәш ваҡытта булған бер ваҡиғаны яҙып үтәйем әле. Буласаҡ ҡатын менән йөрөгән саҡ. Икебеҙ ҙә йәш, свиданияға киләм дә бер һүҙ өндәшә алмай оялып ҡайтам да китәм. Бына был көндө лә матайға ултырып киттем свиданияға. Буласаҡ ҡатын: «Матайҙы алыҫтараҡ ҡалдыр, юғиһә әсәйемдәр күрер»,—тигәс, ситтәрәк ҡалдырып, ҡапҡа төбөнә килеп етеп һыҙғырайым тигәндә ҡапҡа аҫтынан эт килеп сыҡты. Мине күреү менән килеп ташланды, ҡурҡыштан ни эшләргә белмәй эргәлә ултырған йөк машинаһы арбаһына менеп киткәнемде һизмәй ҙә ҡалдым. Эт өрә лә өрә. Мин йәшенеп ултырам арбала. Бына буласаҡ ҡәйнә менән ҡайны килеп сыҡты. Әһә, хәҙер этте бәйләрҙәр тип үҙемде йыуаттым. Юҡ шул, былар машина арбаһына һәнәк менән тырма ырғыттылар, саҡ миңә эләкмәне, үҙҙәре машина кабинаһына инеп ултырҙы. Арбанан төшәйем тиһәм эт тора. Ҡуҙғалып китте. Нишләргә инде? Ырғып төшһәм, аяҡты һындырырмын тип ҡурҡам. Машина Ирәндек яғына ыңғайланы. Бик оҙаҡ барҙыҡ, ниһайәт, барып еттек. Машина туктағас та мин ырғып төштөм дә урманға инеп боҫтом. Ҡараһам бер аҡ москвич килә, йүгерҙем юлға ҡул болғап, ултыртмай үтте лә китте уныһы. Хәҙер нисек ҡайтырға инде? Аптырағас, буласаҡ ҡайны-ҡәйнә янына барҙым да: «Һаумыһығыҙ, һеҙ аҡ москвичты күрмәнегеҙме?»—тигән булам. Улар: «Яңы ғына үтеп китте»,—ти.
—Нимә, аҙашып ҡалдңмы әллә?—тине буласак ҡәйнә.
—Эйе, еләккә килгәйнек, аҙаштым,—тигән булдым.
—Ҡайһылай матур кейенеп еләккә килгәнһең,—тине буласаҡ ҡайны,—галстуктар ҡуйып тороп...
Мин ни әйтергә белмәй:
—Эштән һуң сразу килдем,—тигән булдым.
—Ә кем булып эшләйһең?—тип һоранылар.
—Мин сварщик булып эшләйем.
—Әәә, һин былай булғас бик культурный сварщик,—тине лә буласаҡ ҡайны үҙе көлөп ебәрҙе.
Буласаҡ ҡайны-ҡәйнәгә бесәндәрен тейәшеп ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡайтып барғанда буласаҡ ҡайны: «Ғаиләң бармы, если что минең өс ҡыҙым бар»,—тип шаяртып ҡайтты. «Береһененң егете бар, матай менән килә лә матайын өҫтәрәк ҡалдырып, ҡапҡа төбөнә килеп һандуғас һымаҡ һыҙғыра. Бөгөн юрый этте ысҡындырып ебәргәйнем, матайын ташлап ҡасып ҡайтып китте трус»,—тип тә һөйләп ташланы, ә үҙе көлә, аптырап ҡушылып мин дә көлгән булдым. Ауыл осана еткәйнек: «Мине ошонда төшөрөгөҙ»,—тигәйнем, сәй эсеп ҡайт тип төшөрмәҫкә уйлайҙар. «Юҡ, ваҡытым юҡ»,—тип саҡ төшөп ҡалдым. Тиҙ генә матайҙы барып алдым да, тауышы ишетелмәһен, тип этеп ҡайтып киттем.
Шулай буласаҡ ҡатын менән ике йыл йөрөгәндән һуң ата-әсәһе менән танышыу булды. Мәжлес үткәрҙек. Ҡайным: «Мин һине ҡайҙалыр күргәндәй булам»,—ти. Өндәшмәнем. Шунан әйтерергә барғанда ҡайным тағы ла: «Мин һине ҡайҙалыр күрҙем»,—ти. Мин теге ваҡиғаны һөйләнем, мәжлестәге ҡунаҡтар рәхәтләнеп көлдө.
Әле ул ҡатын менән йәшәмәйем, әммә ҡайнымдарға барып, хәлдәрен белешеп торам. Ул мине гел «культырный сварщик» тип шаяртып ҡаршы ала.
Мирсәйет Салихов.