АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
13 Октября 2022, 10:15

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Тик ниш­ләп­тер күңелде аң­­лаш­ылып бөт­­мә­гән һағыш тыр­­­най. Бын­да ни­мәлер ҡыйыҡ, ки­т­ек бит. Донъя­ларының нигеҙе ныҡ, иркен йәшәй­ҙәр, бер-бе­ре­һенә ҡарата мөнәсәбәттәре лә йы­лы. Барыбер ниҙер етмәй. Нимә? Хәлбү­ки ҡарар күҙгә күрен­мә­гән етеш­һеҙ­лек­те төртөп әйтеү мөм­кин тү­гел… 

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Кисҡырын, эштән ҡайтышлай аҙыҡ-түлек магазинына һуғылып ҡултығыма кү­с­т­ә­нәсемде ҡыҫтырҙым да Тай­фурҙарҙы эҙләп киттем.

       Алыҫ йәшәмәйҙәр икән дә баһа, йортобоҙ, хатта фатирыбыҙҙың тәҙрәләре был тап­­ҡырҙан бермә-бер асыҡ күренә. Түбәһе көрән тимер черепица менән ябылған, бүрәнә­лә­­ре­нән бөрсөк-бөрсөк ыҫмала тамсылары һарҡып беленгән алты мөйөшлө ҡарағай йорт әл­­лә ҡайҙан үҙенә са­ҡ­ы­­рып мөһабәт ҡалҡҡан. Урамға ҡар­а­ған ҙур тәҙрәләр ҡа­р­­­­шы­­­һында иркен итеп кәртәләп алынған алма баҡсаһы. Тупрағы йомшар­ты­лып, ол­­он төптәре аҡбал­сыҡ­ланған ағастар әле шау сәскәгә кү­м­е­­леп иҫ­ерт­кес хуш еҫ бөркә­ләр. Ма­мыҡтай ҡа­барған сәскә суҡтарынан һеркә йыйыусы бал ҡортта­ры­ның безелдеге сығып ти­г­­еҙ геүләүе ти­рә-йүнгә үҙенсәлекле, ирәүән моң та­р­а­та. Иртәнге томан­дай ҡуйы, һөт кү­бе­ге­ләй еңел сәскәләргә күмелгән алмағастар йылымыс яҙғы елгә эйәреп төп­һөҙ зәңгәр сат­ыр­ҙа йөҙгән болоттарға ба­р­ып ҡушылырҙар ҙа эргәлә генә күгәреп ҡалҡ­­­ҡан Ирәндек тау­ына арты­л­ып алыҫ-алыҫтарға осоп китерҙәр төҫлө. Асыҡ йәшел төҫкә бу­я­л­ған, өҫ яғы ялтыр сым­дар бөгөп семәрләнгән ҡапҡаға бер-береһе­нә ын­тылып тал­пы­­­ныусы аҡ күгәрсендәр һү­рә­те төш­өр­өл­гән. Ар­ы­­р­­аҡ иш­еге урам яҡҡа ҡараған, алдына ас­фальт йәй­ел­гән ши­ф­ер ҡы­йыҡлы кирбес гараж күренә. Бә­лә­кәй ҡап­­­ҡа бағанаһына бер­ке­тел­гән кнопка төй­мә­һенә баҫҡайным эс яҡта ҡың­ғы­рау сың­лап еб­әр­ҙе.

            – Кем бар унда, инегеҙ! -  Эс яҡтан яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.

       Индем дә уңайһыҙлана биреп туҡтап ҡалдым. Бында ла таҙалыҡ һәм бөх­тә­лек. Ҡа­р­шы­ла төп өйҙө усаҡлыҡ менән тоташтырған ҡыйыҡлы күтәрмә күренә. Бил тәңгә­­ленән һыр­лы кәртә менән сикләнгән, таҡталары, ҡыйыҡ терәүҙәре төҫһөҙ лак ме­нән ҡа­тырылған был ҡоролма тотош их­­а­таға кү­тәренкелек, тантана өҫтәй. Усаҡлыҡ­­тан ары, йәшелсә баҡсаһына терәлгән ыҡсым мунса күренә. Баҡ­са­ла ҡа­р­а­й­ып тү­т­әл­­­дәр те­ҙ­ел­гән, бер нисәһендә әле генә сығарылған помидор, борос һәр­пен­­де­ләре күҙгә таш­лана, бот­аҡ­­тарының яртыһын рә­шәт­кәнән ишек алдына һалындырған өйкөм сирень ҡыуа­ғы ла күкрәп сәскәгә ту­маланған. Былар барыһы ла һис һүҙһеҙ ир оҫ­та­лы­ғы, ҡа­тын-ҡыҙ ег­әр­­е­нән яр­алған.  

            –  Мөмкинме?..

            – Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ, ағай, әйҙә, тартынмағыҙ, үтегеҙ, үтегеҙ! - Күтәрмә иҙә-ненә керҙәр өйөп һалып шу­ларҙы йыуыу машинаһына тығып мәшәҡәтләнгән хужабикә алъяпҡысына еү­еш­­лән­гән ҡул­дарын һөртә-һөртә миңә ҡаршы атланы ла ҡабырға ишеге асыҡ гараж яғ­ы­на ҡа­р­­ап ҡысҡырҙы. - Тайфур, һиңә килгәндәр, өлгөрттөңмө? - Шунан алсаҡ һирпелеп күрешергә үрелде. - Миңә исемде Йыһан-иә тип ҡушҡандар. Һеҙгә кем тип өндәшергә? - Бәләкәй, йомшаҡ ҡулды тотоп исемемде әйттем. – Яуабым Йыһаниә тарафынан элә һалып алынды. - Бер туған мыртый­ымдың исеме лә Айҙар ине. - Йөҙөнән бер мәлгә генә моңһоулыҡ күлә-гәһе йүгереп үткән хужабикә тиҙ арала үҙен ҡулға алып ҡай­та­нан ирен киҫ­әт­еү­­ҙе кәрәк тапты. - Эш­ем­де ҡуйып өҫтәл тирәһен ҡараштырып өйҙә булырмын, оҙаҡ­ла­маҫ­­һығыҙ.

            – Килдең дәме? - Мығырҙап һөйләнеү ишетелде. - Инегеҙ. - Эстә тоҡан­ды­р­ыл­ған ут яҡтыһында ҡара ҡыҙыл төҫтәге еңел машина күренә. Стенаға ҡа­ғ­ыл­­­ған, асыҡ кәш­­тә­лә­р­е­нә эреле-ваҡлы запас частәр тулған шкаф эргәһенә мазут һеңгән ағас өҫтәл ҡуйылған. Тайфур шун­­да шө­ғ­өл­ләнә. Мине абайлағас эйәген хәрәкәт-ләндереп эргәһенән урын күрһәтте:

            – Ултыр мынауында, хәҙер бөтөрәм.

       Ун-ун биш минуттан карбюраторҙы ҡулыма тотторҙо:

            – Тикшермәйенсә лә ҡуя алаһың. Еренә еткерҙем шикелле.

            – Рәхмәт. Ни хаҡ?

            – Нимә ни хаҡ?

            – Күпме түләйем, тим.

            – Ошоноң өсөнмө? Ваҡланмайыҡ. Хәҙер сәй эсеп алырбыҙ. Шунан эшкә ба­ра­һы. Карьерҙан руда ташыйбыҙ.

            - Анау өй ҙурлыҡ машиналар менәнме?

            - Шул “БелАЗ”дар менән инде. Беҙ уларҙы ташбаҡалар, тибеҙ. Руда күп һыя, әммә уның менән карьер төбөнән әйләнә-әйләнә өҫкә килеп сыҡҡансы теүәл бер сәғәт ваҡыт китә. Хәйер, һәр эштең үҙ ҡыйынлығы.

            – Күпме мәшәҡәтләндегеҙ, әле ҡатынығыҙ эшен ҡуйып сәй әҙерләй. Көнө бу­й­ы­на бәләмде һалдым, инеп тормам. - Китергә йыйындым да ҡулымдағы күс-тәнәсте ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй ыуаландым. - Сәйегеҙгә тип бынау нимәне лә килтергәйнем…

            – Бер ҙә бәләгә ҡалманығыҙсы, киреһенсә бала саҡтан онотолоп китеп тимер-томорҙа соҡонорға яратам. Тәүгә ингән кешене ғәҙәттә ҡоро сығар­май­ҙар, әгәр шул ки­­леш китһәгеҙ киреһенсә беҙгә уңайһыҙ буласаҡ. Тағы күстәнәсегеҙҙе һеҙһеҙ тәмләп ултырайыҡмы тағы? Улай бармай, әйҙәгеҙ, Йыһаниә ҡараштырған­дыр та­бы­н­ын. - Ул майлы ҡулдарын сепрәк менән ҡоротто ла күтәрмә ба­ға­на­һына ҡа­­ғ­­ыл­­ған йыуынғыс яғына ыңғайланы. Саҡырыу кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи әйтелһә  лә хужаның өндәшеүе был юлы һәүетемсә, үҙен тотошо ла ябай, абруйлы. Тайфурҙың ар­т­ы­нан күндәм генә эй­әрҙем.

       Өй эсен күҙҙән үткәрҙем. Һулаҡайҙа аш бүлмәһе. Әле унан танауҙы ҡытыҡлап тә­м­ле ризыҡ еҫе килә. Ҡаршыла иркен зал, уң ҡулда ишек, унда моға­й­ын йо­ҡо бүл­­мә­­­һе­лер. Залда йәйелеп һүрәтләр ҡаралты-йыһаз күренмәй: сит­тә­­рәк ма­х­­сус шкафҡа урынлаштырылған йоҡа, яҫы экранлы сит ил телевизоры, ары бәр­хәт бу-ҫтау ябылған йом­шаҡ «мөйөш», өс секциялы стенка, уң яҡ стенаға китап кәш­тәһе те­р­әл­­гән. То­тош ҡаралтыға яҡты, йомғаҡлау нөктәһе ҡуйғандай түшәмде затлы люстра би­ҙ­әй. Бар мөл­­­кәт шунан ғи­бә­рәт. Бер нимә артыҡ та, кәм дә түгел. Әгәр әле урын­лаш­ты­р­ыл­­ғандарҙы ур­ы­ны­нан алһаң йә ситкә шылдырһаң - бөтөнлөк хасил иткән за­у­ыҡ бо­­ҙо­­­лор, юҡ­ҡа сығыр ине.        

      Яңы таныштарым менән табын артында ултырған арала улар тураһында өҙә-йы­р­та булһа ла белергә өлгөрҙөм. Бая Йыһаниә мыр­тый­ҙан һалдырғас уҡ уның Ейән­сура яҡтарынан ик­әнлеген тоҫмаллап өлгөргәйнем, яң­ылы­ш­ма­ған­мын, дала кешеһе була­р­аҡ ҡыуан ел ҡаҡ­ла­ған, йөҙөндә көңгөрт тут беленгән Тайфурҙың то­ҡо­мона ҡа­ҙ­аҡ ша­у­ҡымы ҡағылыуы ла ихтимал, килеш-килбәте шул хаҡта һөйләй. Ҡунаҡ аҙ ул­ты­рыр, күп һанар, тигәндәй, ирәбе хужаларҙы һын­ам­сыл күҙләйем, түңәрәк йәшә­йеш­те теүәлләйем. Тик ниш­ләп­тер күңелде аң­­лаш­ылып бөт­­мә­гән һағыш тыр­­­най. Бын­да ни­мәлер ҡыйыҡ, ки­т­ек бит. Донъя­ларының нигеҙе ныҡ, иркен йәшәй­ҙәр, бер-бе­ре­һенә ҡарата мөнәсәбәттәре лә йы­лы. Барыбер ниҙер етмәй. Нимә? Хәлбү­ки ҡарар күҙгә күрен­мә­гән етеш­һеҙ­лек­те төртөп әйтеү мөм­кин тү­гел… 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас