Әҙәби мѳхит
12 Октябрь 2022, 06:15

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Ошо кәмселекте сит-ят, ҡыҙыҡһыныусан текәлеү­ҙәрҙән йәшерергә теләгән бисәкәйе гел шул яҡ­тан һом­ғол буйын иренә ҡуштан те­р­әп бара...

Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)
Берҙән берем, бер генәм. (Хикәйә. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Был икәүҙе мин йыш күрәм. Эшкә китешләй ҙә, ҡайтышлай ҙа осрайҙар. Гел бер­­гә­­­­­­ләр, ҡултыҡлашып, йә етәкләшеп баралар. Ҡырҡ йәштәр самаһындағы ошо пар­ҙ­ың йәш егет менән ҡыҙҙай бер-береһенә һыйынып атлауҙары  ирмәк тойола ине башта, то­­ра-ба­­ра кү­­­нек­тем. Былар менән тәүҙәрәк тап булышҡанда өндәшеш-мәй уҙҙыҡ, аҙаҡ­тан баш ҡа­ғ­ып иҫ­ән­­лә­шә баш­ланыҡ, һуңға табан йылмая биреп йылы сәләмләшеүҙе ғәҙәт иттек. Иғ­­­ти­бар ит­­мәү мө­м­­кин дә түгел шул, миңә ҡалһа улар ҡайһылыр яғы ме­нән баш­ҡа­­­лар­­ҙан ай­ы­­р­ы­лып торалар, кү­ренәләр төҫлө. Ир ке­ше урта буйлынан саҡ ҡына ҡал­ҡыу­ы­раҡ, мыҡ­ты кә­ү­­ҙәле; ҡа­ра­­ғусҡыл, ялтас биттәре, йәмшек, итләс танауы, текә маң­ла­­йы, шеш­­мәк­лә­н­еп ҡап­­сайған ҡабаҡлы һорғолт күҙ­ҙәре уны тәү ҡарашҡа тәккәбер һәм ҡыр­ыҫ ит­ә­ләр. Шул төйөрөм кәүҙәлә күҙгә бәрелеп бармаған көс-ғәйрәт һиҙелә. Ундайҙар ғә­ҙәттә ҡатын-ҡыҙ күҙенә эләгә һалып бармай. Бөҙрә­, ап­а­р­­уҡ сал ҡун­ған сәстәренән ай­ырмалы тура, яҫы, бер-береһенә то­та­ш­ып тиерлек үҫкән ҡаш­та­ры­ сөм-ҡаралар, ай­ы­р­ым-асыҡ һыҙат­ла­н­ып күренеп ирҙе күпкә йә­ш­әртәләр, күр­кәм ит­ә­ләр. Ул ныҡ, ыша­ныс­лы ба­ҫ­ып атларға тырышһа ла һи­ҙ­елер-һи­­ҙ­­ел­­мәҫ һу­л ая­ғы­­на аҡ­һай, шу­ға­лырмы ҡул­да­рын йәйә биреп хәрәкәтләнеүе тай­шаң­лап-төм­рәң­лә­гән дәү айыуҙы хәт­ер­лә­тә. Ошо кәмселекте сит-ят, ҡыҙыҡһыныусан текәлеү­ҙәрҙән йәшерергә теләгән бисәкәйе гел шул яҡ­тан һом­ғол буйын иренә ҡуштан те­р­әп бара. Бөтә йәһәттән дә ур­та саманан ары китмә­гән ир­­ҙең йәмәғәте уға ҡара­ған­да күп­­кә йәш тә, сибәрерәк тә, ундайҙар ха­ҡ­ын­да беҙҙең яҡ­­та һөй­көм­лө һөйәкле ти­ҙ­әр: ҡа­л­ын, ҡабарып таралған һары сәс­­тә­ре, уң яғ­ы­н­­да уй­­м­а­­ғы бе­­л­­ен­гән тумалаҡ бит ал­ма­лары, ыҡ­сым танауы, ҡыйғас ҡаш­та­ры, аяҙ күк йөҙ­өн хәтерләткән зәңгәр күҙ­­ҙә­ре тотош фи­ғ­ел­де тағы ла йәмләйҙәр, яғымлы, нурлы итәләр. Ағас йәме - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк, тигәндәй килешле, көйәҙ кейенеүҙәре был ик­әүҙе та­ғы ла ылыҡтырғысыраҡ итә. Йә­нә атлаған ыңғайы ҡатын иренә зерә яр­­а­тып, һоҡ­­л­а­­нып һи­­­р­пе­лә һалып ала, тегеһе лә шул ҡа­­­р­ашты һиҙеп туң, ҡырыҫ сы­рай­лы йөҙ­өн ир­ә­м­һетә. Күнә­ге­нә ҡап­ҡасы тап ки­л­ең­керәмәһә лә уларҙың шулайтып бергә йөрөү­ҙә­ре һо­ҡ­­лан­ғыс, бына ошолай итеп ҡу­ш­ар­лап бар­ыу­ҙа­ры йәмле.

        Эшкә китергә ҡабаланғанда машинам тоҡанмай йорт янындағы майҙансыҡта мәшәҡәтләнә инем та­н­ышым үҙе эргәмә килде:

            – Сәләм! - Майға буялған ҡулымды һәрмәп алып ҡуш усына йомарланы, ти­м­ер-томорға яҡын кеше генә шулай мазут-маҙарҙы бар тип тә белмәй. - Таны­ша­й­ыҡ әле яҡ­ын­­­дан, Тайфур Ҡунаҡбаев, тиҙәр мине. Һеҙгә нисегерәк өндәшергә, ҡус­­­­­ты­, тип­ме, әл­лә ағ­ай, типме? - Йәшемде әйттем. - Сырайығыҙ һиҙҙертмәһә лә ми­н­ән күпкә оло­­­һо­ғоҙ икән, шуға ағай, ти ҙә ҡуяйым. Әле бына Йыһаниә, магазиндан ҡай­­тышлай ма­­ши­на­ янында булашыуығыҙҙы  кү­р­еп ҡалған да, барып ярҙамлаш әле, шоф­ер­­һың бит, ти. - Һораулы ҡарашымды һүҙһеҙ ҙә аңлап өҫтәне. - Күптәр уны мәр­­йә тип ҡаб­ул итеп яңылышалар, юҡ, үҙебеҙҙең милләттән. Тағы, ул ниш­ләп ҡара ас­ман­ды һай­ла­ған икән, тип бер уйламаһағыҙ бер уйлағанһығыҙҙыр. Үҙем дә ғәжәп­лә­­нәм ҡай­­ саҡ, ҡа­тын-ҡыҙҙың эске донъяһын, кисереш-тәрен, сиселмәҫ йом­аҡ ише булмыш­тарын   аңларға маташ - файҙаһыҙ. Кәр­­­тин­кә­ләй егеттәр ғашиҡ, ә улар өр­­көткөс йәмһеҙҙәрҙе һай­лай­ҙар, үҙ итәләр бит, үәт бәлә нимәлә! - Ул шул­ай оҙон-оҙаҡ һөйләнеп, һәлмәк юрғалап белекле ҡиәфәттә, машинамды әйләнеп сыҡты ла теш араһынан күңелле көй һыҙ­ғы­рып сит­­кәрәк баҫты.  

       Беҙҙең биш ҡатлы йорт ҡала ситендә, ары асфальт юл аша баҡсаларға күмелгән ҡәҙимге ауыл өйҙәре башлана. Ҡасабаның исеме лә бар - Ҡа­м­ыш­­лы. Ниңә улай­ ата­ған­­­­дарҙыр, бер Хоҙай белә, өйҙәр тигеҙлектә урынлашҡан, урам­да­ры киң, ҡа­м­ыш-фәлән үҫкән ер ҙә күҙгә салынмай. Бында көнитмеш ысын ау­ылда­ғы­са; яҙҙан ҡара көҙ­гә­­­сә урам буйлатып, Төйәләҫ йылғаһы яғ­ы­на ҡарай һәр көн ир­тән­ кө­т­өү ҡы­у­а­л­ар, бе­с­ән осоронда арбаларға тейәп апҡайтып, лапаҫ башына йәйеп ҡыш­­лыҡ бесән кип­те­реп әҙерләйҙәр, торлаҡтары газ менән йылытылһа ла мунсаға яғыр утын хәс­тәр­ләй­ҙәр, ко­лонканан көйәнтәләп һыу ташыйҙар,  таң һарыһын­да ҡасабаны ғына тү­гел беҙ­­ҙе лә тамаҡ ярып әт­әс һөрәнләүе уята, көн оҙоно тауыҡ ҡыт­ҡылдауы, һирәк-һа­яҡ эт өр­өүе иш­­­е­­т­­елеп ҡуя Ҡамышлынан, танһыҡ ауыл йәме, ауыл тәме, ауыл еҫе ки­лә.  Миңә шул ябай шө­ғ­өл-тәртиптәр, ҡаҡшамаҫ ҡанундар оҡ­шай би­ге­рәк, кү­­­­н­е­гелгән йәнле шау-шыу йәнемә майҙай яғыла, тыуған төйәгем көс, дарман би­­р­ер­ өс­­өн эргәмә күсеп кил­гән­дәй хис итәм ҡайһы саҡ. Танышым әле үҙенең Ҡа­м­ыш­­лы­нан икәнлеген бел­­гер­теп баш ҡағып һораны:

            – Был йорттоң юғары ҡатынан беҙҙең ауыл ус төбөндәгеләй ап-асыҡ күренәлер инде.

            – Ыҙмабыҙ бейек бейеклеген, тик үҙһенеп бөтмәйем таш диуарҙы, ауыл өйө һа­ғын­дыра.

            – Һеҙ ҡайҙан?

            – Урман Йылайырындағы төпкөл Һабыр ауылынан. Һабыр батыр Емельян Пугачевтың яуҙашы. Петр Өсөнсө батша исемен йөрөткән  ихтилал етәксеһе уға хатта хәрби дәрәжә лә биргән. Ихтилалдан һуң Һабыр эҙәрлекләүҙән ҡасып тау-урмандар төпкөлөндә урын табып өй төҙөгән. Ауылдың исеме шунан килә. Ә Һабырҙың улдары бөгөнгө Хәйбулла еренә күсенеп айырымланғандар. Шуларҙың икеһен генә атайым – Бүребай, Мәмбәт... – Һыу буйы итеп тарихҡа төшөп китеүем яңы танышыма оҡшап етмәне шикелле, шуны тойомлап әңгәмә барышын үҙгәрттем. - Һеҙсе?

            – Ырымбурҙан. Сал ҡылған елберҙәгән икһеҙ-сикһеҙ даланы күргәнегеҙ бар-

мы? Шул иркенлектә тыуғанмын! - Ғорурланып әйтте лә ниҙер хәтерләгәндәй кө-лөп ебәрҙе. - Әүәле ҡартатайымдың атаһы йәйләүен алыштырып яңы урынға күсенә. Төн уртаһында ғына һайлаған ерҙәренә килеп етәләр былар. Иртән тирмәнән сығып ҡараһа күҙ күреме ерҙә бер бөртөк кенә өйәнке сысайып күренә икән.  Был хеҙмәтселәренә шунда уҡ күрһәтмәһен бирә лә һала: “Анау ағасты күрәһегеҙме? Ҡырҡып ырғытығыҙ хәҙер үк, тыным тарыға!” Бына шулай, ағай, иркенлекте яратҡан халыҡ беҙ!

            – Бына таныштыҡ та, юғиһә иҫәнләшеп кенә  кемдең кемлеген ҡайҙан бел-әһең!

            – Әйтмә лә. - Йәнләнеп китте. - Тимер айғырҙың ҡайһы тирәһен соҡой­һоң?

            – Кәзәләнгәс арғымаҡтар тоҡомонан түгелдер был нәмә! Аптыратты ла баһа. Машинамдың тәҙрә быялаларын да һөртөп ҡарайым, тә­г­әр­­­­мәстәрен дә типкеләйем. Тоҡанмай. - Үҙ­е­мдең техникала оңҡотлоғома иш­­а­ралап шу­­­л­ай мәрәкәләнем.

       Тайфур ихлас һаһылдап көлөп ебәрҙе лә асыҡ машина ишегенә терһәкләнеп ҡәт­ғи күрһәт­мә­һен бирҙе:

            – Капотты асығыҙ әле! Ҡуй, улайтып эткеләмә-төрткөләмәгеҙ, машина тигәнең ҡатын-ҡыҙ менән бер, көйләгәнде-яйлағанды ярата. Үҙем ғүмерем буйы баранка бор­­­ғос­­­ла­ғас, быны яҡшы беләм. - Шулай тине лә отверка, кәрәкле ас­ҡыс­тарҙы­­ алып, ас­ыҡ капотҡа ярты кәүҙәһен тығып тикшеренергә керешеп китте, шунан ҡайта-ҡай­та руль ар­ты­на ултырып стартерға баҫҡылап та аҙапланды. Бер аҙ­ҙан сөскөрөү-быш­­ҡы­­р­ыу­­ҙан ары китмәгән машинаға диагноз ҡуйылды. - Тиҙ генә тоҡанырлыҡ рә­те юҡ бы­­н­ың­дың, корбюратор бензин үткәрмәй. Хәҙер ысҡындырып алайыҡ. Алып ҡай­­тып ҡар­аш­ты­рып бирермен, төштән һуң кил. – Урам исемен, йәшәгән өйө­нөң но­­­м­ер­ын әйт­­те.

            – Хәҙер үк һуғылаһы, ҡабалан үтәйһе мәшәҡәттәр бар ине бит әле. Еңел авто­мо­бил­дәрҙе хеҙ­мәт­лән­дереүсе пункттар аҙым һайын, һеҙҙе борсоғансы бәлки шунда ба­рырғалыр?

            –  Ҡабаланһағыҙ эшегеҙгә йәйәүләп йүгерегеҙ, ғүмерегеҙ буйы машинаға ҡы­р­ын ятып ел­дереп көн итмәгәнһегеҙҙер бит! - Тайфур туранан бәреп әйтеп, ярайһы уҡ тупаҫ ҡыланып ҡырт киҫ­те. - Ре­монт­ла­­тыуға килгән­дә аҡсаңды һуйып ал­а­саҡ­тар, өҫтәүенә эштең рәт-сүрәтен бел­мә­гән ундағы малай-шалайға ышаныс та самалы.

       Ҡаты бәрелеүгә ҡылъяймаһам да зарурат  буйһондорҙо, ризалашыуҙан башҡа са­ра ҡалманы.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас