АТАЙСАЛ
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
10 Октября 2022, 03:25

Көт мине 

Константин Симонов Рәми Ғарипов тәржемәһе

Көт һин мине, мин ҡайтырмын,
Тик өҙөлөп көт мине,
Көт быҫҡаҡ ямғыр яуһа ла,
һағыш баҫһа ла һине.

Көт, бурандар көрт өйһә лә,
Көт, булһа ла көн эҫе,
Көт, бүтәндәр көтмәһә лә,
Онотоп ғәзиз төҫөн.

Көт, алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән
Килмәһә лә хаттарым,
Көт, бүтәндәр көтөк булып
Тотмаһа ла анттарын.

Көт һин мине, мин ҡайтырмын,
һайраһа ла башҡалар:
Оноторға ваҡыт, тиеп,
Иш түгел һиңә улар!

Улым, әсәм ышанһа ла
Иҫән-һау булмауыма,
Дуҫтар көтөп ялыҡһа ла,
Ултырып ут янына,

Әсе хәмер эсһәләр ҙә,
Иҫтәлеккә күсергә,
һин көт мине. Улар менән
Ашыҡма һин эсергә.

Көт һин мине, мин ҡайтырмын,
Бар үлемгә үс итеп.
Көтмәгәндәр генә әйтер,
Был ҡөҙрәттең көсө, тип...

Көтмәгәндәр аңлай алмаҫ,
Ҡайҙан алһын ул аңды —
Көтөүҙәрең менән мине
Уттан тартып алғанды.

Ҡалай иҫән ҡалғанымды
Һин дә үҙем белермен.
Һин бит бер кем көтмәгәнсә
Көтә белдең, тиермен.

26. XI—65 й.

Автор:гульдар кадаева
Читайте нас