Әҙәби мѳхит
10 Октября 2022, 04:26

Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Алтынсы киҫәк. Аҙағы.)

  – Һин дә мин өҙҙөрә баҫып йөрөгән, төҫ ташламаған әсәйем Хөрмәт ағай янында булмағас ҡапыл ғына ҡартайып, бирешеп, бөтөрөнөп китте…

Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Алтынсы киҫәк. Аҙағы.)Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Алтынсы киҫәк. Аҙағы.)
Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Алтынсы киҫәк. Аҙағы.)

      Көҙ. Әбейҙәр сыуағы. Тәбиғәттең сабыр ҙа, моңһоу ҙа мәле. Проспект буйлап теҙелгән ҡайындарҙың һары күлдәктәренән һибелгән алтын тәңкәләр тротуарҙы япҡан, миләштәр ныҡлап тоҡанып яңы дөрләй башлаған усаҡтай емерелеп уңған суҡлы емештәрен тәлгәштәрендә эйелдереп, ут ҡыҙыл япраҡтарын сағыу балҡыт-ып гөлтләп яналар. Эштән ҡайтышлай Хөрмәтте ҡала урамында күреп ҡалдым. Тирә-яғындағыларға, ғөмүмән йәшәүгә битараф, әсе ҡапҡандай сирыҡ йөҙлө, бер иш кейемле, игеҙәктәрҙәй, бер тамсы һыуҙай береһе икенсеһенә оҡшаған, тимер роботтай ҡыймылдаған ҡала халҡына ҡушылырға теләмәгәндәй таш өйҙәргә һы-йыныңҡырап атлай.

            – Гармунсы Хөрмәт! - Ҡыуанып һөрәнләп ебәрҙем. Ҡосаҡлашып күрештек.

      Эргәләге парктағы ултырғыстарҙың береһенә барып һаҡтыҡ. Ауылдашымдың йөҙө тартылыбыраҡ киткән, маңлайына тәрән һырҙар ятҡан, сәстәренә көлдәй һи-белеп сал ҡунған, ошоғаса ныҡ кәүҙәһе һиҙелеп йоҡарған, мин белгән һонторораҡ буйы ла түбәнгә тартылғандай. Китсе, шул тиклем дә иртә туҙыр икән кеше! Үкенесле күҙәтеүемде йәшереп һораным:

            – Хәлдәрең нисек?

            – Үҙем ятып, үҙем тороп йөрөп ятҡан көн.

            – Әле беҙгә һарылыр һылыуҙар бар, әле беҙҙе тешләр эттәр бар! - Шағир һүҙҙәре менән һөйләшеүҙе күңелле юҫыҡҡа борорға тырыштым. - Ниндәйерәк йомошто юллауың?

   Хөрмәт шаяртыуҙы ҡабул итмәне, насар ҡырылған сикәләрен һөйәлле усы менән ыуып ҡына ҡуйҙы:

            – Ирекһеҙҙән килдем әле. Йөрәк, тиҙәр.

            – Йөрәк менән шаярмайҙар, ятып дауаланырға кәрәк.

            – Беләм дә бит. Ҡайһылайтып сыҙап ятмаҡ, ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк, йорт-ҡура тирәһендә мәшәҡәт бөтәме. Ғәбит һаман ситтә ел ҡыуа. Уларҙың да донъ-ялары бар.

            – Һиңә күрше йәшәмәйҙәр шикелле?

            – Барыбер.

            – Сәйер кеше һин, Хөрмәт, нисә йылдарҙан һуң да ҡылғандарыңа төшөнөп етмәйем.

            – Ҡайһылай ғына итәйем. Олоғайыу ғәләмәтеме, әллә икенсе сәбәпме һуңғы йылдарҙа баҫылдым, элекке орҙо-бәрҙелек юҡ.

            – Ә мин буранға ҡаршы сыҡҡан йәшлек йылдарын һағынам.

            – Шул кистә һиндә ниндәйҙер шик-шөбһә ҡалды шикелле?

            – Йәшермәйем күңелде гөнаһлы уй кимерҙе кимереүен.

            – Ышанһаң ышан, ышанмаһаң һинең эш, тик шуны әйтәм, Миңһылыу Ғәбиттең ҡыҙы.

            – Китсе, ышанғы килмәй!

            – Күптәр ышанмай, ә бына минең ҡатын менән Ғәбит гөнаһлы түгеллегебеҙҙе беләләр. Әгәр шик тотһалар, әллә ҡасан ике ғаилә лә тарҡалған булыр ине. Саҡ менән Суҡ ише йәшәйбеҙ инде шунда, беребеҙ икенсебеҙҙе ташлап алыҫ та китә алмайбыҙ, яҡынлау ҙа мөмкин түгел.

            – Миңһылыуҙы әйтәм, ҙурайғандыр инде?

            – Өфө сәнғәт академияһын тамамланы, әлеге көндә эшләп йөрөй. Йырҙар ҙа яҙыштыра шикелле. Айжанға тартҡандыр, ул да бит моңло, әгәр үҙ мәлендә дө-рөҫ йүнәлештән китһә һис һүҙһеҙ уңыштарға өлгәшер ине.

            – Йөрәк, тиһең, бәлки һиңә берәй ярҙам кәрәктер? Ҡабул итеүгә сиратһыҙ инергә теләһәң табиптарҙың күбеһе менән яҡшы танышмын.

       Хөрмәт күңелһеҙ йылмайҙы:

            – Бикле ишектәргә сиратһыҙ ынтылып өйрәнелмәгән. Ә йөрәккә килгәндә уны алмаштырыу мөмкин түгел, ауыртһа ла үҙемдеке. Сыҙай алғансы сыҙар. Әле артымдан эҙәрлекләгән әжәлдән эҙ яҙлыҡтырайым, тип бында килгән булдым, ә ул ҡалырға уйламай ҙа…  Йә, ярай, хушлашайыҡ, һинең үҙ һуҡмағың, минең - үҙ-емдеке.

       Ҡулдарыбыҙҙы ирҙәрсә ныҡ ҡыҫып хушлаштыҡ.

       Хөрмәт әкрен генә баҫып көҙ һарылығына инеп китте лә тиҙҙән шунда иреп күҙҙән юғалды.                                         

    Концерттан бергәләп сыҡтыҡ, колледждың ҡаршыһына бағана һымаҡ бейек дүрткел постанментҡа ҡуйылған ҙур ҡала сәғәтенең янында туҡталдыҡ. Миңһыл-ыу әсәһенә ныҡ оҡшағайны, тик ҡаласа көйәҙ кейенеүе уны ҡайһылыр кимәлдә ят итеп күрһәтә. Айжанды тәүге тапҡыр ауыл урамында осратыуым иҫкә төштө.

            – Атайың- әсәйең арыуҙармы?

            – Имендәр. Быйыл йәйге ялымды ауылда үткәрҙем. Әле көн һайын тиерлек шылтыратып хәлдәрен беләм.

            – Үргендәр ни хәлдә?

            – Һәйбәттәр, тик мин бит бишенсе класты тамамлағандан алып ситтә. Башта музыкаль һәләттәргә эйә булған балалар өсөн махсус асылған мәктәп-интерн-атта уҡыным, шунан училищы, ары институт. Ауылдаштар минең өсөн бөтөнләй үк ят булмаһалар ҙа уларҙың күптәрен танымайым. Ә бына ауылға бик теләп ҡай-там, тәбиғәтенең матурлығы, хозурлығы яғынан Швейцарияң ары торһон.

            – Башҡаларҙы танымаған хәлдә лә Хөрмәт ағайыңды беләһеңдер бит?

            – Уны беләм. Яҡшы беләм.

            – Үткән йыл ошонда килгәнендә күреп ҡалғайным. Быйыл йыйынһам да кисектергеһеҙ эштәр килеп сығыу арҡаһында ҡайта алманым. Нисек йөрөй әле ул?

            – Ишетмәнегеҙме ни, бесәнгә төшөр алдынан  йөрәктән китеп барҙы бит.

            – Ни тиклем ҡыҙғаныс… - Көтөлмәгән яңылыҡ быуындарымды алды. - Әйҙә бынау ултырғысҡа ултырып әҙерәк хәл алайыҡ әле.

        Эргәбеҙҙән үтеүселәрҙе күҙләп бер ни тиклем ваҡыт шымтайыштыҡ. Теге ки-лгәнендә Хөрмәт көҙ һарылығында иреп юғалғайны, ә хәҙер көтмәгәндә халыҡ ағ-ымына эйәреп килеп сығып ҡаршыбыҙға баҫыр төҫлө.

            – Матур кеше ине Хөрмәт ағай. - Тынлыҡты Миңһылыу боҙҙо.

            – Эйе, һәйбәт ине. - Уның әйткәндәрен раҫланым. - Ә Айжан…

     Нимә хаҡында белешеремде алдан төшөнгән Миңһылыуҙың йөҙө болоҡһоп китте:

            – Һин дә мин өҙҙөрә баҫып йөрөгән, төҫ ташламаған әсәйем Хөрмәт ағай янында булмағас ҡапыл ғына ҡартайып, бирешеп, бөтөрөнөп китте…

 

 

 

 

 

 

           

   

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас