АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
8 Октября 2022, 12:17

Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

            – Ни тиһең, ишетмәйем!?             – Туң ҡолаҡ! Ҡайтабыҙ!             – Нишләп? - Был һорауҙы Хөрмәт бирҙе.        Уның яғаһынан бөрөп алып асыу менән ҡолағына бышылданым:             – Атаң башы, миңрәү, һәтәү, иҫкә ярым! - Бар үсемде Хөрмәттән алырға теләп бер тынала әр һүҙҙәрен теҙҙем. - Бөтәһен һиңә сәйнәп ҡаптырырға кәрәкме? Боролабыҙ! Ҡайтып өлгөргән хәлдә ни күрһәк тә ауылда күрәбеҙ…

Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Ҡуҙғалып сыҡҡансы апаруҡ ваҡыт китте. Силос ташыған трактор санаһы ҙур уҡ булһа ла ситтәре арҡа терәмәле, төбө иҙәнле итеп ҡулайлы эшләгән. Үҙебеҙ кейгәндән тыш тағы ла өс-дүрт толоп һалып алдыҡ. Трактор двигатель торбаһынан ялҡынлы ут бөркөп, уңға-һулға ташланып ҡар диңгеҙендә йөҙә, иллә ауырлыҡ менән булһа ла сананы тарта әлегә. Шөбһәләнеп алға ҡараным, унда ҡаялай ҡарай-ып урман ҡалҡҡан, ул ҡорбанын йоторға йыйынған аждаһалай уһылдай, үкерә. Хөрмәт алғы ҡулайламаға арҡаһын терәгән, алдындағы яҫтыҡҡа Айжан башын төрткән. Ул тауышын ныҡ сығармаҫҡа тырышып тештәрен шығырҙатып ыңғыраша:

            – Йә Ғәбит өйҙә юҡ… Бәләмде һалдым…

            – Беҙ барҙа нимәгә ул Ғәбит! – Хөрмәттең тауышы ҡарлығып ишетелә.

            – Әйтмә лә. – Хөрмәттең һүҙҙәрен йөпләнем дә Айжандың толоп еңенә ҡулымды тығып баш бармаҡ төбөндәге ҡан тамырын эҙләп таптым. Бармаҡтарым аҫтындағы пульс һуҡмай, ярһып бейей төҫлө. Ҡорһаҡты ҡапшаным, ул әлегә ҡал-ҡыу һымаҡ, күҙаллауымса баланың башы таз ҡыуышлығына төшмәгән, хәүефләнергә иртәрәк.

       Уңғансы Ғиндулла трактор тәҙрәһенән башын сығарып аҡырҙы:

            – Сананы ысҡындырығыҙ!

            – Нимә?

            – Күрәһегеҙ бит, юл һалмайынса алға барып булмай!

     Ауылдан өс-дүрт саҡрымда ятҡан Атсапҡан яланына еткәнсе тракторға эйәреп көрт йырып, юл һалып арманһыҙ булғайныҡ инде. Ҡабаттан санаға ултырҙым да Тәңренән ярлыҡау һорағандай ҡулдарымды һоноп юғарыға ҡараным:

            – Ярҙамыңдан ҡалдырма!..

            – Нимә тинегеҙ? - Айжан урынында ҡымғырлай биреп ҡуйҙы.

            – Айжан, һин бер-ике сәғәткә сыҙа инде, баланы нисек тә тапмай тор. Күрә-һең бит ниндәй хәлдәбеҙ…

            – Ҡайһылайтайым?..

            – Ныҡ итеп сатыңды ҡыҫаһыңмы, әллә башҡа берәй юлын табаһыңмы… Белмәйем… - Иҫәңгерәгән-шаңҡығанлыҡтан буталып мәғәнәһеҙ хәбәр һалдым.

            – Мин… мин… тырышырмын… сыҙармын…

            – Сыҙа шу… Рәхмәт… - Тик ни өсөн рәхмәт әйткәнемде үҙем дә аңламаным.

  Ҡабаттан ҡорһаҡты ҡапшаным. Ул бүҫкәрә төшкәндәй. «Булмаҫ! Нисек инде улай тиҙ, ошондамы?»  Айжандың тирә-яғын ҡымтыштырғанда бармаҡтарым еүеш итәккә ҡағылды. Арҡам буйынан һалҡынлыҡ йүгерҙе: «Бөттөм! Толҡаттың һыуы киткән!  Бала ошонда тыуа ҡалһа уны һаҡлап, ҡотҡарып ҡалып булмай! Бер нисек тә! Зерә фельдшер һөнәрен һайлағанмын, әгәр агрономлыҡҡа уҡыһам ошо көндә яҙ етеп ер кибеүен көтөп түшәмгә төкөрөп маҙырап тик ятыр инем… Улайға китһә кендек бабайы булмаҫ өсөн миңә был донъяға бөтөнләй тыуырға кәрәкмәгән… Ә был бала исмаһам май айында тыуһасы, көндәр йылынғас, байрамдар үткәс, аулаҡлап… Ошо хәлдән имен-аман ҡотолһам районға барам да ғариза яҙып һалам, был хәйерһеҙ эштә миңә тимәһә анау Әхмәҙей ағай йөрөһөн…» Аңымдан ҡырамалай-ҡырҡ уйҙы йүгертеп тубыҡланған килеш бер килке һеңгәҙәнем. Юҡ, былай бармай, мәмәйләнергә ярамай, мин дә бит ир затынан!

       Ҡулдарымды ышаныслы болғап ҡысҡырҙым:

            – Ғиндулла, кире борол!

     Теге әйткәндәремде төшөнмәгәндәй кәпәсенең ҡолаҡсынын бер яҡҡа ҡыйшайт-ты:

            – Ни тиһең, ишетмәйем!?

            – Туң ҡолаҡ! Ҡайтабыҙ!

            – Нишләп? - Был һорауҙы Хөрмәт бирҙе.

       Уның яғаһынан бөрөп алып асыу менән ҡолағына бышылданым:

            – Атаң башы, миңрәү, һәтәү, иҫкә ярым! - Бар үсемде Хөрмәттән алырға теләп бер тынала әр һүҙҙәрен теҙҙем. - Бөтәһен һиңә сәйнәп ҡаптырырға кәрәкме? Боролабыҙ! Ҡайтып өлгөргән хәлдә ни күрһәк тә ауылда күрәбеҙ…

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас