Әҙәби мѳхит
7 Октября 2022, 03:38

Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

       Уйланғандай иттем:                 – Ғиндуллаға әйт, ДТ-һын тоҡандырһын, йәтешерәк берәй сана таҡһын. Хәҙер мин ҡаршы сығығыҙ, тип районға, бала табыу йортона шылтыратам да «тиҙ ярҙам» сумкаһына кәрәк-яраҡты тултырып алам. Нимә һенағастай һерәйҙең, бар, ос!             – Хәҙер! – Хөрмәт тыңлаулы балалай елтәңләтә баҫып сығып йүгерҙе.

Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)
Эҙҙәреңә генә баҫып барам... (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

       Медпунктта беҙ ике хеҙмәткәр эшләйбеҙ: мин - фельдшер, пункттың етәксеһе, һәм акушерка Ямал. Айжан бесән осоронда килеп иҫәпкә тороп сыҡты. Бик телә-мәһәм дә, гөнаһ шомлоғона ҡаршы уйлап ҡуйҙым: «Тыуасаҡ баланың атаһы кем? Был икәү хаҡында ауылда имеш-мимештәр баҫылмай, киреһенсә ҡуйыра ғына бара …» « Айжан менән Хөрмәт халыҡ араһында булғандарында бер-береһенән ҡасмайҙар ҙа, яҡынлай һалып та бармайҙар, һин дә мин йөрөй бирәләр. Һуңғы көндәрҙә Хөрмәттең йөҙөнә нур ҡунғандай, хәрәкәттәре лә ышаныслы, тимәк…                                                             

       Беҙҙең яҡта яҙ байрамы етте иһә күҙ менән ҡаш араһында көн торошо үҙгәрә лә китә, ҡылтым ҡатын-ҡыҙ шикелле сыпраңдаҡ холҡон күрһәтергә тотона. Был юлы ла шулай булды: төштән һуң сыҡҡан еңел ел бер аҙҙан һепертмәгә әүерелде, уныһы йәйәүле буранға ялғанды, ҡеүәтләнә барған буранға ябалаҡлап яуған епшек ҡар ҡушылғайны, эңер мәлендә күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәт башланды; ыжғыр дауыл алып ырғытырға теләп өй ҡыйыҡтарын хәтәр даңғырҙатты, мөрйәләргә инеп олоно, ҡойононда, ҡуйынында өйрөлткән көртөн урамдарға, ҡапҡа ауыҙҙарына, килтереп тултырҙы, йырмаслап һалынған ҡышҡы берләм һуҡмаҡтарҙы эҙен дә ҡалдырмай тотошлай күмеп ташланы.

       Ишекте шаҡынылар. Был ваҡытта кем йөрөр икән, тип шөбһәләнеп соланға сыҡтым:

            – Кем?

            – Был мин әле, Айҙар, ас!

       Солан стенаһына аушайып көткән кеше Хөрмәт икән.Ҡул биреп күрештек.

            – Байрам менән, тип әйтә алмайым, ни йомош?

            – Ней… - Хөрмәт кеҫәһен ҡаҡҡылап папирос килтереп сығарҙы, саба иҫкән буранда шырпы һыҙа алмай хитланды.

            – Бында тоҡандыра алмаҫһың, әйҙә эскә инәйек.

       Ҡуҙҙай быҫҡыған тәмәкенән соланға ҡырҡыу төтөн еҫе тулды.

            – Ямалды әйтәм, күрше ауылға ҡунаҡҡа киткән икән…

            – Беләм. Байрамдары бит.

            – Шулайын шулай, тик көтмәгәндә Айжан сирләп китте бит әле.

            – ?!?

            –  Нимә, аңра һарыҡтай таҫырайҙың? - Яндырайыраҡ холоҡло Хөрмәт көтмәгәндә тоҡанып китеп ҡулындағын иҙәнгә ырғытты ла енләнеүен баҫырға теләп төпсөктө табанлы быймаһының үксәһе менән тызып уҡ ҡуйҙы.

            – Таҫыраймайым, эт яманы буранда ҡоторған, тигәндәй, һинең тинтәкләнеүең аптырата.

            – Нимәһенә аптырарға, ҡатыным балаларҙы алып Бикбауға ҡайнымдарға китте, Ғәбит шабашкала. Ишек алдына сығып ҡараһам - күршеләрҙең тәҙрәләрендә ут яна, ишек бикһеҙ, инһәм - Айжан эсен ҡосаҡлаған да диванда аунай…

            – Күрәм, һин бик хәстәрлекле әҙәмгә оҡшағанһың, былай барһа ярты ставкаға Ямалға ярҙамсы итеп алмаһам булмаҫ, быуаҙ бисәләрҙең хәлен белеп йөрөргә лә бер кеше кәрәк бит.

           – Кешене мыҫҡыл итергә тигәндә һинән уҙҙырыусы юҡ инде ул!

            – Һеркәһе һыу күтәрмәй берәүҙең, ҡылтайырға әҙер!

            – Йә, ярай, һүҙ көрәштерергә ваҡыт самалы. Нимә эшләйбеҙ?

            – Билдәле, Айжанды район үҙәгенә оҙатырға кәрәк.

            – Ошондай көндәме?!

       Соланды күтәреп алып китерҙәй туҙынған буран тауышын тыңлап һуҙҙым:

            – Дә… Низнай…

            – Низнайҙан һалдырма, йәме, һиңә фельдшерға ярҙам һорап килдем, ә һин!

            – Дөрөҫ әйтәһең, фельдшер, акушер түгел.

            – Ундай эште маташтыра алаһыңмы һуң?   

            – Училищыла муляжда ғына эшләп ҡарап зачет биргәйнек. Ә бында…

            – Аңлашылды. Значит, ҡулыңдан килмәй. Ветфельдшер Әхмәҙей ағайға әйтеп ҡарайыҡмы әллә? Үткәндә танабыҙҙы имен-аман быҙаулатып биргәйне былай.

            – Ҡарап тороуға зиһенле генә күренһәң дә шыр тиле, һүҙҙең рәтен белмәгән алйот икәнһең, кем, Хөрмәтулла!

            – Алйот шул, алйот! – Хөрмәт ҡараңғы юҡҡа үрһәләнеп тар соланды арҡыры-буйға кәлепләне, ыңғайы бер таҡта стенаға типте.

            – Биреңде әйтәм, гел эргәңдә йөрөй инде.

       Әйткәндәремде раҫлағандай йоҙроҡ ишек яңағын төйҙө.

            – Муйынға килеп йәбешеп ҡуйма, Хөрмәт дуҫ, әлегә йәшәге килә.

            - Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, күпме генәһүҙ көрәштерһәк тә Айжанға һинең менән минән башҡа ярҙам итеүсе табылмаҫ.

       Уйланғандай иттем:    

            – Ғиндуллаға әйт, ДТ-һын тоҡандырһын, йәтешерәк берәй сана таҡһын. Хәҙер мин ҡаршы сығығыҙ, тип районға, бала табыу йортона шылтыратам да «тиҙ ярҙам» сумкаһына кәрәк-яраҡты тултырып алам. Нимә һенағастай һерәйҙең, бар, ос!

            – Хәҙер! – Хөрмәт тыңлаулы балалай елтәңләтә баҫып сығып йүгерҙе.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас