Әҙәби мѳхит
27 Сентября 2022, 09:52

Хөкөм (Повесть. Егерме етенсе киҫәк. Аҙағы.)

               Өҫтәлдәге таш киҫәгенең осҡоно ла тоноҡлана барып былт-былт итте лә бөтөнләйгә һүнде... 

Хөкөм (Повесть. Егерме етенсе  киҫәк. Аҙағы.)Хөкөм (Повесть. Егерме етенсе  киҫәк. Аҙағы.)
Хөкөм (Повесть. Егерме етенсе киҫәк. Аҙағы.)

        Ҡайтты ла ҡулына ҡағыҙ-ҡәләм алып өҫтәл артына ултырҙы, һуңғы хатын яҙҙы. “ Бөтә булған мөлкәтте ҡала приютында йәшәүсе Баймырҙина Нәйләгә яҙҙырам. Юридик документтар әҙер. Ми­не ауылға алып ҡайтып атайым-әсә­й­ем эргәһенә ерләгеҙ. - Теүәл адресты теркәгәс  һуңғы һөйләм­ен өҫтәне. - Ысын ис­ем-фам­и­л­иям - Иманбаева Нәйлә Васил ҡыҙы. Ҡәбер таш­ына ла шулай тип яҙығыҙ “ Ҡағ­ыҙ­ҙы күр­һ­ендәр өсөн ишек эргәһенә стенаға беркетте, ерләү мәшәҡәттәренә тип эргәһенә парт­м­оне һалды. Аҡсаны абайлаһалар ҙа яҙыуҙы уҡым­аҫ­тар, иғтибарға ал­ма­ҫтар моғайын.

  Ҡара күн диванға арҡаһын терәне, башын артҡа ташлап ҡулдарын ҡаушыр­ып тын­ып ҡал­ды. Әйтерһең ошо ҡара төҫтәге ҡа­ралтының дауамы булып үҫеп сыҡ­ҡан да до­нъяны йәмһеҙләп һерәйгән. Күҙҙәре алдынан бер - бер артлы әсәһе, атаһы, Ғә­з­им, Ви­ктор Николаевич, Сәлимә, аҡ бесәй балаһы, Пират йүгереп үттеләр. Йүгермәнеләр, ана улар, ҡа­­­­р­шы­һына баҫҡандар ҙа ниңә әжәлгә этәрҙең, беҙ ҙә тере йән инек тә ба­һа, тигәндәй рәнйеп төбәлгәндәр. Ниһайәт уға ла си­рат етте, уға ла ахрызам­ан килде. Булмышында бушлыҡ, унда хис тә, тойғо ла, ҡур­ҡ­ыу-өркөү ҙә, шатлыҡ-ҡайғы ла ҡалмаған. Йәне бар әлегә, һыҙлаулы күңеле бар. Иң­рәүле-ға-запҡа сыҙамай йөрәге тапҡырын ҡапшаны башта, шунан быулыҡҡан бәғере ниһайәт йырылып аҡырып илап еб­ә­р­ҙе. Илай белмәй ине бит ул, белмәй ине. Йөҙөн быуат елдәре йырмыслап ашаған, мәңгелек билдәһеләй күктәргә олғашҡан ҡая аҫтынан саф шишмәләр урғыла ҡайһы саҡ, ә уның таштай ҡаты күңеле тыуҙыр­ыуға һәләтһеҙ биҙәү ише миһырбан дымынан мәхрүм ине. Бына ниһайәт, тулғаҡ ғазабы аша тыу­ҙылар тоҙло күҙ йәштәре, тыуҙылар ҙа тыйып торғоһоҙ ағым булып биттәрен йыб­ырлатып аҡтылар ҙа аҡтылар, мәгәр һыҡтауын ныҡ сте­налар, тауышты том­алаусы евротәҙ­рәләр ситкә таратмай йотоп үҙҙәренә һеңдерҙе­. Таш ҡапсыҡ, ҡабыр­сыҡ эсендә оҙаҡ буҙланы шу­лай, оҙаҡ сеңләне. Арығас һең­кел­д­әүгә күсте, шунан бөтөнләй тын­ып ҡа­лды. Тотошлайы менән буша­нғас тынысланғандай итте, ҡулъяулығын сыланған бит­тәре­нә, еүеш күҙҙәренә тигеҙҙе. Инде иламаҫ, ағ-ыр йәштәренең тамсыһы ла ҡалманы.

       Үрелеп сумочкаһын алып унан алмасты килтереп сығарҙы лә өҫтәл өҫтөнә ҡу-йҙы, уны тәү ҡат күргәндәй иғтибарлап төбәлде. Таштың үҫәгенә энә осондай ғы-на яҡтылыҡ һеңеп батҡан да тирә-яҡҡа сихри нурҙар һибә. Унда Ғәлимйәндең ки-ләсәккә булған хыялдары, өмөттәре ынтылыштары яғылып ҡалғандар микән әллә? Әллә тыуған еренең йәме, асылмаҫ сере йәшеренгәнме унда. Уны Ғәлимйән менән, Өмбәт менән бәйләп тороусы берҙән-бер әйбер. Ғәлимйән юҡ инде хәҙер, ә тыуған төйәге алыҫта ҡалған мөғжизәле әкиәт илендәй. Уға күпме генә ынтылһаң да барып етеп булмаҫ инде...  

   Ауылда саҡта, ауылдаштарына, атаһына, һауынсыларға, ферма мөдиренә, бите-нә ҡо­й­ро­ғо менән бәргән Ағунаға асыуланып йәйләүҙән рәнйеп ҡайтҡайны. Етеш, хә­срә­т­һ­еҙ мул тормошта йәшәргә хыялланғайны бит. Иреште хыя­лына. Баҡтиһәң әҙәм бала­һы ғүмере буйы ҡайҙалыр ынтыла ла бер килеп, һуңғы сик­тә, теләйме быны, әллә юҡмы ярыҡ ялғаш алдында ҡала икән. Әҙәм балаһы ғүмер ба­ш­ында ғына, йәшәү офоҡтары киң саҡта ғына үҙен бәхетле тоялыр, тик үҙенең бә­х­­е­т­ле ик­­­­әнлеген бик һуңлап ҡына, йылдар үткәс кенә төшөнә. Әгәр ҡулынан килһә ошо бай йы­һ­азлы коттеджын күҙ ҙә йоммай, хәҙер үк әсегән һөт еҫе һең­гән шы­ҡһыҙ йәйләүгә алмашыр ине. Мөмкин түгел. Таш ҡапсыҡҡа сыҡмаҫлыҡ итеп ун­ың йәне, күңеле, хыялдары, ҡыҫыр ынтылыштары бик­лә­н­г­ән. Ул үл­мәҫ элек үк таш ҡәберҙә.  Ул нишләп һуң ошо хәлгә төштө? Гөнаһ гөнаһты тыуҙыра, аяғыңа уралған бәлә булмышыңды тышаған ҡазаға әүерелә. Барыһына фәҡәт үҙе ғәйепле, башҡа бер кем дә түгел. Шулай булғас язаһын дә ғәҙеллек һымаҡ ҡабул итер.   

  Торҙо, вата-бинт, йод, зеленка, пластырь кеүек ваҡ-тө­йәктәр һалынған өҫтәл тар-т­м­а­һынан йоҡо дарыуын килтереп сығарҙы. Үт­кәндә йо­ҡлай алмай интеккәндә те-ге уч­астка табибы яҙып биргәйне уны. Ҡабат-ҡаб­ат йөрм­әҫ өсөн бер нисә ҡапты бер юлы алғайны. Үтә лә көслөлөр, инструкцияла ярты төймә генә эсергә ҡу­ш­­ыл-ған. Зәңгәр­һ­ыу төҫтәге төймәләрҙе ялтыр ҡаптан ай­ырып, усына тиреп һәл­мәклә-не. Ни­ңә­лер улар­ҙы иҫәпләргә керешеп китте: бе­р­әү, ик­әү… ут­ыҙ… ҡырҡ биш… Ғәжәп, теүәл уның йә­ш­енә тап киләләр икән дә баһа был т­өй­мә­ләр. Йәшәгән йыл-дары усына һыйған да ҡу­й­ған. Хистәргә бирелергә теләм­әй иғти­б­арын ситкә йүнә-лтеп һағайыулы тыңланды. Көн тағы боҙолғандыр, ыжғыр ел то­р­бал­ар буйына инеп әсе сы­й­най, ҡар бөртөк­тәрен ҡы­штыр­ҙатып тәҙрәләргә килтереп бәрә. “Китер-гә кәрәк!” Был һүҙҙәрҙе үҙенә үҙе бойо­р­ға­ндай ҡысҡырып әйтте. Һыуыт­ҡ­ысты асып ми­н­ералка килтереп сығарҙы, ҙур фужер тулғансы пластик һауытты түң­кәреп то­­рҙо, шунан ҡулындағын ситкә ырғытты. Өҫ­тәл ҡырына һалған төй­мә­л­әрҙе яңынан ус­ына һыпырҙы, улар­ҙы ауы­ҙына оҙатҡас тонсо­ға-тонсоға ми­нер­алка эс­е­ргә тотондо. Бына та­мам. Ҡыл­ырын ҡылды. Артҡа сигенерлек, кире ҡай­ыр­ылыр­л­ыҡ юл ҡалдырманы. Диванға һуҙыл­ып ятты. Бер аҙҙан дарыу­ҙың ҡе­үәтенән баҫ­лыға баш­ла­ны, яҡтыл­ыҡтан, фанилыҡтан айы­р­ыл­ғыһы килм­әгәнгәлер һуңғы көсөн йыйып ҡабаҡ­т­арын йоммай күҙҙәрен асыҡ ки­л­еш ҡал­дырҙы. Бына инде нисәнсе тапҡыр, ал­ыҫтан, бик алыҫтан үҙәләнеп сыйнаған тау­ы­ш ишет­елде, күҙ алдында аҡ йомарсаҡ пәйҙә булды, тик һуңғы мәлдә ниндәйҙер рә­химһеҙ ҡул шул бесәй бала­һын эл­ә­ктереп алды ла ҡап-ҡар­аңғы, төпһөҙ упҡынға бы­раҡтырҙы.

     Өҫтәлдәге таш киҫәгенең осҡоно ла тоноҡлана барып былт-былт итте лә бөтөнләйгә һүнде... 

 

 

                                                                                                                 ***

 

       Тағы ла өс көндән ҡала эргәһендәге бай коттедждан ритуал хеҙмәт башҡарыу­сы­лар затлы табут, семәрле тәре, ҡара мәрмәрҙән юнылған ҡәбер ташын сығарып катафалькаға урынлаштырҙы­лар ҙа оҙатыусыларһыҙ  ҡаланың урыҫ зыяраты яғына йүнәлделәр.            

                

 

           

     

              

               

 

 

 

             

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас