АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
25 Сентября 2022, 09:31

Хөкөм. (Повесть. Егерме бишенсе киҫәк. Аҙағы бар.)

       Тертләтеп артында атыу тауышы яңғыраны...  

Хөкөм. (Повесть. Егерме бишенсе киҫәк. Аҙағы бар.)Хөкөм. (Повесть. Егерме бишенсе киҫәк. Аҙағы бар.)
Хөкөм. (Повесть. Егерме бишенсе киҫәк. Аҙағы бар.)

        Табиптар ҡулына килеп эләкһәң еңел генә ҡотолормон тимә. Сәләмәтләнгән-дән һуң да әле даими саҡыртып әллә ниндәй өҫтәмә анализдар тап­ш­ырырға ҡушалар. Ә уларҙы сәғәттәр буйы аяғөҫтө баҫып оҙон сираттар аша теүәл­ләй­һең. Би­лдәле сәбәп­тәр арҡаһында шәхси поликлиникаға күптән йөрөмәй.Үткән аҙна­ла ентек­ле ти­кшереүҙәр үткәйне, бөгөн иртән нишләптер яңы­н­ан саҡ­ырт­тылар.

   Таҡталай йоҡа, тыртыҡ кәүҙәле, ҡырыҫ ҡиәфәтле иргә, участка табибына ошоға саҡлы бер нисә тапҡыр м­өр­ә­ж­әғәт иткәне булды. Был юлы ла ул һөнәри этиканы һаҡларға теләп­тер риза­һ­ыҙ, уҫал йөҙөнә ирәбелек һыҙаттарын көсләп йәбештереп төмөз та­н­а­у­ына һаҡ­ҡан һө­й­әк тирәсле күҙле­ген төҙәткеләгәс эргәһендәге ҡаҡ-шауы еткән арт­һыҙ ул­ты­рғыстан ур­­ын кү­рһәтте, шунан рәсми тонда төшөн­д­өрөргә тотондо:

            – Тапшырған анализдарығыҙға килгәндә улар шәптән түгел. - Хөкөм сы­ғарғандай ирендәрен ҡымтып мәғәнәле шымтайҙы берауыҡ, ҡу­л­ында елпеүес һы­маҡ итеп тотҡан, ябай кеше шикләнерлек терминдар һәм һандар яҙ­ыл­ған һар­ғылт ҡағыҙ киҫәксә­ләренә ҡайтанан күҙ йүгерткәс тыңлауһыҙ күҙлеген яң­ынан тана­уы төбөнә батырып бойороулы тонда дауам ит­те. - Иң башта ак­ушер-ги­не­кологҡа, шунан эндокринологҡа күренегеҙ, ә улар ары нимә эшләргә кәрә­к­­лекте әй­т­ер. - Һеҙ­ҙ­ең һул яҡ түшегеҙҙә мастопатия тапҡандар.

            - Ә нимә һуң ул, мастопатия?

            - Шеш. Күп осраҡта ул зарарһыҙ иҫәпләнә, әммә һеҙ тапшырған анализдар икенсе нимә хаҡында һөйләйҙәр, лимфа биҙ­ҙә­регеҙҙең ше­ш­еп китеүе лә ауырыуҙың етдилә­неүе хаҡында иҫкәртә. Шуның өсөн оҙаҡҡа һуҙмай бе­л­гестәрҙән йүн­әлт­мә алып рентг­ено­гр­афия, талап  ителһә УЗИ үтеү мотлаҡ. Иң һу­ңғы сират­та шуларҙың һөҙөмтәһе менән он­кологҡа мөрәжәғәт итерһегеҙ. Ул юғары ҡатта ҡа­б­ул итә. - Һуңғы инстанциялағы хөкөмдарға күрһәткәндәй бармағын тү­ш­әмгә сәнс­те.

            – Онкологҡа?! - Ишеткәндәренә ышанырға теләмәгәндәй ҡабатлап һораны, ар­ҡа буйын өшәндергес һалҡынлыҡ зымбырҙатты. - Бәлки ошонда, үҙегеҙ генә ти-к­­ш­­е­­рер ҙә ҡуйырһығыҙ, ә? Мин һеҙгә тулыһы менән ышанам. - Яҡшы һүҙ, ыңғай һөҙ­­өм­тәгә өмөт ит­кә­ндәй лупа аша ҡараған, уның кисерештәренә битараф ҡалған күҙҙәргә инә­л­еп, ял­бар­ып т­өбәлде. Аңлашыла, һөнәре шул, уға бит көн ағышында әллә күпме кеше ки­лә, һәр ауырыуҙың көйәләнеүен, кисерештәрен үҙенекеләй ҡа-бул итә алмай.

            – Ханым, мин бит участка табибы, терапевт. Онкологҡа күренеү сирҙең кис-ек­т­ергеһеҙ раҫланыуы хаҡында һөйләмәй бит әле. Һеҙҙе бары консультацияға йүнәл­тә­беҙ. Ыңғайға юрайыҡ, - амбулатор картаны ябып ҡатырға тышлыҡты ҡул  һырты мен­ән һыпырғас унда яҙылған  һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡыны, - Наина Ва­с­­ил­ь­евна Крестенко. Һеҙ минең участка пациенты булараҡ һорарға хаҡым да ба­р­ҙыр, ниңә ошоғаса беҙҙең поликлиникаға, шәхсән миңә бер тапҡыр ҙа мөрәжәғәт итмәгәнһегеҙ?

            – Бөгөнгө көндә айырым категорияға ҡараған пациенттарҙы ҡабул иткән яб-ыҡ дауалау учреждениеларының барлығы бер кемгә лә сер түгел. Мөмкинлектәре барҙар табипты өйгә саҡыра ла ала. Был закон нигеҙендә тыйылмағандыр бит?

            – Юҡ, әлбиттә. - Табип уға һынап ҡараны. - Тимәк, һеҙ ошоғаса айырым категорияға ҡараған граждандар иҫәбенә индегеҙ инде?

            - Ниңә ошоғаса, мин әле лә унда мөрәжәғәт итә алам. Һеҙгә пациенттарҙың бөтәһе лә бер тигеҙҙер бит?   

            - Бәхәсһеҙ. Тик шуныһы, ауырыу кешеләрҙе категорияға айырып тормай бит әле… - Һау булығыҙ. - Күләгәләй үҙенең барлы­ғын да юҡлығын да бе­­л­дермәй айырым өҫтәлдәге ҡағыҙҙар өйөмөндә соҡонған шәф­ҡәт туташына ипле итеп өн­дә­ш­те. - Кем бар унда. Әйт. Инһен. 

     Бер нисә көнгә һуҙылған тикшереүҙәрҙән һуң, онколог кабинетынан ни үле, ни те­ре тү­гел килеп сыҡты. Түшенән рак сиренә әүерелә барған аденома таптылар. Операция көнөн билдәләнеләр.

  Поликлиниканан ҡайтышлай машинаһын ҡала паркына борҙо. Йәйәү­ле­ләр үт­ер тар һуҡмаҡтар ҡар­ҙан таҙартылған. Ултырғыстарҙың береһен би­л­ә­не.

   Ҡыш уртаһы етһә лә көн сағыштырмаса йылы, күк төпһөҙлөгө, ер өҫтөн япҡан ҡа­р­ҙың  аҡлығы тирә-яҡты яҡты нурҙарға күмгән, әйтерһең дә тәбиғәт ана шул аҡлыҡ­т­ан һәм сафлыҡтан ғына яралған тиерһең. Ни тиһәң дә миҙгеле түгел, шуғал-ырмы парк­та ял итеүселәр, прогулкаға сыҡҡандар артыҡлап кү­ҙгә салынмай. Эргәһенән һирәкләп үткән-һүткәндәр ҙә уға иғ­тибар итә һалып бармай, һәммәһ­е­нең үҙ ҡайғыһы, һәммәһ­енең үҙ шөғ­­өлө һәм хәстәре. Һуңғы ай­ҙа­рҙа йо­рт­она инеп сығыу ғына түгел, хат­та кеҫә телефон­ынан да шы­лт­ыратмайҙар, хәлен дә бел­ешмәйҙәр. Ошоға саҡлы уның менән танышлыҡ эҙ­лә­үселәр, әхирәтлеккә, серҙ­әш­л­еккә ынтыл­ыу­сылар ире үлеү менән ҡа­йҙалыр, ҡомға һеңгән һыу тамсылар­ы­л­ай юҡ­ҡа сыҡты. Иренең түшенә ҡаҙа­лған ма­т­ур сәскәләй йәшәгән, ауырлыҡһыҙ һәм хәсрәтһеҙ еңел ғүмер иткән, һулығ­а­йны, ши­ң­гә­йне арт­ыҡ әйберҙәй сүп һауытына ыр­ғыт­ылды. Ғүмер уртаһына етеп ки­лә: йә хәләл көс менән ҡорған ҡәҙерле донъяһы, йә ар­ҡа тер­әр яҡындары юҡ. Ул - кешеләр тар­афынан онот­ол­ған әҙәм, бө­гөн үл­һ­ен, илаусы, эҙләүсе, юҡ­һы­ны­усы, иҫкә алыусы ла бул­ма­яс­аҡ. Операция көн­өн бил­д­ә­ләнеләр, тик кем өсөн сәләмәтләнергә ынтыл­ырға тейеш һуң әле? Үт­кә­ндә Ғәлимйән әй­т­меш­л­әй ул да һуңғы туҡталышҡа килеп етте, ни­һай­әт ға­з­ап­ла­н­һын өсөн Аллаһы Тәғәлә уға үҙ язаһын ебәрҙе. Ғазаптарын еңе­ләйтергә, һәм һу­ҙы­р­ға теләү - мәғәнәһеҙлек. Болғансыҡ көнитмеш ише яман сир ҡоторона ҡайҙа ла, уға дауаһын, дауаланыр әмәлен уйлап тапмағандар әлегә. Гөлбикә апаһы, Ғәлимйән, инде килеп ул.

       Был ерҙән йәшелгә буялған мәсет манараһы асыҡ күре­­нә икән. Инеп сы­ғырға кә­рәк, исмаһам атаһына, әсәһенә, Ғәл­имйә­нгә инсе­л­әп саҙ­аҡа һалыр. Кү­пме тап-ҡырҙар йыйынды мәсеткә барырға, әммә ниндәйҙер эске өркөү, ятһыныу изге ур­­ынға ки­леүҙән тотто, тыйҙы.  Хәҙер мөм­кин.

   Инде. Итектәрен һалды. Алдан әҙерләнмәгәнлектән ялан башын муйынындағы ша­р­фы менән бөркәне. Сапан кейгән, башына аҡ сәллә ураған, түңәрәк һаҡаллы ир урта­һы кеше ҡаршы алды һәм күптән көткәнгә оҡшатып сәләмләне:

            – Әссәләмәғәләйкүм, ҡыҙым, беҙгә инеп ҡайһылай һәйбәт иттең әле.

            – Һаумыһығыҙ, олатай. Яҡындарыма аят уҡытырға мөмкинме?

            – Бик тә сауаплы йомош артынан йөрөйһөң. Кемдән, тип уҡырға?

            – Крест…Ғәфү итегеҙ, Иманбаева Нәйләнән, тигеҙ.

            – Ҡайһылай күркәм, иманға бай икән дә баһа исем-шәрифең. Әҙ­әм балаһы­н­ың барыр һуҡмағын, йүнәлер тарафын  ата-әсәһе ҡушҡан исем билдә­ләй. Торм-ош асҡы­сы, йәшәү асылы ул балаға ҡу­шылған исем. - Түңәрәк һаҡал к­өй­ләп аят бағышларға тотоноп китте.

       Сығыр саҡта туҡталып һораулы ҡайырылды:

            – Иң ҡаты яза, иң юғары хөкөм ниндәй ул, олатай?.. Төҙәлә алмаҫ­лыҡ сир-ме?

            – Сир хөкөм түгел, ул  әҙәм балаһының алдына ҡуйылған бих­ис­ап һынауҙар­ҙың береһе генә. Иң ҡаты хөкөм - фани донъяла эҙ ҡалдырмай, кеше хәтер­ендә уйылм­ай  юғалыу. Бына ямғыр яуа ла ергә һеңә. Тәү ҡарашҡа ул юҡҡа сыҡҡан һымаҡ. Улай түгел шул, тамсылар ерҙе һуғара, сихәтләндерә, дымлы тупраҡтан ҡа­л­ҡып сыҡҡан  үҫентеләргә йәшәү сығанағы бирә, ә тегеләре буй ебәрә, япраҡ яра, шун­ан сәскә атып емеш бирә. Кешенән һуң да уның балалары, ҡылған изге эштәре киләһе быуындарға матур өлгө һәм изге аманат булып ҡа­лыр­ға тейеш. Бына һинең атай­ың, әсәйең бәлки бик үк билдәле кешеләр ҙә булмағандыр бәлки, мәгәр уларҙы он­отмай аят уҡытаһың бит. Йәнә әсәйеңдең исемен күңелеңдә йөрөтәһең ә атай­ың­дың исемен паспортыңа яҙып ҡуйғандар, тимәк уларҙы һинең балаларың, балалар­ың­дың балалары онотмаҫ, гел хөрмәтләп иҫкә алыр. Был – кешелектең та­мырҙарын юллаусы шәжәрә. Ағас тамырҙары аша тупраҡтан һут ал­ып йәшәй, ә кеше то­ҡ­омо менән көслө һәм ҡеүәтле.

       “Мин тамырһыҙ ағас… “ Күңеле сығарған хөкөмдө баҫырға теләп һораны:

            – Олатай, сирҙәрҙән дауалаусы, гөнаһтарҙы кисереүсе изге урын бар тип иш­­­­­еткәйнем. Бәлки миңә шунда барып ҡарарға кәрәктер. Кәңәш итегеҙ.

            – Һәр кем ҡылғаны өсөн Хоҙай алдында яуаплы, гөнаһтарҙы бары Аллаһ үҙе ки­серә. Ә һеҙ әйткән урын ул әүлиә ҡәбере.  Әүлиәнең исем-дәрәжәһе - Мөжәүир хәҙрәт. Ул әйтеп ҡалдырған - сирләп кит­һәгеҙ килегеҙ, ер ҡуйынынан булһа ла ярҙам итеп ятырмын, тигән. Шуға, ҡыш­ын-йәйен ҡәберенән кешеләр өҙөлмәй, берәмләп тә, төркөмләп тә зыярат ҡыла­лар. Ниәт иткәсегеҙ барып ҡай­тығыҙ, бәлки файҙаһы тейер.

            – Һау булып тор олатай.

            – Имен-аман ғына була күр, балам. Мәсет юлын таптың бит инде, килгеләп й­өрө.

     Бер ни тип тә яуап ҡайтарманы.

  Иртәгеһен таң ҡараңғыһынан сәфәргә сыҡты. Урал аръяғының үҙәге иҫәпләнгән ҡала­ға 4-5 сә­ғ­әт самаһы барыр­ға кә­рәк, шунан арғы яғын һорашыр-белешер. Элек ҡа­йт­ҡ­анында шул ҡалаға поезд менән килә лә ары Өмбәткә автобуста юллана ине, әүлиә ҡәбере ту­раһында ла урыҡ-һурыҡ иш­­е­т­келәне.Эҙләгәнен табыр, ни тиһәң дә бөтөнләй ят ер түгел. Өҙәремде ауырлы­ҡһыҙ, мәшәҡәтһеҙ үтте; кабинаның эсе йы­лы, кәйеф өсөн маг­нитоф­о­н­ға еңел көй ҡуйып тоҡандырып ебәрҙе, асфа­л­ь­т­ты таҡыр ит­еп ҡы­рып, киң ит­­­­еп асып ҡуйғандар. Юлды яртылғас офоҡтан ҡояш күренде, күк­тән елгә­р­елгән ҡыш ту­ҙаны нурҙарҙа ялтырап яна ла шул һанһыҙ бөрт-өксә­л­әр зәңгәр күк йөҙө­н ап-аҡ тәб­и­ғәт ме­н­ән тоташтыра. Шыршылар иңенә ятҡан мамыҡ ҡарҙар ҙа әллә мотор тауыш­ынан, әллә ағас­тар­ҙан-ағастарға төркөмө менән күскән турғайҙар ҡуҙғытыуы­нан ара-ти­рә ергә һи­­белеп ҡояш нурҙарында емелдәгән ҡар бөртөк­тә­ренә яңы би­ҙ­ә­к­тәр өҫт­әй. Йә­н­ен өҙлөкһөҙ талаған шик-шөбһә аҙға ғына онотолғандай итте. Кафе­ла тәғә­м­­лә­неп, ултырған килеш кенә ял ит­еп, ойоған, талс­ыҡ­­ҡан тә­­нен яҙып алғас һор­­аш­ты ла рулде Ирәндек үренә кү­тә-релгән, яланғасланып кү­ренгән ҡы­рс­ын­лы һуҡм­аҡ­ҡа ҡайырҙы.

   Бер-ике саҡрым да үтергә өлгөрмәне, бығаса ялт итеп балҡыған көн көтмәгәндә бо­ҙола башланы: әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан болоттар тиҙ арала күк йөҙөн ҡапла-ны, яб­­алаҡлап яуынларға тотондо, әҙерәктән ҡибланан иҫкән киҫкен ел ҡарҙы һе-пертмәгә әү­ер­ел­дерҙе, һе­п­­ертмә ыж­ғыр бу­ранға ялғанды, буран дауыллы ғәрәсәткә олғашты, тә­биғәт күҙ менән ҡаш араһында яҡтынан ҡараңғыға сумды, бар ти-рә-яҡ төҫһөҙ­лән­еп, ҡараңғы­ла­нып китте. Ошоғаса асфа­ль­т­тан еңел генә елгән машина бульдозер эткесе менән тар ғы­на итеп йырмасланған бор­ма­лы һуҡмаҡтағы өй­мәк­ләне­ргә өл­г­өргән йо­м­шаҡ көрткә сумды. Ҡаршылыҡтарҙы йылдам янтайып үтеп  рулде уңға-һу­лға бор­ғослауын дауам итте. Һи­ҙемләү­енсә, килеп еткән бит ин­де, утар­ға тар­т­ым ауыл ошо тирәлә генә ятырға те­йеш. Өйҙәр шәүләһен шәй­лә­р­гә тел­әп тәҙ­рәгә терә­леп тиерлек алға ҡараны, тик унда тотош стена булып ҡалҡ-ҡан ҡар ша­ршауы ғына ағ­а­рып күренде. Бына машина сир­аттағы, кабинанан да бейегерәк булып ҡалҡҡан йомшаҡ кө­р­ткә сумды. Дүрт тәгәрмәс тә зыр­лап әйләнә, уры­ны­н­ан ҡымшанмаған машина ҡар ағ­ы­м­ын дүрт тарафҡа борхолдатып атып  соҡор­л­ай тор­ғ­ас ни­һа­йәт ҡо­р­һ­ағы менән ҡаты ҡар ҡатламына терәлде. Газ педал-енә ҡат-ҡат баҫты, рәт сығара алмағас  ишекте ауы­рлыҡ менән этеп асып тыш яҡ-ҡа атланы, бата-сума машина­һ­ын әйләнеп сыҡты, аптыра­ғандың көнөнән өҫ яҡта-ры ғына күренгән тә­гәрмәстәрҙе типкесләне, алғы тәҙрәгә һылашырға өлгөргән ҡар ҡа­т­ла­м­ын еңе мен­ән һыпырып т­өшөрҙө. Көн  ҡа­пыл сасҡаулатып ебәргән, буран ҡа­й­ырған ҡуйынына тулған һалҡын­лыҡ спорт костюмы аша тәнен үтәнән-үтә һуҡты. Селләгә үс иткәндәй  куртка­һ­ын сисеп асыҡ иш­е­ктән артҡы ултырғысҡа ырғытты ла ултырғысҡа таш­л­анып моторҙо ҡабаттан тоҡандырҙы, тиҙлек рычагын уңлы-һуллы тартҡыл­аны. Фа­й­ҙаһыҙ, урынына һеңешә барған машина бары көсәнеп үкер­ҙе генә. Тәңренән ярҙам өмөт иткәндәй юғ­арыға ҡараны.Туҙырашып йөҙгән болоттар араһында ара-тирә ялт-йолт итеп ҡояш яр­сы­ғы күренгеләп ҡала. Көн иртә әле. Әллә килеүен-ки­лгәс йәйәүләп кенә барып ҡа­р­арға­мы икән, тигән фекергә килде. Ишекте ябып өшө­­гән ҡул­дарына өрөп алды, машина­н­ың мейесен тулы ҡеүәтенә ебәрҙе. Әлегә каб­инала урта кимәлдәге температура, автом­а­­т­­ик рәүештә йылытылған кресло ла тәнен тумбы­ғырға бирмәй. Ҡаҙып һалынған юлға буран кө­рәп ҡар тултыра, алға ла китеп булмай, сиген­ер­лек тә сама юҡ. Һул яҡ түш­е­нең һул­ҡ­ып ҡуйыуы уны айнытып ебәр­гән­дәй итте, үр­елеп курткаһын алып кей­ҙе, за­могын күтәр­еп яғаһын тор­ғоҙҙо, көләпә­рәне ялан баш­ы­на ҡапланы һәм баяғы ет­еҙ­легендә ишек тотҡаһына йәбешеп уны эске ярһыу менән этте лә тыш яҡ­та ойоҫҡоп уйнаған буран тул­ҡын­ына сумды. Ҡар­шы иҫкән елгә быуылып  аҙға ғына туҡталып ҡалды. Ҡа­й­ҙа барырға, уңғамы, әллә һу­лғамы? Тоҫмал менән алға атланы, тубы­ғ­ы­нан юғары ҡарҙы кисеп бер нисә аҙым яһағас тәнен баҫҡан тәрән арыуҙы тойҙо, аяҡтарын саҡ ҡына хә­р­әкәт­ләндерер ҙә хәле юҡ. Әгәр артында ҡара нөктәләй генә булып күренгән ма­­шинаһын та­шлап китһә аҙашыр моға­йын, сөнки бында ҡола ялан­да уңды-һулды айырыу, баҫ­ҡан ереңде самалау мөмкин түгел. Икеләнеп ҡал­ды,  кире бо­р­­олдо, һал­ҡыная барған каб­инаға тығылды ла ултыр­ғыс ҡул­айлама­һы­на башын һалып тынып ҡа­л­ды. Мо­т­орҙы тоҡандырырға ярамай, сөнки бензин кәмегәндән кәмей бара. Бынау әҙәм та­р­афынан онотолған, дауылда тулҡын­ған диң­г­еҙҙәй аҡ даръя йотҡ­ан яланда әллә күп­ме этләнер әле ул.  Йоҡом­һо­раған­дай итте. Күҙҙәрен асҡанда уға ҡаршы ут к­өл­тәһе яҡынлаша ине. Ҡабаланып курткаһын кейгәнсе тәҙрә быялаһына һуҡтылар. Ишекте асҡайны ка­б­и­на­ға төлкө кәпәсле баш тығылды.

            – Ҡамалып ҡалып тотҡонлоҡтан сыға алмай аптыраламы, һылыу? - Һаҡал-мыйығы ҡырылмаған тулы битле, тоташып тиерлек үҫкән яҫы ҡашлы, былтығыр-аҡ күҙ-ҡабаҡлы 35-40 йәштәр самаһындағы ир икән.

            – Эйе баттым да ҡуйҙым. - Ҡаршыһында ҡотҡарыусыны күргәс те­ре­м­е­клә-нде. - Ярҙам итегеҙсе, миңә ҡаршылағы ау­ылға бар­ырға ине.

            – Манһырҙағы әүлиә ҡәберенәме?

            – Шунда ине шул.

            – Бара алмаҫһығыҙ, мин үҙем гусеницалы трактор менән йөкһөҙ килеш тә саҡ юл ярып киләм. Тр­оссығыҙ бармы?

       Кире асфальтҡа  сыҡтылар.

       Куртка кеҫәһенә тығылды:

– Мәшәҡәтләгәнем өсөн ғәфү үтенәм, күп­ме түләргә?

            – Ярҙам иткән өсөн аҡса алып байып булмаҫ. Рәхмәт әйтһәгеҙ шуны­һы ла баш­тан ашҡан.

            – Һеҙ ошо тирәләге ауылдандыр?

            – Беҙҙең яҡта имомарка тип аталған ДТ менән шыуышып көн иткәс ошо тирә­не­ке буламдыр инде. - Ир ауыл еренә хас бер ҡатлылыҡ менән юҡтан ҡыҙыҡ табып көлөп ебәрҙе. - Буран тимәй, дауыл тимәй ҡатынымды бала табыу йор­т­о­н-ан алырға тип китеп барам. Бишәү булып киттеләр, бишәүһе лә ҡыҙ. Уларҙы кей­ә­үгә бир­еп бирнә өләшә башлаһам мөлкәтһеҙ ҡалыныр микән. - Ир тағы ғәм­һеҙ һаһ­ылдап ебәрҙе.

    Күҙ асҡыһыҙ буранда, төҫһөҙ бөләңгертлектә яҡты, ирәбе кешене осратыуҙан күң­елле булып китте. Яҡынынан кәңәш һорағандай мөрәжәғәт итте: 

–  Әгәр эргәләге ҡалала ҡунып иртәгә ҡабаттан ынтылып ҡарағанда, үтә алырмынмы икән?

            – Юл был тарафҡа ҡалмай ғәҙәттә. Моғайын оҙаҡҡа һуҙмай асырҙар. Тик һеҙгә кәңәшем бар – барырға тырышмағыҙ унда, моғайын да әүлиә ол­атай һеҙҙе ҡабул итергә теләмәйҙер. Ишетеп белеүемсә ҡат-ҡат килергә тырышып та ки­ре боролғандар бар. Күрергә теләмәгәндәренә ҡыш көнө буранын сығара, йәй көнө ҡойма яуынын ебәрә. Йәйге аяҙ көндә бер ҡатындың зыяратҡа барып етә алмай быуындан яҙып ултырыуын күрҙем. Күрмәһәң -күр, ишетмәһәң ишет, тиҙәрме әле. Хәлдәр бына ошолайыраҡ ҡуйылған беҙҙең яҡтарҙа.

       Ҡаланы ситләтеп үтеп ҡайтыу яғына юлланды ла, төн таңға ауышҡас ҡайтып инеп, арманһыҙ булып түшәгенә ауҙы.         

       Батып барыусы караптан хатта ҡомаҡтар ҙа ҡаса ти бит. Виктор Николаевичты ерләгәндән һуң төрлө сәбәп табып хеҙмәтселәр тарала башланы. Пират менән генә ҡа­лдылар. Эт тә бәлә килерен алдан хәбәр иткәндәй төндәрен олоп сыға һәм иртән ғәйебен тан­ығандай ояһына боҫа. Күршеләге ҡарт кәртә аша ҡысҡырҙы:

“Ҡаза саҡыра бит этегеҙ, ҡотолоғоҙ унан, аттырығыҙ!”

“Кем атһын уны?”

“Ҡорал тоторға рөхсәте булған һунарсымын, ярҙам итә алам.”

“Ярҙам, тиһегеҙме?.. - Үтенесен әйтергәме - юҡмы, тигәндәй икеләнә биреп торҙо. - Беҙгә ингеләп йөрөгөҙ әле, олатай...”

“Һеҙҙең ишегегеҙҙең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәйем бит, элек ҡатышып йәшәмәгәнде бөгөн килеп... Уңайһыҙ нисектер”

     “Уңайһыҙланмағыҙ. Хәҙер ишегемә йоҙаҡ һалмайым. Тотҡарлыҡһыҙ инә алаһығыҙ, минең эт һеҙҙе таный.”

                 “ Этегеҙ таныйҙыр ҙа бит. Бөгөнгө көндә кеше кешене танымай, шуныһы йәл…”

       Аҙыҡ алып сыҡты:

            – Кил әле, Пират, ашап ал, асыҡҡанһыңдыр.

       Гел тиҫкәреләнгән эт ояһынан ылдый ғына килеп сыҡты ла үҙенең һуңғы тап-ҡыр туҡланыуын һиҙгәндәй алдындағын һоғаланып ашап ҡуйҙы, шунан эргәһенә килеп ярлыҡау һорағандай, өмөт иткәндәй күҙҙәренә төбәлде. “Бик теләһәм дә ҡалдыра алмайым, Пират. Мин китһәм кемдең ҡулына ҡарап ҡалаһың? Шул ха-ҡта уйланыңмы? Һин һәйбәт эт булдың, беҙҙе һиҙгер һаҡланың Хушлашайыҡ. Рәнйемә…”

       Тертләтеп артында атыу тауышы яңғыраны.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас