Әҙәби мѳхит
23 Сентябрь 2022, 10:19

Хөкөм (Повесть. Егерме өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

– Бәхилләшәйек. Һиҙәм, беҙгә башҡаса осрашырға тура килмәйәсәк. Енәйәтсе енәйәтсене хөкөм итә алмай. Бар кит, үтен­әм кит...

Хөкөм (Повесть. Егерме өсөнсө  киҫәк. Дауамы бар.)Хөкөм (Повесть. Егерме өсөнсө  киҫәк. Дауамы бар.)
Хөкөм (Повесть. Егерме өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

      Тормоштарының рәте, йәме, мәғәнәһе китте. Айы­рым түшәккә ятып, бошала-нып, уяулы-йоҡоло төн үткәр­әләр. Иртән ире эшкә тип сығып китә лә ҡараңғы тө-шкәс кенә ҡайтып инә. Бөтөнләй ятҡа әүерелделәр. Аш бүлмәһендә теләкһеҙ генә ҡапҡы­лайҙар ҙа Виктор Николае­в­ич кабинетына инеп бикләнә, ә ул телевизор то-ҡан­дыра, бик булмаһа гәзит-жур­н­алдар ҡыштырҙата, тик экрандағы барған хәл-ва­ҡиғалар, ҡағыҙ­ҙарҙы сыб­ар­ла­ған яңылыҡтар аңына барып етмәй, зи­һе­нен ҡуҙғ-ытмай.

       Төш мәлендә ят ир килеп инде лә, башын эйеп, ҡара­шын йәшереп ту­пһа ауы-ҙында тапанды:

            – Наина Васильевна, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Бөгөн комбинатта неф-ть тултырылған резер­вуар шартланы, ҙур янғын сыҡты. Цехтарҙағы эш барышын тикшергән Викт­ор Нико­лае­вич, тағы ла бер нисә кеше ялҡын эсендә бикләнеп ҡа-лдылар, сыға алманылар.

  Йә үле, йә тере түгел йөрөнө һуңғы көндәрҙә, бөтә кисергәндәре ҡурҡыныс төш һым­аҡ ине уның. Тотошлай тиерлек өтөлгән иренең ҡара көйгән һөйәктәрен кеш-егә күрһәтерлек булмағас ябыҡ табут­ҡа һалған бул­дылар, сәскәләргә күмделәр. Уның менән генә хәсрәт еңеләйһә ҡана ла һуң? Мейеһен бәйләнсек уй игәне: “Гө-наһһыҙҙы Аллаһы Тәғәлә тотошлайы менән утта өтә, ә мин бит баш-аяғым менән енәйәткә, алдыҡҡа батҡанмын. Ул мине ҡасан алыр, нин­дәй яза­һ­ын бир­ер?.. “

       Иренең туғыҙын сиркәүҙә уҡытып, коллегалары, яҡын кешеләре менән кафы-ла билдәләгәндән һуң кисләтеп кенә ҡайтып тора ине, телефон шылтыраны:

            – Нәйлә, был мин инем әле. - Һаулыҡ һорашыуҙан башламаны, әллә онотто, әллә кәрәкһеҙ һананы.

        Аралашҡанда һауаланмай, тәкәббер ҡыланмай хәҙер, әле лә һәү­е­т­емсә яуап-ланы:

            – Тыңлайым һеҙҙе, Хәлимә апай.

            – Фажиғәгеҙ хаҡында гәзиттәрҙән уҡып белдем. Тормошома ҡағылышлы әй­тә­һе һүҙҙәрем бар, киләйем, ҡабул итерһеңме?

            – Өйҙәмен. Тәҙрәләрҙә ут булмаһа ла ин.

      Яй ғына, тауыш-тынһыҙ хәрәкәтләнгән ҡарасҡы күренде.

            – Бынауында, эргәмә үт. Ошолай ғына ултырайыҡ, утты ҡабыҙғым кил­мәй.

      Хәлимә ауыр ҡы­ймылдап тәҡдим ителгән ерҙән урын алғас ҡулдарына өрҙө:

– Көндәр шулай һыуынымы, әллә сәбәпһеҙгә өшөйөммө, ҡалтырата нишл-әптер. -  К­өр­һөндө. - Һөйләгәнемде тыңлар яҡыным булмағанлыҡ­тан ҡаңғырам. Тағы күң­е­лемде таштай ҡатырған ҡа­й­ғы­м­­ды тышҡа сығарһам хәлем еңе­л­әй­м­әҫме тип тә өмөтлә­нәм. Бүлдермәй генә тыңла, һәм мин китермен. Бөтөнләйгә китерм-ен, һеҙҙе баш­ҡа­са борсомам. Йәшәүемдең аҫты өҫкә килеп түңкәрелгән төҫлө, шу-ға фатирымда тол­ҡа тап­м­ай ҡала ура­м­дарын маҡсатһыҙ ҡыҙырҙым-ҡыҙырҙым да килдем бына. Беҙ был донъяла өсәү инек - әс­ә­йем, мин, Сәлимә­кәй. Улар мине та-шлап киттеләр. Аҙаш­ҡан юл­сылай ҡайҙа барып бә­рлегергә бел­мәйем. Сәл­и­мә үт-кәндә ҡайтып инде лә түшәккә ауҙы, күҙ аҫт­а­ры ҡа­рай­ып ки­ткән, үҙе дер-дер ҡал-т­ырай. Уны ошондай фиғе­л­дә күргәс йәнем сыға яҙ­ҙы. “Ни­ бул­ды балам,- тип өҙг-әл­ә­н­дем, - ауырып киттеңме әллә?” “Әсәй, йәшәүгә ыш­а­н­­ыс­­ы­мды юғалттым. Үҙе-мде, барлыҡ кешеләрҙе бер юлы күрә алмайым!” “Улай тимә, әйләнә-тирәлә яҡ-шы ке­шеләр бөтмәгән” Кинәт шырпылай тоҡанып китте: “Күрһәт миңә шулар-ҙың береһен? Ул - өләсәй­емме? Мин уның өсөн гел­ән һалыҡ һәм артыҡ там­аҡ бу­лдым. Ул һин­ме? Ғәзиз бала­һ­ын ғүмер буйына етем­леккә дусар иткән ҡат­ы­н­дың әсә исемен йөрөтөргә хаҡы бармы?!.” Шулай тине лә ыр­­ғып тороп балконға сыҡ-ты, билдәһеҙлеккә төбәлде, шунан аҫҡа тротуар­ға ҡараны. Ҡарашы һүнгәйне ун-ың. Уйын-ниәтен һиҙгәндәй ҡосағыма алып көсләп тиерлек кире түшәккә ятҡыр-ҙым. Төнө буйы тәне уттай янып сыҡты, үҙе ҡара тиргә батҡан, үҙе һа­та­ша. Ике көн эргә­һенән китмәнем. Өсөнсө көн ипкә килгәндәй итте, иртәнсәк  сәй ҙә эсте хат­та, йөҙө лә асыла төшкәндәй күренде. Сәбәпһеҙ өйҙә ҡала ал­м­а­й­ым бит, былай ҙа алмашсым минең урынға дежур итеп йөрөй ине, шуға вахта­ға киттем. Эшкә ки-леү­ем булды өҫтәлемдәге теле­фон зыңғыр­ла­ны. Теге ҡыҙ­ҙа­р­ымдың бе­реһе икән: “Бөгөн сираттағы клиентым килә, сәғәтен килеш­тем, һеҙҙә булам”, ти. “Күренмә унда, әлегә фатирым буш түгел!”, тип ярһ­ып аҡ­ыр­ҙ­ым трубкаға. “Улайһа свидан-ие ваҡытын күсерер­мен”, ти был тыныс ҡына. “Инде миндә оср­а­шырға ярам­ай, бөтөнләй яр­­а­м­ай, сәсрәп кенә ки­тегеҙ шул клиенттары­ғ­ыҙ менән!” Торараҡ был ҡабаттан шылтырата: “Барҙым, кл­иент нишләптер килмәгән, ә һеҙҙең фатирығыҙ эс яҡтан бикле, үҙемдәге асҡыс мен­ән дә аса алманым!” Шул хаҡта ишетеү менән эш урын­ын студенттарҙың береһенә ҡалдырып ҡайтыу яғына йүгерҙем, автобус көтөү ҡайҙа, ты­ным ҡурылған­лыҡтан быуылып, эләгә-йығы­ла йәйәү тән­терәкләй-ем, үҙ­ем түгел­еп илайым. Ҡаршыма осрағандар ситкә та­р­тылалар, апты­рап ҡар-ап ҡалал­ар. Фа­тир ыс­ынлап та бикле ине. Күп­ме генә ҡыңғырау кнопкаһына баҫһ-ам да яу­ап бир­еүсе булма­ны. Атлығып сығып өңө­лөп тәҙрәләргә баҡт­ым, үрһәлә-неп кире по­дъезға ин­дем, шаҡ та шоҡ баҫып таш баҫ­ҡ­ыс­тарҙан күтә­релдем, үҙ ая-ҡтарыма үҙем тышалып һөрлөгөп тә ки­ткеләнем. Дыула­ған ту­бы­ғыма иғтибар ит-мәй һаман алға ынтылам, ә та­мағым тө­б­өн­ән ҡыҫылып сыҡ­­ҡан, һыҡтауға тартым өн таш стена­ларға бәрлегеп яңғырай. Йөҙөм менән ҡапланып ише­к­те дөмбәҫләй-ем, үҙем һамаҡ­лап ҡысҡырам: “Ҡыҙым, Сәлимәк­әй, ас, үте­нәм, ни булды һиңә, һис юғында яуап бир, им­енлегеңде белгерт!” Оҙ­аҡ ша­у­­­ланым шу­­лай. Юғары ҡат-та йәшәгән егет сығып түбәнгә ҡара­ны: “Ты чё, баб­ка, орешь как угарелая, ве­сь по-дъезд на ноги по­д­ниме­шь, что случи­л­ось?” Ул спортс­мен егет миңә йыш оср­ай, иртәнсәк паркта йүге­р­еп әйләнә лә аҫтағы балал­ар майҙансығ­ы­на ин­еп физзаряд-ка яһай. Тап булышып иҫ­әнлә­шеп йө­рөһәк тә исемен белмәй инем. “Ул­ым, өҫ яҡ-тан беҙҙең балко­нға төшө­п ишекте ас әле. Ҡы­­ҙым өйҙә ине, нишләптер тауыш-ты­ны той­олм­ай.” Егет юғал­ды, бер аҙҙан эс яҡ­та хәрәкәт, аяҡ тауыштары ишетелде, һәм был өтәлә­неп килеп сыҡты ла кө­т­­мәгәндә ҡу­р­ҡыныс нимәгә бә­рлеккәндәй фа-тирына күтәр­елеп ишеген шарт­л­ата яб­ып бикләп ҡу­йҙы. Һаҡ ҡына баҫып өйгә ин-дем. Аш бү­лмәһенә күҙ һалд­ым; өҫтәлдә ярты­л­аш эсел­гән шешә ике рю­мка, ҡаб-ыр ризыҡ күре­нә, ти­мәк бында табын ҡор­ғ­ан­дар. За­л­да ҙу­райт­ылған дива­н­да йый­ыш­т­ырыуһыҙ тү­шәк күренә, йомарланғ­ан яҫтыҡ стена ҡы­рында ята, юрған яртыл­аш иҙәнгә һалынған. Асыҡ ишекле йоҡо бү­л­мәһенә ҡа­­ра­ным да, ҡаттым да ҡалд-ым, ҡыҙым, минең берҙән-бер йән ки­ҫ­әгем Сә­ли­м­ә­кәйем сүкәйеп, йөгөнөкләгән килеш йылыл­ыҡ торбаһына аҫылын­ғай­ны. Кер йы­у­ыу бауына быуылған му­й­ыны ҡыҫҡа сәс­тәр ҡаплағанлыҡтан кү­рен­мәй тиерлек, ба­шы, ҡулдары сыб­ыртҡы­л­ай тү­б­ән һал­ынғандар. “Һин… һин нимә ҡыландың ул, бал­ам?” Әйтерһең дә ул ми-ңә яуап бирә ала инде. Ҡапыл башым әйләнеп китеп иҙәнгә ҡоланым, әммә аңым-ды юғ­алт­м­а­ным, ҡул-аяҡ­тарымды көскә ҡымғырлатып алға  шыу­ыштым да һалҡ-ын, ҡата баш­лағ­ан кәүҙәне ҡос­аҡ­лап тынып ҡал­дым. Он­о­т­олдом шулай, ә та­мағ-ым төбөнән һыҡ­т­а­у­ға тартым саҡырыу ағыла ла ағыла: “Нишләп кенә улайт­тың, мине кемгә ҡа­л­дыр­ҙың, ҡайт, балам, ҡайт…” Арты­мда ас­ыҡ ҡалған ишектән килг-ән еләҫлек айныт­ып еб­әргә­ндәй ит­те, һаташып уянғандай башымды бор­оп тирә-яғ­ыма ҡа­­­раным, күҙем иҙә­ндәге ҡағыҙ битенә һәм шул тирәлә һибелеп ятҡан ҡағ-ыҙ аҡсал­арға төш­тө. Тигеҙ, матур хәрефтәр теҙелгән бер бит яҙыуҙы ҡу­лыма алд-ым. “Һин үҙеңде, йо­рт­о­ң­до, намыҫ­ың­ды ошо бысраҡ аҡсаларға һат­тың­мы? Бына ни сәбәптән мине үҙеңә яҡынлатмаған­һың икән! Әшәк­е­леккә, аҙғынлыҡҡа батҡан донъя­ла, фәх­е­шхана­ға әүерелгән фатирҙа, кеше тәне менән һатыу итеүҙе кәсеп ит-кән әсә мен­ән ары ҡала алмайым! Тәнем бысранһа ла таҙа йән менән китәм! Үҙ-үҙ-еңә ҡул һалыу иң юға­ры гөнаһ икәнлекте лә беләм, әммә мин ошо юлды һайлан-ым. Бы­н­дағы йәшәү те­г­е­н­дәге тамуҡтан ҡурҡынысыраҡ түгелдер әле. Шул тамуҡ-та йән­дәребеҙ оср­аш­­ҡан хәлдә лә һине ғәфү итмәйәсәкмен, минән кисереү, ярлы-ҡау көтмә. Ҡал һәм ыҙалан­ып йәшә! “ Яҙылған­д­а­р­ҙы  ке­меһе­нәлер күрһәт­еү­ҙән ҡу­рҡ­ҡа­ндай уҡыған­дарымды ҡа­баланып усыма йома­р­­лан­ым да, тороп болға­ң­л­ай-бол­ғаңлай аш бүлмәһенә үттем һәм аяуһыҙ хөкөм ҡарарын­ан ҡо­т­о­лорға теләг­ән-дәй ҡағыҙ киҫәген сынаяҡ аҫтына һалып ут төрттөм. Ҡана ла һуң үткә­н­дәреңдән, ха­талар­ыңдан ошо юл менән ҡотолоп булһа?! Шунан иҙәндә туҙрашҡан теге аҡса-ларҙы бармаҡтарым менән ҡармап алдым да әле һүнеп өлгөрмәгән, ҡуҙырап, көй-өрәп ятҡан ҡағыҙ көлө өҫтөнә һалдым. Улар ҙа һә, тигәнсе янып киттеләр. “Ләғнәт һеҙгә, бысраҡ аҡсалар! Ләғнәт һәм ҡарғыш! Аҡылһыҙ әҙәм балаһы ғүмере буйы һиңә табынып йәшәй, һинең өсөн юҡты бар итә, барын тағы күбәйтергә ынтыла. Күбәйтеүен арттырыр өсөн имандан яҙа, йәнен иблескә һата. Ә уны ғүмер ахыр-ында нимә көткәнлеге билдәле. Аҡылһыҙ әҙәм балаһы тигәнем кем ул? Ул – мин, һин, улар...” Күңелемдән атағандарымды күрергә теләп аларған ҡарашым менән тирә-яғымды байҡаным. Бер кем дә күренмәй. Бары һүрәнке яҡтылыҡ һәм ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ. Тимәк аҡылһыҙ әҙәм ул - мин, башҡа бер кем дә түгел. Сынаяҡ аҫтын алдып ундағы ҡара өйөмдө башыма түңкәрҙем. Түбәмде эҫе көл әсетте, сәс-тәрем шыжлап өтөлдө. “Шул кәрәк миңә, шул кәрәк!” Ҡолаҡтарымды устарым менән томаланым да ҡырағай тауыш менән  аҡырып илап ебәрҙем. Уңғансы йүге­рә-атлай полиция кейе­м­е­ндәгеләр килеп ин­де. Күрәһең егет хә­бәр итеп өлг­өрг­ә-ндер. Улар­ға ни ни­мә, ғәҙәти эш атҡарғандай протокол төҙөп минән, күрше- тир-әнән ҡу­­л­та­мғалар ал­дылар ҙа, аҫылынған кәүҙәне бәке менән ҡырҡып бушатҡас, ауыр мәсьәләне хәл иткәндәй, оло йом­ош атҡарғандай ингән етеҙлегендә сығып та киттеләр. Һуңынан са­ҡ­ыр­т­ып ҡыҙымдың үлеме хаҡында бирелгән справканы ун-дағы башҡа мәғлүмәттәргә ҡушып беркеттеләр ҙә, был ваҡиғала енәйәт элемент-тары юҡ тип делоны ябып та ҡуйҙылар Бөгөн миһырбанһыҙлыҡ, хаяһыҙлыҡ ха-кимлыҡ иткән осорҙа кеше кешегә кәрәкмәй шул.

   Ҡайғыһын һөйләгән Хәлимә тынып ҡалды ла үҙ-үҙенә яза ҡарары сығарғандай әйт­те:

            – Баламдың башын ашаған кеше булараҡ иң ҡаты хөкөмгә тарттырылырға лайыҡмын. Тик үлеп кенә булмай. Сәл­и­мә­нең етеһен уҡытҡандан һуң аҫылыныр-ға маташ­тым, әммә серек кер бауы өҙөлөп ултырғыстан аяҡтарымды алыу менән иҙән­гә гөр­һөлдәнем: бары маң­л­айым һыҙыр­ы­л­ды, терһәгем ҡаймыҡты. Барыр ер-ем, бат­ып үлер күл­ем юҡ. Олоғайған көндә шу­ндай яҙмышҡа тарырмын тип, кем уйлаған. Шәү­ләл­әй көн ит­әм.

            – Һеҙҙең хәлегеҙгә инә, ғазаптарығыҙҙы еңеләйтә алма­йым. Шәүләгә нисек кенә итеп ярҙам итмәк: ул тәнһеҙ, йәнһеҙ…

            – Ҡайтайым. - Хәлимә урынынан торҙо.

            – Бәхилләшәйек. Һиҙәм, беҙгә башҡаса осрашырға тура килмәйәсәк. Енәйәтсе енәйәтсене хөкөм итә алмай. Бар кит, үтен­әм кит.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас