Әҙәби мѳхит
22 Сентябрь 2022, 04:30

Хөкөм (Повесть. Егерме икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

   – Бына бит нисек… - Виктор Николаевич быуынһыҙланып бөгөлөп төштө. -  Әг­әр кисерә алһаң, кисер, Нәйлә…

Хөкөм (Повесть. Егерме икенсе  киҫәк. Дауамы бар.)Хөкөм (Повесть. Егерме икенсе  киҫәк. Дауамы бар.)
Хөкөм (Повесть. Егерме икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

Тәғәйен барыр ере булмағас ҡала ситенә тәбиғәткә сығып әйләнде, төштән һуң әх­ир­әт­енә боролдо, оҙаҡ ҡына лә­стит һа­­ттылар, иҫке яңылыҡтарҙы яңыртты­лар, шун­ан ары ла ваҡытты һуҙырға те­ләп кафеға ин­де. Т­өн­гө күңел асыуҙарҙарға ир­тә булға­н­лыҡтан бында бер нисә өҫтәлде генә билә­гән­дәр, шуғалырмы иркен зал ҡа­шығаяҡ сы­ң­ы­нан шаңғырай. Оҙаҡ тот­ҡа­рланманы, заказы буйынса килтерелгән салатта сәнскеһе менән теләкһеҙ генә соҡонғас официантты саҡырып иҫәпләште лә сығыу яғ­ына йү­нә­л­де, һәм көтмәгәндә ҡаршы инеп килеүсе инспектор менән саҡ бәрелешмәне. Теге уны абайлау менән ғәҙәттәгесә сөсө йылмайҙы. Уның юлы-нда осрарға яйын ҡарап ҡына торған инспекторҙың ошо йылмайыуын яратмай, яратмай ғына түгел, күрә алмай, саманан тыш татлы нимә ҡапҡандай күңеле болғана башлай. Әле лә ярамһаҡланыуҙы ҡабул итмәй ситкә ҡараны.

            - Хәйерле көн, Наина Васильевна!

            - Хәйерле булғас һеҙҙең биләмәлә лә тулы тәртиптер, ә, иптәш лейтенант?

            - Өлкән лейтенант!

            - О-о-о, мин абайламай ҙа торам, дәрәжәгеҙҙең үҫеүе менән ҡотлайым! Һеҙ быға лайыҡ!

            –   Хәлдән килгәнсе тырышам инде. Рәхмәт. А то что касается моего участка, там все в ажуре!

            - Улайһа беҙҙә ҡурҡмайынса, һиҫкәнмәйенсә тыныс күңел менән йәшәргә мөмкин?

            – Тулы ышаныс менән, шикләнмәйенсә!

       Китә бирҙе лә көтмәгәндә башын арт яҡҡа ҡайырҙы:

            - Әйткәндәй, беҙҙең халыҡта бер мәҡәл дә бар бит әле: “Доверяй, но проверяй!” Теге саҡ ҡушҡан йомошом өсөн һәйбәт гонорар түләнем, ә бына эште ҡаб-ул итеп алырға, уның башҡарылғанмы-юҡмы икәнлеген тикшерергә ваҡыт тапма-ным. Может, проверим, а? Я сейчас как раз свободна, думаю и вы не очень заняты?

       Инспектор ҡабаланып тумыртҡалай башта әйткәндәрен ҡабатланы:

           – А как же, а как же, свободен, Наина Васильевна! По вашему поручению скажу одно - все было выполнено в лучшем виде, под моим контролем!

           - Улайһа хәҙер мине шунда алып барығыҙ!

           - С превеликим удовольствием! - Машинаның йәнәшә ултырғысына һаҡты. - Салонда арзанлы тәмәке көйөгө, әсе тир еҫе таралды.

      Зыярат шомло тынлығы менән ҡаршы алды. Ағас-ҡыуаҡтарҙан ысҡынған яп-раҡтар асфальт һуҡмаҡҡа һары келәм булып ятҡандар. Инспектор иркенлеккә хужаһы менән йөрөргә сыҡҡан бәйҙәге бурҙай ише йүгерә-атлай алдан төшкән:

          - Бына бында ята ул, Наина Васильевна, похоронили его как норьмального, адекватного человека! Видите, по Вашему указанию даже мраморный надг-робный памятник поставали, с надписью, с соответствующим оформлением! Хотя, он не заслуживает этого…

         - Не вам рассуждать об этом. Вы свободны, инспектор!

         - Это все?.. - Участковый китергә теләмәй урынында тапанды. - Вы же убедились, что работа выполнена по стандарту, очень качественно…

         - Никаких претензий! - Кәшелүгенән сығарып иҫәпләмәй генә аҡса бирҙе. - Идите!

         - Обращайтесь если что, я всегда с большим желанием и рвеньем…

   Бына ул яңғыҙы. Ҡулындағы раузалар гөлләмәһен ҡәбер өҫтөнә һалды.

       “Баҡыйлыҡтағы хәлдәрең нисек, хайуан?! Бәлки, ошо мәлдә тамуҡ утында янаһыңдыр? Ян, әйҙә, ян… Яныңа килгән мине танып, ғәжәпләнеүеңдән урыныңда әйләнеп тә ҡуйғанһыңдыр, бәлки… Ә бит инспектор хаҡлы, бына ошондай шарт-тарҙа, затлы таш аҫтында ятырға хаҡың юҡ. Рухыңа ҡиммәтле гөлләмә лә тейеш түгел. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, килтерҙем, бел мин һарандарҙан түгел… Нишләп һалҡында ҡатырып үлтерҙең, тимәксеһеңме?.. Ә һин мине нимә ҡыландырҙың, кемгә әүерелдерҙең? Гөнаһһыҙҙан гөнаһлы, аҡтан ҡара яһаның… “ Ауыр уйҙарын күрше ҡәбер эргәһендәге еңел һөйәкле, аҡ яулыҡ ябынған ҡарсыҡ бүлде. Ул сыбыҡтай ҡатҡан бармаҡтары менән битен һыпырып алды ла үҙ алдына һөйләнгәндәй теҙҙе:

            - Был ҡәберҙә ҡартым ерләнгән. Һәйбәт,игелекле, эшлекле, мәрхәмәтле зат ине, ике яуҙа ҡатнашҡан ветеран. Фин һуғышында, шунан Курск янында ҡаты яралар алһа ла һуңғы көндәренә саҡлы йәшәргә ынтылып ҡырталашты. Тормошто, кешеләрҙе ярата ине шул. Элек көн һайын килә инем янына, хәҙер аҙнаһына бер, ара ла алыҫ, йәнә йылдар үтеү менән сәләмәтлек тә шәптән түгел… Бында кемең ерләнгән?

          - Танышым, ауылдашым.

          - Затлы гөлләмә килтереүеңә ҡарағанда яҡын кешеңдер?

          - Минең өсөн ул ят! Холҡһоҙ, хаяһыҙ бер әтрәгәләм ине. Ҡартыңа килгәндә уның әлеге биләгән урыны шәптән түгел, сөнки бысраҡ йәнле кеше менән йәнәш ята! Хушығыҙ!

       Арт яғынан әбейҙең шыбырҙап һөйләнеүе ишетелде:

            – Фанилыҡта көн иткән барлыҡ ҡолдарыңды ла насар эштәрҙән, гөнаһтарҙан арындыр, Хоҙайым!

 Зыяраттан сыҡты ла биниһая ваҡыт онотолоп кабинала ултырҙы. “Нишләп ҡап-ыл ғына бында килергә итте әле?.. Енәйәтсе, үҙенең енәйәт ҡылған ер­енә иртәме-һуңмы әйләнеп килә ти бит, бәлки шуғалыр…”  Ҡайтырға йыйынғанында тыш­та һиҙелеп ҡа­раңғы т­­өшкәйне. Иномаркаһын фараларын яҡтыртып елгән машинал-ар ағымына ҡушты.   

       Гел йоҙаҡлы төп ишек­те би­кләмәгәндәр. Өҫ кейемен һал­ды, көҙгө ҡар­шы­һына ба­ҫып бит-йөҙөн күҙҙән үткәрҙе. Өҫкө ҡатҡа күтәр­ел­де, бын­да ла һәр нимә урын-ы­н­да һымаҡ.Үҙенең бүлмәһенән сығышлай ҡайт­ҡан­лығын бел­д­ереп ишек­те ҡаты ғына ит­еп япты. Аяҡ тау­ыш­тарын ишетеү менән күрен­е­р­гә ғәҙәтләнгән Сә­л­имәнең яғында хәрәкәт тойолмай. Йо­ҡо бүлмә­һе­ндәге утты ҡаб­ыҙҙы  ла болар­ы­н­ҡы түш­әктә аунаған ир­енә өндәште.

            – Хәлдәрең нисек?

 Биленең түбән яғын юрғанға урап йөҙтүбән ятҡан, уяу Виктор Николаевич түбә­һ­ендә өтрәйгән сәс өлпөһөн һыпырып, таушалған йөҙөн, ше­шмәк күҙ ҡабаҡта­ры аҫты­нан ҡараған йәшкелт күҙҙәрен йәшереп ғәйепле кешеләй мы­­ғ­ы­рҙаны:

 – Пойдет. Бара.

            – Барамы, әллә һәйбәтме? -  Ниндәйҙер эске тантана менән төпсөнә бирҙе.

            – Һәйбәт, тинем дә.

       “Йәшермә, ирекәйем, хәлдәреңде тел төбөңдән һиҙәм”

            – Сәлимә, һин ҡайҙа, кил әле! 

            – Ул сығып китте.

            – Һуңға ҡалып ҡайҙа китте инде?

            – Әйтмәне.

       Түшәк ҡырына һағып яланғас билдән, әле ныҡлығын юғалтмаған яурындар-ҙан, му­с­кулдары ҡабарған беләктәрҙән һыйпаны, эйелеп иңбашҡа ирендәрен ти-геҙҙе. Та­н­а­у­ына ят ҡатын-ҡыҙ еҫе бәрелде. “Әһә, эштәрең былайыраҡ икән!” Яҫтыҡҡа йөҙтү­б­ән боҫҡан башты үҙ­енә ҡаратып һағайыулы йөҙгә текәлде, игәлгән, осло тырнаҡлы ба­рмаҡ­тарын оло кинәнес һәм ниндәйҙер ҡырағай ҡанығыу менән арҡаға батырҙы.

            – Наина…

       Сәбәпһеҙ шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе лә бүлмәһендә кейергә өлгөргән атлас халат­ын атып бәреп, ҡоласын йәйеп түшәккә са­лҡан йығ­ы­л­ды:

            – Ҡамасаулаусы булмағас ҡайһылай ҙа рәхәт, ә?! Сәлимә беҙҙе аулаҡта ҡалды­рып бик тә дөрөҫ эшләгән, бөгөн мин ошолай иркенләп, йәшеренмәй-боҫоро-нмай ғына ял иткем һәм иркәләгем, иркәләнгем килә. - Теләге­н­ең, ойошторған мәкеренең тор­мошҡа аш­ыуына дәрт­л­ә­неп китте, шыр ялан­ғас­л­анып иренең өҫтөнә ташл­а­н­ды. Бер аҙҙан оҙаҡ үбешеүҙән хәле бөтөп бы­шылданы:

            – Улай уҡ ашыҡмайыҡ, ҡабаланмайыҡ, алда бит башланмаған оҙон төн… Мә, ҡан баҫымынан бынау төймәне эс тә мин хәҙер… - Беше кәүҙәһен уйнаҡлатып ванна бүлмәһенә йүн­әл­де, үҙе килешле ҡайырылып дәртле, саҡ­ыр­ыу­лы ҡаш һикертте. - Ҡара уны, бирешмә, сихри төн беҙҙең ҡарамаҡта…

   Сәлимә ҡайтманы, икенсе көн дә, унан ары ла күренмәне. Ҙур коттеджда яңғыҙ­ы­на күңелһеҙ, толҡаһыҙ. Йыйыштырыусы булмағас йортта тәртип урын­ла­шт­ы­р­ыр­ға ке­р­ешеп китте. Аҫҡы ҡатты йыуып-һөртөп бөттө, күтәрелеп Сәлимәнең бүл­м­ә­һенә инде. Унда күнегелгән тә­р­­т­ип. Ки­т­ап кәштәһендә рус һәм сит ил әҙә­биәте классиктарының китаптары, ка­рауат эр­гәһен­дә­ге тумбочка өҫтөндә яртылаш сигелгән йомшаҡ башл­ыҡ күренә. Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата ине ул. Шун­да уҡ ҡалын ғына бл­окнот ята. “Туҡта, ҡарайым әле, нимәләр яҙ­ыл­ған икән унда?” Ҡыҙ­ыҡ­һы­н­ыу менән биттәрҙе асҡыларға кереште. Ыҡсым ғына юлдарға теҙелгән ши­ғырҙ­ар икән. Бер нисәү­һен уҡ­ып сыҡты, оҡшат­ҡа­н­д­ай итте; ихлас яҙылғандар, рифма ла, ритм да урынында. Шиғыр яҙ­ыу­ҙың рәт-сүрәтен аҙыраҡ белә, мәктәптә саҡта ижад менән мауы­ғып әҙә­б­иәт тү­ңәрәг­е­ндә шөғөлләнгәйне. Блокнот тышындағы яҙыуға иғ­тиб­ар итте: “Яратам һине тормош” “Хәйләһеҙ йән, донъяның аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ ик­ә­н­леген белмәйһең әле, белмәйһең! Туҡта, шул тик­лем дә гөнаһһыҙ фәрештәме һин?” Карауат аҫт­ына күҙ атты, тумбочка эргәһендәге спорт су­мкаһын аҡтарҙы, ши­ф­о­ньерға элен­г­ән күлдәктәрҙе бар­л­аны. “Өҫ­тө­н-дәге менән генә ҡа­йҙа сығып олаҡты ик­ән? Әйберҙәре артынан бер килмәһә бер кил­ер ине. Гөнаһы­н­ың фаш­л­а­ныуы­нан ҡур­ҡа­лыр… Әһә, был ниндәй пакет?” Аяҡ кей­е­­м­­­дәре тартма­һ­ы­нан тапҡан пол­иэти­л­ен пакеттың эсендәген иҙәнгә һелкте. Ҡанға бу­ялған эске ке­й­­емдәр ки­леп сыҡ­ты. Бы­на бит уның эҙләгән нимәһе! Иҙ­ән­гә бу­шатҡан­ын аяҡ остары менән шыл­ды­р­ғылап кире пакет­ҡа тултыр­ҙы. “Кәрәк буласаҡ әле был нимәләр!”

       Ире эштән ҡайтып ингәндә ҡайнар күҙ йәштәрен түгә ине.

            – Нимә булды, Наина Васильевна? - Һыҡтауҙың үҙенә ҡағылышлы икән­ле­г-ен һиҙенгән Виктор Николаевич борсолоулы т­өб­әл­де.

            – Әйтерһең дә белмәй…

            – Асыҡлаңҡыра әле, мин нимәне белергә тейеш? - Буталып һөйләнде. - Сә-ли­мә… әллә Сәлимәгә…

       Башланғанды әйтеп бөтөрөргә бирмәй ярһып ҡысҡырҙы:

            – Һинең башыңда йәш ҡыҙҙар ғына, хәләл ҡатының хаҡында ҡайғы­р­тыу ҡай­ҙа!

            – Сәлимәнең сығып китеүенә нисә көн үтте, йә үҙе килмәй, йә хәб­әре юҡ.

            – Йылы хәбәр көтәһеңме ни әле һин? Ә былар нимә? - Эргәһендәге пакеттың эсендә­г­ен бармаҡ остарына эләк­те­р­еп юғары күтәрҙе лә иренең алдына төш-өрҙө. - Ҡа­н­лы эс кейемдәре нимәлер хаҡ­ында һөй­л­ә­мәйме һиңә?

      Виктор Николаевич урынында өнһөҙ һерәйҙе.

            – Нишләп өндәшмәйһең, Виктор Николаевич? Мыҫҡыл ителеп беҙҙән ҡас-ҡан Сәлимә әлеге мәлдә ҡайҙа йөрөй? Әгәр ул һинең өҫтән прокуратураға ялыу яҙһа, ғү­м­ер буйы йыйған мөлкәтеңде түләп тә ҡотола алмаясаҡһың бит. Ә миңә булған хы­яна­т­ың? Тимәк һин тег­е­ндә, ял мәлендә лә уйнаш иткәнһең! Шул башың менән парламен­тҡа депутатлыҡҡа, халыҡ һайланыусыһына дәғүә итәһең, аҡыл һатып, үтәлмәҫ вәғәҙәләр биреп һайлаусыларыңдың башын ҡатыраһың, бутайһың. Депутат булып үткән хәлдә нимә хаҡында һөйл­әрһең трибун­анан? Ахләҡ, әҙәп тураһ­ы­н­дамы?!

 Ошоғаса кимәл, абруй һаҡлаған Виктор Николаевич бирешеп уң­мағ­ан ҡамырҙай бә­л­йерәп төштө. “Һеҙҙең халыҡ сабый ише бер ҡатлы һәм боламыҡ шул. Быны меңә­р­л­әгән кеше менән идара иткән етәксе тип кем генә әйтер икән?.” Ирен та­м­ам үл­тергес, ҡы­й­ратҡыс һүҙҙәр менән шаңҡытты:

            – Һин – көсләүсе, замансараҡ итеп әйткәндә педофил! Ә бәлиғ бу­л­мағандарҙы көсләүселәр айырым статьяға ярашлы хөкөм ителә!

            – Шайтан ҡотортто, һин сығып киткәс ғүмерҙә кисермәгән ир ҡарыуы алҡ­ы­мымдан алды, тыйып торғоһоҙ көслө теләктән күҙ алдарым том­аланды. Нисек тә ты­нысланырға тырыш­тым, ә эргәмдә генә ым­һындырып ярым-яланғас Сәли­мә йөрө­п ята. Их, барыһына ла үҙем генә ғәйепле!

            – Аҙғынлығың бының менән генә бөтһә ҡана ла һуң, уның бит эҙемтәһе тағы ла аяныслыраҡ. Сәлимә һиңә венерик сир йоҡторған, үҙ сиратыңда һин мине бысрат­тың. Бөгөн үҙебеҙҙең врачҡа түгел, поликлиникалағы венерологҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым, шигем раҫланды – миндә лә, һиндә лә гонорея!

            – Бына бит нисек… - Виктор Николаевич быуынһыҙланып бөгөлөп төштө. -  Әг­әр кисерә алһаң, кисер, Нәйлә…

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас