АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
20 Сентября 2022, 12:00

Хөкөм (Повесть. Егерменсе киҫәк. Дауамы бар.)

Виктор Николаевичтың артынан ишек ябылыу менән ҡабаланып кейенә башла­ны.     Виктор Николаевичтың артынан ишек ябылыу менән ҡабаланып кейенә башла­ны.       Виктор Николаевичтың артынан ишек ябылыу менән ҡабаланып кейенә башла­ны.                                     Виктор Николаевичтың артынан ишек ябылыу менән ҡабаланып кейенә башла­ны...         

Хөкөм (Повесть. Егерменсе  киҫәк. Дауамы бар.)Хөкөм (Повесть. Егерменсе  киҫәк. Дауамы бар.)
Хөкөм (Повесть. Егерменсе киҫәк. Дауамы бар.)

    Виктор Николаевич ялдан ҡайтып төштө. Ирен аэропортта ҡаршыланы, ҡайты-ш­лай ҡаланың бай ресторанына йүнәлделәр, айырым кабинаны билә­не­ләр. Ҡалын кеҫ­ә­леләр өсөн тәғәйенләнгән, престижлы иҫәпләнгән был ял итеү урын­ы­­на да­ими киләл­әр, байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе, башҡа иҫтәлекле даталарҙы ош­о­н­да үт­кәрәләр, шуға уларҙы таныйҙар, теләп ҡабул итәләр. Официант аҡ раузалар гөлләмәһен вазаға һалып өҫтәл уртаһына ҡуй­ҙы, аша­м­лыҡ­тар килтер­ҙе. Виктор Николаевич өҫтәп яҡ­шы конъяк, аҡ шарап та­лап итте.

            – Мин эсмәйем.

            – Хатта ошо еңел шарапты ламы? Сәбәп?

            – Уныһын ҡайтҡас аңлатырмын.

            – Килештек, ә миңә нимә эшләргә ҡала? - Тамшанып шешәгә һирпелеп ал-ды.

            – Һиңә эсергә ярамағанлыҡты беләһең. - Ҡәтғи ҡаршылығын белдермәй ге-нә шелтәләп әйтте.

     Виктор Николаевич эсеү менән мауығып киткәйне бер осор, табиптар ярҙамы ме­н­ән туҡталды. Шунан бирле спирты эсемлектәрҙе ауыҙына ла ал­май ине.

            – Осрашыу шатлығы өсөн генә мөмкиндер бит?

            – Үҙең ҡара. – “Бәлки ошолай ҡыланыуы минең файҙағалыр.”

      Һуң ғына ҡайттылар. Виктор Ни­кол­а­е­вич дәртләнеп көйләй-һыҙ­ғы­ра ван­на­ла йыуынырға төшөп китте, ул урын йәйергә кереште.

       Түшәктә түҙемһеҙ ир ҡосағына йомарлап карауатҡа ҡыҫты.

            – Виктор Николаевич…

            – Һағындым, Нианочка, ысынлап әйтәм.

            – Тегендә танһыҡты ҡандырыусы һылыуҡайҙар табылманымы ни?..  - Ирен өҫтөнән этеп төшөрөп кинәйәле һораны.

            – Наиночка, тәнем дә күңелем дә керһеҙ. Ысынлап әйтәм.

            – Әллә… Ял йорттарын беләм, унда ымла ғына, алдыңда уҡ сисенеп стрип-тиз күрһәтер­ҙәр.

            – Ант итәм, тием бит, йә инде… - Кәренә сыҙамаған ир этеп алып бара.

            – Виктор, бая ресторанда ни өсөн спиртлы эсемлек эсмәнем, беләһеңме?

            – Әйт. - Ире һағайҙы.

            – Дауаланам.

            – Оҙаҡҡамы инде?

            – Уныһын врачтар хәл итә.

            – Етдиме?

–  Етди.

–  Асығыраҡ итеп әйткәндә?

            – Йөрәк, тинеләр.

            – Йөрәк булғас етди инде ул! Беҙҙең шәхси врачҡа күрендеңме?

            – Һин булмағас юғары класлы хеҙмәтләндереү беҙгә эләкмәй.

            – Нисек инде улай? Иртәгә үк асыҡлайым. Ниңә иртәгәне көтөргә, хәҙер! - Виктор Николаевич тороп уҡ ултырҙы.

            – Кәрәкмәй. Ғәҙәти поликлиника­ға үҙем барҙым. Ундағы шарттар ҙа насар-ҙан тү­гел. Әйтәм бит, төҙәлеүгә барам.  Иркәләшәйек, әлегә, шул да етеп торор. - Ирен сал­ҡан ҡолатты ла йөнтәҫ түшкә башын терәне.

       Һә, тигәнсе ҡабаттан көслө кәүҙә аҫтында ҡалды:

            – Бәлки…

            – Кисектерәйек, тинем бит, врачтар ҡәтғи тыйҙылар. Түҙемлек, сәләмәтлән-гәс йәнем-тәнем менән бары һинеке генә булырмын!

            – Тыныс йоҡо. - Ире үпкәләгәндәй һыртын ҡуйып ятты һәм саманан артты-рып эсеү үҙенекен итте шикелле, оҙаҡламай йоҡлап та китте.

    Түшәмдәге гәлсәрҙәр теҙмәһен һалындыр­ған люстра тәҙрә аша төшкән һүрән-ке яҡ­тылыҡтан тәре һәм боғалаҡҡа тарт­­ым шәүлә барлыҡҡа килтергән. Шөбһәләнеп көткән бәлә яҡынайғандан-яҡыная. Иртәгәме әллә унан һуңғар­а­ҡ­­мы гөнаһы асылыр, мөйөшкә ҡы­ҫ­ырыҡланыр, бынау түшәмдәге боғалаҡ муйы­н­­ына һалы­ныр, тын алыр­ға ирек бирмәҫ. Ял итеп ҡайтҡан ир үҙенекен талап итер, сараһыҙ­л­ар­. Ә бит ул ошоға ҡәҙәр онотҡанда бер ашыҡ-бошоҡ ир бурысын үтәй ҙә тот­ош­лайы менән эшенә бирелә ине. Әле лә ҡарыуы күп­кә сыҙамаҫ, оҙ­аҡ ты­й­ылғанға ғына егетләнә, һикрәңләй шунда. Хатта ана шул ҡапыл тоҡанған теләкте лә һүн­дерә ал­м­ай аптыр­ан инде. Туҡта, ниңә әле ир теләген һүндере­р­гә, әгәр кире­һ­енсә ҡуҙғытып, ҡоторт­оп ебәргәндә?! Үткәндә башында моронлаған хәтәр пл­анды оно-торға тырышҡайны, әгәр айыҡ аҡыл менән фекер йөрөткәндә ниңә унан та­р­тын­ы­рға һәм ҡурҡ­ы­рға? Бынан хәтәрерәк гөнаһтарға батты ла баһа ошоға саҡлы, яза­һ­ыҙ ҡалды, йәшәп ята әлегә имен-аман. “Башҡа юлын күрмә­й­ем!” Шыбырҙап әйтте лә эргәһендә ятҡан иренә шикле ҡараш ташланы. Ә ул танауын яҫтыҡҡа төрткән дә мышнай бирә. Ҡабаттан түшәм­гә баҡты. Те­ге шәү­лә боғалаҡ оҙо­н­ая барып карауаты өҫтөндә һалын­ғандай күренә…

      Иртәнге ашты кәйефһеҙ генә ҡапҡыланылар. Ошоға тиклем ишек төбөндә үб-ешеп ху­шлаш­ырға ғәҙәтләнгән ире кейенде лә һыртын ҡуйҙы.

            – Төшкөлөккә көтмә. Ял иткән арала эштәр йыйылып киткәндер, оп­ерати-вка үткәреп алаһы бар, шунан һуң директорҙар Советының кәңәшмәһе тип тә шыл­т­ы­р­аттылар.

     

Виктор Николаевичтың артынан ишек ябылыу менән ҡабаланып кейенә башла­ны.

             

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас