Әҙәби мѳхит
20 Сентября 2022, 11:10

ЕБӘРМӘ МИНЕ, АТАЙ!

—Бер ҡасан да егеттәргә аҡса бирмә. Ир кеше финанс хәлен үҙе хәл итергә тейеш. —Атааай, ул бит әлегә эшләмәй, мин уға ярҙам иткем килә. —Әгәр ир-егет кеше эшләмәй, үҙен дә аҫрарлыҡ аҡса таба алмай икән, уға ҡатын-ҡыҙ менән дуҫлашырға иртә.   Мин егетемә куртка алыр өсөн аҡса һорағайным. Атайым аҡса бирмәне.  Ә бит быға тиклем атайым минең бар теләгемде үтәй ине, баш тартманы бер ҡасан да. Үпкәләнем, ҡысҡырҙым, егетем өшөй тип аңлатып ҡараным... Атайым бер ҡасан да тәфсирләп аңлатмай: юҡ икән юҡ. Әммә был юлы мине янына ултыртып алып оҙаҡ һөйләште. «Бер йүнле ир-егет тә ҡатын-ҡыҙ аҡсаһына әйбер алмай. Ҡатын-ҡыҙ былай ҙа ир-егет өсөн күпте эшләй, бары тик ҡапыл күренмәй. Көн һайын. Әгәр ир-егет үҙен хәстәрләй алмай икән, тимәк, һине лә хәстәрләй алмаясаҡ. Ҡатын-ҡыҙ—ир-егет өсөн үҙе үк бүләк».

ЕБӘРМӘ МИНЕ, АТАЙ!ЕБӘРМӘ МИНЕ, АТАЙ!
ЕБӘРМӘ МИНЕ, АТАЙ!

—Бер ҡасан да егеттәргә аҡса бирмә. Ир кеше финанс хәлен үҙе хәл итергә тейеш.

—Атааай, ул бит әлегә эшләмәй, мин уға ярҙам иткем килә.

—Әгәр ир-егет кеше эшләмәй, үҙен дә аҫрарлыҡ аҡса таба алмай икән, уға ҡатын-ҡыҙ менән дуҫлашырға иртә.

 

Мин егетемә куртка алыр өсөн аҡса һорағайным. Атайым аҡса бирмәне.  Ә бит быға тиклем атайым минең бар теләгемде үтәй ине, баш тартманы бер ҡасан да. Үпкәләнем, ҡысҡырҙым, егетем өшөй тип аңлатып ҡараным...

Атайым бер ҡасан да тәфсирләп аңлатмай: юҡ икән юҡ. Әммә был юлы мине янына ултыртып алып оҙаҡ һөйләште. «Бер йүнле ир-егет тә ҡатын-ҡыҙ аҡсаһына әйбер алмай. Ҡатын-ҡыҙ былай ҙа ир-егет өсөн күпте эшләй, бары тик ҡапыл күренмәй. Көн һайын. Әгәр ир-егет үҙен хәстәрләй алмай икән, тимәк, һине лә хәстәрләй алмаясаҡ. Ҡатын-ҡыҙ—ир-егет өсөн үҙе үк бүләк».

—Әһә,—тип һүҙгә ҡушылды әсәй.—Беҙҙең ҡыҙҙың был характеры менән бүләк бигерәк шәп инде.

Атайымдың әсәйгә бер ҡарашы етте. Әсәй һүҙен ҡуйыртманы.

Атайым аҡса бирмәне. Мин егетемә куртка ала алманым. Шул саҡ егетемә икенсе күҙлектән ҡараным. Ул бит эшләргә теләмәй. Бары тик кеше аҡсаһына күңел асырға ғына ярата. Ә байҙарҙы, аҡсалы кешеләрҙе өнәмәй...

 

Элекке ирем мине рәнйеткәс, атайым өнһөҙ генә ишек йоҙағын алмаштырҙы. Ә ҡартатайым: «Ғаиләне нисек тә булһа һаҡларға кәрәк»,—тип һүҙ башлағайны ла, атайымдың ҡарашынан ул туҡтап ҡалды.

Бала саҡта, беҙ Үзбәкстанда йәшәгәндә, атайыма эйәреп балыҡҡа барырға яраттым. Йылғаға барғанда тар ғына һуҡмаҡ буйлап таулы-ташлы ерҙән үтергә кәрәк ине. Атайым мине яурынына ултырта ла үтә. Мин уның муйынына  ныҡ йәбешәм. Бер нисә йылдан ошо ергә килдек. Инде ҙурайғас аптырап ҡараным: бигерәк тар һуҡмаҡ, ҡурҡыныс.

—Атай, мине төшөрөп ебәреүҙән нисек ҡурҡманың ул?

—Һин ныҡ йәбешә инең бит миңә, шуға ла төшөрөп ебәрмәҫемде белдем. Һин ебәрмәнең мине, ныҡ тотондоң.

Бер мәл атай дуҫы менән һөйләшкәнен тыңлап торҙом. Дуҫы балаларының тыңламауына үпкә белдерә ине. Атайым уға: «Һин бит атай, ғәфү ит уларҙы»,—тине.

Бер ай элек атайым ныҡ ауырып китте. Һауығыуын көтөүҙән башҡа әмәл юҡ тинеләр. Ә мин көтөргә яратмайым. Ерҙең аҫтын өҫкә әйләндерергә әҙермен, тик атайым ғына һауыҡһын. Беләһегеҙме, тормошта үҙеңде ҙур итеп тойған мәлдәр бик һирәк икән ул. Көтөү—ҙурайыуҙы аңлата ине. Ә мин көткөм килмәне. Атайға көн дә табип ҡушҡандарҙы үтә тип тызырға керештем. Ә ул теләмәй. «Ни өсөн?»—тип һорай.

—Аңлатырға түҙемлегем етмәй. Табип нимә ти, барыһын да эшлә.

—Ҡыҙыҡ,—тине атайым,—һиңә математикаңды эшләшергә минең түҙемлек етә ине бит.

 

Ииих, миңә әле еңел түгел. Табиптар бары көтөргә ҡуша. Һеҙгә ҙур үтенесем бар: атайым ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ә миңә сабырлыҡ теләгеҙ әле. Мин атайымды ебәргем килмәй, ныҡ тотонам, ул да мине төшөрөп ебәрмәҫ тип ышанам...


/Автор: Елена Пастернак./

Резеда Усманова тәржемәһе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас