

Бынан дүрт йыл элек көтмәгәндә фатир телефоны шылтыраны. Процедура ҡабул итә ине. Массаж яһаусы ҡыҙға сығып торорға ымланы ла тегенең артынан ишек ябылыу менән аҡ һөйәктән боронғо стилдә эшләнгән телефондың алтын ялатылғ-ан трубкаһын үрелеп алып йыбанып ҡына һуҙҙы:
– Алло!
– Һаумыһығыҙ? - Баҙнатһыҙ өндәшеү ишетелде.
– Говорите.
– Урынһыҙ борсоған өсөн ғәфү итенәм, гәзиттәге белдереү буйынса мөрәж-әғәт итә инем.
– Да, мы давали такое объявление, но в настоящий момент я занята…
Шылтыратыусы көтмәгәндә йәнләнеп китте:
– Ғәфү итегеҙ, был Иманбаевамы әллә? Нәйлә?! Тауышыңды бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел! Бына исмаһам осрашыу!
– Ә мин кем менән һөйләшәм? - Шулай тиһә лә ул да тауышты шундуҡ та-ныны.
– Кем булһын - Хәлимә! Әйтәм бит белдереү буйынса, һәм бына көтмәгән-дә...
– Слушаю вас!
– Бергә уҡыған курсташығыҙҙан һеҙҙең хаҡта ишеттем. Фамилияғыҙҙың үҙгәреүен дә, ныҡ бай йәшәгәнлегегеҙҙе лә лә беләм. Мин ҡауыштырған кеше менән бергәһегеҙ икән.
Хәлимәнең һыу буйы хәбәргә күсеүе оҡшаманы, ҡырҡа бүлдерҙе:
– Ҡыҫҡа тотоғоҙ.
– Телефондан түгел, ҡапма-ҡаршы текәшеп һөйләшергә ине. Ни тиһәң дә бөтөнләй үк ят түгелбеҙ. Килеп сыға алмаҫһыңмы? Фатирым элекке, эш урынын-да ла осрашырға мөмкин.
– У меня времени нет! Вы же звоните по объявлению, а не я. Так что…
– Туҡтағыҙ. туҡтағыҙ! - Трубканы һалып ҡуйыуҙан ҡурҡҡан Хәлимә ҡабала-нды. - Әгәр мөмкин булһа, әгәр кәрәк тапһағыҙ, һеҙҙең өсөн уңайлы ваҡытты һайлап … - Хәлимә кем менән мөғәмәлә итеүен, уларҙы айырған йылдар арауығын иҫәпкә алмағайны, шуға буталып һөйләнде.
– На этой недели я занята полностью, может быть в конце наступающей недели не обещаю, но посмотрим.
– Рәхмәт һеҙгә. Эш һорап шылтыратыусылар етерлектер, әммә минең үте-несте лә иҫәпкә алһағыҙ ине. Һау булығыҙ, килер көнөмдө асыҡлап тағы һорашы-рмын.
“Бына шулай, Хәлимә апаҡайым, кем менән һөйләшкәнеңде һәм үҙеңдең кимәлеңде һәр саҡ иҫеңдә тот…” Һығылмалы, йомшаҡ ҡулдар муйынынан алып аяҡ остарына ҡәҙәр тәнен яҙа, иркәләй. Ошо ҡыҙҙы даими саҡырта, хеҙмәт хаҡын да йәлләмәй түләй. Массажсы үтә лә тырыша, әгәр ҡушһа тәнен ҡулдары менән түгел, теле менән ялап алыр ине. Ул массаждан бигерәк шылтыратыусыны кәмһетеп һөйләшә алыуынан ҡәнәғәт. Хәлимәне бөгөн, хатта кисектермәй хәҙер үк ҡабул итә ала, әммә шартына килтереп теге аҙнаның аҙағына күсереп ҡуйҙы, әйҙә өмөтләнһен, борсолоп көтһөн. Иғлан буйынса кеше таптым тип яйлы һылтауын табып ҡабул итеүҙән баш та тарта ала ине, әммә ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы еңде барыбер: нимә теләй Хәлимә, үтенесенең асылында нимә ята? Ҡарт, эшлектән сыҡҡан әбей үҙен хеҙмәтсегә тәҡдим итмәйҙер ҙә? Асыҡларға кәрәк.
Ниһайәт Хәлимә уның ҡаршыһында. Был көнгә айырыуса ентекләп әҙерләнде: күңеленә ятҡан иң килешле кейемдәрен һайланы, еренә еткереп биҙәнде, төҙәнде. Ауылдан килгәнендә төҫһөҙ генә кейенгән, донъяның әсеһен-сөсөһөн татымаған бер ҡатлы ҡыҙ ине, күрһең хәҙер уның кемлеген! Әле тәхетҡә ҡунаҡлаған батшабикәләй йомшаҡ ҡәнәфигә сумған, башы ғорур сөйөлгән, ҡарашы тәкәббер.
Инеүсе күренеү менән күрешергә ҡулын һоноп уның яғына ынтылғайны сәләм-ләүҙе ҡабул итмәй эйәген ҡағып ишек төбөндәге ағас ултырғыстан урын тәҡдим итте, өҫ-башы теге саҡтағынан ары китмәгән ҡатынға юғарынан түбәнһетеп ҡара-ны. Хәлимә ҡыйынһынып ҡына ултырғыс ситенә һаҡты, ҡулдарына урын таба алмағандай туҙып төҫө ҡаса башлаған юбкаһын төҙәткеләп тартты.
– Һаумы… Һаумыһығыҙ Нәйлә…
– Наина Васильевна, тиҙәр мине. Наина Васильевна Крестенко. Әйҙәгеҙ алд-ан уҡ шулай килешәйек, үткәнде хәтерләп танышлыҡҡа ишаралау, шул танышл-ыҡтан файҙа күрергә ынтылыу урынһыҙ һәм кәрәкһеҙ. Эйе, һеҙҙе ҡасандыр, йәш саҡта белә инем, ләкин ул асылып китеп һөйләшеүгә сәбәп түгел. Иғлан буйынса мөрәжәғәт иткәнегеҙҙе әйттегеҙ, шулай ҙа мине ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыма яуап бирергә тура килер. Һеҙ элекке урында эшләйем тинегеҙ бит әле?
– Ауылдан килгәндән алып шунда инде.
– Эш араһында бер ҡатлы, аҡсаға мохтажлыҡ кисергән ауыл ҡыҙҙарын да һатаһығыҙҙыр? Ни тиһәң дә иш янына ҡуш, өҫтәмә табыш, шулай түгелме?
– Улай уҡ түгел, түгеллеккә… - Хәлимә ғәйепле кешеләй башын эйҙе.
– Ни тиклем генә кеҫәгеҙҙе ҡайғыртһағыҙ ҙа алға киткән ерегеҙ күренмәй. Алыш-бирешкә ҡоролған баҙар шарттарында конкуренттарығыҙ етерлектер. Үткәндәргә нөктә ҡуйыу йәһәтенән шуны әйтәм, һеҙ мине белмәйһегеҙ! Телегеҙҙе тыя алмаһағыҙ - үҙегеҙгә үпкәләгеҙ.
– Наина Васильевна, был хаҡта һүҙҙең булыуы мөмкин дә түгел.
– Аңлаштыҡ. Тыңлайым һеҙҙе?
Хәлимә һоҡланыу һәм көнләшеү аша бай йыһазлы йорттоң ҡаралтыларын теүәлләне:
– Ҡайһылай ҙа иркен, етеш йәшәйһегеҙ.
Йөҙөн ризаһыҙ сирып ҡырт киҫте:
– Әҙәм балаһы бай йәшәү өсөн түгел, бәхетле йәшәү өсөн тыуа был донъяға.
Ҡунаҡ башлағанын өҙмәй ҙә ҡуймай дауам итергә самаланы:
– Ошондай шарттарҙа йәшәүегеҙҙе күреү минең өсөн оло шатлыҡ һәм…
– Бына быныһы артыҡ, сөнки күҙҙәрегеҙ икенсе нимә хаҡында һөйләй. Йо-мошоғоҙҙо конкретлаштырығыҙ.
– Йомошом шул…
– Наина Васильевна.
– Эйе, Наина Васильевна. Ауылда әсәйем йәшәй ине. Ул олоғайып үлеп ҡа-лды.
– Ауылдағы әсәйегеҙ, ҡыҙығыҙ хаҡында әйткән инегеҙ шул, онотмағанмын. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, атай-әсәйҙе юғалтыуы еңелдән түгел. - Был һүҙҙәрҙе их-ластан әйтһә лә үткер ҡарашы менән ҡатындың тумалаҡ кәүҙәһен бырауланы. - Әсәйегеҙҙе әйтәм, һеҙҙән изгелек өмөт итеп ғүмере үткәндер инде?
– Ҡулымдан килгәнсе тырыштырҙым, мохтажлыҡ кисермәне, ҡыҙым менән йәшәгәс бирешмәне.
– Ҡыҙығыҙ ирегеҙҙәнме? Ә бына ғаиләгеҙ хаҡында һөйләгәнегеҙ булманы. Хәтерем яҡшы, бер әйтелгәнде һис ҡасан онотмайым.
– Ирем юҡ минең, бер тапҡыр кейәүҙә лә булманым.
- Ә был ҡыҙығыҙ елдән яралдымы?
- Күршенең иренән. Йәшлек хатаһы. Шул арҡала ауылдан китергә тура килгәйне.
– Һатҡан ҡыҙҙарығыҙ ғына түгел, тимәк һеҙ ҙә фәхишә булып сығаһығыҙ түгелме? - Быны еңеүле тантана менән әйтте һәм асыҡлауын дауам итте. – Ярай, быныһы һүҙ араһында ғына. Әсәйегеҙ үлеп ҡалды, ә ҡыҙығыҙ әлеге мәлдә ауылда. Шулаймы?
– Эйе, апайымда йәшәй, быйыл мәктәпте тамамланы.
– Шул ҡыҙҙы бында, Өфөгә алырға иҫәбегеҙ, яңылышманыммы? Һеҙҙең бит мөмкинлектәрегеҙ киң, ҡыҙҙарҙы һатҡан аҡсаға балағыҙҙы ҙур ҡалала уҡыта ала-һығыҙ, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, мәҫәлән, хатта сит илдә лә.
– Быуындары нығынмаған баланы эргәмдән ебәрмәҫкә ине.
- Бына һеҙ ҙә һайлау алдына баҫтығыҙ. Кешенең ғәзизен теләһә кемдең аҫт-ына аяуһыҙ ырғытаһығыҙ, ә үҙегеҙҙеке йәл, йәл генә түгел, хатта был хаҡта уйлар-ға ла ҡурҡаһығыҙ. Парадокс! Ярай, ҡыҙығыҙ һеҙҙеке, теләйһегеҙ икән уны ситкә ебәрегеҙ, үтә лә һаҡлауға, ҡурсыуға мохтаж икән эргәгеҙҙә ҡалдырығыҙ. Нимә эш-ләй алам был осраҡта?
– Ҡыҙым билдәле сәбәптәр арҡаһында миндә ҡала алмай шул…
– Әй, әттәмгенәһе онотоп ебәрә яҙғанмын, һеҙҙең йортоғоҙ бит фәхешхана, бындай шарттарға гөнаһһыҙ йән нисек түҙһен!
– Ятаҡҡа ла урынлаштыра алмайым, ул сағында ике көндөң берендә фатирыма киләсәк. Серҙең асылыуы бар. Шуға һеҙгә үтенес менән килдем, Наина Васи-льевна, уны домоработница итеп үҙегеҙгә ала алмаҫһығыҙ микән? Ҡараулы булыр ине, тағы йәшәү шарттарығыҙ башҡаларҙан әллә күпмегә юғары.
Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырып төплө фекер туплағас ҡарарын әйтте:
– Хеҙмәтсе эҙләп гәзиттәргә белдереү биргәйнем, ләкин был осраҡта килешеү башҡасараҡ булыр. Ауыл ҡыҙының егәрлелегенә, йорт эштәрен еренә еткереп башҡара алыуына шикләнмәйем. Иртәгә иртәнсәк килеп китһен. - Кәшелүгенән меңәрлектәрҙе сығарып эткә һөйәк ырғытҡандай Хәлимәнең алдына ташланы. - Һеҙҙән алған теге бирәсәкте ун, хатта егерме тапҡыр артыҡ итеп ҡайтарам! Донъялағы донъялыҡта ҡайтарылырға тейеш!
– Ул саҡтағы хәлдәрҙе онотайыҡ инде. Һеҙ былай ҙа…
– Ә мин әйттем бит инде, бер нимәне лә онотмайым. Иҫәп-хисапты ла! Яйы сыҡҡанда хәйерселәргә хәйер биреп китергә тырышам. Ә һеҙ миңә бөгөн үҙегеҙ килдегеҙ. Ә хәҙер сығығыҙ! – “Пошла вон!”, тип саҡ әйтеп ысҡындырманы.
Атырға тумаланған сәскә ҡиәфәтендәге ҡыҙ килеп ингәс көнләшеп ҡараны: “Минең дә ошондай саф, гөнаһһыҙ саҡтарым бар ине бит. Бынау ҡаҡ түштәре тиртеп, сираҡтары тулыланһа, кәүҙәһе тумалаҡланһа йөҙөнә һиҙелер-һиҙелмәҫ бу-яҡ яғып, биленә ҡәҙәр төшкән сәстәрен бөҙрәләтеп ебәрһә был ысын һылыуға әү-ереләсәк билләһи…”
– Ҡайтырға мөмкин! – тип бойорҙо килеүсегә.
Ҡыҙ күҙҙән юғалыу менән Хәлимәгә шылтыратты:
– Беҙҙә айырым бүлмәлә йәшәр, ошонда уҡ туҡланыр. Уның төп бурысы коттеджды тулы тәртиптә тотоу, аш-һыу йүнәтеү, башҡа йомоштарҙы үтәү. Был-ар өсөн тәғәйен эш хаҡы түләмәйем, әммә аҡсаһыҙ ҙа йонсомаҫ, кейемһеҙ ҙә йөр-өмәҫ. Дөйөмләштереп әйткәндә аҫрау итеп алам. Ошондайыраҡ шарттар. Һуңғы-һы - миңә башҡаса шылтыратмайһығыҙ, һеҙҙең менән мөнәсәбәтте өҙәбеҙ, бөтөн-ләйгә өҙәбеҙ.
– Изгелегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Наина Васильевна.
– Ә һеҙҙең изгелекте ғүмер буйы оноторлоҡ түгел! - Асыу менән телефон трубкаһын ырғытты.
Тәүге көндә үк Сәлимәгә кире ҡаҡҡыһыҙ талабын ҡуйҙы:
– Ҡуйылған шарттарымды әсәйең еткергәндер, өҫтәп шуны ғына әйтәм, минең рөхсәттән тыш ҡалалағы фатирығыҙҙа күренеп йөрөмә. Был хаҡта белеп ҡал-һам, әсәйеңде лә һине лә ҡыуып сығарам. - Алдығын нығытып уҡ ҡуйҙы. - Ул минең фатир, унда кемде теләйем шуны индерә алам!
“Башың йәш әле, бысраҡлыҡты, әшәкелекте, бәйелһеҙлекте, алдыҡ-ялғанды былай ҙа күрергә өлгөрөрһөң, ҡыҙыҡай…”