АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
14 Сентября 2022, 07:10

ҠӘЙНӘМ, БЕҘ АЙЫРЫЛАБЫҘ

Улы ишектән инеү менән Мәрзиә шик-шөбһәләнеп һорау бирҙе: —Яңғыҙмы һин? —Эйе..,—тине Тимур. —Ә Ләйлә ҡайҙа? Ул киттеме ни? —Эйе, ә нимә...—тип Тимур аптырап әсәһенә ҡараны. —Мин өлгөрмәнем,—тип ҡайғылы йөҙ менән барып ултырҙы Мәрзиә,—һуңланым... —Әсәй, нимә булды ул? Мәрзиә улына яман ҡарап: —Бер нәмә лә булманымы һинеңсә? Барыһы ла яҡшымы? Һин ҡәнәғәтме? —Ә нимә, насармы ни? Тимур әсәһенә һағайып ҡараны ла янына ултырҙы.

ҠӘЙНӘМ, БЕҘ АЙЫРЫЛАБЫҘҠӘЙНӘМ, БЕҘ АЙЫРЫЛАБЫҘ
ҠӘЙНӘМ, БЕҘ АЙЫРЫЛАБЫҘ

 

Улы ишектән инеү менән Мәрзиә шик-шөбһәләнеп һорау бирҙе:

—Яңғыҙмы һин?

—Эйе..,—тине Тимур.

—Ә Ләйлә ҡайҙа? Ул киттеме ни?

—Эйе, ә нимә...—тип Тимур аптырап әсәһенә ҡараны.

—Мин өлгөрмәнем,—тип ҡайғылы йөҙ менән барып ултырҙы Мәрзиә,—һуңланым...

—Әсәй, нимә булды ул?

Мәрзиә улына яман ҡарап:

—Бер нәмә лә булманымы һинеңсә? Барыһы ла яҡшымы? Һин ҡәнәғәтме?

—Ә нимә, насармы ни?

Тимур әсәһенә һағайып ҡараны ла янына ултырҙы.

—Әсәй, аңлат, нимә булды?

—Юҡ, бына һин миңә аңлат, ниңә улай килеп сыҡты?

Мәрзиә урынынан тороп, ишек төбөндә торған курткаһы кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәге сығарҙы ла уны Тимурға һуҙҙы:

—Иртәнсәк почта йәшнигенән алдым. Айырылабыҙ, судҡа һеҙ ҙә килегеҙ тигән.

—Судҡа? Айырылабыҙ?

Тимур аптыранып ҡағыҙға күҙ һалды: «Ҡәйнәм, беҙ айырылабыҙ. Судҡа һеҙ ҙә килерһегеҙ. Сәләм менән—Ләйлә»

—Әсәй, ошо ҡағыҙ почта йәшнигендә ята инеме?

—Ә нимә, уны мин үҙем яҙған тип әйтмәксеһеңме?

—Быны ысынға алдымы икән ни ул?—тип Тимур тағы аптырауға ҡалды.

—Кем?

—Ләйлә...

—Ә һин миңә аңлат. Нимә һеҙҙе айырылыуға килтереп еткерҙе? Бергә йәшәүегеҙгә йыл да тулмай. Ҡайҙа Ләйлә? Ҡайҙа китте?

—Әсәй, тыныслан,—ышанысһыҙ ғына йылмайҙы Тимур.—Ләйлә эштәлер...моғайын. Иртәнсәк кенә барыһы ла яҡшы һымаҡ ине. Был бары шаярыуҙыр, моғайын.

—Һмм, улайтып та шаяралармы ни? Тимур, әйт дөрөҫөн, нимә булды?

—Бер нәмә лә, бары тик бишбармағың тәмһеҙ тигәйнем...

—Ниндәй бишбармаҡ?

—Нуу, кисә Ләйлә бишбармаҡ бешерҙе. Тәүге тапҡыр. Миңә оҡшап етмәне.

—Шунан? Атаң ҡушап ашҡа бәйләнәһеңме?

—Әсәй, аш ысынлап та тәмһеҙерәк ине. Һинеке һымаҡ түгел...

—Ҡайҙа?

—Нимә ҡайҙа?

—Аш.

—Һыуытҡыста. Ләйлә уны бөтөнләй түгәм ти ине. Аҙаҡ шуны ашап бөтмәйенсә, башҡа нәмә бешермәйем тине.

—Дөрөҫ әйткән.

—Нимәһе дөрөҫ? Мин ул ашты барыбер ашамайым тинем. Башҡа нәмә бешермәһәң, айырылам тинем. Әммә, әсәй, был шаяртыу ғына ине.

—Был хаҡта үҙенә әйттеңме?

—Нимәне?

—Шаяртам тип?

—Эйе, һуңғараҡ, ныҡ итеп ирешкәс кенә...

—Дәәә, атаң ҡушап... Сығар ашты.

—Нимәгә?

—Икәүләп ашайбыҙ!

—Ашамайым мин уны. Тәмһеҙ.

—Ашайһың!

Мәрзиә аш бүлмәһенә барып, һыуытҡыстан ашты сығарып, йылытырға ҡуйҙы.

—Кил бында.

—Ә-әсәй,—тип балалар ише өндәште Тимур.

—Фатирҙың асҡысын тотоп кил.

—Нимәгә?

—Алып кил асҡысты.

Тимур әсәһен тыңланы. Мәрзиә улынан үҙҙәре биргән фатир асҡысын тартып тигәндәй алды.

—Уф, әсәй, ни ҡыланаһың?

—Ҡыланмайым. Ултыр.

Мәрзиә өҫтәлгә ике тәрилкә аш ҡуйҙы. Үҙе тәүҙә ашай башланы. Ике ҡалаҡ ҡапҡандан һуң, улына тексәйҙе:

—Ошо ашты ашап булмай тиһеңме?

—Була, тик һинеке йөҙ тапҡыр тәмлерәк.

—Ҡатының бик тәмле аш бешергән!—тине Мәрзиә.—Ә минеке тәмлерәк, сөнки мин уны бик күп йылдар бешерәм. Тиҙ генә ҡалағыңды ал һәм аша!

Тимур теләр-теләмәҫ ашап ҡуйҙы ла ҡулын әсәһенә һуҙҙы:

—Бир асҡысты.

—Юҡ инде, тәүҙә һиңә өйгә эш бирәм, үтәһәң фатир асҡысын бирермен.

—Ниндәй эш тағы?

—Берәү генә лә булмаҫ...

Мәрзиә бармағы менән төртөп:

—Анау китапты күрәһеңме? Һыуытҡыс башында ята. Алып бир әле.

Мәрзиә китапты ҡулына алды ла уның биттәрен аса-аса:

—Беҙ ял көнө атайың менән ҡунаҡҡа киләбеҙ, һин ошондағы бер нисә ризыҡты әҙерләп ҡуйырһың.

—Нимәгә? Минең кәләш бар.

—Мине тыңла. Ошонан ҡарап әҙерләйһең. Әҙерләмәһәң, беҙҙең фатирҙа йәшәмәйһең. Ләйләгә әйтеп ҡуям, бешермәһен. Ярҙам итһә итһен, картуфын әрсеп бирер...Ә бына ул бешергән бишбармаҡты маҡтайым. Ҡатының менән егерме йыл йәшә әле, шунан дәғүә белдерерһең.

—Ярай,—тине Тимур.

—Тәмле итеп бешереп ҡуй, ишеттеңме? Атайың тәмле итеп ашарға ярата, беләһеңдер...


Резеда Усманова тәржемәһе.

 

фото: интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас