Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
3 Август , 14:35

Һыу

        Инде килеп асыуланған  һыуҙың  дауылдар ҡуптарыуына, ерҙе баҫыуына, ҡойма ямғырҙар хасил итеп һәммәһен йыуып ырғытыуына, йәҙрәләй боҙға әүерелеп үҫемлектәрҙе ҡыйратыуына, хужалыҡтарға бәлә-ҡаза килтереүенә аптырайһы, ғәжәпләнәһе түгел. Яҙғандарымды йомғаҡлап шуны әйтәм, тимәк бөгөнгө ҡырыҫ, мәрхәмәтһеҙ ысынбарлыҡты үҙенә ҡабул иткән, һеңдергән һыуҙың да йәне бар!  

Һыу
Һыу

       Бер япон профессоры ғүмерен һыуҙың структураһын өйрәнеүгә бағышлаған. Төрлө мәғлүмәт һалынған һыуҙы туңдыра ла уның бөртөксәләрен микроскоп аша ҡарап өйрәнә икән был. Әрләш, талаш, ыҙғышты “ишеткән”дең төҙөлөшө боҙола, ә матур, ыңғай-яғымлы мөнәсәбәтте үҙенә һеңдергәненең туңған парҙары күҙҙең яуын алып яна, йәнәһе лә. Билдәле булыуынса кеше тәненең 80% һыуҙан тора. Көн дауамында ҡара мәғлүмәт, урынһыҙ ғәйепләү, ағыулы ғәйбәт, ялған, алдыҡ һүҙҙәр ишеткән әҙәм балаһы яңы быуатта яңысаға төрләнеп миһырбанһыҙ, иманһыҙ, ҡанһыҙ, мәрхәмәтһеҙгә әүерелә бара. Әүәле ямғырҙар ҙа үҙ мәлендә генә яуҙылар, йылы, йомшаҡ ямғырҙар, яҙын ҡар һыуҙары ла ерҙең битен йыуып сылтырап-йырлап ағалар ине. Хәҙер ерҙән инештәр, шишмәләр ҡаса, йылғалар ҡапрыҡлы, күтер еҫле һаҙ-лыҡҡа әүерелә бара. Инде килеп асыуланған  һыуҙың  дауылдар ҡуптарыуына, ерҙе баҫыуына, ҡойма ямғырҙар хасил итеп һәммәһен йыуып ырғытыуына, йәҙрәләй боҙға әүерелеп үҫемлектәрҙе ҡыйратыуына, хужалыҡтарға бәлә-ҡаза килтереүенә аптырайһы, ғәжәпләнәһе түгел. Яҙғандарымды йомғаҡлап шуны әйтәм, тимәк бөгөнгө ҡырыҫ, мәрхәмәтһеҙ ысынбарлыҡты үҙенә ҡабул иткән, һеңдергән һыуҙың да йәне бар!

 

Автор:Хайдар Тапаков