АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
2 Августа 2022, 03:37

Әсә ҡәҙере

Тауарҙарға көнләп түгел, сәғәтләп хаҡ арта, тик шуныһы йәнде ҡыя, бөгөн ҡайһы бер хаяһыҙҙар, миһырбанһыҙҙар әсәләргә хаҡты ныҡ арзандан ҡуйып уларҙың ҡәҙерен ебәрҙе, баһаһын төшөрҙө!  

Әсә ҡәҙереӘсә ҡәҙере
Әсә ҡәҙере

     Беҙҙең йорт ҡаршыһында баҙар ойоштороп ебәреп шунда иртәнән алып кискә саҡлы һыйыр ағын, баҡса емештәрен һаталар. Юл эсендә булғас үтешләй туҡталып үтеүҙе ғәҙәт иткәнмен. Бер яҡ ситтәрәк алдына өс бөртөк ҡыяр һалған һикһән йәштәр самаһындағы бер ҡарсыҡ һатыу итеп ултыра: ныҡ бөтөрөнөп киткән, ҡарашы һүнгән, һиҙемләүемсә бик етди сирләй. Бындай тын алғыһыҙ томрала өй еләҫендә ятып ҡына торһа ҡана ла һуң. Ҡарсыҡ тирләгән маңлайын ҡул һырты менән һыпырып алғылай, кипкән ирендәрен ялап-ялап ҡуя. Янында туҡталдым:

       - Йәшелсәң ни хаҡ, апай?

       - Йөҙ һум.

       - Ҡиммәт түгелме?

       - Әлләсе, балалар шул хаҡҡа һатырға ҡушып иртән иртүк ҡалдырып киткәйнеләр. Ошоларҙы һатмай тороп миңә ҡайтып күренергә ярамай. Ышыҡланыр күләгәһе юҡ, йә үҙем менән һыу алырға онотҡанмын, бигерәк йонсоп киттем, ҡасан килеп алырҙары билдәһеҙ...

       Ары атланым да кире әйләнеп килеп тегенең ҡаршыһында туҡталдым:

       - Алырға булдым, тик бер тәҡдим, бер бөртөгөн йөҙ һумдан!

       - Тотошо йөҙ һум, мин алыпһатар түгел, зарураттан, аптыраған көндән ултырам!

       - Бәлки килешербеҙ?

       - Юҡ, тинем бит!

Ҡыярҙарҙы пакетҡа һалып китергә йыйынғанда артымдан хәлһеҙ тауыш ишеттем:

       - Ғазаптан ҡотҡарҙығыҙ, рәхмәт һеҙгә...

       Тауарҙарға көнләп түгел, сәғәтләп хаҡ арта, тик шуныһы йәнде ҡыя, бөгөн ҡайһы бер хаяһыҙҙар, миһырбанһыҙҙар әсәләргә хаҡты ныҡ арзандан ҡуйып уларҙың ҡәҙерен ебәрҙе, баһаһын төшөрҙө!

 

 

 

                                           

 

                                                        

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас