Әҙәби мѳхит
1 Августа 2022, 04:03

Тыуған көн

       Донъя кимәлендәге бөйөк кешеләр күптер ҙә, бәлки, әммә беҙҙең өсөн иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе эргәбеҙҙә йөрөгән ата-әсәйебеҙ, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, улар яҡты донъяға тыуғандар икән, тимәк, маҡтауға, хөрмәткә, иғтибарға, ҙурлауға лайыҡ!  

Тыуған көнТыуған көн
Тыуған көн

         Өсөнсө класта уҡый инек булһа кәрәк, класҡа уҡытыусыбыҙ килеп инде лә гелән үҙе менән  йөрөткән дәү сумкаһын ултырғысына ҡуйғас беҙгә йылмайып баҡты:

       - Хәйерле иртә, балалар, бөгөн таң шул тиклем дә матур атты, йә, әйтегеҙ әле, бөгөн кемдең тыуған көнө, кем белә?!

         Ҡулымды күтәрҙем.

       - Әйт, Хәйҙәр!

       - Түбәнге оста йәшәгән Сөләймән Атанғоловтыҡы!

       - Бәй, уны ҡайҙан беләһең?

       - Белмәй ни, бер ауылда йәшәйбеҙ ҙә баһа!

       - Саҡ ҡына хаталандың, донъя кимәлендәге билдәле, бөйөк кешенең тыуған көнө, балалар!

         Һис тә бирешергә теләмәнем:

       - Хаталанырға һантый түгелмен дә баһа, Сөләймән бабай һис һүҙһеҙ билдәле, уны ауылда олоһонан алып кесеһенә саҡлы белә!

       - Беләбеҙ, беләбеҙ! – Һабаҡташтарым шау-гөр килде.

       - Һеҙ төшөнөп етмәйһегеҙ шикелле, балалар, ул кеше ер шарында ғәйәт ҙур эш башҡарған.

         Дуҫым Зиннур әңгәмәгә ҡушылды:

       - Сөләймән бабай граждандар һуғышында ҡатнашҡан, ары фронтҡа аттар апарып нимесләрҙе ҡыйратышҡан, миҙалдары ла бар, үәт!

         Зәкиә һүҙгә ҡушылды:

       - Апай, ул кеше киң билдәле тинегеҙ, Сөләймән ҡартты беҙҙә генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа беләләр, хатта райун үҙәге Йылайырҙа. Тирә-яҡ ауылдар, райун үҙәге үҙе бер ҙур донъя инде ул, ибет, Нәсимә. – Эргәһендәге әхирәтенең ҡабырғаһына төрттө.

       - Элекке көн Һаҡмарҙың боҙо китте, ә Сөләймән олатай күнегелгән шөғөлө – кәмәсе эшенә тотондо. Ажғырып ятҡан тулҡындарҙан ҡурҡмай ике яҡ ярҙы тоташтырып йөрөй бит ул, тимәк батыр һәм ҡыйыу ҙа!

       - Мин ныҡ абруйлы кеше хаҡында әйтмәксе инем. – Уҡытыусыбыҙ ыҡ-мыҡ итеп тамам юғалып ҡалды.

       - Атанғол бабай абруйлы, йыйылыш булһа приҙиумға ҡуҡырайтып ултыртып ҡуялар үҙен, шунан байрам һайын мәктәпкә саҡырабыҙ ҙа баһа, шулай түгелме?! – Йыуаш Зөфәр ҙә ҡыйыуланып ырғып сыҡты.

          Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында Сөләймән Атанғоловтан донъя кимәлендәге бөйөк кешене әүәләп тә ҡуйҙыҡ.

         Хәҙер ул көн атһа теге бөйөк кешене түгел, иң әүәл беҙҙең менән ғүмер кисергән,  ауылды төҙөгән, колхозды аяҡҡа баҫтырған эшсән, тырыш, күндәм, шул уҡ ваҡытта мәрәкәсел Сөләймән Атанғоловты иҫкә төшөрәм.

          Донъя кимәлендәге бөйөк кешеләр күптер ҙә, бәлки, әммә беҙҙең өсөн иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе эргәбеҙҙә йөрөгән ата-әсәйебеҙ, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, улар яҡты донъяға тыуғандар икән, тимәк, маҡтауға, хөрмәткә, иғтибарға, ҙурлауға лайыҡ!

 

 

                                           

 

                                                        

 

                                   

  

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас