АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
29 Июля 2022, 04:18

Ике туй

       Хәҙерге туйҙарға барам да иҫем китә - өҫтәлдә спиртлы эсемлектәр юҡ кимәлендә, ҡайһы берәүҙәр никах байрамын тик ҡымыҙ менән һыйланып ҡына үткәрә. Ә егет менән ҡыҙ һуң!

Ике туйИке туй
Ике туй

       Гел  әүәлгене маҡтайбыҙ ҙа бөгөнгө ыңғай күренештәрҙе, алға китеште күрергә теләмәйбеҙ, яуланған уңыштарға тейешле баһа бирмәйбеҙ. Хәҙерге туйҙарға барам да иҫем китә - өҫтәлдә спиртлы эсемлектәр юҡ кимәлендә, ҡайһы берәүҙәр никах байрамын тик ҡымыҙ менән һыйланып ҡына үткәрә. Ә егет менән ҡыҙ һуң! Өҫтәрендә килешле мосолман кейеме, байрамда ҡатнашҡан ҡунаҡтар үҙҙәрен үтә лә әҙәпле тота, бер-береһен ҡәҙерләй, хөрмәтләй. Аралашҡан арала матур һөйләшеүҙәрҙе ишет-еп кинәнәһең, йәнгә майҙай яғылған йолаларҙы күреп, ҡарап ҡыуанаһың. Элек туй-маҙар була ҡалһа иң тәүҙә араҡы хәстәрләргә керешеп китерҙәр ине. Уларын да бит әле, йәшникләп-йәшникләп, тауҙай итеп шауҙырлатып алалар. Кибет тауарын таба алмаһалар ҡомалаҡтан әсетеп мискәләп бал ҡоялар, буҙартып, өс литрлыҡ һауыт-тарҙы тултырып көмөшкә ҡыуалар. Ҡоҙаларҙың тәү маҡсаттары - ике яҡты ла йыҡҡансы эсереп, иҫертеп ҡайтарыу. Ләх булғансы тығындырып кемделер ауҙарғанһың икән, тимәк һыйың шәп! Ҡайҙа эскелек, шунда талаш-тартыш, иреш-ыҙғыш, тоҙһоҙ һүҙ, мәғәнәһеҙ хәбәр.

       Элекке димләүҙәрҙе, әйттереүҙәрҙе, ижаб-баталарҙы, боронғо туйҙарҙы күп күргән, кисергән шул йыйындарҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән өлкән йәштәге берәү ҡыҙ оҙатып ҡайтып төштө. Йөҙө йәмерәйгән, шыпа ла ғына кәйефе юҡ бының.

       - Йә, нисек үтте ҡунаҡ?

       - Ул да булғанмы туй!

       - Нишләп улай тиһең?

       - Эсмәнеләр ҙә һуғышманылар ҙа!

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас