

Хәмидулла, күптәрҙең фекеренсә Гөлйыһанына ҡарата үтә лә ҡоро, ҡырыҫ фиғелдә булды. Берәйһе ҡунаҡҡа саҡыра ҡалһа был ата ҡаҙҙай ҡайҡайып алдан төшә, ике-өс аҙым ҡалыңҡырап Гөлйыһаны атлай. Йәнәш төшөп түгел, эйәртенешеп, тағылып йөрөйҙәр гелән. Ҡарт ҡунаҡ өйөнә барып етә лә сөм галоштарын, йышылып бөткән имән таяғын нисек етте шулай ҡалдырып эскә атлай, ҡарсығы аяҡ кейемдәрен төҙәтеп һала, таяҡты ла ишек ауыҙына, үрелеп алырлыҡ ергә ҡуя. Инеп түргә ҡунаҡлағас та әле ҡапаҡлау дауам итә: салшайыңҡыраған күлдәк яғаһы төҙәтелә, ҡара бәрхәт түбәтәй ҡулайлап кейҙерелә. Хәмидулла ҡуналҡаға ҡунған әтәстәй ҡуҡырайып абруй-лы ултыра, күрмәмешкә һалышһа ла ул иғтибарҙан, күҙгә бәрелеп бармаған наҙҙан үтә лә ҡәнәғәт. Бабайҙың баҡтаһы тиреһенә йәбешкән арыҡ алашаһы булды. Ул да йыбырлығы сығып юрғалап хужаһын хәленән килгәнсе еңел итеп алып йөрөргә тырышты. Хәмидулла ғүмер баҡый һалабаш һалды, ҡул салғыһы менән бесән сапты, һеперткегә селек, дауаға тип шифалы үләндәр йыйҙы, ҡышҡа етерлек итеп мунса миндеге бәйләне. Иртә яҙҙан ҡар ятҡансы ҡырҙан ҡайтып инмәй. Кисләтеп кенә аты менән туҙан борхотоп ауыл урамына ҡайтып инә лә ҡапҡалары ябыҡ була ҡалһа килгән етеҙлегендә ауылдың икенсе осона ҡарай юрттыра. Әйләнгәнендә лә шәйләүсе булмаһа кире яҡҡа китә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана, күреп ҡалып асып индергәндәренсә. Ғорур, башбирмәҫ, үҙһүҙле ине бигерәк.
Текә холҡто белгәнгәмелер, Гөлйыһан алдан төшөп бер ваҡытта ла хәбәр һалманы, иренең һүҙен йыҡманы, фекерен, әйткәндәрен һанланы, уны яратты, ҙурланы:
- Минең Хәмидулламдан да наҙлы, иғтибарлы, ихтирамлы кеше юҡ ул донъяла. Хәҙерге йәштәр хистәрен күрһәтеп мир шаулатырға ярата, ә минеке йән йылыһын сарыфламайынса, сәс-баш итмәйенсә күңелендә тота, сит-яттар юҡта фәҡәт үҙемә генә әйтә, еткерә. Алтмыш йыл иңгә-иң терәп йәшәгәс уның һәр тын алышын тоям, арауыҡ аша йөрәк тибешен ишетәм.
Хәмидулла ҡарт ҡапыл ғына үлеп китте. Нимәһе ғәжәп, аҙна үттеме-юҡмы аты ла туламай-сәбәләнмәй генә ятып йән бирҙе.
Бер ҡайтҡанымда күрәм – Гөлйыһан ҡапҡаһын шар асҡан да урамға сығып ярпайып баҫып юлды күҙәтә. Ул Хәмидуллаһының алашаһын егеп ҡайтып төшөрөнә өм-өт итә ине шикелле...