Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
24 Июнь 2022, 08:43

Ҡуласа. Хикәйә. (Етенсе киҫәк. Аҙағы.)

       Үтешләй ағастарға күмелгән, парк уртаһында урынлашҡан теге шайтан ҡуласа­һы яғына күҙ атты. Дәү ҡояшты хәтерләткән ҡуласа үҙенең әйләнәһенә олоһон-кесе­һ­ен, бәхетлеһен-бәхетһеҙен, иманлыһын-иманһыҙын, ҡотлоһон-ҡотһоҙон, шатын-бол­оҡһоуын бергә туплап, уларҙы бер юғарыға сөйөп, бер түбәнгә төшөрөп яй ғына әй­ләнә лә әйләнә…   

Ҡуласа. Хикәйә. (Етенсе киҫәк. Аҙағы.)
Ҡуласа. Хикәйә. (Етенсе киҫәк. Аҙағы.)

     Ҡайтышлай йәнә паркҡа һуғылды, урталағы эскәмйәләрҙең береһен биләне. Көн үҙәген­дә шайтан ҡуласаһына ултырып әйләнергә теләүселәрҙең һаны бермә-бер артҡан, ана, әле генә тү­б­әндә­­ге ҡыҙый юғарыға сөйөлдө һәм аҫҡа ҡарап атаһына шат тауыш мен­ән ҡыс­ҡ­ыр­ҙы: «Мин өҫтә, ә һин – аҫта!» Ҡыуаныстан ирәйгән тегеһе лә ҡоласын йәй­еп һөрәнләй: «Һин гел шул­ай юғ­а­рыла бул, ҡыҙым!» “Бөтәбеҙ ҙә бергә юғарыла булайыҡ, атай, һин, мин, әсәйем...”

      Фатир асҡысын һаҡ ҡына бороп асып эскә атланы. Үткелектә ғәйепле кешеләй туҡтап ҡалды, яр һалып ҡайтып инеүен дә белгертмәне. Был юлы уны ҡаршы ал-ыусы ла булманы. Әсәһе бүлмәһендә ятып тора икән. Ҡорҙай кәүҙә ҙур, йомшаҡ диванға һеңеп батҡан һымаҡ.

Маһира ҡарсыҡ Мәликә­нең төпсөнөүенә лә битараф ҡул һелтәп яуап бирҙе:

 - Ҡарт кешенең сырхауы бөтәме тағы, бөг­өн һау­мын, ти, иртәгәһен ҡараһаң - ерләргә алып китеп баралар…  

            – Үтенәм, күңелгә шом һалып юҡ-бар һөйләмә берүк.

            – Шом, тип тормошта була торған хәл, нимә, әллә мине бөксәңдәтеп, ығыр­ла­тып-шығырлатып ғү­мер буйы яныңда йөрөтөр­гәме иҫәбең?

            – Йәшә әле, әсәй.

            – Ярай әләйгәс, ризамын, һин ҡушҡас, йәшәрмен. - Маһира ҡарсыҡ һүнгән күҙ­ҙәрен көл­дөрҙө. - Үҙеңде ни йомош менән саҡырғандар хужалар?

            - Шул ағымдағы йомоштары шунда.

            - Ағымдағы йомоштоң да тәғәйен атамаһы барҙыр ул?

            – Хакимиәт башлығы ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙе күрһәтергә йыйған… - Артыҡ хәбәр ысҡы­н­дырыуын һиҙгән Мәликә тотлоғоп ҡалды.

            – Кемдәрҙе инде?

            – Ҡалала йәшәгәндәрҙе.

            – Һуң кисә генә ололар көнөн үткәреүгә ярҙам йөҙөнән мул ғына аҡса бүлдем, тип шапырына ин­ең дә баһа. - Зирәк, отҡор әсәһе һөйләшеүҙе элә һалып ал-ып дауам итте. - Ҡарттарҙы мәжлескә йыйғас, моғайын да араларында берәй танышың бул­ған­дыр, юғ­иһә һиңә өндәшә була­лар, будты.

            – Мәжлес, тиергә, әҙерләгән табындарын күрмәнем.

            – Башта кәңәш-төңәш, һыйы аҙаҡтан инде, йолаһы шул. Унда, ҡарттар йорто­на, тирә-яҡ райондағы­лар­ҙы ла урынлаштыралар, хәтерем яңылышмаһа.

            – Бәлки шулайҙыр ҙа, уныһы миңә ҡараңғы… - Был турала ары һөйләшкеһе ки­лмәүен белдереп ситкә ҡайырылды.

       Был ишараны өнәмәгән әсәһе ҡырт киҫте:

            – Ҡасандан алып әсәйеңә һыртыңды ҡуя башланың әле?

            – Иғтибар менән тыңлайым, әсәй!

            – Тыңлаһаң шул, Нурия килен, үткәндә һүҙ араһында тағы шуны ла өҫтәне, Ма­н­сур олатай­ҙың йортона ингән һуҡмаҡты үл­ән баҫ­ҡан ине, уны ҡарттар йор-тона алып кит­кән­дәрме-ниме, тип тә иш­еттем, тине. Саҡырылған ҡарттар араһында һинең атайың юҡ инеме?

       Оло кешене әүрәтеп уратып-суратыуҙан, ялғанлауҙан фәтеүә ҡалманы:

            – Эйе, араларында атайым да бар ине.

            – Әйтәм бит, күңелен һиҙә ине. Атайың бер нисә тапҡыр тө­шөмә лә инде, беҙ­ҙең йортҡа килгән дә ишекте шаҡый, үҙе инергә ҡыймай икән, тип күрәмсе, өҫ-төндә лә һап-һары күлдәк, бит-йөҙө лә еҙ самауыр ише һарғайған, имеш. Ә һин ғүмереңдә лә ялғанлай белмәнең, ҡыҙым, нимә әйт­ереңде әле күҙҙәреңдән күрәм. - Арып киттем, яң­­ғыҙым ғына ҡалайым әле. - Кипкән ире­н­дәрен яланы.

            – Бәлки сәй ҡойорғалыр, әсәй? Рәсимә ҡайҙа йөрөй әле, институттан ҡайтманы­мы?

            – Ҡайтты ла кейенеп-яһанып әллә ниндәй кисә була тип сығып та йүгерҙе. Сәй­нүк ҡайнатып мәшәҡәтләнмә, яңы ғына, һин килер алдынан эстем сәйҙе. Бер аҙ яңғыҙым ғына ят­ып тор­айым.

            – Ну, Рәсимә, елғыуар, һикрәңдәк, мин уға нимә тинем әле, әйткәнем бер ҡола­ғы­нан инә, икенсеһе­нән сыға.

            – Бөтә балалар ҙа бер иш вайымһыҙҙар, һин дә минең өсөн шулар иҫәбендәһең. Бар, тыныс­лыҡта ҡалдыр, тинем бит.

       Әсәһенең ятаҡлап тороуын күреп өйрәнмәгән Мәликә эшенә йүгерергә ашыҡма­ны, өҫтөн алмаштырҙы ла залға сығып папкаһындағы ҡағыҙҙарға тағы ла бер тап­ҡыр күҙ йү­гертеп, ундағы һандарҙы ҡушып-алып һанай-иҫәпләй башланы.

       Уңғансы хәлһеҙ саҡырыу ишетте:

            – Мәликә ин әле…- Ашығып бүлмәгә ингәйне, әсәһе күҙ ҡарашы менән эр-гәһен­дәге ул­­­тырғысҡа ымланы. - Ултыр ошонда. Атайымды күрҙем, тип күңелем-дең тын­ыслы­ғын алдың бит әле. Төҫ-башҡа нисегерәк күренә атайың?

            – Арыу. Элекке кеүек.

            – Мине тынысландырам, тип тағы алданың. Әбейһеҙ ҡарт, ҡарауһыҙ бала мен­ән бер була, мөҙөргәндер, бирешкәндер.

            – Әлләсе, көн һайын күреп йөрөмәгәс, артыҡ үҙгәреш һиҙмәнем.

            – Бына шул шул, һиңә күпме әйттем, ауылға барғаныңда инеп хәлен белеп сыҡ, тип. Тыңламаның.

            – Һуң ул икенсе әбей менән йәшәй ине лә.

            – Йәшәһә һуң. Һин бит уның балаһы. Миңә ярамаһа ла һиңә килешә. Моға-йын да әбейе бороп сығармаҫ ине әле.

            – Үҙең дә беләһең әсәй, ысынын әйткәндә уны күргем дә килеп тормай. Беҙ-ҙе ет­ем итеп бала саҡта уҡ ташлап сығып китһен дә, инде килеп уны ҡайғыртып йөрөй­өм­мө тағы?

            – Бына ниһайәт дөрөҫөн әйттең. Ялғанламаның. Һиҙәм, тегендә лә тотош хал­ыҡ алдында шул хәбәрҙе ярып һалғанһыңдыр. Һинең шарҙауай-яндырайлығың-ды бе­ләм мин.

       Мәликә башын эйҙе.

            – Хәҙер, әйт балам. - Башы аҫтындағы яҫтығын төҙәтештерҙе, сал сәстәрен яу­лы­­ғы аҫтына йәшерҙе. - Ҡасан да булһа һеҙҙең алдығыҙҙа атайығыҙҙы әрләгә­нем, йә кәмһеткәнең булдымы?

            – Юҡ…

            – Тағы өҫтә, атайың өйҙә тауыш ҡуптарғанда урамға сығып уны ғәйбәтләп исе­м­ен һатып йөрөнөммө? Үҙем үк яуап бирәм, юҡ! Һарай башында ҡунһаҡ ҡун-дыҡ, кү­рше-күләнде аптыратып ишектәрен шаҡыманыҡ, ҡуныр мөйөш һораманыҡ, түб­ән­һенеп, бахырланып, ауыҙҙа­ғы ҡанды яттар алдына төкөрөп йөрөмә­нем ғүмеремдә лә.

            – Ә ул һине, беҙҙе күпме ҡыйырһытты, кәмһетте.

            – Быныһына ла яуабым әҙер, тимәк хата үҙемдә лә булған. Ирҙе ир иткән дә ҡа­тын, хур иткән дә ул.

            – Атайым алдында һинең ғәйебең ниҙә, әсәй?

            – Тәңре алдында, атайың алдында выжданым саф, гөнаһтарым юҡ, мәгәр ғә-й­ептәрем, боҙоҡһоҙ хилафлыҡтарым һис шикһеҙ булғандыр. Төп етешһеҙлегем - уны етерлек дәрәжәлә тота алмауҙалыр. Әгәр ҙә мәлендә ҡатылыҡ күрһәтеп ға­ил-әмдең бәх­ете өсөн йәнтәслим көрәшһәм был хәл дә килеп сыҡмаҫ ине. Ә мин етәк-тәге быҙау ише барына күнеп, баш эйеп йәшәнем.

            – Барыбер төп ғәйеп атайымда ине бит. Ниңә уны яҡларға һәм аҡларға?

            – Кешене бер яҡ­лы ғына ғәйепләргә ярамай. Хаҡлыҡ өсөн шуны ла өҫтәйем, ат­айың баштан уҡ ик­енсе юлдан киткән, аҙашҡан кеше ине, ғүмере буйы үҙенең ас­ы­лын эҙләп бәргеләнде, ғазапланды… Ары бүлдермәй генә тыңла, сөнки тегендә, йый­ы­лыусыларҙы шаҡ ҡатырып, ат­айыңа ниндәй ғәйеп­ләүҙәр ташлағаныңды һүҙһеҙ ҙә тө­шөндөм. Тоҫмаллап, тойомлап шуларға яуап бирергә иҫәбем. Атайыңдың мине, һеҙ­­­ҙе яратыуы хаҡында әйтмәксемен. Сәйер яңғыраймы? Шулай бу-лһа ла тың­ла һәм аңларға тырыш.

   Мин Юлай ағайыңа ауырлы йөрөй инем. Ауырлы ҡатын уныһына-быныһына һайланыусан булып китә бит. Бер көн иртәнсәк, уны аптыратып хәбәр һалдым: «Ма­н­сур, бағыр балығын тотоп ҡарағым килә…» Аңламай аңшайып тора был.

            – Бағыр балығы, тинем дә баһа!

            – Ундай балыҡ Һаҡмарҙа юҡ, Маһира.

            – Беләм, шуны тотоп ҡарағым килә, алып килеп күрһәт тә кире ебәр­ер­һең…

            – Мин бит балыҡсы түгел.

            – Ярай инде, күрһәткем килмәй, тигән дә ҡуй! - Турһайып ситкә боролдом.

Ял­­­­ға ҡаршы юҡҡа сыҡты атайың. Әйтмәй-нитмәй ҡайҙалыр китеп юғалды. Бер тә­­­ү­­лек үтеп, икенсеһенең ярты төнө ауышҡас ишек һуға был. Асып ебәрһәм, ҡулын-дағы өс литрлыҡ банкаға теге мең төҫтәре менән йымылдап балҡыған батша балығын һал­ған атайың ҡа­р­шымда тора! Өшөп-туңып бөткән, ни тиһәң дә ҡырпаҡ ҡар яуған но­я­брь уртала­ры ине. Беҙҙән етмеш-һикһән саҡрымда, Ете Бөгөлдө уратып аҡҡан тау ши­ш­­мәһе Ер­екленән алып ҡайтҡан бағырҙы. Балыҡсы булмай тороп нисек эләк­тер­гәндер ул был хәйләкәр, өркәк һәм йылғыр балыҡты, бер Хоҙай белә…

       Шул илаһи мәлде хәтеренән үткәргән әсәһенең йөҙө яҡтырып китте.

            – Атайыңдың оҫта бейеүсе икәнлеген белмәйһеңдер ҙә әле. Һеҙ иҫ белгәндә бей­е­мәй ине шул, сөнки бейеү өсөн дә иң әүәл күңелдең дәрте, йөрәктең ашҡыныуы кә­рәк.  Әгәр ул, сәнғәт юл­ынан китһә, бәлки икенсерәк яҙмышҡа ла дусар булыр ине. Тәү тапҡыр, ҡыҙ саҡта, уның үҙенән бигерәк бейеүенә ғашиҡ булғайным мин. Бейеүе менән арбай ине һәм­мә­һен, һеңдерә баҫып тыпырлағанында йөрәктәр елкенер, хатта аҫҡаҡ-тупыстар сыҙа­май ур­ын­дарында һелкенеп ултырыр ине. Хәтеремдә, Фәрзәнә ап­айың тыуған көн йәш­тәр клу­б­та концерт ҡуйғандар. Шунда атайыңдың осоп-ҡун­ып кис буйы сәхнәнән тө­шмәй бер үҙе концерт ҡуйыуын әле лә хәтерләп һөйләйҙәр. Ә һуң һинең тыуған көнөң­дә, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан бер ҡосаҡ муйыл сәскәләрен ҡосаҡлап ҡайтып инеүе! Һине яратып һөйҙө лә кире ер һөрөргә сығып йүгерҙе. Шун­ан аҙаҡ атайыңдың һеҙҙе ярат­ма­уына кем ышаныр?! Тағы ау­ылдың етем-еһеренә ҡы­р­ҙан ҡоро һары тейәп апҡайт­ып ауҙарыр ине гел генә. Бы­ны уға хужаһы ла, ауыл ба­ш­лығы ла ҡушмай, үҙ бел­деге ме­нән, миһырбанлы йәне ҡушҡанса башҡара. Бына ат­айымдан гөнаһһыҙ фәрештә лә яһап ҡуй­ҙың, тиһеңме, юҡ улай тип иҫбатларға йый­ын­майым, һиндә атайыңдың, минең ҡан­ыбыҙ аға, шуны ғына әйтмәксемен. Атай-әсәйҙе һайламайҙар, шуны онотма. Ҡәҙерҙәрен һуңлап беләбеҙ шул, улар күҙҙәрен мәң­ге­леккә йомғас иҫебеҙгә төшә лә, тик һуң бу­ла. Әҙәм балаһының кендеге фанилыҡта ике тапҡыр киҫелә, тыуғас һәм икенсе тап­ҡыр ата-әсәһен юғалтҡас. Һуңғы киҫелеү әллә күпмегә фажиғәлерәк һәм аяныслыраҡ, шуны хәтереңдән сығарма… Был донъя­ла бер кем дә мәңгелеккә тыумаған, иртә­ме-һуңмы бөтәбеҙ ҙә әх­и­р­әткә юллана­быҙ. Һуң­ғы үтенесем шул, сөнки эргәбеҙҙә әле һин генә: Юлай ағай­ың мәрхүм, Фәрзәнә апайың ер аяғы ер башында, алыҫ Көнсы­ғышта көн итә, Фәһимә бө­гөн сит ил тип иҫәпләнгән Ҡаҙағстанда. Шулай булғас бөтә ау­ырлыҡ һинең иңеңә тө­шә лә инде. Мине ауылға алып ҡайтып ерләрһең, атайыңды ла йәнәшәмә һалыр­һың…                                                                                                                        

      Ерләү эштәре менән сабыулағанда беленмәгән икән, яңғыҙы ҡалғас Мәликә Ман­суровнаның балтаһы һыуға тө­шөп һеңгәҙәп ҡалды; ҡулына эш бармай, нимә-гә тотон­һа ла таралып бара төҫлө, өҙлөк­һөҙ йөрәге һыҡрап иңрәй. Шау һөйәккә ҡалған, ең­ел һөйәкле, етеҙ хәрәкәтле ҡураныс ҡарсыҡ ян­ында ҡая таш артындағылай ышыҡ, хә­үефһеҙ булған ик­­ән дә баһа.

  Етеһен уҡытҡан көнө магазинға барып күстәнәстәр һатып алды ла ҡала ситендә ур­ынлашҡан ҡа­рт­тар йортона йүнәл­де. Ана ул, диуарҙай ҡалҡҡан таш йорттарға бере­к­мәй, етем­һерәп бер яҡтараҡ яңғыҙы һерәйгән. Башҡа йорттар алдындағы майҙан­сы­ҡ­тарҙа, шат балалар тауышы ишетелеп ҡалып, үткән-һүткәндәр хәрәк-әте ниндәйҙер йәнлелек хасил итһә лә бын­да шомло һәм шул уҡ ваҡытта сәйер тынлыҡ. Ҡаҡшап-иҫ­кергән, «хрущевка» атамаһын йөрөткән өс ҡатлы хара­ба­н­ың бер ишекле подъезына ин­­еүсе-сығыусы күренмәй, рамдары серей башлаған тә­ҙрә­ләргә лә ҡалын ҡорғандар тартылған, тимәк унда йәшәүселәр бер кемде лә көтмәй, булмыштарын өмөтһөҙ нәҫ ба­ҫ­ҡан. Ишек төбөндә аҡ халатлы, мөләйем йөҙлө, урта йәштәрҙәге ҡатын ҡаршы ал­ды:

            – Һаумыһығыҙ. Һеҙгә кем кәрәк?

            – Мансур Булатов. Ул моғайын бында йәшәйҙер.

            – Эйе, ярты йыл самаһы инде. Кеме булаһығыҙ?

            – Кесе ҡыҙы.

            – Саҡырырғамы?

            – Юҡ әлегә кәрәкмәҫ… Әгәр мөмкин булһа уға ошо күстәнәстәрҙе тапшыр-ығыҙ зинһар?

            – Тапшырам әлбиттә. - Инеүсенең икеләнеп ҡалыуын күреп һорай һалды. -Һеҙ тағы ла килерһегеҙ, тип ышанам.

            – Килермен, - үҙ-үҙен ышандырырға теләп ҡабатланы, - килермен, тик… һу-ңға­раҡ. Һау булығыҙ.

       Ҡатын эйәреп сағып уны күҙҙән юғалғансы ҡарап, оҙатып ҡалды.

       Үтешләй ағастарға күмелгән, парк уртаһында урынлашҡан теге шайтан ҡуласа­һы яғына күҙ атты. Дәү ҡояшты хәтерләткән ҡуласа үҙенең әйләнәһенә олоһон-кесе­һ­ен, бәхетлеһен-бәхетһеҙен, иманлыһын-иманһыҙын, ҡотлоһон-ҡотһоҙон, шатын-бол­оҡһоуын бергә туплап, уларҙы бер юғарыға сөйөп, бер түбәнгә төшөрөп яй ғына әй­ләнә лә әйләнә…   

   

  

                                  

      

         

               

 

Автор:Хайдар Тапаков