Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
21 Июнь 2022, 14:34

Ҡуласа. Хикәйә. (Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)

         Атаһы хаҡлы булып сыҡты, исмаһам береһе уны күрергә, янына барып хәлен бел­ергә теләмәне. Башта ла, һуңынан да. Ә атаһы район үҙәгендә бер нисә йыл йә-шәгәндән һуң, күрше Ҡәнзәфәр ауылына килеп төпләнде, үҙе кеүек бер ғәрип ҡат­ын­ға өйләнде. Бәлки ғаиләһенә яҡыныраҡ булырға теләгәндер. Яттарҙың уйын ҡай­ҙан белмәк, той­маҡ, кеше күңеле ҡара урман, төпһөҙ даръя, тиҙәр бит…  

Ҡуласа. Хикәйә. (Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡуласа. Хикәйә. (Бишенсе киҫәк. Дауамы бар.)

   Эңер мәлендә ишек шаҡынылар. Тупһа ауыҙында атаһы тора, ғәжәпкә ҡаршы ай­ыҡ ине был юлы. Инде лә өндәшмәй генә түргә үтте, карауат аҫтынан юл сумк-аһын сы­ға­рып кейер кейемен шунда тултырырға керешеп китте. Шөғөлөн ослағас өҫтәл ар­тына ултырып бер килке шымтайҙы, тамағы төбөнән ҡарлығыулы өн һығ-ылып сыҡ­ты: «Һеҙ­ҙән китәм, Маһира… Бөтөнләйгә китәм... Былайтып күпме ҡаңғырып йөрөргә мөмкин. Ғаиләмде ҡал­ды­р­ып бәхетле йәшәй алмаҫымды ла беләм, ни хәл итәйем, маңлайыма яҙғаны шул­дыр…» Ишек төбөнә килде, көйәнтәләй бөгөлөп торҙо ла арыған кешеләй ишекте ауырлыҡ менән асып тыш яҡҡа ҡарай атланы. Ҡа­­йыры­л­ып ҡараманы. Ер убылып шундай йотолғандай уны төн ҡараңғылығы үҙенә тартып алды...

       Атаһы эсеп йөрөһә лә ғаиләне туйындырған барыбер, тиҙҙән ҡытлыҡ, юҡлыҡ үҙ­ен һиҙҙерә башланы, махсус белеме булмаған әсәһе ырҙын табағына иген ағыу-лауға йө­рөй башланы. Иртән сығып китә лә эңер төшкәс кенә арып-талып, йөҙө һурылып ҡайтып инә. Ағыулау мәлендә махсус һаҡланғыс булмағас танау-ауыҙ-ҙарын яулыҡ менән томалайҙар икән. Һарғылт-ҡыҙыл туҙан яулыҡты ғына түгел, әсәһенең тотош өҫтөн япҡан була. Инеү менән өй эсе зәһәр ағыу еҫе менән тула. Хеҙмәт хәүефһеҙлеген һаҡлау ниәтенәндер ферманан көн һайын ике литр һөт бирәләр. Уны һыйыр ағ­ы­на ҡу­шып көн аша ҡатыҡ итеп ойоталар. Ни тиклем ауыр булмаһын әсәһе осто-осҡа ял­ғай алды, балаларын ас та яланғас та итмәне.

    Йыл да тулманы, башын эсеүгә һалған тотанаҡһыҙ ирҙе Вәлимә лә ҡыуып сығар­ҙы. Тик атай кеше үҙ ға­иләһенә ҡайтырға теләмәне, ауыл осонда яңғыҙы көн ит-кән, ме­д­пу­нктта йыйыштыр­ыусы булып эшләгән Вәғиҙәгә барып инде. Эсергә хирес икәү ҡушылғас ни тор­мошта­р­ы­ның рәт-сүрәте китте. Йыш ҡына урам буйлап эсергә эҙләп әйен­селәү был икәүҙең йә­шәү рәүеше ине.

       Мәликәнең хәтерендә, мәктәптән сығып ҡайтып килә ине, ҡаршыһына етәклә-шкән теге икәү осраны. Бер яҡҡа ҡайырылырға иткәйне, бит-йөҙө шешенке атаһы йүгерә-ат­л­ай уның ҡаршыһына килеп теҙләнде лә тилмереп күҙҙәренә төбәлде. Һиҙелеп йоҡарған кәүҙә иҫереп болғаңлаһа ла һалынҡы ҡабаҡтар аҫтынан ҡараған күҙҙәр мәғәнәле һәм һа­ғы­шлы инеләр. «Бәләкәсем, һаумы? - Яуап ишетмәһә лә ҡабаланып ары теҙҙе. - Ҡа­й­һы­л­ай ҙурайып киткән булған… Ағайың, апайҙарың нисек? Юлай минән ҡаса, һөй­л­әш­ер­гә лә теләмәй, урынһыҙға, сәбәпһеҙгә күп ҡыйырһыттым шу. Матур итеп йә­шә­геҙ, һеҙ йәшәһәгеҙ мин дә имен-аман булырмын…» Яҫтыҡланып сырышған күҙ ҡабаҡтары аҫтында дерелдәгән ике йәш бөртөгө таушалған, шырт йөн баҫҡан биттәр буйлап түбәнгә һарҡтылар… «Хәстрүш абышҡа, нимә ун­да һейгә­гең ме­­нән шыбырҙашаһың? Ағыуға ҡатҡан Маһираңды, етемәктәреңде бик тә  һағынып юҡһынһаң, тотмайым, ҡыуҙым-сығарҙым бул­ыр, дүрт яғ­ың ҡибла!»  Ат­а­һы яр биреһеләй әрпеш кейенгән, туҡтамай бытылдап иләмһеҙ хәбәр һөйләгән эскесе ҡатындың арты­н­ан эйәрҙе.

      Ни тиклем эсһә лә атаһы “Белорусь”енән төшмәне, яҙлы-көҙлө ер һөрҙө, көҙ етте иһә комбайнға ултырҙы, ҡыш көндәре сылбырлы тракторы менән ҡырҙан ко-лхоз малына аҙыҡ ташыны. Тырыш, эш өсөн генә тыуған тракторсыны эшенән бушатырға ашыҡманылар, уның етешһеҙ­лек­тә­р­енә, ҡайһы саҡ ышанысты аҡламауына бармаҡ аша ҡаранылар. Эскән килеш тра­к­тор рычагы артына ултырыу – енәйәт ҡылыуға бәрәбәр; бер тапҡыр ер һөр­өп йөрө­г­ән еренән янтайып тракторын юл ситенә ауҙарҙы, икенселәй яңғыҙы көн ит­к­ән Фати­ма ҡа­рсыҡтың картуф баҡсаһының осонда урынлашҡан иҫке мунса­һын тө­к­өп ауҙар­ҙы, ярай эсендә бер кем дә булмай сыҡты. Һуңғы тапҡыр үҙе ҡаза­лан­ды - тр­­актор­ын­да тү­гел, ҡышҡы селләлә иҫерек килеш оҙаҡ ятып, ҡул, аяҡ бар­маҡ­тарын ту­ңдырҙы.

       Шул хаҡта ишеткәйнеләр, әсәһе район дауаханаһына йыйына башланы, Юлайҙы ба­шҡаларға күҙ-ҡолаҡ итеп ҡалдырып уны үҙе менән эйәртте.

       Дауаханаға барғанда ҡул-аяҡтары бинт менән сырмалған атаһын айырым па­л-а­таға һалып ҡуйғайнылар. Уларҙы барыу менән тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙеләр. Әсәһе ка­рауат янына ултырҙы, ул баш осона баҫты.

 Атаһының шырт баҫҡан йөҙө тартылып киткән, күҙ төптәренә ҡарағусҡыл күлә­гә ят­ҡан, етек сәстәре бумалалай тырпайып күренәләр. Өндәшмәй суҡайҙы­лар. Ни-һайәт тамаҡ ҡырған атаһы тоноҡ тауыш менән һүҙ ҡатты:

            – Бына, ятам әле, ғәрипкә әйләнеп, ҡул-аяҡты тупысайтып бармаҡтарҙы киҫеп ырғыттылар…

            – Ишеттем, шуға эште ҡуйып килеп етә һалдыҡ… Вәлимә йә Вәғиҙә килгәндәр­ҙер ул?

            – Ҡайҙан… Белә күрә йәнгә теймә, йөрәкте өҙмә инде…

            – Үпкәләмә, артығын һораным шикелле… Шуға килдек, беҙгә ҡайтырһың, ба­ш­­ҡа кемгә кәрәгең бар… Мин, балалар шулай хәл иттек…

       «Яңылыш һөйләй әсәһе, ул хаҡта һүҙ ҡуҙатманылар ҙа баһа…» Мәликә шулай уй­л­а­һа ла өндәшмәй ҡалды.

       Атаһы берауыҡ һүҙһеҙ ятты ла башын ситкә ҡайырҙы. Эре күҙ йәштәре тағы ла һурынҡы биттәре буйлап түбәнгә һарҡты. Тамағы төбөнән килгән ыңғырашыу бара-тора һыңҡылдауға әүерелде. Ул яҡындарынан тартынмай рәнйетелгән сабыйҙай үкһеп илай ине. Ир кешенең илағанын күргәне бу­л­ма­ғас уның да күңеле тул-ып китте, иламаҫ өсөн аҫҡы иренен тешләне. Бына күңел түренән килгән иңрәү яңы­н­ан һығылып сыҡты:

            – Һине күп тапҡырҙар рәнйеттем, Маһира, кисерә алһаң кисер… Балаларҙы ла һине лә үҙемдән биҙҙерҙем… Аламалыҡтарымды бер кемгә лә япһармайым, әммә ҡош ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул, тиҙәр бит, минең дә баштан кирегә һапланды… Үҙ­ең беләһең, фронтовик атайым да эсеүгә һабышҡан кеше ине бит, ҡылыҡ-холҡо ла ауыр бул­ды… Шуға ла бит беҙҙе әсәйем мәрхүм булғас ҡалалағы балалар йортона бирҙеләр. Атайымдан, ары ҡаҙна йортонан күргән йәбер-рәнйеш ҡонон һеҙҙән алырға маташ­тым… Алйот… Аламалыҡ гөнаһ ты­уҙыра икән ул, әле килеп шуны аңланым… Хәҙер Юлай­ҙың, ҡыҙҙарымдың шундай бу­­­лып китеүҙәренән ҡурҡам, уларҙың йәненә асыу, күрә алмаусанлыҡ орлоҡта­ры сәселгән бит, йәндә­рен­дә бер шыт­ым бирмәһә бер бирер… Ҡайтыуға ки­л­гәндә, юҡ… Сәләмәт аяҡтарым ме­нән сығып китеп ғәрип булып, бәйнәтемде һалып ҡайтмая­саҡмын…Минең холоҡ­то белә­һең… Димләмә, булмай! Кисә профкомын эй­әртеп Ғә­лимйән ағай килеп китте, миңә район үҙәгенән бер өкәлтәк йүнләп йөрөйҙәр икән. Эш тураһында һүҙ ҡуҙғатыу - әлегә иртәр­әк… Борсолмағыҙ, ҡайғырмағыҙ, ни­сек тә йәшәр­мен әле… Тағы, шуны өҫтәп әйтәм, башҡаса килмә­геҙ, мине бахырға тиңләп йәлләү кәрәк­мәй… Ба­лаларҙы нисек тә әҙәм ит, Маһи­ра, һин бит аҡыллы, егәрле, көслө ҡатын…

            – Нишләп шул һүҙҙәреңде элегерәк әйтмәнең, Мансур?

            – Йәнемә инеп оялаған иблес ирек бирмәне…

            - Шул ҡәһәр һуҡҡыр иблесте еңеп булмай инеме?

            - Йәнгә оялаған иблес ваҡыт үтеү менән хужаһын шул хәлгә төшөрә икән ул... Йә, бәхилләшәйек…

            – Бәлки…

            – Юҡ, сигенмәйем, был һуңғы һәм кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарым…

            - Балаларҙы тере килеш атайһыҙ итмә!

            - Мин һеҙҙең өсөн юҡ инде хәҙер, ҡасандыр булғанмындыр, ә бөгөн – юҡ!..

            – Үҙең ҡара улайһа… Балаларға килеп йөрөргә рөхсәт бир. Ҡабатлап әйтәм һин бит атай, балалар – ғәзиздәрең!

            – Ҡыуанып ризалашыр инем, тик уларҙа ундай теләк тыумаҫ шул… Ҡыш көнө башҡарған шөғөлөңә килгәндә, башҡаса сыҡма шул ағыуға…

            – Ҡайҙа ғына барайым, аптырағандың көнөнән йөрөлә, аҡсаны ла арыу түләй­ҙәр унда.

            – Сәләмәтлегеңде хәҙерҙән аҡсаға алмаштырһаң, балаларҙы кем үҫтерер? Ғәл­имйән ағай менән һөйләштем-килештем, алдағы аҙнанан быҙауҙар ҡарарға сығыр­һың. Исмаһам унда йылы, мәктәптән сыҡҡас Юлай барып ярҙамлашыр, Фәрзәнә лә ҡул араһына керә бара.

            – Рәхмәт хәстәреңә. Хуш, Мансур…

            – Хуш, Маһира…

      Атаһы хаҡлы булып сыҡты, исмаһам береһе уны күрергә, янына барып хәлен бел­ергә теләмәне. Башта ла, һуңынан да. Ә атаһы район үҙәгендә бер нисә йыл йә-шәгәндән һуң, күрше Ҡәнзәфәр ауылына килеп төпләнде, үҙе кеүек бер ғәрип ҡат­ын­ға өйләнде. Бәлки ғаиләһенә яҡыныраҡ булырға теләгәндер. Яттарҙың уйын ҡай­ҙан белмәк, той­маҡ, кеше күңеле ҡара урман, төпһөҙ даръя, тиҙәр бит…

 

 

Автор:Хайдар Тапаков