Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
20 Июнь 2022, 08:02

Ҡуласа. Хикәйә. ( Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       Буранлы ҡышҡы кистәрҙең береһендә һуңлап булһа ла ҡайтып күренергә күнек­кән атаһы бөтөнләй ҡайтманы. Әсәһе күтәрмәгә ҡат-ҡат инеп-сығып уны көттө, беш­ергән ашын да ҡайта-ҡайта йылытты.

Ҡуласа. Хикәйә. ( Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡуласа. Хикәйә. ( Дүртенсе киҫәк. Дауамы бар.)

– Мансур, әйҙә, сисендерәйем дә ят инде, һуң бит, балаларға таң менән мәк-тәп­кә, һиңә лә эшкәлер. - Әсәһе эйелеп быуынһыҙ кәүҙәне ҡалҡытырға маташҡайны, көс­лө ҡул уны эләктереп алып ситкә елтерәтте:

            – Пашла вон, ду-ду-дура! Һин дә булдыңмы бисә! Вә…Вә…- Ни тиклем генә иҫ­е­рек булһа ла артыҡ һүҙ ысҡындырғанын самалап төҙәтә һалды. - Вәт исмаһам ҡай­һы бе­рәүҙәр йәшәй белә, өйҙәре таҙа, йыйыштырыулы, аш-һыуҙарынан өҫтәл һығыла, үҙ­ҙәренән хушбый еҫе аңҡый, ә һинән, йыбытҡы, әсегән һөт еҫе килә… - Ауыҙы сите­н­ән һарҡҡан ялтыр шайығын ҡул һырты менән һыпырып Юлайға ҡарашын атты. - Һ һ-и-и-ин, күрше малайы, ниңә яңы эш­лә­н­гән ҡап­­ҡаға инергә шө-рләгән аңра һарыҡ ише дәдәңә ҡарап таҫыраяһың ул, ә?

            – Мансур, балалар алдында әҙәплерәк ҡыланһаңсы, ниндәй дядя ул тағы? Ниңә үҙ малайыңды түб­ән­һе­тәһең шулай? - Әсәһе тыйырға итә.

            – Мин әйткәс, күрше малайы! Какая гарантия, што ул уйнаштан тыумаған? Иҫ­батла, што түгел! - Ауыҙын ҡулы менән ҡаплап йәштәренә төйөлөп торған ҡат­ыны­на һуҡ бармағын тө­рт­тө. – Дакажи! Ю-ю-ю-юҡҡҡ, һин дауай дакажи! Миңә кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр кем менән һөйрәлеп йөрөгәнеңде беләм мин, беләм! Өндәшә алмай телеңде йотоп, өнөң тығылдымы? То-то! Әйткәндәрем сәпкә тейгәс, ана бит, оя­тыңа сыҙай алмай күҙҙәреңде шәмәртә­һ­ең…

            – Мине һанламаһаң балаларыңдан тартын, Алланан ҡурҡ исмаһам!

            – Алла? Алып килеп күрһәт хәҙер үк уны миңә, күрәйем, тотоп ҡарайым, ыша­найым бар­лығына. Юҡ ул Алла! Һинең ише наҙан бисәгә бәлки барҙыр, ә ыс-ынында иһә, юҡ! Был Сабир ауылында Мансур Зә-ә-әбирович Алла, прсиҙәтель түг­ел, ул ба­ры контор­с­кая крыса ғына. Эшсән кеше ауылға хужа булырға тейеш, сөнки ул ғына халыҡты туйҙыра һәм йәшәтә. Ғәлим­йән ише боламыҡтарға етәкселек дилбегәһен то­т­­торорға ярамай! Вапше-то кем ул Ғәлим? Минең эргәлә сүп! Ырайун хужаһы иң тә­үлә минең менән күрешә, шунан һуң ғына уға ҡулын һона. Ызнашит, мин ул гла­у­най ке­ше ауылда! Вә…Вә…вәт, шулай тип әйттеләр бөгөн миңә ҡайһы берәүҙәр. Һәм ул… улар хаҡ, дөрөҫ тә әйтәләр! - Бумала башын артҡа ташлап бер килке ойоп ул­тыр­ҙы ла ҡапыл һи­ҫкәнеп китеп күҙҙәрен алартып ти-рә-яғын байҡаны, ҡарашы та­ғы Юлайҙа туҡ­тал­ды. - Кү-ү-үрше-е-е малайы, кил әле яныма. - Һүҙһеҙ буйһоноп ҡа­ршыһына ба­ҫ­­ҡан малай­ының еңенән тартты. - Ни сәбәптән кәртинкә һымаҡ кей­енеп алдың, тә­тәй малай? Хәҙер күлдә­геңде сис! Сис, сис. Ниңә һенағастай ҡаттың!

       Юлай сисенде лә һалҡындан, әллә тулҡынланыуҙан ҡош тәне ҡалҡҡан тә­нен йә­шереп күлдәге менән яланғас ерҙәрен боҫормаланы.

            – Ә хәҙер, кей! Кей, кей! Тә-ә-ә-к, бик тә һәлкәү ҡыймылдайһың, инде кире сис!

Сис, тим, инәңде!.. - Кеҫәһен ҡапшап тәмәке килтереп сығарҙы ла тоҡандырҙы. Быҫ­ҡ­ып ултырҙы берауыҡ. Түшәмгә шыйыҡ төтөн болото күтәрелде. Ҡулындағы шыр­пы­ны тоҡандырып юғарыға күтәрҙе – Ошо шырпы бөртөгө 15 секунд эсендә янып бөтә. Армиялағы ише шул ваҡыт арауығында һин сисенеп, шунан кейенеп өлгөрөргә бурыс­лыһың. - Кей­ен!.. Сисен!.. Кейен!.. Өлгөрә алмайһың, эшкинмәгән! - Шырпы ял­ҡы­нына бармағы өтөлгән ата ҡулын һелтәп ебәрҙе лә улының бел-әгенә йәбешкәйне ең ҡултыҡ төбөнән бүҫелеп төштө.

   Юлай сүкте лә йөҙөн ҡушуслап һыңҡылдап илап ебәрҙе, әсәһе эйелеп улын ҡосаҡл­а­ны.

            – Һин нишләп йөрөмтәл кәнтәй уйнаштан тыуған тыумаңды яҡлайһың! Ул бит һинең күршең Сәлимйән зимагурҙың балаһы!

            – Алла алдында намыҫым таҙа, нишләп ғүмер буйы нахаҡҡа рәнйетәһең мине, Мансур! Бында Сәлимйән ағайҙың ни ғәйебе? Беҙ бит уның менән ағалы-һең­ле­ле һы­маҡ бергә уйнап үҫтек…

            – Уйнап түгел, уйнаш итеп тигән! - Ауыҙы ситендә төтәгән тәмәкене алып лас­ыл­­дат­ҡа­нсы төкөрҙө лә мейес көлдөксәһе яғына быраҡтырҙы.

   Эшлекле, егәрле әсәһе көндә йыуып алған иҙән тәмәке төпсөгө, шырпы бөртөк-тәре, итектәргә эйәреп ингән урам ҡойоһо менән ҡый­ланды, бысранды. «Бая ау-ылда­ш­тар ал­дында иҙәнгә төпсөгөн иҙеп хаяһыҙ ҡыланғайны, хәҙер өйҙө таплай… - Күҙәтеүсән, һы­нсыл Мәликәгә был оҡшаманы - Инде һине етәкләп эйәреп йөр-өһәмме!» Атай кеше кесе ҡыҙының уйын уҡығандай уға ҡалҡып ҡараны. Мәликә  сәстәрен ялбыр­атып, ап­­аларын ҡурсырға теләгәндәй алғараҡ сығып, ҡыйыу ҡарап ба­­ҫып тора. Ҡа­раш­тар сәкәште. Ар­ы­ған, йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, араҡы томаны шәүләләгән ҡа­раш һу­­ңғы сик­тә еңе­лде барыбер, ул ишек башында эленеп торған Аятел Көрсигә тай­пылды, әм­мә из­ге яҙыу һипһен­дермәне иманһыҙҙы, киреһенсә, оторо ярһытты ғы­на, өй хужаһы ҡоторғандай ҡулдарын болғап аҡырырға тотондо:    

            – Алып ырғыт был сепрәк киҫәген! Бер тапҡыр ясно излагал, мне кәжетсә, Алла юҡ, ул томаналар уйлап сығар­ғ­ан әк­иәт, һағым! Ә был сусҡа балалары мине ярат­ма­й­­ҙар! Яҡын күрмәйҙәр, үҙ итмәйҙәр, белеп, һиҙеп, күреп йөрөйөм. Һин дә яратмай­һың! Боҙ ҡаялай һал­ҡынһың! Үҙең дә һалҡын, түшәгең дә. Ә бына Вә…Вә… - тел­ен­дә әйләнгән бәйләнсек өндән ҡотолорға теләгәндәй сәбә­лә­н­еп ҡулдарын болғаны, - Вә- вә-вәс­сәләм, бөттө-китте!

            – Һуң үҙең, яраттырыр өсөн нимә лә булһа эшләнеңме, ә? Исмаһам бер та-пҡыр булһа ла ваҡытында, айыҡ ҡайт­ып ингәнең бармы, йә әйт!

            – Өйрәтмә мине, һәпрә! Нисек теләйем шулай көн итәм, ҡасан теләйем шу-нда ҡа­йтып инә алам, мине тыймаҡсыһыңмы, сикләмәксеһеңме?!

       Атаһы ултырған еренән ҡалҡынып әсәһенә тибеп ебәрҙе лә, тегеһе килбәтһеҙ ялта­нғайны, эсенә тондорҙо, шунан бөгөлөп иҙәнгә ҡо­ла­ған кәүҙәне йомарлап тө-йгөсләргә кереште. Фәрзәнә менән Фәһимә шарылдап илап мө­йөшкә тартылдылар, Юлай ме­нән икәүләп көрмәкләшеүселәрҙе аралаға та­ш­ланғайнылар йоҙроҡ эләккән ағаһы диван яғ­ына ос­­­­то, ә ул сығыу яғына елтерәне лә маңлайы менән ишек яңағына бәрелде. Яра­нан сә­с­­­рә­г­ән ҡан стенаға һибелде. Енләнгән ата ырғып тороп иҙәндә һуҙылған кәүҙәне типкелә­р­гә тотон­до, ыңғайы бер һонолоп һый теҙелгән өҫтәл япмаһын һыпра тартты, стена буйы­н­­да­ғы сер­вант­тағы һауыт-һабаны алып иҙ­әнгә бәрә башланы. Өй эсе ват­ы­лған, сылт­ы­р­­а­ған та­уыштарға күмелеп китте, боланы һиҙ­гән, тойған Һалбырғолаҡ кү­тәрмә ауы­ҙына ул­тыр­ып, һуҙып, ас-ырғанып олорға тотондо…

    Иртәгеһен медпунктҡа алып барып уның башындағы яраһын бәйләттеләр.  Фе-льдшер Сания имгәнеүҙең сәбәбен асыҡларға иткәйне лә, әсәһе уйнап йөрөгәнен-дә яңылыш йығылып йә­рәх­ә­т­ләнде, тип аҡланды. Сания апай ҙа аңлағандыр, төшөнгәндер, бары мәғә­нәле һи­рпелеп ҡуйыу менән генә сикләнде. Атаһы колхоздан эш хаҡы алғансы эшлектән сыҡҡан, ярылған-сатнаған һауыт-һабаны тотонған булдылар, аҙна ун көндән башын­дағы яра­һы ла бөтәште, тик күңеленә төҙәлмәҫлек яра, атаһына ҡарата рәнйеш инеп оялағайны инде…

   Тағы беренсе сентябрға барғаны хәтерҙә. Мәктәп янындағы тантанаға бар­лыҡ ау­ыл халҡы йыйыла - мәшәҡәттәрен ҡуйып, һеперелеп олоһо ла кесеһе лә килә. Бе-ренсе клас­ҡа барыусылар ата-әс­әләре менән етәкләшеп атлайҙар ғәҙәттә. Уны әсәһе оҙата барған булды. Ярты етәк­ләү зәғиф ҡоштоң осоп барыуы менән бер бит инде ул. Был мә­лдә атаһы төнгө эске­лектән һуң ах та ух килеп башын ҡушуслап диванда аунай ине. Ата-әсәһенең уртаһына төшөп атл­а­ған Нә­симә уларҙың тап-ҡырына еткәс әсә­һен­ең сы­ғыуын көтөп ҡапҡа тө­бөн һаҡлаған Мәликәгә ҡайырылып телен күр­һәт­те, күр йә­нәһе, минең атайым һинеке ише эскесе түгел. Бәлки улай тип тә кәмһетергә теләмәгә­н­дер, күңеле китек Мәликә көндәшенең ым-ишараһын шулайыраҡ ҡабул итте һәр хәл­дә.

   Шул уҡ көндө кис, ҡыҙмаса ҡайтып ингән атаһы ҡатынын, балаларын ҡыуып сы­ға­рып ишекте шарта бикләп ҡуйҙы. Көҙ айының башы ғына булһа ла төндәр һал-ҡы­н­ай­т­ҡайны, яланаяҡ, күлдәксән сыҡҡанлыҡтан тештәре тешкә теймәй дерелдәп өшөй башланы­л­ар. Күшеккән себештәрҙәй әсәһенә һыйыналар, аяҡтарын тум-быҡтырмаҫ өс­өн сиратлап ишек ауыҙында ятҡан һеперткегә баҫҡан булалар, ус аяһылай селек йо­ратынан ниндәй йылы ла, ниндәй файҙа инде. Көтөп тә ишекте астыра алмағас, яр­ты төндә мал һарай­ының ҡыйығына үрмәләнеләр. Ә бында ба-рыбер йылыраҡ, ни тиһәң дә аяҡтары аҫтында ҡоро һалам, йәнә аҫ яҡта ятҡан, уфылдап ҡуйған һыйырҙан, керт-керт бесән көйшәгән  кәзә-һарыҡтарҙан йылы күтәрелә төҫлө. Менделәр ҙә тауыҡ ҡанаттары аҫтына тартылған себештәр ише әс-әһенә һыйындылар.

   Тормоштарының йәме лә рәте лә, көйө лә китте. Әсәһе аптыраған көндәндер яр-ҙам өмөт ит­еп колхоз идараһына, ауыл Советына мөрәжәғәт итеп ҡараған булды. Тегеләре ни идара­ға саҡыртып тормай, өйгә килеп  алды­н­ғы тракторсыны еңелсә генә тәнҡитләйҙәр ҙә, боҙолошмай, һауыт-һаба шалтыратмай татыу ғына йәшәгеҙ инде, тип оло эш баш­ҡарған ҡиәфәттә сығып китәләр. Һауыт-һаба шалтырау ғына түгел, уның шауҙырлап ва­тыл­ыуы, ғаиләнең бөтөнлөгө йәнселеүе хаҡында ишет-мәйҙәр, ишетергә лә теләмәй­ҙәр. Әкренләп йүгәндән ысҡына барған иргә шул ғына кәрәк тә, түрәләр әпәүләүенә арҡа­ла­нып, киләсәктә лә яҡланасағын, аҡланаса-ғын белеп тағы ла ҡотороңҡорап, яһил­ла­н­ыбыраҡ типтерергә тотона. Ул яйлап ғаилә имгәгенән, шик-шөбһәгә һалған колхоз ҡа­за­һы­на, ике аяҡлы ауыл бәләһенә әүерелә барҙы.

       Буранлы ҡышҡы кистәрҙең береһендә һуңлап булһа ла ҡайтып күренергә күнек­кән атаһы бөтөнләй ҡайтманы. Әсәһе күтәрмәгә ҡат-ҡат инеп-сығып уны көттө, беш­ергән ашын да ҡайта-ҡайта йылытты. Балалар ғына атаһының ҡайтып кү­ренмәүенә бошонманылар. Ғәҙәттә ул юҡта өйҙә йылы күтәренкелек хөкөм һөрә: Юл­ай радио-те­­левизор схемаһын сығарып мауығып йәбешереү эштәре менән мә-ш­ғ­үл­лә­неп китә, Фәрзәнә өлкән ҡыҙ булараҡ бәйләү-сигеү эштәрен ҡулына ала, Фәһимә ме­­нән Мәликә иҙәнгә һуҙылып ятып һүрәт төшөрөргә керешәләр. Ҡыҙҙарҙың һүрәттәре был осраҡта яҡтыраҡ, нурлыраҡ, матурыраҡ килеп сыға. Башҡаларға ни­с­ектер, Мәликәнең баш­ы­н­­да бер генә уй әйләнгеләй: «Атайым бөтөнләй ҡайтмаһа ине…» Хоҙай Тәғәлә уның те­ләген ҡабул ҡылғандыр, атаһы икенсе көнгә лә, өсөнсө көнгә лә, аҙна аҙағында ла кү­р­е­н­мәне. Икенсе аҙнаһына ауыл буйлап хәбәр таралды: «Мансур Вәлимә менән йә­ш­әп ята икән!» Был хәбәр әсәһенә иртәрәк тә ишетелгәндер бәлки, мәг­әр был хаҡта өй эсен­дә һүҙ ҡуҙғатыусы булманы, дүрт баланың исмаһам бе­реһе, ата­йым ҡайҙа, тип яңыл­ыш булһа ла ысҡындырманы.

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков