АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
16 Июнь 2022, 08:15

Ҡуласа. Хикәйә. ( Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

       «Атаһы бит был, атаһы… Шул, үҙе… Уны күр­мә­гәненә нисә йыл үтеп китте, олоғайған, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән… Заманында ба­ҫ­ҡан ур­ын­ы­нда тороп сыҙамаған етеҙ хәрәкәтле, ҡырыҫ тауышлы, эшһөйәр кеше ине бит атаһы… Әүәле ошо кеше ғаиләһен генә түгел, тотош ауылды дер һелкетеп йәшә­г­ән, тейеүгә кем ышаныр бөг-өн?..»

Ҡуласа. Хикәйә. ( Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡуласа. Хикәйә. ( Икенсе киҫәк. Дауамы бар.)

     Ашығыңҡырап сыҡҡан икән дә баһа, сәғәтенә күҙ атты ла ҡаланың үҙәк май­ҙан­ын үтешләй машинаһын парк башланған юл ҡырына ҡайырып туҡтатты. Көн һал­ҡынса еләҫ булһа ла аяҙ һәм салт ҡояшлы. Парктағы ағас-ҡыуаҡтар көҙ төҫөнә тө­рөнөп, ну­р­­­­­ҙа­р­ға ҡойоноп ирәйеп ултыралар. Ағастарҙағы күкрәп һарғайған, йә дөрләгән ял­ҡ­ын те­­леләй гөлтләп тоҡанған япраҡтар талғын иҫкән елгә күндәм эйәреп һибеләләр ҙә көт­мәгәндә йәшен сатҡыһылай балҡып киткән ау ептә­ре тир­б-әлгән һауала бейеп әйлә­нә­­ләр, шун­ан келәмдәй түш­әлеп тротуарға яталар. Күк йөҙө күҙҙе сағылдырғыс ҡуйы зә­ңгәрлеге менән, таш һуҡмаҡ ситендәге ҡыртышта  мо­рон төрткән йәшел ҡур­пы йәм йәшеллеге ме­н­ән ер йөҙөндә һары көҙ, аҡ ҡыш­тан һуң, асыҡ төҫтәр хакимы наҙлы яҙ айы барлығын һәм уның да үҙ мәлендә күк­рәп килерен иҫбат итәләр төҫлө. Эш көнө булһа ла ял ите­р­гә сығыусылар байтаҡ ҡына күрен­геләй - кемеһе ултырғыс­тар­ға улт­ы­­рып, күҙ­­ҙәрен йомоп, йөҙөн йылы нурҙарға ҡуйып кинәнә, кемеһе парлашып ашыҡ­май ғына таш һуҡмаҡты ҡыҙыра. Парктың уртаһында әйләнгән дәү шай­тан ҡу­ласа­һы яғ­ынан шат тауыштар ишете­лә. Килгән ҡунаҡтар ҡуласаның иң өҫтөнән ҡаланы тамаша ҡыла ала, унан бар тирә-йүн ус төбөндәгеләй асыҡ күренә.  Ҡолағында тан­ыш шиғыр юлдары яң­ғыра­ғ­а­н­дай ит­те:

                                         Әйләнә, карусель, әйләнә,

                                         Карусель ҡоролған хәйләгә.

 

                                         Осҡаны, сапҡаны, йөҙгәне

                                         Һәм ерҙә һөйрәлеп йөрөгәне –

 

                                         Һәммәһе бер тигеҙ елдерә,

                                         Ел үҙе уларға юл бирә...

 

    Машинаһына инеп ултырып ҡуҙғалып киткәс тә һәммә халыҡты бәүелмәле улты­р­ғыстар беркетелгән оло дүңгәләгендә әүрәтеп әйләндергән  шайтан ҡуласаһы, теге ши­ғыр шауҡымынан арына алманы. «Ҡыҙыҡ был тормош тигәнең, хас та өҙлөкһөҙ әй­лән­еп торған карусель инде, бөгөн мин өҫкә ҡалҡып сығам, ә иртәгеһен түб­әнгә түң­кәр­елеп баш­ҡаларҙың юғарыға сөйөлөүе бик тә ихтимал… Карусель ҡоролған хәйлә­гә… хә­йләгә…»

      Хакимиәткә килгәнсе тамам тынысланғайны. Башлыҡтың ҡабул ит­еү бүлмәһен­дә­геләр менән ихлас иҫәнләште лә бер яҡ ситкәрәк баҫты. Апаруҡ ҡына ха­л­ыҡ йый­ылған бында: таныштарын осратҡандар тауыштарын баҫып шым ғына әңгә­мә­лә­шә­ләр, кәңәшмә-фәләнгә һирәк саҡырылғанға күрә үҙҙәрен әле ситен тойғандар битараф ҡиәфәттә төп бүлмәгә инеүҙе көтөп ойоп улт­ы­ра. Янына ҡалала бер нисә магазин, ваҡ ки­о­скалар селтә­р­ен тотоусы Фәрит Яманғолов килә һа­лып етте лә итәғәтле иҫәнләшкәс ҡатын-ҡыҙ­ҙа­р­ға хас нәҙек тауышы менән сыйылдап ҡыҙыҡ­һын­ды:

            – Мәликә ханым, нишләп саҡырта икән хужа, белмәйһегеҙме? Үткәндә йыйып алып мейене сереттеләр, бөгөн тағы.  Ололар көнөнә, тип арнап аҙыҡ-түлеккә биш процент ташлама яһаным бит инде, тағы ни етмәй икән быларға, ә?

   Өнәп еткермәй ошо Яманғоловты нишләптер, ҡыҫмыр, хәйләкәр, шылғаяҡ әҙәм ос­ра­ған һайын күңел­ендә ытырғаныу тойғоһон уята, сәбәпһеҙгә эсе боша, зыяны, яманлығы теймәһә лә уны ирештергеһе, асыуландырғыһы килә башлай. Һуңғы сиктә ты­йыла, был кешегә ҡарата йөрөткән кире мөнәсәбәтен эсенә йома. Шул юл менән ике арала ара­у­ыҡ һаҡларға тырыша, бер өлкәлә, уртаҡ шөғөл атҡарғанға ғына уның ме­нән ҡат­н­ашырға, аралашырға мәжбүр, әммә йәне тартмаған әҙәмгә сә­бәпһеҙгә мөрә­ж­әғәт ит­ергә ынтылып та бар­май. Был юлы ла Яманғоловты әсе төрттөрҙө:

            – Әйтәм, кәүҙәгеҙ биш процентҡа йоҡарғандай күренә!

       Яманғолов аҫҡа һалынған бирән ҡорһағын эскә тартып, уны ҡыҫҡа ҡулдары ме­н­ән ҡармағас үпкәләгәндәй һөйләнде:

            – Ярай инде, мыҫҡыллама, йәме, былай ҙа бисә шул ҡорһаҡҡа аҙым һайын бәй­ләнә, беләһегеҙ килһә ир кешенең кендектән юғары яғы яурынға иҫәпләнә.

            – Әләйгәс, һеҙ киң яурынлы, оло кәүҙәле уҙаман булып сығаһығыҙ инде! - Тәбә­нәк буйға, өрөп тултырылған туптай тыңҡыш кәүҙәгә, бала­лар­ҙың кейем элг-есен хәтерләткән һалынҡы яурындарға күҙ атҡан Ишйәрова сыҙап ҡала ал­май көлөп ебәрҙе лә Яманғоловты ысынлап үпкәләтеүҙән тартынып эшлекле дау­ам итте. - Аҙыҡ-түлек­кә биш процентлы ташлама түгел, усҡа һалып иҫәпләмәле аҡса­ғыҙ­ҙы әҙерлә­геҙ, Фәрит Фәйзуллович! Уларға, - бүлмә ишегенә ым­ланы, - хәҙер үк кәрәк, шуның өс­өн саҡырт­ҡандар ҙа! - Яманғоловтың ҡыҫмыр­лы­ғын белгәнгә уның ау­ыртҡан ер­енә һуҡтырып мәғәнәле йы­лмайҙы.

            – Ҡайҙа инде миндә аҡса, ундай нәмәне күргән дә юҡ һуңғы осорҙа, бөтәһе лә оборотта йөрөй бөгөнгө көндә, әлеге моментта бер тинһеҙ интегелә. Ысын! - Әң­гә­мә­се­һен ышандырырға теләгәндәй ҡоласын йәйҙе. – Бер счеттан икенсеһенә күсереү юлы менән башҡара­б­ыҙ ба­рлыҡ финанс операцияларын, ҡағыҙҙарҙағы һандар ғына күрһәтә аҡса күләм­ен, бил­­дәле булыуынса уның даирәһе тар һәм сикле, кеҫәнән һәрмәп алып тотторған ише түгел. Өҫтәүенә на­л­о­говый, пенсии­он­ный сл­у­жбалар муйынды быуып аҫҡа баҫа, тын ал­ыр­мын тимә. Асыҡҡандан ҡан­ыҡ­ҡан ям­ан, ти­гәндәй туя белмәйҙәр, асмәйелдәр. Үәт, за­м­ана кит­те, ә! - Йыуан, килбәтһеҙ аяҡ­тарын йәшергән һалынҡы сал­бар бала­ҡ­та­р­ына һуҡты.

       Бүлмәләгеләр иләмһеҙ сыйылдап бытылдауҙы оҡшатмай ҡарап ултыралар, мәгәр өн­дәшеп иҫкәрмә яһаусы табылманы. Әҙәп төшөнсәһен бар тип тә белмәгән эшҡыу­ар ҡулдарын болғап лауылдай бирҙе:  

– Урта эшҡыу­ар­лыҡты үҫтер­ә­й­ек, ярҙам итергә кәрәк, тип боғаҙ ярған бу­лалар, ғәмәлдә иһә аҙым һай­ын аяҡ салалар, тәгәрмәскә таяҡ тығалар. Теге аҙнала по­жар­ни­к­­­тар килеп, етешһеҙ­ле­к­тәрҙе соҡоп табып бәйләнеп маташтылар, баҡти­һәң, ул­арға ма­ш­и­наларын ремонт­лау өсөн аҡса кәрәк икән, кеҫәләген ҡырып- юнып һоғон­дорғайным, өндәре тығ­ыл­ды. Так што, хөр­мә­т­ле эш­ҡыуар хан­ым, был донъяла ғәҙеллек бөт­­тө, әүәле булған икән ул коммунизм тигән нимә, белмәгәнбеҙ-тоймағанбыҙ ғына…

       Фәрит Яманғолов һандырауын тамамлап өлгөрмәне бүлмәнең түрендәге өҫтәл ар­тына ҡунған тәтәй ҡыҙ алдындағы исемлеккә тағы ла бер тапҡыр күҙ атҡас, саҡ-ы­р­ылғандарҙың йыйылып бөтөүен күреп бина эсендә һөйләшеүгә тәғәйенләнгән телефонды ҡалҡытып ниҙер әйтте лә ыңғай яуап ишеткәс тиҡый ҡиәфәттә мөрәж-әғәт итте:

            – Саҡырылған граждандар, инегеҙ! – Алдан иҫкәртелгәндер күрәһең, сағыу буялған ирендәрен остайтып бойорғандай итеп өҫтәне. - Ололар түрҙә урын­лаш­ҡан, һеҙ ингән яҡ стена ҡырына ултырырһығыҙ.

            – Беҙҙең урын һәр ваҡыт ишек төбөндә инде! - Алдан төшөп атлаған Ишйәро­ван­ың төрт­мә телләнеүен секретарь ҡыҙ ишетмәмешкә һалышып, эшем эйәһ-еләй ал­дындағы ҡағ­ыҙҙарына эйелде.

   Башлыҡтың кабинетының түр яғы халыҡ менән тулғайны. Кәңәшмәләр үткәреү өс­өн ҡырғараҡ ҡуйылған өҫтәл тирәләп баш­л­ыҡ­­тың урынбаҫарҙары теҙелгән, ҡаршы яҡ стеналағы ултырғыстарға тиҫтәгә яҡын ҡарт-ҡоро һаҡ­ҡан. Ишйәрова ишек төб­ө­н­дә­ге ултырғысҡа абруйлы ғына урынлашҡас, сумочкаһын алдына һалып, бы­лай ҙа ыҫ­пай таралған сәстәрен һыйпаштырҙы ла мине ни өсөн саҡырҙығыҙ, тигән һораулы йөҙ менән башлыҡҡа төбәлде. Рөстәм Иш­мө­х­әмәтович инеүселәр урынлашып бө­т­кәс ҡа­лын ҡаштарын йәмерәйтеп, үсеккәндәй һөҙөп ҡарап һәм-мәһен теүәлләне лә там­аҡ тө­бө менән һүҙ алды:

            – Йә, йәмәғәт, йыйылып бөттөк буғай, - тәғәмдәрҙән һығылған өҫтәл артында ултыра­мы ни, һыйға саҡырғандай ҡулдарын йәйҙе, - хуш ҡылып, башлайыҡ! Хәйер, башла­йыҡ, тиһәм дә бына әле урынбаҫарҙар менән инәй-олатайҙарҙың ҡарттар йортонда нисек йәшәүҙәре хаҡында әңгәмәләшеп алдыҡ бер аҙ. Әйтергә кәрәк, республика етәк­селеге, беҙ, ҡарттар йортон һәр ваҡыт контролдә тотабыҙ, кисәге көн минең беренсе урынбаҫарым барып ундағы йәшәү шарттары менән танышып ҡайтты. Шуға ла бөг­ө­нгө ҡорҙоң ойошторолоуы бер ҙә ос­р­аҡ­лы хәл түгел. Ҡарттар йорто администра­ц­ия­һы менән бергәләп уйлаштыҡ, кәңәшләштек тә йы­йылып алыу зарурҙыр, тигән дө­йөм фекергә килдек. - Пластик һауыттан стаканға минералка һалып ғолҡолдатып эс­еп алды - Билдәле булыуынса илебеҙ оло быу­ы­­н­дарға хөрмәт һәм ихтирам йөҙөнән йыл һай­ын улар­ҙың көнөн билдәләй. Беҙ был көндө ветер­ан­да­р­ыб­ыҙ­ға үҙебеҙҙең их­ласлығыбыҙҙы күрһәт­ә­беҙ, рәхмәт­ебеҙҙе еткерәбеҙ, бүләктәр тапшыр­абыҙ. Әйтергә кәрәк, был хәстәр­ләү бер көндә генә башҡарылыр эш түгел, ол­о­лар ха­ҡ­ында йыл әй­ләнәһенә ҡайғыр­т­ы­рға бу­р­ыс­лыбыҙ, сөнки улар быға лайыҡ…

   «Тағы башланы… Ни тиһәң дә элекке партком секретары шул, трибуна артына баҫ­ып вәғәз һөйләргә күнеккән…» Тантаналы телмәрҙәрҙе, фәлсәфәүи сығыштарҙы, н­от­оҡ уҡ­ыу­ҙы үҙ итмәгән Ишйәрова башын аҫҡа эйҙе, башҡаларға һиҙҙертмәҫкә ты­р­ыш­ып ауыҙын ҡаплап иҫ­нәп алды ла күңеленән асыласаҡ колбаса цехына нимәләр хәс­тә­рләргә кәрәклеге ха­ҡы­н­да иҫәпләргә тотондо.

            – Бына бөгөн, хөрмәтле йәмәғәт, эшлекле эшҡыуарҙар, арҙаҡлы ағай-эне, һеҙҙе ҡарттар йортонда көн күргән атай-әсәйҙәрегеҙ менән осраштырырға йыйҙыҡ. Юғиһә унда барыу юлын онотҡандар, хатта ки ишектең ҡайһы яҡҡа асылыуын да белмәйҙәр икән, бәғзе берәүҙәр...

  Көтөлмәгән хәбәрҙән тертләп китте Мәликә Мансуровна, башын ҡалҡытып ал­ды­нда теҙелгән ҡарт-ҡороно теүәлләне, ҡарашын һаҡал-мыйыҡ ебәргән, башына йы­л­тырап ҡатҡан теүәтәй кейгән, ҙур танауына ҡалын һөйәк тирәсле лупалы күҙлек ат­ла­ндыр­ған йоҡа кәүҙәле ҡартта туҡтатты: «Атаһы бит был, атаһы… Шул, үҙе… Уны күр­мә­гәненә нисә йыл үтеп китте, олоғайған, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән… Заманында ба­ҫ­ҡан ур­ын­ы­нда тороп сыҙамаған етеҙ хәрәкәтле, ҡырыҫ тауышлы, эшһөйәр кеше ине бит атаһы… Әүәле ошо кеше ғаиләһен генә түгел, тотош ауыл-ды дер һелкетеп йәшә­г­ән, тейеүгә кем ышаныр бөгөн?..»

    Үткәндәрен хәтеренә төшөрөргә теләгән Мәликә Мансуровна маңлайындағы иҫке яра йөйөн ыуҙы, ә ул тыштан бөтәшһәм дә эстән һыҙам әле, тигәндәй сәнсеп-сәнсеп һу­л­ҡып ҡуй­­ҙы…

 

 

Автор:Хайдар Тапаков