АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
1 Июнь 2022, 10:07

Ожмах

       Ә ожмахҡа килгәндә ул ата-әсәнең аяҡтары аҫтында, шуға ла бит бала һеҙҙең итәккә сат йәбешкән, тормош юлдарынан етәкләп алып барһын, тип өмөт менән төбәлеп ҡулығыҙға үрелгән!

Ожмах
Ожмах

Бынан бер нисә йыл элек приют ишеге алдындағы ултырғысҡа һаҡҡан  бер ир бала менән ҡыҫҡа ғына һөйләшеү булып алды. Уға 9-10 йәштәр самаһы ине шикелле.

       - Һаумы? – тинем, тегенең янынан урын алып.

       Сәләм алынманы, малай ҡаш аҫтынан уҫал ҡарап ҡуйыу менән генә сикләнде.

       - Таныш булайыҡ! – Исемемде атаным. – Ә һинеке?

       - Ну, Алексей. – Үҙенең үҫкән икәнлеген күрһәтергә теләгәндәй яурындарын яҙып турайыңҡырап ҡуйҙы. -  Нимәгә ул?

       - Былай ғына. Һин моғайын да ошонда йәшәйһеңдер?

       - Йәшәмәйем, ваҡытлыса ғына урынлаштырҙылар.

      Бындай балаларҙың яҙмышы билдәле – йә уларҙы тәрбиәгә берәйһе ала, йә улар ары балалар йортона оҙатыла. Шуға төпсөнөп малайҙың күңеленә яра һалырға теләмәй:

       - Бында нисек? – тинем.

       - Бара. Ашатыу ҙа, тәрбиәселәр ҙә насарҙан түгел, бүлмәләр таҙа, яҡты, йылы.

       - Тимәк ожмахтағы һымаҡ!

       - Ә миңә ожмах кәрәкмәй, өйгә ҡайтҡым килә, атай-әсәйемә!

       - Улайһа килеп алырҙар тиҙҙән, көт!

       - Килмәҫтәр шул... Улар икеһе лә эскесе... Барыбер ҙә өйгә ҡайтҡым килә... – Малайҙың күҙҙәре йәшкәҙәне.

      Насар атай-әсәй булмай, улар бала өсөн теләһә ниндәй шарттарҙа ла тиңдәшһеҙ һәйбәт!

      Шул, ата-әсәһен фәрештәгә тиңләп яратҡан, уларға йәндәре-тәндәре менән бирелеп китеп табынған балаларҙы яҡлайыҡ, яҡлайыҡ һәм һаҡлайыҡ.  

      Ә ожмахҡа килгәндә ул ата-әсәнең аяҡтары аҫтында, шуға ла бит бала һеҙҙең итәккә сат йәбешкән, тормош юлдарынан етәкләп алып барһын, тип өмөт менән төбәлеп ҡулығыҙға үрелгән!

Автор:Хайдар Тапаков