Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
31 Май 2022, 14:02

Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр (Икенсе киҫәк).

       Тураһын әйтәм, оҡшаманы, өмөтөм аҡланманы, йәнем иңрәмәне, йыр-моң, нескәлек  көҫәгән күңелем ас ҡалды, сөнки унда махсус  уҡыу йорттарында сольфед-жионы өйрәнгәндәр, хореография дәрестәрен алғандар, көндәлек ауыр эш башҡарғандай йырлай һәм бейей ине. 

 

      - Таныш булайыҡ, исемемде ишеттегеҙ, Ғәйсәр атлы булам, фамилиям - Солтанморатов.

      - Хәйҙәр.

      - Татарстандың билдәле йырсыһы Хәйҙәр Бегичев бар.

       - Билдәһеҙ кешемен.

       - Шулай ҙа, йырлайһыңдыр, йырламаған башҡорт балаһы булмай ул.

       - Яҡын дуҫтарым ҡабул итерлек, уларға ишетелерлек кенә итеп.

       - Уныһы ла яраған. Төҫ-башың менән бындағыларға тартмағанһың, ҡайҙан һин, мырҙа?

       - Урман Йылайырынан.

       - О-о-о, Ишмулла ағай төйәгенән икәнһең, уны мин яҡындан белдем.

Ышанмайыраҡ ҡарап алдым да ары һүҙ ҡуйыртырға теләмәй, алдымдағы ашамлыҡтар һалынған тәрилкәләрҙе, үҙемә тәғәйен тулы рюмканы тегенең алдынараҡ шылдырҙым, тартынмай һыйлан, йәнәһе. Ризыҡҡа ла ҡағылмай был, эҙләп килгән йотомон да йоторға ашыҡманы, юғарынан түбәнгәрәк ҡарап, аҡһөйәктәр, зыялылар ҡоронан килеп, бында ҡыҫҡа ваҡытҡа, осраҡлы һуғылған арҙаҡлы заттай һауалы ҡиәфәттә ғорур һерәйеп тик ултыра. Бер аҙҙан хужа өлтөрәп килә һалып етте, күлдәк еңе төрөлгән йөнтәҫ беләкле ҡу-лын йәнәш яурынға һалды:

       - Ҙурла әле, абзый, беҙҙең табынды, йырла берҙе!

       - Инеп етмәҫ элек үк, ауыҙ күтәреп аңрап ултырыу килешмәгән шөғөл, башҡалар ҙа бар бит әле!

       - Сәсән барҙа телеңде тый, тиҙәр, бүтәндәр ни, сабыр ғына көтөп ултырып торорҙар. Ә һиңә ни ҡылһаң да килешә! - Әхмәт был ир менән һин дә мин яҡындан аралаша, үҙ кешеләй тартыныуһыҙ мөрәжәғәт итә, ул ғына ла түгел ихтирамын, хөрмәтен йәшермәй, Ғәйсәр ҙә күрмәгән-белмәгән кешегә былайтып инеп, йәйелеп ултырмаҫ ине, моғайын.

       - Үҙәк буйы ҡымырйытып, йүтәлләп торам бер аҙ.

       - Ниңә, бығансы тамағыңды сылатманыңмы ни? Улайһа тотоп ебәр! - Рюмкаларға ашыраһынан араҡы ҡойҙо. -  Бәлки, бер юлы, сирең йыуылып төшөрлөк итеп ҡырлы эстәкәнгә һалып бирергәлер, ә?

       - Һин мине кем тип иҫәпләйһең? Шул саҡлы, тигәс тә.

       - Биғәйбә, кисер, уйламайыраҡ ысҡындырҙым, үҙем йырыңды тыңлағым килә, телем икенсе нимә хаҡында бытылдай.

       - Әхмәт, мужыт...

       - Бар ҡунаҡтарым исеменән үтенәм, абзый! - Шулаймы, йәмәғәт?

     Риза икәнен белдергән табын геүләгәндәй итте, ара-тирә ҡул сабыу тауыштары ишетелде.

       - Бәлки, икенсе ваҡыт?

       - Юҡ инде, икенсене көтмәйек, әлеге мәл ҡәҙерле, йырлай алмаһаң, көйлә генә, шуныһы ла баштан ашҡан!

       - Белә белһәң, көйһөҙ йыр булмай ул һис ҡасан да, көйһөҙ йыр тоҙһоҙ ашҡа бәрәбәр. Көйлә, тиһең инде, нимәне?

       - Билдәле, мәшһүр “Буранбай”ҙы! Уны башҡорттар араһында һинән дә шә-берәк, һинән дә оҫтараҡ башҡарған бер кем дә юҡ!

       - Бына быныһын инде, лөғәткә һыймаҫлыҡ итеп шаштырҙың, Әхмәт! “Урал”, “Буранбай”, “Тәфтиләү”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”ҙы миңә ҡәҙәр ҙә йырлағандар, минән һуң да оҫта башҡарыусылар һис һүҙһеҙ, табылыр. Атап үткән йырҙар донъя кимәлендәге операларға, уникаль, ҡабатланмаҫ иҫәпләнгән арияларға биргеһеҙ, нота-ларға һыймаҫ тәрән бөгөлдәре, тырышһалар ҙа күптәр алдыра алмаған бейеклектәре менән мәртәбәлерәк, бәҫлерәк булмаһалар әле! Милләт барҙа халыҡ йырҙары йәшәй бит ул, һис ҡасан юҡҡа сыҡмай!

 “Ҡупырый, ҡауҙыр бер әҙәмдер, күрәһең. Әле генә мәшһүр ҡурайсы Дил-мөхәмәтовты танышлыҡҡа сығарып фәстерә ине, хәҙер шул килештә була тороп та юғары музыка хаҡында фәлсәфә һата.” Екһенеп шулайыраҡ уйлап алдым да, бының менән башҡаса һүҙ сыбалтырға теләмәй һыртымды ҡуйҙым.

Ир урынынан торҙо, алдына ҡуйылған сәйгә ярыла төшкән шешенке ирендәрен тигеҙеп алды ла сикһеҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ даланы иңләп ҡарағандай ҡарашын алыҫҡа, билдәһеҙлеккә йүнәлтте, шунан изге ғәмәл башҡарырға йыйынғандай күкрәк тултырып тын алды ла онотолғандай ҡайҡайҙы. “Билдәле, танылған әртистәй ҡылана! - Артыҡ килештермәй генә белгән мөнәжәтен төңрәһен дә ҡуйһын, тауышым ултырған тигәс, уның ғырылдағы кемгә хәжәт?!  ”

Бына бер заман,тамаҡ төбөнән түгел, күңел түренән, йөрәк төпкөлөнән һаҡ ҡына сыҡҡан тауыш ҡолағымды наҙлы иркәләне: 

                                       Табаҡ та ғына табаҡ, ай аҡ ҡағыҙ,

                                       Буранбайҙың яҙған хаттары.

                                       Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,

                                       Зар илайҙар ауыл ҡарттары...

       Әле генә башымдан үткән түбәнлекле фекерҙән оялып киттем. Ғырылдаҡ, тигән булам тағы, был сихри моң сүп-сарһыҙ, таҙа, туҡ башаҡлы иген баҫыуының тулҡыныуына, үтә күренмәле, сафлығы күҙҙәрҙе ҡамаштырған,һалҡыны тештәргә үткән терегөмөштәй шишмәнең селтер ағышына тиң! Ыжғырҙа тумбыҡҡанда йылымыс екәт ел кинәт битемә бәрелгәндәй һиҫкәнеп киттем дә, илаһи тауыш сығанағын эҙләгәндәй ҡарашымды аҫтан юғарыға ҡарай йүнәлттем. Ошондай йән иреткес, илаһи,ҡабатланмаҫ, йондоҙло көмбәҙҙән яуған ауазды Латвияның баш ҡалаһы Ригала, яңғырашы Европала икенсе урынды биләгән орган залында ишетеп тетрәнгәйнем, шул сихри кисереш, бына бында, ауыл кимәлендә яңынан ҡабатланды. Дәһшәтле йыр яйлап күтәрелә барып ҡапыл ян-тирәгә сойорғоно ла, тыйып алғыһыҙ, бейек, көслө тулҡындай таш стеналарға ҡаҡлыҡҡас тотош өй эсен тултырҙы, шунан ары бында һыйып ҡала алмай тәҙрә быялаларын зыңлатып, ваҡ кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы емереп, беҙҙе ҡалдырып йондоҙло йыһанға осто. Күҙ алдыма шырлыҡлы ҡара урман, тау-ҡаялар араһынан һуҙылған батҡаҡлы ат юлы килеп баҫты. Унан оҙон арбаға һаҡҡан мылтыҡлы һаҡсыларҙы ауырлыҡ менән тартып ҡарт алаша килә. Тәртәгә тайлаҡ айыуҙай арҡанға тағылған, аяҡ-ҡулдары сынйырлы, саба яуған ямғырға күлдәге еүешләнгән, оҙон сәстәре маңлайына һибелеп йәбешкән әзмәүерҙәй ир атлай. Күптән киләләрҙер, бығау тимеренә өйкәлгән бәкәл быуынынан һарҡҡан ҡан мәтегә буялған ялан аяҡтарҙы алһыу төҫкә мансыған. Буранбай бит был, халыҡ йырында йырланған Буранбай! Арыраҡ юл ур-таһындағы бер бөртөк сәскә юғарыға үрелгән. Нишләп кенә үҫтең бында, башҡа урын тапманыңмы, тапалаһың да баһа! Ай! Арба тәгәрмәсенең тимер туғыны нескә һабаҡты йығып, ҡойоға батырып, иҙеп уҙҙы. Сәскә лә һәләк булды, Буранбай тотҡон да билдәһеҙлеккә китеп юғалды...

Ә теге ир аяҡтарын тарбайтыңҡырап, осорға йыйынған сая бөркөттәй ҡулдарын йәйә биреп баҫҡан да илһамланып һуҙа ғына. Аһәңе һуң! Уға Урал ҡаяһындағы суйыр таш ныҡлығы һалынған, йүгерек йылғаның мәңге тынмаҫ сыңы һеңгән, дәһшәтле урман шауы өҫтәлгән, тәбиғәттәге бихисап һайрар ҡоштарҙың һайрауы ҡушылған.

 Буранбай ҙа Себер китеү менән,

 Баҫылыр микән, илдең дә ирҙәре?

Тамам. Илаһи башҡарыу, рух байрамы тамам. Ниндәй мөғжизә башҡарылды, атҡарылды күҙ алдында? Ҡәҙер кисәһендә күҙ асып йомған арала күк ҡабағының асылып-ябылыуы булдымы был, әллә йәйҙең иң ҡыҫҡа төнөндә абаға сәскә атып ҡара урман төпкөлөн көмөш нурҙарға күмеп балҡытып ебәрҙеме, әллә Хоҙай Тәғәләнең ғүмерҙә лә тормошҡа ашмаҫтай тойолған хыялды көтмәгәндә, өмөтләнмәгәндә әшкәртеүе булдымы? Аңғарманым, мәгәр әҙәм балаһын тышҡы буй-һын түгел, эске матурлыҡ йәмләй һәм биҙәй, күҙ алдымда ир һоҡланғыс, ылыҡтырғыс мөһабәт бәһлеүәнгә әйләнде, әүерелде лә ҡуйҙы. Ул ғына ла түгел, ҡот тотош өй эсенә таралып, ундағы һәммәһенең булмышын яҡтыртты, илаһи йәмгә сорнаны, сибәр, мөләйем итте. Йырсы бәүелгәндәй тора бирҙе лә кинәт хасил булған изге тынлыҡты боҙоп тертләтергә теләмәгәндәй һаҡ ҡына урынына сүкте. Кемеһе ҡулдарын ҡаушырып, кемеһе тубыҡтарына терһәкләнеп, кемеһе йөҙөн уйсанландырып өҫтәл тирәләй ултырған ҡунаҡтар башҡарыусыны ҙурламанылар ҙа, урынһыҙ шау-шыу ҙа ҡуптарманылар, әле генә ишетелгән арбатҡыс йыр тәъҫиренә бирелеп шаңҡып, онотолоп ҡалдылар бары. Хужа инде, эсмәйенсә лә иҫергән, аңҡы-тиңкегә ҡалған хужа, күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырып башын түбән эйҙе:

       - Һин йырың менән бөйөкһөң, абзый, йырың менән ҙурһың, күркәмһең! Бына ошо башҡарыу өсөн генә лә йортоңа оло табын йыйырға, йырҙың нәғеҙен аңлаған ҡунаҡтарҙы саҡырырға мөмкин!

Кем булды әле был ир, ҡайҙан килгән, әлеге көндә ниндәй эш бөтөрә?  Яйын тап килтереп уның яғына аушайып шыбырҙаным:

       - Ағай, һеҙ ниндәйҙер яңылышлыҡ арҡаһында ғына бында йөрөп ятаһығыҙ, урынығыҙ филармонияла!

       - Бәй, унда эшләп ҡараным да! - Булды яуап.

       - Ҡаранығыҙ? - Аптырап киттем дә, ғәжәпләнеп текәлеп төпсөндөм. - Ә нишләп унан китергә иттегеҙ?

       - Һыйҙырманылар.

       - Ни сәбәптән?

       - Әртислеккә юғары уҡыу йорттарында йырға уҡыған кешеләрҙе һайлап алалар, ғәҙәттә, ә беҙҙең һымаҡ халыҡ араһынан сыҡҡандар - һайландыҡтан ҡалғаны. Ябай ғына хаҡиҡәтте аңлап етмәй күптәр, ғиллә шунда, ҡарғаны консерваторияла уҡытыуҙан ни фәтеүә, ул һандуғас булып һайрап китмәй бит инде күпме өйрәтһәң дә, һабан турғайы ла була алмай!

       Бөрйән районына ҙур делегация менән барҙыҡ. Рәсми саралар тамаланғандан һуң икенсе көн бөрйәндәр тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш урындағы йолаға ярашлы иң башта Шүлгәнташ мәмерйәһен күрһәттеләр, шунан оло табын йәйелгән аҡланға алып килделәр. Үҙешмәкәрҙәрҙең концертын ҡарағанда ҡураныс, еңел кәүҙәле бер ирҙең ғәжәйеп, хайран оҫта бейеүен күреп телдән ҡалдым. Ул уртаға һалынған тар ғына таҡтанан төшмәйенсә, баҫма буйлап йөрөгәндәй итеп ойота, һеңдерә баҫа ғына! Хәрәкәттәре камил, аяҡтары түгел бар булмышы бейей, юғарыға талпына! Бейеү сәнғәтен мин шулайыраҡ аңлайым: сәсән теле менән арбай, йырсы моңо менән әсир итә, рәссам ете төҫ буяу ярҙамында бөйөк картиналар яҙа, ижад итә, ә бейеүсе инде кәүҙә, аяҡ-ҡул хәрәкәттәре аша поэзияны, көйҙө, буяуҙар, төҫтәр доньяһын ҡарап ултырыусы тамашасыға еткерә. Аяҡ-ҡулдарҙың килешле тыпырҙауы бейеү түгел әле - бейеү ул күңел торошо, йән юғарылы-ғы, рух тантанаһы! 

Эргәмдәге ир миңә аңлатма бирергә кереште:

       - Районыбыҙҙың ҡото Йәнбирҙе ағай ул. Мин үҙем мәҙәниәт бүлегендә эшләйем. Уҙған йыл Мәскәүҙән лекциялар уҡыу, дәрестәр үткәреү маҡсатында бейеү белгесе профессор ҡатын килгәйне беҙгә, ул Йәнбирҙе ағайҙың бейеүен ҡарағас һорай ҡуйҙы:

       - Ҡайҙа уҡыған был бейеүсе? Мәлендә беҙҙә белем алһа таныр инем, Санкт-Петербург мәктәбе, улайһа.

       - Уның Бөрйәндән сығып йөрөгәне юҡ, бер ҡайҙа уҡымаған да, - тибеҙ.

       - Бының булыуы мөмкин түгел, был бит һөнәрсе, иҫ китмәле талант эйәһе!

     Сығыш тамамланғас бер ҡунаҡ сыҙамайынса һөрәнләп үк ебәрҙе:

       - Китсе, был таҡта һеҙгә нимә генә, ҙур сәхнә лә тар әле!

     Бейеүсе тыйнаҡ йылмайҙы:

       - Унда бит бейеү сәнғәтен хореография дәрестәрендә өйрәнгәндәр бейей, ә мин ауыл кешеһе!

       Башҡалала мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн ойошторолған ҙур концертты ҡарарға тура килде. Тураһын әйтәм, оҡшаманы, өмөтөм аҡланманы, йәнем иңрәмәне, йыр-моң, нескәлек  көҫәгән күңелем ас ҡалды, сөнки унда махсус  уҡыу йорттарында сольфеджионы өйрәнгәндәр, хореография дәрестәрен алғандар, көндәлек ауыр эш баш-ҡарғандай йырлай һәм бейей ине. 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков