Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Май 2022, 10:02

Бура (хикәйә)

          Көнө буйы теге йорт янында ҡысҡырынып һөйләнеп, сеңләп илап йөрөгән дә кисҡырын ярһыуы баҫыла төшкәс тәнтерәкләп, күшеккән тауыҡтай өйө яғына йүнәлгән. Тағы ла ике көндән Фәтхелислам ағай ҡапыл ғына үлеп китте. Шулай итеп уның яҡындарына  ышанысын юғалтҡан күңеле ваҡытынан алда көл-күмергә ҡалғансы янды. Фатиха бирелмәгән, үртәлергә лайыҡ була тороп та имен ҡалып ҡарасҡылай һерәйгән теге йорт ауылды йәмһеҙләп әле лә буш тора.     

Бура (хикәйә)
Бура (хикәйә)

     Кәтүк Фәтхелислам беҙҙең төбәктә билдәле балта оҫтаһы ине. Кәтүк ҡушаматы ҡыҫҡа, күрмәлекһеҙ буйына ҡарап тағылһа ла мир иғтибарынан ситтәрәк ҡалған оло, тамсы ла сәс әҫәре ҡунмаған пеләш башы, арыш башағылай төҫһөҙ ҡаштары уны киреһенсә яҡты итеп күрһәтә. Ҡарағаш ҡушаматы артыҡлап йәбешеп бармаған ағайыбыҙ тормошта ысынлап та мөләйем, ихлас, йылы кеше ине. Ҡайҙан ғына килеп, ҡайҙа ғына саҡырманылар Фәтхелисламды?! Еңгә һүҙҙәре менән баһа биргәндә, уға спрус үтә лә ҙур, шуға ҡунаҡ-фәләндә урыны гел түрҙә. Ябайына ла, кәттә түрәһенә лә һәр саҡ ел-ямғырҙан ышыҡланыр ҡыйыҡ кәрәк, кәрәк тирәкте йыҡтыра, тигәндәй, киләләр, кәпәс һалып шул үтенестәре менән. Береһенә лә баш тартмай ағайыбыҙ, балта-йышҡыһын, башҡа кәрәк-ярағын артмағына артмаҡлай ҙа китә йәүкәләгән тарафҡа. Йорттарҙы, мунсаларҙы, усаҡлыҡтарҙы, солан-төкәтмәләрҙе ҡурсаҡтай итеп, ҡойоп бурап бирә ялланыусы яллаусыға. Тимерсе бысаҡҡа йәлсем-әҫ, тигәндәй, үҙенең торлағы - бәләкәй һәм иҫке генә. Өй эшләү өсөн һәммәһен өйҙәй итеп өйөргә кәрәк, тиҙәр бит, бәлки йорт-ҡура өйөрлөк рәте лә булмағандыр, кем белә. Нәфселеге юҡ ине шул уның шыпа, эшләгән эше өсөн ҡайырып һорай, сауҙалашып емерәһенән хаҡ бөгә белмәне ғүмер баҡый. Түләгәндәренә шөкөр ҡыла, риза, башҡарғаны күрмәлекле килеп сыҡһын, уның бар теләге ана шул. Фәтхелислам ағайҙың тағы ла бер нескә фиғеленә ярашлы яғы бар - эш барышында гел генә танауы аҫтынан үҙенә генә билдәле көйҙө көйләй, дөрөҫөрәге мөңгөрәй. Күңеле бөтөн тимәк, күңеле түңәрәк булғас таптарҙы сәсрәткән балтаһы йырлай, бысҡыһы шыжлап күңелле көй көйләй. Ҡатыны Баҙыян еңгә көтмәгәндә үлеп киткәс Фәтхелислам ағайҙың ҡулынан илһамлы бәрәкәте ҡасты ла ҡуйҙы бит, балтаһы һыуға төштө, оҫталыҡ эшен ҡырҡа ташлап, кеше күҙенән ҡасып, йәшенеп тауыҡ кетәгеләй өкәлтәгенә бикләнде. Оҙаҡҡа бикләнде. Нисек кенә бөтөрөнһәң дә тормош дауам итә, Армиянан ҡайтып төшкән улын оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, туй йолаларын үткәреп мәшәҡәтләнмәй ҡапыл ғына өйләндерҙе лә мәжлес артында, ҡоҙа-ҡоҙағыйы алдында ошоғаса әҙләп-ҡәҙерләп йыйған болон тотоноп өй бөтөрөп бирергә нәҙер әйтте. Ә белекһеҙ малайы ата йортона килен төшөрөп тороуҙы түбәнселеккә иҫәпләп кәләшен колхоз биргән өйгә оҙатып алып ҡайтты ла шунда йәшәй башланы. Ҡойолдороҡ, йыбытҡы килене хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, ә бына бисә һүҙенән сыҡмаған боламыҡ ул атаһының хәл-әхүәлен онотҡанда бер генә белә ине шикелле. Йөрәк өйәнәгенән миктәһә лә һүҙен-һүҙ иткән Фәтхелислам ағай яҙ сығыу менән лес-ничествонан уҫаҡ яҙҙырып алып ҡайтып шуны ауыл осона бушатты ла ҙур итеп бура бурарға тотондо. Тапҡан таянғанын ғына түгел барлыҡ оҫталығын һалды ул ошо шөғөлөнә. Нисә тапҡыр күрһәң дә, иртә-кисен, хатта көн боларыңҡыһында йөрәге тапҡырын ҡармап апаруҡ осланып килгән эшенә йүнәлә. Үҙен-үҙе дәртләнде-рергә теләпмелер танауы аҫтынан теге көйөн мөңгөрәй. Ҡырпаҡ ҡар ятыуға өй әҙер булғас, Фәтхелислам ағай ҡунаҡҡа ғына кейгән күрмәлекле кейемен кейеп алып, ашыҡмай баҫып, дәрәжәле ҡыймылдап улдарына йүнәлде.

   Иртәгеһен уны лаяҡыл иҫерек килеш урамда күргәндәр. Асыулы күркәләй ҡабарып, дейеүҙәй туҙынып, ҡулына канистр алып, эшләнеп бөтөп барған йорт яғына китеп бара, үҙе ҡулдарын болғап аҡылдан шашҡан кешеләй аҡыра икән был:

       - Һәр ата-әсә балаһы алдында яуаплы, ниндәй хәлдә лә яуаплы, ә бына бала ата-әсәһенә ихтирамлымы һуң? Бына эш нимәлә! Мин дә ата бурысын ҡайтарып улымды нигеҙле итергә тырыштым, эшемә бар оҫталығымды, күңел йылыһын һалдым, бура стеналарын һуңғы өмөтөм менән сутлап шымарттым. Ҡыуанысымды уртаҡлашайым тип кисә тегеләргә барҙым, ә яһил килен инеү менән яңы өйҙә беҙҙең менән йәшәргә уйлама, хыялланма ла, тип йөҙөмдән алды, ә малайым ауыҙына һыу урталағандай бер ни өндәшмәй, сабакы! Бына шулай ул, тормош тигәнең! Ә миңә артығы кәрәкмәй ҙә ине, яҡындарымдан ихлас рәхмәт һүҙен ишеткем генә килгәйне, бары рәхмәт һүҙен! Хәҙер үҙ ҡулдарым менән ошо ҡорғаныма ут төртәм. Үртәйем! Янһын донъя!

     Көнө буйы теге йорт янында ҡысҡырынып һөйләнеп, сеңләп илап йөрөгән дә кисҡырын ярһыуы баҫыла төшкәс тәнтерәкләп, күшеккән тауыҡтай өйө яғына йүнәлгән. Тағы ла ике көндән Фәтхелислам ағай ҡапыл ғына үлеп китте. Шулай итеп уның яҡындарына  ышанысын юғалтҡан күңеле ваҡытынан алда көл-күмергә ҡалғансы янды. Фатиха бирелмәгән, үртәлергә лайыҡ була тороп та имен ҡалып ҡарасҡылай һерәйгән теге йорт ауылды йәмһеҙләп әле лә буш тора. 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков