АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
25 Май 2022, 08:21

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

       Шулай ҙа уҡытыусыларым яҡтылыҡ, ырыҫ, ҡот таратып, игелеккә өндәп һаман да беҙҙең арала йөрөп яталар һымаҡ, ә мәктәп йылдарын иҫкә алғанда, уларҙың, һабаҡташтарымдың алыҫтан, илле йыл элек ишетелгән тауыштары мәктәп ҡыңғырауына ҡушылып сыңлап китә төҫлө...     

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

       Мәктәпте тамамлауыбыҙға быйыл 50 йыл да булып киткән икән. Теүәл ярты быуат. Үҙе бер ғүмер. Йылдар ағышында күп нимәләр онотола, иҫтән сыға, хәтерҙән юйыла, артҡы планға күсә, йәнә үткәндәр менән йыуанып ҡына йәшәп тә булмай, әҙәм балаһы тыуыр таңға ынтылып, алда үтәһе юлдарын хәстәрләп, ҡайғыртып йәшәргә лә бурыслы. Үткәндәрҙе хәтерләп ултырыу ҡартайыу билдәһе, урыныңда туҡтап ҡалыу, тапаныу, үҫергә ынтылмау, тиҙәр, бәлки шулайҙыр ҙа. Теләйһеңме быны, әллә юҡмы олоғаяһың, сәстәр ағара, йылдар үтеү менән ағын йылға ярҙарына ҡайтып әкренәйгән һымаҡ йыбаныулы һәлмәклек килә, хатта әйтер инем, күп нимәгә ҡул һелтәп ҡараған һәлкәүлек, ығышлыҡ.

       Ә шулай ҙа бынан ярты быуат элек булып үткәндәр кисә генә булғандай, уларҙы хәтерләйем, ҡәҙерле әйберҙәй, ҡиммәтле ҡомартҡылай һәр береһен берәмтәләп теүәлләйем. Матур, мәғәнәле, яҡты донъяла йәшәгәнбеҙ барыбер, ожмахтың уртаһында йөрөгәнбеҙҙе, балда-майҙа йөҙгәнебеҙҙе белмәгәнбеҙ, әле килеп уның шулай икәнлеген бар тәрәнлегендә аңланым, таныным һәм төшөндөм.

        Әҙәм балаһы ҡасандыр ҡылғандарын теүәлләй башлаһа гел генә оялған мәлдәрен, эшләп еткермәгән саҡтарын, ебәрелгән хаталарын иң элек хәтергә төшөрә, ә шатлыҡ-ҡыуаныстар нишләптер онотола, улар ғәҙәти, көндәлек хәл һымаҡ ҡабул ителә. Минең дә шулай.

       Мәктәбебеҙ бәләкәй генә, бер ҡатлы, ололарҙың хисабына ярашлы уҙған быуаттың баштарында ағастан һалынғайны, мәгәр ул һәммәбеҙ өсөн дә йылы, яҡты, ҡотло, бейек семәрле һарайҙарға биргеһеҙ, алыштырғыһыҙ дан уҡыу йорто булды. Унда ике фән докторы, бер фән кандидаты, атҡаҙанған, республика кимәлендәге премияға лайыҡтар тәрбиәләнде һәм белем алды, әгәр орден-миҙаллыларҙы иҫәпләй китһәң, осо-башына сығырлыҡ түгел.

      Мәктәптә уҡыған саҡта мин ылғый мәктәп директоры Аллабирҙин Рауил Сәйфулла улының хром итектәренә, тарих уҡытыусыһы Аҡъюлов Иҙрис Язар улының фетр эшләпәһенә, физкультура уҡытыусыһы Карасов Әҙеһәм Һөйөндөк улының көрән төҫтәге галстугына, Әмир Ғатаулла улы Түләшевтың шаҡмаҡ биҙәк төшкән пинжәгенә күҙем төшә, математика уҡытыусыһы Ғәней Исҡужа улы Бағышаев һөртөп йөрөгән шәп одеколонына иҫем китә торғайны. Их, мәйтәм, шул нәмәләрҙе кей-еп ебәреп, шәп одеколонды һөртөп ҡупшы ҡиәфәттә ауыл урамынан бер үтергә ине тип хыяллана инем. Ә инде урта кластарҙағы математика уҡытыусыһы Ғүмәр ағайҙың “Бөйөк Ватан Һуғышы” ордены уны ысын батыр итеп күрһәтте. Уҡытыусыларыбыҙҙы бөйөктәр исемлегенә индереп тәрән хөрмәт иттек, ә бөйөктәрҙең кейемдәренең ҡиммәтле, затлы булыуы, алған наградаларының Геройҙыҡына олғашыуы бәхәсһеҙ.

      Мәктәптә ул осорҙа ир-ат дөйөм уҡытыусылар һанының яртыһынан күбен тәшкил итә ине. Билдәле, ир ҡулы тейгән нигеҙ ныҡлы була. Беҙҙе башлыса һуғыш ветерандары, һуғыш балалары уҡытты. Әйтергә кәрәк һәйбәт уҡытты, төплө белем, ныҡлы тәрбиә бирҙеләр, күберәк китаптан түгел, тормош тәжрибәһенә таянып эш иттеләр. Уҡыу китаптарын бөгөнгөләй бушлай өләшмәнеләр, һатып алдыҡ, улар артыҡ күп тә түгел ине, мәгәр сифатлы һәм бөтәһе лә саф башҡорт телендә ине. Шуға беҙҙең быуындың туған телде тамырынан белеүе бер ҙә ғәжәп түгел.

       Математика фәнен яратманым, ысынын ғына әйткәндә йәнем тартмай ине һандар менән эш итергә, алырға ҡушырға йәнем дә тартманы, теләгем дә булманы. Бер саҡ Ғүмәр ағай мине таҡта янына мәсьәлә сисергә сығарҙы. Ҡулымдан килмәй класс алдында һерәйеп баҫҡанмын. Уҡытыусы күрше кабинеттан беҙҙән бер класс түбән уҡыған Солтанова Әлфиә тигән ҡыҙҙы эйәртеп индерҙе. Теге, һә, тигәнсе мәсьәләне сисеп тә ҡуйҙы. Оялдым, ныҡ оялдым, хәлемдән килһә ер тишегенә инеп китер инем, билләһи!

      Тулайым алғанда һәйбәт уҡыным, алдынғы уҡыусы булдым, алдынғы, әммә “ударник” түгел. Гел, сирек һайын математиканан “өслө” сыға ла ҡуя, хәйерһеҙ. Әле яңыраҡ шул илле йыл элек алған өлгөргәнлек аттестатын ҡарап ултырҙым.  Дөйөм балл “4,5”, өс фәндән “дүртле”, математиканан “өслө”. Шул кәкре билле “өс” билдәһе мине бөгөн дә тормош юлынан оҙатып килә төҫлө.

      Саманан тыш ҡулсыр инем шикелле, үҙһүҙлелек, тиҫкәрелеккә ҡатнашҡан ҡулсырлыҡ.

      Сәүиә Ғәле ҡыҙы Бүләкова бик белемле уҡытыусы ине, беҙгә рус теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем бирҙе. Стәрле институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына ауырлыҡһыҙ уҡырға инеп китеүем - иң әүәл уның тырышлығынан, биргән һабағынан булды. Уҡытыусы дәрескә килеп инә лә ғәҙәте буйынса гел кофта еңе менән быжыр биттәрен һөртөп ала торғайны, шуныһы ныҡ хәтерҙә ҡалған.

    Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресенән мине бик йыш ҡыуып сығара ине уҡытыусы. Шулай бул-май мөмкин дә түгел. Үтә торған темаларҙы әллә ҡасан уҡып бөтөргәнмен, шуға дәрестә ултырыуы миңә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел, борғаланам-һырғаланам, урынымда орсоҡтай әйләнәм, дәрес үткәрергә ҡамасаулайым. Әлифә Ҡотой ҡыҙы Атанғолова дәрес алып бара, ә мин тәҙрә аша ҡарағанмын да ояһына ҡунған сыйырсыҡты ҡыҙыҡһынып күҙәтәм.

      - Хәйҙәр, ишетәһеңме, беҙ бит Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай”ын өйрәнәбеҙ. Саҡ ҡына булһа ла тыңлап ултыр!

       - Тыңламайым!

       - Ни өсөн?

       - Уны әллә ҡасан уҡып, ятлап та алдым.

       - Тотошлайы менәнме?

       - Тотошлайы менән түгел, вис ятланым!

       - Бәлки класҡа һөйләп ишеттерерһең?

     Таҡта янына сығып баҫтым:

       - Минең яҙғанды уҡығас,

         Әкиәт тимә, ҡоҙа... – уҡытыусының яғына шуҡ, шаян ҡарашымды аттым, - ғый! Уҡытыусы ҡәләме менән асыуланып өҫтәлде туҡылдатты:

       - Үҙеңдән өҫтәмә, йүнһеҙ!

     “Йүнһеҙ” баһаһы зитыма ныҡ тейҙе бит, йәнемдә тиҫкәрелегем өҫкә ҡалҡып сыҡты.

       Дауам иттем:

         Ызнашит ике еңемә,

         Ике “туҡмаҡты” алып,

         Кәйеф өсөн бер кружка,

         Русский-горькийҙы һалып,

         Күркәләнеп сығып киттем,

         Ергә лә теймәй табан,

         Әйтерһең тыуған Уралға,

         Ҡунаҡҡа ҡайтып барам!

       Ошо юлдарҙы ятлағандан һуң күлдәк төймәләрен ысҡындырып, шалбайтып ебәреп, күҙҙәр-емде ҡыҫа төшөп, майландырып, иҫерек кешеләй болғаңлай башланым.

     Әлифә Ҡотой ҡыҙы журналға ҙур итеп ырғаҡһыҙ “берле”не тондорҙо ла һуҡ бармағын һөңгөләй сәнсеп ишеккә төрттө:

       - Вон, дәрестән сығып кит, алкаш!

     Миңә шул ғына кәрәк ине лә, сумкамды мәктәп ишеге төбөндә ҡалдырып Һаҡмарҙа боҙ китеү-ен күҙәтергә сығып һыҙҙым.

    Ә ҡуйылған “берле”гә иҫем дә китмәне. Иртәгәге көн тәүфиҡле ҡиәфәттә шиғыр ятлаһам, йә берәй әҫәрҙән өҙөк һөйләһәм Әлифә апай уны мотлаҡ “дүртле”гә төҙәтерен аныҡ беләм. Әлифә апайға килгәндә ни тиклем әрләһә, үпкәләһә лә мине ул үҙ улылай яҡын күрҙе. Аҡъярҙа улында йәшәгән сағында хәлен белергә иттем. Килә ятыуымды әллә ҡайҙан күреп ҡалған уҡытыусым миңә табан йүгерә башланы, эләгеп йығылып китә, тағы тороп йүгерә. Килеп етеп ҡосаҡланы ла: “Хәйҙәр, балам...” тип үкһеп илап та ебәрҙе...

    Икенсе көн дәрестән ҡыуылып сығыуымды күргән мәктәп директоры мине хеҙмәт уҡытыусыһы Мөхәмәҙей Ҡоҙашевтың ҡарамағына тапшырҙы. Ә ул мине мәктәп баҡсаһына алып сығып ҡулыма көрәк тоттороп картуфлыҡ ерен ҡаҙырға ҡушты. Бында ла ер ҡаҙыуҙың яңы ысулын уйлап таптым  - шараҡ ҡалдырып ҡаҙам да ҡаҙылған тупраҡты ҡаҙылмағанының өҫтөнә һалып тигеҙләп ҡуям. Бер сәғәт эсендә тотош баҡсаны “ҡаҙып” ҡуйған инем инде. Минең этлекте һиҙеп ҡалған директор дәрестән һуң ҡалдырып, үҙе күҙәтеп тороп эңер төшкәнсе ерҙе сифатлы итеп эшкәрттерҙе.

       Класташым Зиннур Мырҙабаев менән яңы ҡорамал уйлап таптыҡ, шунан, ҡоростан бөгөлгән пистолетҡа тартым нимә менән элгестә торған барлыҡ төймәләрҙе бер сәғәт эсендә селпәрәмә килтереп сыҡтыҡ. Ул көнө мәктәп уҡыусылары төймәһеҙ кейемдәрен елдә елберҙәтеп уҡыуҙан ҡайттылар. Иллә мәгәр мәктәпкә ялыу менән килгән атай-әсәйҙәр булманы, ул саҡта ундай йола юҡ ине шул. Мәгәр мине аҙна һайын сыға килгән “Терпе” журналына ҡолағымды ҡарпайтып эшләп ҡуйҙылар.  Ысынлап та ҡарпыш микән, тип аҙна буйы ҡолаҡтарымды һыйпап йөрөргә тура килде. Ошо тәртипһеҙлектән һуң “Вьетнам еңәсәк!” тигән шиғыр яҙып шул уҡ “Терпе” янына ҡаҙаҡ-ланған “Белем өсөн” стена газетаһында баҫтырҙым. Күрегеҙ йәнәһе, мин бөтөнләй үк бөткән кеше түгелмен! Хәйер, миңә таҡмаҡ сығарыу, шиғыр яҙыу бер ни ҙә тормай торғайны, һораһалар тубыҡҡа һалып күҙ менән ҡаш араһында сыймаҡлай ҙа бирәм, ә тегеләр шуны кисәләрҙә яттан һөйләп йөрөйҙәр. Сәсән ише ыңғайы бер таҡмаҡ сығарыу минең файҙаға булманы, уны ишеткән өлкән апайымдан йыш ҡына эләгә ине, ә кесеһе менән сейәлешеп һуғыша ла китәбеҙ.

     Уҡыу миңә еңел бирелде, хатта өҫтәр инем, саманан тыш еңел. Дәрес әҙерләп баш ҡатырманым, уҡытыусыларҙан ишеткәнде һүҙмә-һүҙ теҙә лә бирәм, хатта арттырып, шаштырып та ташлайым ҡайһы саҡ. Өйгә эште инде иртәнсәк алдынғы уҡыусы ҡыҙҙарҙың бөйөрөнә төртөп шаяртып, бик тә ыжламаһалар сәстәренән тартып ҡурҡытып күсереп алам, бар белгәнем шул.

    Әйткәндәй шул кеше йомошауым институтта дауам итте. Лениндың 44 томын конспектларға кәрәккәс ҡыҙҙарға дәфтәрҙәр өләшеп бирҙем, тегеләр кистәрен үҙенекен, бер юлы минең мәшәҡәтте башҡарып аҙапланалар. Бына ниһайәт эш тамам, теге дәфтәрҙәрҙе бер урынға туплап алып киттем тарихтан имтихан тапшырырға. Тарих фәндәре кандидаты Исмәғилева эштәремде ҡарағас ҡаштарын төйөрөп һораулы төбәлде:

       - Ваши работы написаны разными почерками, разными пастами!

       - У великого Ленина все работы разные, друг другу не похожие!

       - Умный ответ. Но знайте, молодой человек, использование чужого труда в карыстных целях преследуется законом! Вы из рода эксплуататоров?

       Бөйөк Комбинатор Остап Бендерға оҡшатып хәбәр һалдым:

       - Мой отец был турецким поданным!

       - Это из произведения Ильфа и Петрова “12 стульев”. Значит, наследник турецкого престола я ставлю Вам  “тройку”, на большее не тянете! - Лениндың һүҙҙәре менән өҫтәп тә ҡуйҙы. - Лучше меньше, да лучше!

   Биғәйбә, ситләштем. Шулай итеп тыуған мәктәбем. Иң беренсе булып Ҡаҙырша ауылынан Тулубаев Фәйзулланы юғалттыҡ. Тәбәнәк буйлы, ҡарағусҡыл йөҙлө, күмерҙәй янып торған күҙле, ыҫмалалай ҡара сәсле, йор һүҙле, баҫалҡы ҡиәфәтле үҫмер ине. Армияла самолетта осҡан саҡта аварияға эләгеп вафат булды. Ул саҡта медучилищела уҡый инем. “Ҡыҙыл мөйөш”кә бикләнеп сеңләп илағаным хәтерҙә. Ул саҡ үлемде беҙ башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә итеп ҡабул итә инек – нисек инде улай, беҙ йәнәһе лә был донъяға мәңгелеккә тыуғанбыҙ ҙа баһа!

     Һуңынан Матрай дауаханаһында практика үткәндә унда Фәйзулланың әсәһе ауырып ята ине. Уға инеп ҡурайҙай ғына беләгенә укол ҡаҙайым да ауыртыуҙы һыпырып алырға теләгәндәй яурынбашынан һыйпап ҡуям. Ә апай укол ҡаҙаған һайын күҙҙәрен йәшкәҙәтә. Һорай ҡуйҙым: “Ауырттырып ҡаҙайыммы әллә, апай?” “Юҡ, ҡулдарың шул тиклем дә йомшаҡ... Мин икенсе нимәне хәтерләп илайым гел, берүк кисер...” Ул моғайын да минең йөҙҙә улы Фәйзулланы күргәндер. Бик күп йылдар үткәс Фәйзулла, уның атаһы Фазулла ағайҙың яҙмышына ҡағылышлы “Тамамланмаған йыр” исемле хикәйә яҙасаҡмын.

     Бөгөнгө көндә иҫән ҡалған уҡытыусыбыҙ Фәндиҙә Тимерйән ҡыҙы Түләшева. Ул немец теленән уҡытты. Икмәк өҫтө, һис тә шаштырмайым, немец телен бик шәп белә ине ул. Шулай булмай тағы, юғары уҡыу йортонда уҡығандар унан контроль эштәрен эшләтеп ала инеләр. Фәндиҙә апайҙар беҙҙән алыҫ түгел йәшәнеләр. Уның ҡорото телде йоторлоҡ тәмле була торғайны: бөрлөгән, муйыл, ҡарағат ҡатыштырамы шунда, иллә мәгәр ожмах аҙығы етештерә. Ҡороттарын әүәләп ылашҡа сығарып һалыуы була, ошо хаҡта егеттәргә хәбәр итәм. Ҡороттоң ҡатҡанын ауыбыҙҙың һыуын ҡоротоп көтөп йөрөйбөҙ. Бына ниһайәт ризыҡ әҙер һымаҡ. Ҡара төндә ҡороттар зым-зыя юҡҡа сыға. Ҡороттарҙы кимерә - кимерә клубҡа сығабыҙ, урам буйҙарын ҡыҙырабыҙ. Бер осрашҡанда әйтә ҡуйҙым: “Апай, мин уғры, теге саҡ ҡороттарыңды мин урланым!” “Һорап алһаң да бирер инем бит?!” “Юҡ инде, урлап алған нәмә тәмлерәк тә татлыраҡ та!” Көлөшөп алдыҡ.

      Һабаҡташтарым мәктәпте тамамлағас күптәре уҡытыусы булып киттеләр, арабыҙҙа дәүләт эш-мәкәре лә бар. Ҡалғандар ауыл хужалығы, иҡтисад өлкәләрен һайланылар. Бөтәһе лә намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Хәҙер имен-аман йәшәп, көн итеп ятҡан класташтарыма бары сәләмәтлек, именлек кенә теләйем. Берҙәм булайыҡ, теүәл булайыҡ!

      Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе кеше итеп тәрбәиәләне ана шул иң мөһиме! Миңә ҡалһа улар бөтәһе лә атҡаҙанған, бөтәһе лә юғары дәрәжәләрҙе алған кешеләр. Үҙең атҡаҙанған булмай тороп атҡаҙанғандарҙы тәрбиәләү мөмкин түгел. Иҫән ҡалған уҡытыусыларыбыҙҙан берәү генә ҡалды, ҡалғандары яҡты донъяла юҡ инде хәҙер. Шулай ҙа уҡытыусыларым яҡтылыҡ, ырыҫ, ҡот таратып, игелеккә өндәп һаман да беҙҙең арала йөрөп яталар һымаҡ, ә мәктәп йылдарын иҫкә алғанда, уларҙың, һабаҡташтарымдың алыҫтан, илле йыл элек ишетелгән тауыштары мәктәп ҡыңғырауына ҡушылып сыңлап китә төҫлө...

    

Автор:Хайдар Тапаков