Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
7 Май 2022, 07:24

Аҡлау

       Нурғәле вафат булғас ҡатынын военкоматҡа саҡырып ниндәйҙер награда тапшырғандар имеш, тип тә һөйләнеләр аҙаҡ. Ул яңылыҡ та ауыл хәбәре кимәлендә генә ҡалды, сөнки еңгә ирем яуҙа батыр һуғышҡан бит, бүләкләнеләр ана, тип шауламаны, һүҙ ҡуйыртманы. Тик ул бер нимәне - военкоматтың яугирҙең ҡәберенә һуңлап ҡуйған гранит ташын аҡбалсыҡлауҙы ғәҙәт итеп алды. Хәҙер Нурғәленең ҡәбере йыл әйләнәһенә аҡтан-аҡ булып әллә ҡайҙан балҡып күренә.  

Аҡлау
Аҡлау

       Нурғәле ҡарт немецтарҙа әсирлектә йөрөп илленсе йылдар башында ғына ауылға ҡай-тып төшкән икән. Ҡайтты ла өркөп өңөнә боҫҡан януарҙай йортона бикләнде; сходтарҙан, йыйылыштарҙан ситләште, колхоз өмәләренә сыҡманы, ҡунаҡҡа йөрөмәне, табын йыйманы. Гелән шулай үҙ донъяһына бикләнер ине лә, тынғылыҡ бирмәнеләр уға, ай һайын район прокуратураһына, йә военкоматҡа, унан ҡалһа милиция бүлегенә саҡыртып ҡына торҙолар. Ул унда ла дөйөм ылауға һағып бармай, йәйәүләп сығып китә лә эңер ҡараңғыһында төн ҡарасҡыһылай ҡайтып инә. Еңеү көнө етһә һуғыш ветерандары орден-миҙалдарын тағып, йәйерәп китеп байрам итәләр, мәктәпкә барып уҡыусылар менән оср-ашалар, кисен клубҡа йыйылалар, ары бер-береһенә ирәүәнләп ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Нур-ғәле өйөнә бикләнеп эсә. Лаяҡыл булғансы. Иҫерә лә ишек алдындағы сирәмгә сығып ауып үкһеп илай. Ауылдаштар менән даими аралашмағас Нурғәленең ирендәре мәңге асы-лмаҫ өсөн ҡымтылдылар, йөҙөнән нур, күҙҙәренән өмөт ҡасты. Көңгөр-ҡаңғыр иткән ике яҡыны булды, уныһы ла хәләл ҡатыны Бибиәсмә лә танкист Фәйзулла ағай.
       Бер көн Фәйзулла Нурғәленән ҡайтышлай урам ултырғысына һаҡҡайны. Оло кеше бит, мин дә тегенең хәлен беләйем исмаһам, тип янына сүктем. Теге һүҙ башлауымды ла көтмәй былай тине:
       - Ҡорлаштың хәлен белеп ҡайтып киленә әле. Тамаҡтан ҡалған ул. Ауырыуҙы саҡ ҡына булһа ла күтәрмәләү уйынан һорай ҡуйҙым: “Нимә теләйһең ҡор-лаш?” Ул күҙҙәрен йәшкәҙәтеп былай тине: “Ғүмерем буйы кешеләрҙең миңә ышаныуын теләнем. Берҙән-бер уйым шул ғына булды. Ә хәҙер тамаҡтан ҡалғас нимә теләйемме?! Нахаҡ йәбер, ялаларҙы, ғәйепләүҙәрҙе кисереп кешеләргә ышанғым килә. Бары шул ғына… ” Әҙәм балаһы өсөн иң ҙур ҡаза - үҙеңә, әйләнә тирәңдәгеләргә ышанысыңды юғалтыуҙыр ул…
       Нурғәле вафат булғас ҡатынын военкоматҡа саҡырып ниндәйҙер награда тапшырғандар имеш, тип тә һөйләнеләр аҙаҡ. Ул яңылыҡ та ауыл хәбәре кимәлендә генә ҡалды, сөнки еңгә ирем яуҙа батыр һуғышҡан бит, бүләкләнеләр ана, тип шауламаны, һүҙ ҡуйыртманы. Тик ул бер нимәне - военкоматтың яугирҙең ҡәберенә һуңлап ҡуйған гранит ташын аҡбалсыҡлауҙы ғәҙәт итеп алды. Хәҙер Нурғәленең ҡәбере йыл әйләнәһенә аҡтан-аҡ булып әллә ҡайҙан балҡып күренә.

 

Автор:Хайдар Тапаков