Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
6 Май 2022, 14:58

Награда

      Батырлыҡ өсөн орден алған  мәлде онотҡанмын, әммә ошо малай хәтерҙә. Уны тере ҡалдырыуым - күңелем түренә ҡаҙап ҡуйылған, кешелеклеккә, миһырбанлыҡҡа бирелгән юғары награда һымаҡ. Бына ошондайыраҡ ғибрәтле тарих…  

Награда
Награда

     Һуғыш ветераны Ғүмәр ағай мәктәп директоры булды. Пинжәгенең яғаһында икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены. Ул орден беҙ бала саҡта юбилей наградаһына әүерелмәгән ине әле, шуға ағайыбыҙға батырға ҡараған һымаҡ һоҡланып, ихтирам менән баға инек. Беҙҙе математиканан уҡытһа ла коллегалар булып  бергә эшләргә тура килмәне, ул пенсияға сыҡҡас ҡына мәктәптә эш башланым. Шулай булһа ла кис һайын осраша инек, сөнки ул бирелеп китеп шахмат уйнарға яратты. Сәғәттәр буйы ҡапма-ҡаршы ултырабыҙ, ҡайһы саҡ ярты төн ауғансы. Оҙон-оҙаҡ әңгәмәләшәбеҙ, уйын барышында һүҙ көрәштереп сәкәләшеп тә киткеләйбеҙ, әммә  алдымда орденлы һуғыш ветераны, элекке уҡытыусым ултырғанлығын онотмай иҫәпкә алғанға, бәхәстең әҙәп сиген һис кенә лә ашатламайым.  Шулай бер кис  йорт күтәрмәһенә саф һауа һуларға сыҡҡанда һорай ҡуйҙым:

       - Ағай һуғыштағы онотолмаҫлыҡ берәй хәлдеме, көндөмө һөйлә сәле?

       - Онотолмаҫлыҡ көнгә килгәндә ул һис һүҙһеҙ бөйөк Еңеү көнө. Һәм икенсе хәтергә уйылғаны - кеше үлтермәүем. - Яратҡан “Беломор”ын сығарып тоҡандырып бер килке быҫҡығас хәбәргә күсте. Теүәл фәндән уҡытһа ла һүҙгә йор, оҫта хикәйәсе ине ағайыбыҙ. - Ниндәй генә һуғышты алма, уның аяуһыҙлығы шунда, һин теләйһеңме быны әллә юҡмы, алдыңа килгән, ҡаршыңа баҫҡан дошманыңды үлтерергә бурысыһың. Әгәр албырғап, юғалып ҡалып өлгөрмәһәң ул һине. Бында алтын урталыҡ юҡ. Шулайтып кеше һуйыуға өйрәнеп китәһең, фәхшилек, бәғерһеҙлек иҫәпләнһә лә эргәңдә аунаған мәйеттәрҙе ғәҙәти күренеш һымаҡ ҡабул итә башлайһың. Ә бит төптәнерәк уйлап ҡараһаң тере йәндең ғүмерен ҡыйыу үҙе үк гөнаһ. Ни хәл итәһең, беҙҙең быуындың яҙмышына бына ошондай ауыр һынау төштө. Ул гөнаһ Аллаһ тарафынан ғәфү ителер моғайын, сөнки беҙ тыуған илебеҙҙе, тыуған төйәгебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы ҡурсып һуғыштыҡ, баҫҡынсыларҙы еребеҙгә үткәрмәҫ өсөн ҡалҡан булып ҡалҡтыҡ, шул изге яуҙа миллионлаған яугир бәрелеш яланында башын һалды. Әммә әлеге һүҙем теге үлтерелмәгән дошманым хаҡында.

     Кисләтеп кенә Одер йылғаһына төшөп ҡул-битемды сайып ултырам. Күрәм - яр буйындағы таллыҡта автоматын ҡосаҡлаған да 14-15 йәштәр тирәһендәге немец үҫмере боҫоп ултыра. Шул осорҙа Гитлер тоталь мобилизация иғлан иткән ине бит, был шуларҙың береһелер, күрәһең. Өҫтөндәге кейеме һалынып төшкән, итектәре ҙур. Үҫмер миңә ҡурҡып баҡҡан да һыңҡылдап илай. Шул саҡта күҙ алдыма ауылымда ҡалған ҡустыларым килеп баҫты. Улар ошо мәлдә ни эшләйҙәр икән: асығалармы, өшөйҙәрме, әллә мине көтөп ауыл ҡапҡаһына сығып баҫҡандармы? Немец малайы төҫ-башы менән өлкән ҡустыма ла тартҡандай. Хәҙер мин ошо ҡустыма оҡшаған баланы үлтерергә һис юғында ҡулға алырға бурыслымын. Әгәр үлтерәм икән, был минең өсөн бер ни ҙә түгел, сөнки шулай тейеш, сөнки беҙ дошмандар, хатта әйтер инем ҡан дошмандар!

       Ҡалҡтым, яйлап ҡына немец һалдатының эргәһенә яҡынланым. Теге лә көсәргәнеп турайҙы, сигенә биргәндәй ҙә итте. Ҡулым менән ҡурҡма, теймәйем, автоматыңды ғына бир, тигән ишара яһаным. Бала-сағаға ҡорал нимәгә инде, талабым һүҙһеҙ үтәлде. Автоматты алып эргәләге ташҡа сәсрәткәнсе бәрҙем дә рюкзагымдан бер түтәрәм арыш икмәген сығарып һондом, геһ нах һаузе, йәғни иди домой, бар ҡайт, тинем. Ҡәһәрле һуғышҡа ләғнәт уҡы ла башҡаса ҡулыңа бер ҡасан да ҡорал алма, тип тә өҫтәп әйтергә ине лә, өлгөрмәнем, шыйыҡ быуынлы үҫмер атып ебәреүемдән шикләнеп, шөбһәләнеп артына әйләнеп ҡарай-ҡарай, эләгә-йығыла, мин биргән икмәкте ҡосаҡлап йүгерә ине.

   Батырлыҡ өсөн орден алған  мәлде онотҡанмын, әммә ошо малай хәтерҙә. Уны тере ҡалдырыуым - күңелем түренә ҡаҙап ҡуйылған, кешелеклеккә, миһырбанлыҡҡа бирелгән юғары награда һымаҡ. Бына ошондайыраҡ ғибрәтле тарих…

 

 

Автор:Хайдар Тапаков