АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
26 Апреля 2022, 09:05

Тыуған ерен ярата

Сибай ҡалаһының моделле йәштәр китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Рәсәй Президенты фондының мәҙәниәт инициативаһы сиктәрендә “Йәш әҙәбиәтселәр акселераторы” исемле проект старт алды. Был проекттың төп маҡсаты--10 йәштән 20 йәшкә ҡәҙәр әҙәбиәткә ғашиҡ талантлы, һәләтле уҡыусы балаларҙы һәм студенттарҙы асыҡлау һәм берләштереү. Проектың остаздары итеп “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, Сибай ҡалаһының яҙыусылар берлеге рәисе, драматург Әминә Миндеғол ҡыҙы Яхина, “Рәсәй газетаһы”ның Өфө филиалы редакторы Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы Ишбирҙина тәғәйенләнде. Уларға йәш ҡәләм тирбәләтеүселәрҙе һайлап алып, поэзия, проза, драматургия һәм журналистика серҙәрен өйрәтеү бурысы йөкмәтелде. Проектта ҡатнашыусыларҙың эш һөҙөмтәһе булып “Бәхетле бала саҡ” китабы сыҡты. Ошо китапҡа ингән ижади эштәрҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Тыуған ерен яратаТыуған ерен ярата
Тыуған ерен ярата

                                              Башҡортостан.

 

    Минең тыуған ерем - Башҡортостан. Бөйөк Рәсәйҙең башҡа субьект-тары менән типә-тиң, бар йәһәттән дә алға киткән, ауыл хужалығы, сә-нәғәте үҫешкән республика ул. Эйе, Башҡортостан картала бер япраҡ саҡлы ғына булып күренә, шулай ҙа уның үҙенең ҡыҙыҡлы урындары һәм үҙенсәлекле тарихы бар.

       Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан. Борон-бор-он заманда һыуыҡтан ҡасып, үҙҙәренең торлағына әүерелдереп кеше-ләр йәшәгән унда. Мәмерйәнең эсендәге стеналарына төрлө һүрәттәр төшөрөлгән. Был мәмерйә донъялағы ете мөғжизәнең берәүһе булып иҫәпләнә.

     Минең тыуған еремдә төрлө батырҙар бар. Уларҙың береһе Салауат Юлай улы. Уның тураһында төрлө легендалар, ҡобайырҙар, риүәйәт-тәр бар. Тағы ла Салауат Юлай улын төрлө яҙыусылар бөйөкләп, уның тураһында поэма, хикәйәләр яҙалар. Өфө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы яры буйында уға арналған һәйкәл балҡып тора.

        Тағы ла мин Башҡортостандың кешеләренә һоҡланам, сөнки баш-ҡорттар бик боронғо замандан ҡунаҡсыллығы менән билдәле, ситтән килгәндәрҙе икмәк, тоҙ менән ҡаршы ала, уларҙы бик хөрмәтләй, мил-ли бейеүҙәр бейей, ҡунаҡты оҙатҡанда: "Юлығыҙ уң булһын" - тип те-ләк теләп тороп ҡала. Тағы ла башҡорттар мал көтәләр, ат бәйгеләре-ндә, милли көрәштә ҡатнашалар, төрлө еңеүҙәр яулайҙар, бал ҡортон үрсетәләр.

      Башҡортостандың бөйөк шағирҙары бар. Мәҫәлән: Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов  һәм башҡалар.

        Шулай итеп тыуған еремде  - Башҡортостанды мин бик яратам. Уның бейек-бейек тауҙарына, ҡурай моңона, бөйөк шағирҙарына, яҙ-ыусыларына бейеүселәренә, батырҙарына, милли кейеменә, урман-дарына ҡарап һоҡланам. Яратам һине, Башҡортостан!

 

 

 

                                               Ҡартатайыма

 

Минең ҡартатайым Барлыбаев Шарифулла Йомабай улы.  Бәләкәй саҡта ул мине гел тәмлекәстәр менән һыйлай торғайны, төрлө концерттарға алып йөрөнө, теләгән бер уйынсығымды алып бирҙе, кистәрен төрлө-төрлө әкиәттәр һөйләне, ә мин уның тылсымлы тауышын тыңлап тиҙ генә йоҡлап китә торғайным. Иң ныҡ иҫтә ҡалғаны - ҡартатайымдың үҙенең йәш сағы тураһында һөйләүе. Нисек итеп ул ҡыш етһә ҡуянға, төлкөгә, бүрегә һунарға йөрөгәнен, минең әсәйҙе, ҡусты менән һеңлеһен тракторҙа мәктәпкә алып барғанын мауығып һөйләй торғайны, ә мин яратып тыңлай торғайным.

Ҡартатайыма ҡараған һайын мин унда ысын дуҫымды күрҙем, сөнки ул мине күп нәмәгә өйрәтте, дөрөҫ кәңәштәрен бирҙе, тормоштан гел йәм табып йәшәргә өндәне.

Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, йөрәгемдә уңалмаҫ яра ҡалдырып 2012 йылда ул беҙҙең аранан китеп барҙы. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, мин уны онотмайым. Гел иҫкә алып, хәйерҙәр биреп, минең шундай аҡыллы ҡартатайым булғанына ғорурланып йәшәйем. Ул минең хәтеремдә мәңгелеккә ҡалды. Уға оҡшап мин дә аҡыллы, мөләйем, гел көләс йөҙлө булырға тырышам, ҡартатайым намыҫына бер ваҡытта ла тап төшөрмәй, киләсәктә  лайыҡлы кеше булырға тырышам.

 Зөлхизә Иҫәнгилдина, 15 йәш, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас