

Башҡортостандың билдәле кешеләре һәм иҫтәлекле урындары
Беҙҙең илебеҙҙә бик күп халыҡтар, милләттәр йәшәй. Ошо көнгә тиклем улар ер өсөн күпме һуғышҡан, барыһы бергә тупланып азат-лыҡ өсөн ҡан түккән. Ике генә миҫал килтерәм – Беренсе һәм Икенсе Ватан һуғыштары. 1812 йылдағы Беренсе Ватан һуғышында 28 баш-ҡорт полкы ҡатнашып, рус яугирҙәре менән иңгә-иң терәп алышып Францияның баш ҡалаһы Парижды алғандар. Рус полководецы Кут-узов башҡорттарҙың батырлыҡтарына һоҡланып, уларҙы: “Любезные мои, башкиры!” тип атаған, киң билдәле “Любизар” йыры шунан ки-леп сыҡҡан да инде. Бөйөк Ватан Һуғышында Совет халҡы беҙҙең илде генә түгел, тотош донъя халҡын фашизм ҡоллоғонан азат итте. Бөйөк Еңеүҙе беҙгә олатайҙарыбыҙ бүләк итте. Һуғыш, тыл ветерандары бөг-өн көндән-көн көн кәмей барһа ла уларҙың тиңдәшһеҙ батырлыҡ-тары онотолмай. Батырҙар етерлек, әммә Башҡортостанда батырҙар-ҙың иң батыры бар, ул – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында иһә летчица Советтар Союзы Геро-йы Мәғүбә Сыртланова.
Хәҙерге көндә Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт бер ғаилә кеүек татыу йәшәй, тырышып эшләй, республикабыҙҙы бай һәм йәм-ле итә. Геройҙар хаҡында һүҙ сыҡһа беҙ иң әүәл ялан батыры Риза Ях-инды иҫкә төшөрәбеҙ, ул тырыш, фиҙакәр хеҙмәте менән беҙҙе икмәк-ле итте.
Сылтырап аҡҡан йылғаларын, мәғрур тауҙарын, йәшел хәтфәләй ҡыр-болондарын, иркен далаларын күреп, иҫ киткес шифалы ҡымыҙ-ынан, бар донъяға билдәле башҡорт балынан ауыҙ итер өсөн, төрлө яҡтан кешеләр килә беҙгә. Һәр ерҙең үҙе ғорурланырлыҡ иҫтәлекле урындары, иҫ китмәле бай тәбиғәте була. Кешеләрҙе һоҡландырыр-лыҡ, яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы илһамландырырлыҡ, ғашиҡтарҙы күккә күтәрерлек, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ , күңелгә шифа өләшер-лек беҙҙең тәбиғәтебеҙ. Шул байлыҡҡа бағышлап, арнап шиғырҙар, хикәйәләр, йырҙар яҙалар, китаптар баҫтыралар. Мин уларҙың эштә-рен уҡып китапта яҙылған күренеште күҙ алдыма килтерәм дә: "Их, шунда барып эләгер кәрәк ине хәҙер үк!" тигән уй килә башҡа.
Үҙебеҙҙең Башҡортостан Республикаһының матур, иҫтәлекле уры-ндары хаҡында яҙып үткем килә, һәм һеҙҙең дә был урындарҙы үҙ күҙ-егеҙ менән күреү теләгегеҙ уяныр тип ышанып ҡалам.
Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда Ағиҙел йылғаһы ярында урын-лаштырылған. Уның авторы – киң билдәле скульптор Сосләнбәк Тавас-иев. Таш һында башҡорт халҡының милли геройы, Емельян Пугачев-тың полководецы һынландырылған. Салауат батыр ҡулдарын юғарыға сөйөп халыҡты матур киләсәккә әйҙәй, саҡыра төҫлө. Хәҙерге ваҡытта ул Башҡортостан халҡының символы һәм Өфө ҡалаһының визит кар-точкаһы ла булып тора. Һәйкәл янынан һис ҡасан кеше өҙөлмәй, ул студенттарҙың яратҡан ял итеү урыны ла. Хәҙер Салауат Юлаевтан ал-ыҫ түгел урынға, телецентр ҡаршыһына Шәйехзада Бабич һәйкәлен ҡуйҙылар. Ул ялҡынлы шағир, Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә Баш-ҡортостандың үҙаллылығы өсөн алышҡан һәм Йылайыр ерендә вафат булған. Әйткәндәй, уның һуңғы төйәгенә лә скульптура ҡуйылған, рес-публикабыҙҙың йәштәр премияһы уның исеме менән атап йөрөтөлә.
Көньяҡ Уралда урынлашҡан матурлыҡ символы - Ирәмәл тауы. Элек-электән был тауҙы изге тип һанағандар, шуға күрә уға артылыу ҡаты тыйылған. Әлеге ваҡытта Ирәмәл тирәһенән сәйәхәтселәр өҙөл-мәй. Ҡарап тороуға артыҡ юғары күренмәһә лә тауҙың бейеклеге 14 километр самаһы . Унда һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән, шуға күрә бары-һына ла алдан әҙер булыр кәрәк.
Бөрйән районында урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһе үткән бы-уаттың урталарында ғалимдар, эҙәрмәндәр тарафынан табып алынған. асылған. Ул бик уникаль, һирәк осраған тәбиғәт ҡомартҡыһы, ундай-ҙар ер йөҙөндә бер нисәү генә. Уның таш стеналарына ат, мамонт һүр-әттәре, төрлө тамға һәм һындар төшөрөлгән. Шуныһы ғәжәп, бер ни-сә быуат элек май менән эшләнгән һүрәттәр бөгөнгө көндә лә асыҡ һаҡланған.
Янғантау шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Сала-уат районында урынлашҡан, 1937 йылда асылған. Ул республикабыҙ-ҙың баш ҡалаһынан 220 километр алыҫлыҡта, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярында Янғантау исемле тауҙа урынлашҡан. Шифахананың төп йүнәлеше - тәрән ер аҫтынан сыҡҡан пар һәм составында микро-элем-енттар, органик һәм гумус матдәләр булған ҡойо менән кешене дауа-лау. Шифаханаға беҙҙән генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә күпләп киләләр, йәндәренә сихәт алып дауаланалар, рәхәтләнеп ял итәләр.
Ирәндек - көньяҡ Уралда урынлашҡан. “Ирәндекәй тауы бигерәк бейек, тора-тора мендем башына...” тип тә йырлана “Ирәндек” йыр-ында. Ысынлап та, уның башына менеп етһәң, барлыҡ арыу-талыуҙа-рың онотола, йәнгә көс инә. Яҡын-тирәлә йәшәгән кешеләр уны хатта “ер кендеге”, тип тә йөрөткәндәр.
Башҡортостандың бер нисә генә матур урынын атаным, ә улар иҫәп-ләп бөткөһөҙ күп. Йырҙарҙа йырланған Ағиҙел, Һаҡмар, башҡа ине-штәр, сығанаҡтар, матур атамалы ҡалҡыулыҡтар, эшһөйәр халҡы ме-нән дан тотҡан ауылдар етерлек беҙҙә. Килегеҙ беҙгә, килегеҙ һәм күр-егеҙ!
Күңел күҙе күргән әхирәт
Дуҫтар - һиңә ауыр саҡтарҙа эргәңдә ҡалып, һәр саҡ терәк-таян-ыс булып торған кеше. Алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ тойғоларҙы һиҙеп, наҙлы һүҙҙәр менән йыуатып торған кеше булыуы үҙе бер бәх-ет, әммә минең дуҫтарым күп, тик серҙәремде һөйләп бирерлек ике-өс кенә кешем бар.
Һәр кеше өсөн интернат - яңы дуҫтар табыу урыны, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ваҡыты. Мин үҙем тыуған ауылымдан алыҫ Сибай ҡалаһында гимназия-интернатта уҡып йөрөйөм. Әлбиттә, дуҫтарҙы, атай-әсәйҙе һағынаһың, тик тоғро дуҫтар табып алһаң, артабан күпкә еңел китә. Мин гимназияға 2019-сы йылда 6-сы синыфҡа килдем. Класта күп ҡыҙҙар булғас, беҙҙе ике бүлмәгә бүлеп һалдылар. Уҡыу ваҡытында бөтәһе лә үҙ янына бер партаға ултырыр өсөн дуҫ таптылар. Бүлмәлә бергә ятҡан ҡыҙ менән Әлиә тигән ҡыҙҙы оҙаҡ ҡына ситтән күҙәтеп йөрөнөк. Мин уның тураһында бер нимә лә белмәй инем. Ул һәр ваҡыт мөләйем ҡарап, яҡшы кәйеф менән йы-лмайып-көлөп йөрөй торғайны. 7-се класта минең янда ятҡан ҡы-ҙыҡай икенсе мәктәпкә күсеп китте, ә беҙҙе Әлиә менән бер бүлмәгә һалдылар. Шулай итеп беҙ Әлиә менән яҡындан аралаша башланыҡ. Үҙе ул Баймаҡ районы Абҙаҡ ауылынан, ғаиләһендә 5 бала, ул 2-се бала. Беҙ уның менән бер йылда, бер көндә, бер балалар табыу йортонда тыуғанбыҙ. Шулай ҙа ҡылыҡтарыбыҙ менән беҙ бер бе-ребеҙгә бөтөнләй оҡшамағанбыҙ. Мин бейеү менән ҡыҙыҡһынһам, Әлиәгә нығырак спорт оҡшай. Икебеҙ ҙә һәйбәт уҡыйбыҙ, бар яҡтан да өлгөрәбеҙ. Мин уның менән танышҡаныма бик шатмын. Әле киләсәктә бергәләшеп ауырлыҡтарҙы еңеп, артабан һәйбәт дуҫтар булып ҡалырбыҙ тип ышанам.
Заһиҙә Хәмитова, 14 йәш
гимназия-интернат.