АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
11 Апреля 2022, 10:45

Яҙҙарҙа тыуған шағирә

Сибай үҙәк китапханалар системаһының 2-се китапхана-филиалы мөдире Нәзирә Иҙелбаева-Йәнбирҙина Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған ”Мин яҙҙарҙа тыуҙым...” тип аталған кисә уҙғарҙы. Сараға төп ҡунаҡ итеп Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы ағинәйе, шағирә Гөлзифа Исрафилова саҡырылды. Гөлзифа Зекериә ҡыҙы менән 10 йылға яҡын аралашабыҙ. Ошо тиҫтә йылдар эсендә ул гәзитебеҙҙең ысын дуҫына әүерелде: гәзиткә яҙылыу осоронда беҙгә ихлас ярҙамлаша, эстәлекле шиғырҙары, мәҡәләләре менән баҫмабыҙ битен биҙәй. Күп йылдар элек редакциябыҙға ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына килеп инеп: “Шиғыр яҙғайным, шуны уҡып ҡарағыҙ әле,”--тип баҙнатһыҙ ғына ҡуйын дәфтәрҙәрен һуҙған апайҙы хәҙер танырлыҡ та түгел.

Яҙҙарҙа тыуған шағирәЯҙҙарҙа тыуған шағирә
Яҙҙарҙа тыуған шағирә

Ул замана техникаларын яҡшы үҙләштереп, шиғырҙарын компьютерҙа, телефонда баҫа, социаль селтәрҙәргә ижадын ҡуя, шәхси сәхифәһен ҡыҙыҡлы итеп алып бара. Күңеленән урғылған шиғырҙары интернетта йәшен тиҙлегендә тарала, хәҙер инде социаль селтәрҙәрҙәге бөтә төркөмдәрҙә лә уның ижады сағылыш таба,“Йәшлек”,“Һаҡмар” һәм башҡа гәзиттәрҙә баҫыла. Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө көндә уның исеме шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.

--Һүҙ ҡөҙрәте тигән төшөнсәгә ышанам. Басай ауылынан Күсейгә йөрөп уҡыныҡ. Мәктәпте тамамлағанда мин уҡытыусы, килеп сыҡмаһа туҡыусы булам, тип әйткәйнем. Ысынлап та, яҙмыш мине ҡыҙҙар ҡалаһы—Ивановоға илтте һәм мин беҙҙең яҡтар өсөн ят һөнәр--туҡыусы шөғөлөн үҙләштерҙем. Аҙаҡ тыуған яҡтарға ҡайтырға тура килде. Оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләнем,--тип хәтирәләре менән уртаҡлашты. Донъя бит гел бәхетле мәлдәрҙән генә тормай: Иҫәнбәт ауылында ныҡлы тамырланып өс балаға ғүмер биреп, матур йәшәп ятҡанда уның ғаиләһенә ҡара ҡайғы килә—бер бөртөк улы мәрхүм була. Унан һуң ире лә оҙаҡ йәшәмәй. Ике ҡыҙына, ейән-ейәнсәрҙәренә бауыр баҫа ҡатын. Күңелендәге барлыҡ әрнеү-ғазаптар шиғыр юлдарына теҙелә. Аллаһ Тәғәлә уға ниндәй генә ҡаты һынауҙар бирмәһен, бөгөлөп төшмәй ҡатын, юғалып ҡалмай: ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, “Һандуғастар” фольклор төркөмө ойоштора һәм шиғырҙар яҙа ла яҙа.  Бөгөнгө көндә уның ижады бер нисә китап булып сыҡҡан. Сара үткәргән көндө генә Сибай типографияһында “Йондоҙ йыям бүләккә” исемле йәнә бер китабын ҡулына алып ҡыуанып ултырҙы.

Кисәлә шағирәнең беренсе уҡытыусыһы Гуватова Ғәрифә Шәһәрғәзе ҡыҙы ла ҡатнашты. Шулай уҡ Гөлзифа Зекерейә ҡыҙын дәртләндереү өсөн классташтары Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре, ауылдаштары--мәғариф хеҙмәткәрҙәре Рәзимә Сәйетова, Фәимә Туҡтамышева ла килде. Китапханала эшләп килгән «Күнел утрауы» клубы ағзалары ла сараны ныҡ оҡшатты.

Кисәгә яҡташын ҡунаҡ итеп саҡырырға тәҡдим иткән мәғариф ветераны Сәғиҙә Байназарова шиғри паузалар яһалғанда һәр кемде йыр, гармун һәм мандолина моңдарына сорнаны. Ауылдаштары ла, Төйәләҫ ағинәйҙәре лә йырлы-моңло күстәнәс әҙерләгән ине.

-Иңдәремдә ҡанат үҫкәндәй булды. Артабан ижад итер өсөн илһам, рух өҫтәнегеҙ. Үҙемде яратып, ижадымды хөрмәт итеп, ҡанатландырғыс һүҙҙәр менән күтәрмәләгән бала сағым дуҫтары-класташ ҡыҙҙарыма, тәүге уҡытыусыма, сараны ойоштороусыларға, ошонда ултырған һәр кемгә рәхмәттең олоһон әйтәм,--тине шағирә Гөлзифа Исрафилова кисә һуңында тулҡынланып.

Йәнле осрашыу баймаҡтарҙың гимнына әүерелгән «Күк Ирәндек буйында» йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.

 

Яҙҙарҙа тыуған шағирә
Яҙҙарҙа тыуған шағирә
Яҙҙарҙа тыуған шағирә
Яҙҙарҙа тыуған шағирә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас