АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
24 Марта 2022, 03:53

Уйнаһын ғына ҡурайым...

       Яҙмамды ла юҡҡа ғына: “Уйнаһын ғына ҡурайым!” тип атаманым, әйҙә Өфөнөң иң түрендә уйнаһын ғына ҡурай, һыҙҙырһын, ошо юл менән күп милләтле республикабыҙҙы йырлы, моңло, хисле, рухлы итһен, берләштерһен, бәйнә-бәйнә тарихыбыҙҙы һөйләһен, яҡты киләсәккә әйҙәһен!

Уйнаһын ғына ҡурайым...Уйнаһын ғына ҡурайым...
Уйнаһын ғына ҡурайым...

       Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаровтың башҡалабыҙҙа милли ғорурлығыбыҙ, символыбыҙ ҡурайға һәйкәл ҡуйыу фекерен тулыһы менән хуплайым һәм яҡлайым, был осраҡта халыҡ депутатына афарин, тип әйтергә генә ҡала. Ҡурай һәйкәленең ҡуйыласаҡ урыны ла алдан билдәле, ул - Өфөнөң Үҙәк майҙаны янындағы әйләнмәле хәрәкәт булдырылған ерҙең ҡап уртаһында. Был тәңгәлде киләсәктә үҙгәртеп ҡороу планлаштырылған, шулай булғас һәйкәлдең ҡуйыласаҡ ере бик тә матур, үтә лә күрмәлекле.

      Һәйкәл нисегерәк эшләнәсәк һуң? Был йәһәттә бер нимә генә әйтәм, әйҙәгеҙ, йәмәғәт, уны тормошҡа ашырыуҙы скульпторҙарыбыҙ ҡарамағына ҡалдырайыҡ, сөнки улар һөнәрмән, улар был йәһәттә оҫта, икмәк бешереүҙең дә яйы бар тиҙәр бит әле, шуға күрә һәр шөғөлдөң рәте, тәртибе була. Тағы ла бер иҫкәрмә – Башҡорт-останыбыҙ райондарының бер нисә урынында ҡурайға һәйкәл ҡуйылған, был изге эште тормошҡа ашырыусыларҙы маҡтап рәхмәт әйтергә генә ҡала, әммә улар ҡайҙа ла бер төрлөрәк стилдә эшләнгән, ирекһеҙҙән береһе икенсеһен ҡабатлап килә, шуға күрә яңы проект икенсерәк юҫыҡта, икенсерәк төҫтә балҡып китһә, үҙенә саҡырып әйҙәп торһа иҫ китмәле шәп буласаҡ! Ҡурай бер үҙе генә тотош күренеште, ер-һыу матурлығын, Башҡортостаныбыҙ гүзәллеген, асылын аса алмай, уның янында дәүләт символдарыбыҙ ҙа күҙгә артыҡ бәрелмәй генә сағылып китһә ифрат шәп булыр ине, минеңсә. Йәнә, көнө-төнө балҡып янып, тирә яҡты нурға күмеп  ҡалҡҡан ҡурай ваҡыт-ваҡыт “телгә килеп”, милләтебеҙ гимны “Урал”дан өҙөк тә уйнап ебәрһә быныһы инде милли музыка ҡоралыбыҙҙың тәғәйенләнешен тулыһы менән күрһәтәсәк.

        Яҙмамды ла юҡҡа ғына: “Уйнаһын ғына ҡурайым!” тип атаманым, әйҙә Өфөнөң иң түрендә уйнаһын ғына ҡурай, һыҙҙырһын, ошо юл менән күп милләтле республикабыҙҙы йырлы, моңло, хисле, рухлы итһен, берләштерһен, бәйнә-бәйнә тарихыбыҙҙы һөйләһен, яҡты киләсәккә әйҙәһен!

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас