

Слух обо мне пройдет по всей Руси Великой,
И назовет меня всяк сущий в ней язык.
И гордый внук славян, и финн,
И ныне дикий тунгус,
И друг степей калмык... (А.С. Пушкин.)
Сибай китапханаһында дала улы, ҡалмыҡ халыҡ шағиры Давид Кугультиновтың 100 йыллығына арналған матур кисә үтте. 80 – дән ашыу шиғри, проза китаптары авторы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Социалистик хеҙмәт Геройы, СССР һәм РСФСР дәүләт премиялары лауреаты Кугультинов тураһында һүҙ сыҡһа элекке Союз киңлектәрендә “великая когорта” иҫәбенә ингән, милләттәр ғорурлығы Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, әлбиттә ағымдағы йылдың 13 мартында 100 йыллыҡ юбилейы тулған кисә авторы күҙ алдына килеп баҫа. Совет әҙәбиәтенең аҡ ҡаялары инеләр бит улар, булмышты нурландырып әллә ҡайҙан балҡып күренәләр, һоҡландыралар, китаплы булырға саҡырып торалар ине! Матур кисә үтте, эстәлекле, тәрән йөкмәткеле кисә! Яҡшы кешене осратһаң күңел байып ҡала өҫтәүенә. Ос-рашыу мәлендә Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Борисович Яшкулов менән әңгәмә ҡороп алыуым күңелемде байытып ебәрҙе. Талантлы ижад кешеһе ҡайҙа ла, теләһә ниндәй шарттарҙа ла алтынға тиң, шуға тағы ла бер тапҡыр инандым!