АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
17 Марта 2022, 03:49

Аҡ һын

       Бөгөн ҡулыма ҡәләм алмаған, ҡәләм ала алмаған, башлаған әҫәр-емдең өҙөлөп торған мәле. Була бит тотҡаның ҡулдан төшөп, ысҡы-нып, ватылып, вайран килеп ҡыйралып барған минуттар. Ошондай саҡтарҙа алғанын ваҡытында ҡайтара белмәгән булдыҡһыҙҙай үҙемде кемдеңдер алдында ғәйепле итеп тә тоям хатта. Ә мин көн дә бер ике һөйләм булһа ла яҙып ҡуйырға ғәҙәтләнгәнмен, күнеккәнмен. Ҡайһы бер ҡәләмдәштәремдең: “Әлләсе, өс-дүрт йыл була инде яҙмаған-һыҙ-мағанға!” тип бошмай ғына хәбәр һалыуҙарына ғәжәпләнеп тә ҡалам ҡайсаҡ. Хәйер, яҙыусы булып яҙмағандар, рәссамдар ҡоронда хисап-ланып һүрәт төшөрмәгәндәр, хаҡһыҙ рәүештә йырсы исемен алған моңһоҙҙар, бейеүсемен, тип тыпырҙай белмәгәндәр менән донъя тул-ған, аптырайһы түгел.       Мауығып китеп әйтеремдән яҙлыҡтым йәнә, биғәйбә. Яҙыша алма-ған саҡтарымда гелән уйға батам, күңел төпкөлөндәге хәтирәләрҙе өр яңынан яңыртам, яҡшы кешеләрҙе хәтергә төшөрәм, үткән эштән төш яҡшы икәнен белгән хәлдә лә, биш былтыр йығылып ауырттырған ер-ҙе әле килеп ыуып, ебәрелгән хаталарға һығымта яһайым, баһа бирәм. Шулай итеп хәтерләүем - яҡшы кеше хаҡында. Хәйҙәр Ғарипов. Бар ине шундай шәп скульптор, ир уҙаманы. Бар ине, тип әйтергә тел дә әйләнмәй, нисек инде, ағай үткән йыл бар ине, быйыл юҡ? Улай тиһ-әң, беребеҙ ҙә мәңгегә тыумағанбыҙ, фанилыҡҡа ваҡытлы килгән ҡун-аҡ ҡынабыҙ...      Хәйҙәр ағайҙың буй-һыны бөгөнгөләй хәтерҙә, күҙ алдында; уртан-сынан саҡ ҡына бейегерәк мыҡты кәүҙә, быжыр биттәр, тумжыҡ танау, ҡапыс күҙ ҡабаҡтары, яҫы маңлай, һарғылтыраҡ йоҡа сәстәр, сәгер ҡа-раған зәңгәр күҙҙәр, күрмәлекле лә түгел, йәмһеҙ ҙә, шул, урта самаһ-ындағы ҡәп-ҡәҙимге генә ир. Йәшерен-батырын түгел, холҡо еңелдән түгел ине ағайыбыҙҙың, осло-ҡырыйлы тупаҫыраҡ хәбәр, тоҙло-борос-ло әр ысҡындырырға ла күп һорап аҙапланмаҫ, битең-йөҙөң тип тор-май эсендәген дә тура бәреп әйтер. Билдәле, мөрйәһе ҡыйыш булһа ла төтөнө тура сыҡҡандарҙы өнәп еткермәйҙәр, тура әйткән туғанына ярамаған тиҙәр өҫтәүенә, шуға уны күптәр ҡабул итеп тә бөтмәне, ағ-айҙың иһә үҙ сиратында ситнәтеүҙәргә иҫе китә һалып барманы, ғо-рур баҫып атлап үҙ һуҡмағын, үҙ юлын ҡыуҙы.       Мәгәр, шәхсән минең, уның менән, әңгәмәбеҙ тиҙ берегә ине, ни ти-һәң дә беҙ бит ижад кешеләре, уй-теләгебеҙ, ынтылыштарыбыҙ бер.       Ғариповтың фатирына ғәҙәттә Рәйес Түләк иҫән саҡта икәүләп ба-ра инек. Уның фатиры ла ғәҙәти торлаҡҡа оҡшамағайны; ҡайҙа баҡма цемент, ҡайҙа күҙ йүгертмә иҙмә тултырылған һауыт, ҡайҙа ҡараш та-шлама теш пастаһына тартым төрлө төҫтәге һыҡма буяҡтар, йомар-лап ырғытылған ҡағыҙ киҫәктәре, иҙәндә тәмәке төпсөктәре, ә уртала инде бейек өҫтәлгә ҡуйылған, аҡ япма менән сырмалған һын. Боҫорм-аланған нәмә хаҡында мәленән алда һорарға һис тә ярамай, төпсөнгән хәлдә лә ағайыбыҙ яҫы ҡаштарын емереп тамаҡ төбө менән екерәсәк: “Ҡағылмағыҙ, киптерергә ҡуйылған ул!”        Иҫем дә китеп бармай әле, барған һайын иҙән уртаһына баҫам да Бабичҡа оҡшатып шиғыр һөйләп ебәрәм:                                 Иптәш архитектор, бер ҙә тартынмайса,                               Йөрәк серҙәреңде ас әле,                               Ниндәй уйҙар һиндә урғылдылар,                               Төҙөгәндә Ильич һәйкәлен!                               Рәшәткәле баҡса буйынан,                               Үткән һайын иртә-кис менән,                                Мин йөрәктә ҙур ҡайғылы,                               Һәм шатлыҡлы хистәр кисерәм...   Нимә, аҙаш, шиғыры икенсенеке булһа ла Бабич булып ҡылана- һыңмы? Вообще-то, килештерәһең, бара! – Хәйҙәр ағай ашыҡмай ғы-на  “Прима”һын ҡабыҙып бер килке һүҙһеҙ быҫҡып алғас плитәһенә сәйен ҡуя ла беҙгә һынап тексәйә. – Елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөр-өп асыҡҡанһығыҙҙыр, елғыуарҙар, сәй һөрпөлдәтеп алайыҡ.      Әллә ни саҡлы ағайҙың табынында ултырырға тура килде, мәгәр ул бер тапҡыр ҙа өҫтәлгә иҫерткес эсемлек ҡуйманы, хатта тәҡдим дә ит-мәне.        Сәй эсеп күңелләнеп алһаҡ ағай асыла төшөп хәбәрен башлай: Яңы аҙаш Бабич ролен башҡарҙы бит әле. – Минең яҡҡа һынап һирпелә. - Әйткәндәй, ул уға бер аҙ оҡшаған да бит әле, асҡалаҡ йөҙ, йоҡа кәүҙә, тик Бабич – шағир, ә был – яҙыусы. Шулай итеп, күңелдә бер идея йөрөй күптән, әле шуны ай самаһы була әүәләп маташам. – Эйелеп өҫтәл аҫтынан пластилиндан эшләп таҡтаға урынлаштырыл-ған бәләкәй һынды сығара. - Бына ул! Фекерегеҙҙе әйтегеҙ, тик киҫәтәм, әйтһәң һүҙ, төртһәң күҙ, тигәндәй, тураһын ярып һалдырығыҙ, беләһ-егеҙ, осоҡ бисәләй килделе-киттеле хәбәр һөйләгәнде яратмайым!      Йәш егет һыны асфальтты тишеп асманға ынтылған үлән ҡыяғы-лай тау-ташты емереп ер ҡуйынынан сығып килә, әммә ҡулдары ур-ынында ниндәйҙер остоҡтар ғына, уның ҡарауы күкрәктәре киң, ҡа-рашы бөркөттөкөләй үткер... Ер ҡуйынын ярып килеп сыҡҡан шағир бик символик, тәрән мә- ғәнәгә эйә, - тип башланы Рәйес. Ә һин нимә тип өҫтәрһең, аҙаш? Сабып өҙөлгән ҡулдар оҡшап етмәне, ул бит зәғифлеккә ишара... Килешмәйем! Ҡаҙанда Муса Йәлилгә арналған һәйкәл бар. Ул сәнскеле тимер сыбыҡҡа сырмалһа ла бер кем дә нишләп улай, ти-гән һорауҙы бирмәй. Һәр хеҙмәт ысынбарлыҡты сағылдырырға ла те-йештер!        Иң аҙаҡтан Бабичтың скульптура эскизы  иғтибарға лайыҡ, ул мо-тлаҡ донъя күрергә тейеш, тигән һығымтаға киләбеҙ. Рәйес ошо хаҡта республика баҫмаларының береһендә яҙып сығырға ла теләк белдер-ҙе. Яҙғандырмылыр ул, юҡмылыр, әммә миңә уны уҡырға яҙманы. Һүҙ ыңғайында шуны өҫтәйем, Рәйес бынамын тигән тәнҡитсе лә ине бит әле, ул анализлаған әҫәр хаҡында һәр саҡ киң, тәрәндән фекер йөрөт-тө, уның тәү ҡарашта күҙгә бәрелеп бармаған фәлсәфәүи яҡтарына, нескә символизмдарына уҡыусы иғтибарын йүнәлтә белде. Бөгөнгө көндә әҙәбиәткә һөнәрсе тәнҡитселәр етмәй. Яҙыусы йә шағир хаҡ-ында юбилейҙары мәлендә маҡтап яҙыу менән генә сикләнә бәғзеләр. Аҡыллы тәнҡит - әҙәбиәт түтәлен ҡый үләндәренән таҙартыуға бәрәб-әр.            Хәйҙәр ағай сығыр саҡта урталағы теге һындың туҡымаһын тағат-ып ебәрә: Кипһен, тиһәм дә һеҙгә генә күрһәтәм! Йә, нисек, Һәҙиә Дәү- ләтшина, оҡшағанмы!        Был эш инде, бәхәсһеҙ, ул һуйған да ҡаплаған халыҡ яҙыусыһы-ныҡы!        Бер көн барғанымда Хәйҙәр Ғарипов зал уртаһына ултырғыс ҡуй-ған да тәрән уйға батҡайны. Һәр ваҡыттағыса иҙән уртаһына баҫып ҡоласымды йәйҙем:                     Иптәш, скульптор, бер ҙә тартынмайса,                       Йөрәк серҙәреңде ас әле! Тартынам, йөрәк серемде лә асмайым! Килгәнһең икән, тыныс ҡына, тәүфиҡле генә ултырып тор!        Ә мин инде ҡуйырҙан ҡуймайым: Слушай, абзый, һин бер һәйкәлде хәтерләтәһең, “Мыслитель” тип аталамы әле ул? Хәтерем яңылышмаһа авторы француз Огюст Роден шикелле. Нимә хаҡында уйлай икән ул балбал, әгәр сер бул-маһа? Бына һин яҙыусы, шулаймы? Шулай икән ти! Һин нисегерәк эшләйһең? Нисегерәк, тип, яҙам да йомарлап ырғытам, яҙам да ситкә таш- лайым! Быныһын инде яҡынсалатып ҡына әйтеүем, ысынында иһә ике тиҫтә йыл самаһы компьютерҙа ғына баҫам: яҙам, юям, һөйләм-дәрҙең урындарын алмаштырам, замана техникаһын белгәс ни ауыр түгел! То-то! Экрандағы хәрефтәр менән эш итеүе ҡайһылай рәхәт, мәшәҡәтһеҙ ҙә, ә минең эш материалым – цемент та гипс! Сүкегән-емде бик теләһәм дә дөбөр-шатыр емереп ташлап сығарып ырғыта алмайым. Шуға сәғәттәр буйы уйлайым, күҙ алдына килтерәм, шунан ғына эшкә тотонам. Мәшәҡәтле шөғөл. Ауыр, тип әйтмәйем һәм һис ҡасан әйтмәм дә, сөнки ауыр тигәне, йәнгә ятмаған, күңел тартмаған эш була ул!        Скульптор Хәйҙәр Ғарипов ғүмере буйы күңеле тартҡан, яратҡан эшен башҡарып йәшәне, бөйөк шәхестәрҙең, атап әйткәндә Салауат Юлаев, Шәйхзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Александр Матросовтарҙың гипс һындарын ҡойҙо, шул рә-үешле үҙенең генә түгел беҙҙең дә йәндәрҙе яҡтыртты, көнитмешкә матурлыҡ, паклыҡ өләште. Уның һәләтенән Сибай институты ҡарш-ыһында яҙыусылар-шағирҙар аллеяһы барлыҡҡа килгән, бихисап аҡ һындары Урал аръяғы ҡалаларының, район үҙәктәрен төп майҙанда-рын йәмләй.      Хәйҙәр ағайҙың һуңғы хыялы – Урал батыр эпосына бағышланға-йны, уның уйынса, фекеренсә эпик комплекс Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленән аҫтараҡ урынға ҡуйылырға тейеш ине. Ағиҙел ярынан ба-ҫҡыстар буйлап юғарыға күтәреләһең, ә ундағы һәр аҙымға эпостан өҙөктәр яҙылған, ә Урал батыр эпосындағы персонаждар тотошлайы менән юғарылағы майҙансыҡты биләй... Гениаль, бик күп сығымдар талап иткән, әммә милләтебеҙгә мәдхиә йырларҙай иҫ китмәле шәп идея ине. Ул уның ҡағыҙ варианттағы эскиздарын миңә әллә нисә тап-ҡыр күрһәтте, дәртләнеп китеп, зәңгәр күҙҙәрен яндырып, онотолоп китеп аңлатты, төшөндөрҙө. Ошо проекты менән мәҙәниәт министр-лығына,  Бөтөн Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумына, баш-ҡалалағы таныш скульпторҙарына ла барып йөрөнө шикелле, әммә ул ошо илаһи теләген тормошҡа ғына ашыра алманы. Кем белә, бәлки уның башлағаны ҡасан да булһа эшләнеп тә ҡуйыр, шуға өмөт итәй-ек.       Үҙенән аҙаҡ башҡарған, атҡарған яҡшы эштәре, яҡты эҙе ҡалмаға-ндарҙы йылдар үтеү менән әкренләп оноталар, хәтерҙән сығаралар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Хәйҙәр Ғариповты та-лантлы скульптор, яҡшы кеше итеп белдек, уны шул рәүештә оҙаҡ иҫ-ләрбеҙ әле. Ошо ерҙә ҡылт итеп  Малеевичтың “Ҡара квадрат”ы иҫкә килеп төштө. Шуныһы аптырауға һала, һаман да булһа шул ҡара дү-ртмөйөштөң мәғәнәһен асыҡларға маташалар, маташалар әммә осо-башына сыға алмайҙар, тамуҡ киҫәүеләй дөм ҡараны асыҡланың ни ҙә асыҡламаның ни! Ҡара триптих авторы Малеевичты тотош ҡараға тө-рөп ерләп ҡуйғандар, йәнәһе лә. Милләтебеҙҙең яратҡан, табынған төҫө аҡ, аҡыл, бәҫ кимәлен дә аҡһаҡал, ағинәй тип билдәләйҙәр беҙҙә, яңы тыуған сабыйҙы булмышына паклык һеңдерһен тип аҡ биләүгә төрөп ҡаршы алалар, әҙәм балаһы ла һуңғы сәфәренә аҡҡа төрөнөп китә. Мостай ағайҙың шиғыры ла бар бит әле:                                       Гел аҡ ҡына төҫ тә хафа һалыр.                                       (Аҡ урмандар, ҡырҙар, түбәләр.)                                       Туй күлдәген генә түгел бында                                       Кәфенде лә аҡтан тегәләр...     Ә мин ҡулыма эш бармағанда алтын ҡуллы, аҡ төҫтө яратҡан, аҡҡа табынған аҡ һындар оҫтаһы Хәйҙәр Ғарипов хаҡында хәтерләп улты-рам.                     Ә мин ҡулыма эш бармағанда алтын ҡуллы, аҡ төҫтө яратҡан, аҡҡа табынған аҡ һындар оҫтаһы Хәйҙәр Ғарипов хаҡында хәтерләп ултырам.         

Аҡ һынАҡ һын
Аҡ һын

       Бөгөн ҡулыма ҡәләм алмаған, ҡәләм ала алмаған, башлаған әҫәр-емдең өҙөлөп торған мәле. Була бит тотҡаның ҡулдан төшөп, ысҡы-нып, ватылып, вайран килеп ҡыйралып барған минуттар. Ошондай саҡтарҙа алғанын ваҡытында ҡайтара белмәгән булдыҡһыҙҙай үҙемде кемдеңдер алдында ғәйепле итеп тә тоям хатта. Ә мин көн дә бер ике һөйләм булһа ла яҙып ҡуйырға ғәҙәтләнгәнмен, күнеккәнмен. Ҡайһы бер ҡәләмдәштәремдең: “Әлләсе, өс-дүрт йыл була инде яҙмаған-һыҙмағанға!” тип бошмай ғына хәбәр һалыуҙарына ғәжәпләнеп тә ҡалам ҡайсаҡ. Хәйер, яҙыусы булып яҙмағандар, рәссамдар ҡоронда хисапланып һүрәт төшөрмәгәндәр, хаҡһыҙ рәүештә йырсы исемен алған моңһоҙҙар, бейеүсемен, тип тыпырҙай белмәгәндәр менән донъя тул-ған, аптырайһы түгел.

      Мауығып китеп әйтеремдән яҙлыҡтым йәнә, биғәйбә. Яҙыша алма-ған саҡтарымда гелән уйға батам, күңел төпкөлөндәге хәтирәләрҙе өр яңынан яңыртам, яҡшы кешеләрҙе хәтергә төшөрәм, үткән эштән төш яҡшы икәнен белгән хәлдә лә, биш былтыр йығылып ауырттырған ер-ҙе әле килеп ыуып, ебәрелгән хаталарға һығымта яһайым, баһа бирәм. Шулай итеп хәтерләүем - яҡшы кеше хаҡында. Хәйҙәр Ғарипов. Бар ине шундай шәп скульптор, ир уҙаманы. Бар ине, тип әйтергә тел дә әйләнмәй, нисек инде, ағай үткән йыл бар ине, быйыл юҡ? Улай тиһ-әң, беребеҙ ҙә мәңгегә тыумағанбыҙ, фанилыҡҡа ваҡытлы килгән ҡун-аҡ ҡынабыҙ...

     Хәйҙәр ағайҙың буй-һыны бөгөнгөләй хәтерҙә, күҙ алдында; уртан-сынан саҡ ҡына бейегерәк мыҡты кәүҙә, быжыр биттәр, тумжыҡ танау, ҡапыс күҙ ҡабаҡтары, яҫы маңлай, һарғылтыраҡ йоҡа сәстәр, сәгер ҡараған зәңгәр күҙҙәр, күрмәлекле лә түгел, йәмһеҙ ҙә, шул, урта самаһындағы ҡәп-ҡәҙимге генә ир. Йәшерен-батырын түгел, холҡо еңелдән түгел ине ағайыбыҙҙың, осло-ҡырыйлы тупаҫыраҡ хәбәр, тоҙло-боросло әр ысҡындырырға ла күп һорап аҙапланмаҫ, битең-йөҙөң тип тормай эсендәген дә тура бәреп әйтер. Билдәле, мөрйәһе ҡыйыш булһа ла төтөнө тура сыҡҡандарҙы өнәп еткермәйҙәр, тура әйткән туғанына ярамаған тиҙәр өҫтәүенә, шуға уны күптәр ҡабул итеп тә бөтмәне, ағайҙың иһә үҙ сиратында ситнәтеүҙәргә иҫе китә һалып барманы, ғорур баҫып атлап үҙ һуҡмағын, үҙ юлын ҡыуҙы. 

     Мәгәр, шәхсән минең, уның менән, әңгәмәбеҙ тиҙ берегә ине, ни ти-һәң дә беҙ бит ижад кешеләре, уй-теләгебеҙ, ынтылыштарыбыҙ бер.

      Ғариповтың фатирына ғәҙәттә Рәйес Түләк иҫән саҡта икәүләп ба-ра инек. Уның фатиры ла ғәҙәти торлаҡҡа оҡшамағайны; ҡайҙа баҡма цемент, ҡайҙа күҙ йүгертмә иҙмә тултырылған һауыт, ҡайҙа ҡараш та-шлама теш пастаһына тартым төрлө төҫтәге һыҡма буяҡтар, йомарлап ырғытылған ҡағыҙ киҫәктәре, иҙәндә тәмәке төпсөктәре, ә уртала инде бейек өҫтәлгә ҡуйылған, аҡ япма менән сырмалған һын. Боҫормаланған нәмә хаҡында мәленән алда һорарға һис тә ярамай, төпсөнгән хәлдә лә ағайыбыҙ яҫы ҡаштарын емереп тамаҡ төбө менән екерәсәк: “Ҡағылмағыҙ, киптерергә ҡуйылған ул!”

       Иҫем дә китеп бармай әле, барған һайын иҙән уртаһына баҫам да Бабичҡа оҡшатып шиғыр һөйләп ебәрәм:

 

                              Иптәш архитектор, бер ҙә тартынмайса,

                              Йөрәк серҙәреңде ас әле,

                              Ниндәй уйҙар һиндә урғылдылар,

                              Төҙөгәндә Ильич һәйкәлен!

                              Рәшәткәле баҡса буйынан,

                              Үткән һайын иртә-кис менән,

                               Мин йөрәктә ҙур ҡайғылы,

                              Һәм шатлыҡлы хистәр кисерәм...

        - Нимә, аҙаш, шиғыры икенсенеке булһа ла Бабич булып ҡыланаһыңмы? Вообще-то, килештерәһең, бара! – Хәйҙәр ағай ашыҡмай ғына  “Прима”һын ҡабыҙып бер килке һүҙһеҙ быҫҡып алғас плитәһенә сәйен ҡуя ла беҙгә һынап тексәйә. – Елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөр-өп асыҡҡанһығыҙҙыр, елғыуарҙар, сәй һөрпөлдәтеп алайыҡ.

     Әллә ни саҡлы ағайҙың табынында ултырырға тура килде, мәгәр ул бер тапҡыр ҙа өҫтәлгә иҫерткес эсемлек ҡуйманы, хатта тәҡдим дә итмәне.

       Сәй эсеп күңелләнеп алһаҡ ағай асыла төшөп хәбәрен башлай:

       - Яңы аҙаш Бабич ролен башҡарҙы бит әле. – Минең яҡҡа һынап һирпелә. - Әйткәндәй, ул уға бер аҙ оҡшаған да бит әле, асҡалаҡ йөҙ, йоҡа кәүҙә, тик Бабич – шағир, ә был – яҙыусы. Шулай итеп, күңелдә бер идея йөрөй күптән, әле шуны ай самаһы була әүәләп маташам. – Эйелеп өҫтәл аҫтынан пластилиндан эшләп таҡтаға урынлаштырылған бәләкәй һынды сығара. - Бына ул! Фекерегеҙҙе әйтегеҙ, тик киҫәтәм, әйтһәң һүҙ, төртһәң күҙ, тигәндәй, тураһын ярып һалдырығыҙ, беләһегеҙ, осоҡ бисәләй килделе-киттеле хәбәр һөйләгәнде яратмайым!

     Йәш егет һыны асфальтты тишеп асманға ынтылған үлән ҡыяғы-лай тау-ташты емереп ер ҡуйынынан сығып килә, әммә ҡулдары ур-ынында ниндәйҙер остоҡтар ғына, уның ҡарауы күкрәктәре киң, ҡа-рашы бөркөттөкөләй үткер...

       - Ер ҡуйынын ярып килеп сыҡҡан шағир бик символик, тәрән мәғәнәгә эйә, - тип башланы Рәйес.

       - Ә һин нимә тип өҫтәрһең, аҙаш?

       - Сабып өҙөлгән ҡулдар оҡшап етмәне, ул бит зәғифлеккә ишара...

       - Килешмәйем! Ҡаҙанда Муса Йәлилгә арналған һәйкәл бар. Ул сәнскеле тимер сыбыҡҡа сырмалһа ла бер кем дә нишләп улай, тигән һорауҙы бирмәй. Һәр хеҙмәт ысынбарлыҡты сағылдырырға ла тейештер!

       Иң аҙаҡтан Бабичтың скульптура эскизы  иғтибарға лайыҡ, ул мотлаҡ донъя күрергә тейеш, тигән һығымтаға киләбеҙ. Рәйес ошо хаҡта республика баҫмаларының береһендә яҙып сығырға ла теләк белдерҙе. Яҙғандырмылыр ул, юҡмылыр, әммә миңә уны уҡырға яҙманы. Һүҙ ыңғайында шуны өҫтәйем, Рәйес бынамын тигән тәнҡитсе лә ине бит әле, ул анализлаған әҫәр хаҡында һәр саҡ киң, тәрәндән фекер йөрөт-тө, уның тәү ҡарашта күҙгә бәрелеп бармаған фәлсәфәүи яҡтарына, нескә символизмдарына уҡыусы иғтибарын йүнәлтә белде. Бөгөнгө көндә әҙәбиәткә һөнәрсе тәнҡитселәр етмәй. Яҙыусы йә шағир хаҡ-ында юбилейҙары мәлендә маҡтап яҙыу менән генә сикләнә бәғзеләр. Аҡыллы тәнҡит - әҙәбиәт түтәлен ҡый үләндәренән таҙартыуға бәрәбәр.  

         Хәйҙәр ағай сығыр саҡта урталағы теге һындың туҡымаһын тағатып ебәрә:

       - Кипһен, тиһәм дә һеҙгә генә күрһәтәм! Йә, нисек, Һәҙиә Дәүләтшина, оҡшағанмы!

       Был эш инде, бәхәсһеҙ, ул һуйған да ҡаплаған халыҡ яҙыусыһыныҡы!

       Бер көн барғанымда Хәйҙәр Ғарипов зал уртаһына ултырғыс ҡуйған да тәрән уйға батҡайны. Һәр ваҡыттағыса иҙән уртаһына баҫып ҡоласымды йәйҙем:

                    Иптәш, скульптор, бер ҙә тартынмайса,

                      Йөрәк серҙәреңде ас әле!

       - Тартынам, йөрәк серемде лә асмайым! Килгәнһең икән, тыныс ҡына, тәүфиҡле генә ултырып тор!

       Ә мин инде ҡуйырҙан ҡуймайым:

       - Слушай, абзый, һин бер һәйкәлде хәтерләтәһең, “Мыслитель” тип аталамы әле ул? Хәтерем яңылышмаһа авторы француз Огюст Роден шикелле. Нимә хаҡында уйлай икән ул балбал, әгәр сер булмаһа?

      - Бына һин яҙыусы, шулаймы?

       - Шулай икән ти!

       - Һин нисегерәк эшләйһең?

       - Нисегерәк, тип, яҙам да йомарлап ырғытам, яҙам да ситкә ташлайым! Быныһын инде яҡынсалатып ҡына әйтеүем, ысынында иһә ике тиҫтә йыл самаһы компьютерҙа ғына баҫам: яҙам, юям, һөйләмдәрҙең урындарын алмаштырам, замана техникаһын белгәс ни ауыр түгел!

       - То-то! Экрандағы хәрефтәр менән эш итеүе ҡайһылай рәхәт, мәшәҡәтһеҙ ҙә, ә минең эш материалым – цемент та гипс! Айҙар буйы сүкегәнемде бик теләһәм дә дөбөр-шатыр емереп ташлап сығарып ырғыта алмайым. Шуға сәғәттәр буйы уйлайым, күҙ алдына килтерәм, шунан ғына эшкә тотонам. Мәшәҡәтле шөғөл. Ауыр, тип әйтмәйем һәм һис ҡасан әйтмәм дә, сөнки ауыр тигәне, йәнгә ятмаған, күңел тартмаған эш була ул!

       Скульптор Хәйҙәр Ғарипов ғүмере буйы күңеле тартҡан, яратҡан эшен башҡарып йәшәне, бөйөк шәхестәрҙең, атап әйткәндә Салауат Юлаев, Шәйхзада Бабич, Әхмәтзәки Вәлиди, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Александр Матросовтарҙың гипс һындарын ҡойҙо, шул рәүешле үҙенең генә түгел беҙҙең дә йәндәрҙе яҡтыртты, көнитмешкә матурлыҡ, паклыҡ өләште. Уның һәләтенән Сибай институты ҡаршыһында яҙыусылар-шағирҙар аллеяһы барлыҡҡа килгән, бихисап аҡ һындары Урал аръяғы ҡалаларының, район үҙәктәрен төп майҙандарын йәмләй.

     Хәйҙәр ағайҙың һуңғы хыялы – Урал батыр эпосына бағышланға-йны, уның уйынса, фекеренсә эпик комплекс Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленән аҫтараҡ урынға ҡуйылырға тейеш ине. Ағиҙел ярынан ба-ҫҡыстар буйлап юғарыға күтәреләһең, ә ундағы һәр аҙымға эпостан өҙөктәр яҙылған, ә Урал батыр эпосындағы персонаждар тотошлайы менән юғарылағы майҙансыҡты биләй... Гениаль, бик күп сығымдар талап иткән, әммә милләтебеҙгә мәдхиә йырларҙай иҫ китмәле шәп идея ине. Ул уның ҡағыҙ варианттағы эскиздарын миңә әллә нисә тапҡыр күрһәтте, дәртләнеп китеп, зәңгәр күҙҙәрен яндырып, онотолоп китеп аңлатты, төшөндөрҙө. Ошо проекты менән мәҙәниәт министрлығына,  Бөтөн Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумына, башҡалалағы таныш скульпторҙарына ла барып йөрөнө шикелле, әммә ул ошо илаһи теләген тормошҡа ғына ашыра алманы. Кем белә, бәлки уның башлағаны ҡасан да булһа эшләнеп тә ҡуйыр, шуға өмөт итәйек.

      Үҙенән аҙаҡ башҡарған, атҡарған яҡшы эштәре, яҡты эҙе ҡалмағандарҙы йылдар үтеү менән әкренләп оноталар, хәтерҙән сығаралар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Хәйҙәр Ғариповты талантлы скульптор, яҡшы кеше итеп белдек, уны шул рәүештә оҙаҡ иҫләрбеҙ әле. Ошо ерҙә ҡылт итеп  Малеевичтың “Ҡара квадрат”ы иҫкә килеп төштө. Шуныһы аптырауға һала, һаман да булһа шул ҡара дү-ртмөйөштөң мәғәнәһен асыҡларға маташалар, маташалар әммә осо-башына сыға алмайҙар, тамуҡ киҫәүеләй дөм ҡараны асыҡланың ни ҙә асыҡламаның ни! Ҡара триптих авторы Малеевичты тотош ҡараға төрөп ерләп ҡуйғандар, йәнәһе лә. Милләтебеҙҙең яратҡан, табынған төҫө аҡ, аҡыл, бәҫ кимәлен дә аҡһаҡал, ағинәй тип билдәләйҙәр беҙҙә, яңы тыуған сабыйҙы булмышына паклык һеңдерһен тип аҡ биләүгә төрөп ҡаршы алалар, әҙәм балаһы ла һуңғы сәфәренә аҡҡа төрөнөп китә. Мостай ағайҙың шиғыры ла бар бит әле:

                                      Гел аҡ ҡына төҫ тә хафа һалыр.

                                      (Аҡ урмандар, ҡырҙар, түбәләр.)

                                      Туй күлдәген генә түгел бында

                                      Кәфенде лә аҡтан тегәләр...

 

         Ә мин ҡулыма эш бармағанда алтын ҡуллы, аҡ төҫтө яратҡан, аҡҡа табынған аҡ һындар оҫтаһы Хәйҙәр Ғарипов хаҡында хәтерләп ултырам.   

 

 

     

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас