АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
16 Марта 2022, 04:23

Йәшлек

       Нишләп кенә өшөһөндәр, уларҙы бит ҡайнар йөрәктәре, ташып барған дәрттәре йылыта, ярһыу яҙҙың, ихлас матурлыҡтың, илаһи гүзәллектең сығанағы ул тиле, дыуамал йәшлек!       

ЙәшлекЙәшлек
Йәшлек

       Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан ҡаланың үҙәк майҙанында ҙур концерт күрһәттеләр. Көн йонсоу һымаҡ, һалҡынса, бер аҙ ҡар ҙа һибәләп тора. Халыҡ әле ҡышҡы кейемдәрен һалып еңел курткаларға күсмәгән, һәммәһендә тун, ҡалын пальто, баштарында йылы башлыҡтар, ҡулдарында бирсәткәләр. Сараны алып барыусы ҡыҙҙар башҡарыуында коллектив бейеү иғлан итте. Ни ғиллә – йәп-йәш кенә яланбаш ҡыҙҙарҙың икенән үрелгән сәс толомдары билдәренә төшкән,  өҫтәрендә балитәкле йоҡа сәскәле күлдәк кенә, аяҡтарында килешле туфлиҙар. Былар ярһып-янып, ҡыуанып бейергә төшөп киттеләр – ҡарап тороуға улар яҙғы гөлләмәгә, боҙҙо тишеп сығып килгән умырзаяға оҡшағандар ине, ҡайһылай ҙа матурҙар, ҡайһылай ҙа гүзәлдәр, ҡайһылай ҙа һөйкөмлөләр, үтә лә күркәмдәр. Китсе-китсе, бынау ҡыш хакимлек иткән миҙгелдә сәскәле болондо ҡыҙырғандай ҡыланһындар сәле, ышанғы килмәй!

... Ауыл йәштәре һәммәбеҙ ҙә иртәнән алып ҡояш байығансы бүлексәнең йәмәғәт малдары өсөн бесән әҙерләүҙә йөрөйбөҙ, был беҙҙең өсөн яҙылмаған ҡанун, мотлаҡ үтәлергә тейеш мөҡәддәс бурыс; кемебеҙ косилкала, кемебеҙ тырмала, бәғзеләр һыбайлыларға күбә ебәрә, ҡыҙҙар билдәле – күбәләүҙә. Ҡояш тышау буйы күтәрелеүгә трактор арбаһына тейәлеп бүлексә сабынлыҡтарына йырлашып киләбеҙ ҙә йырлашып ҡайтып та китәбеҙ, арыуҙың-талыуҙың ни икәнен дә белмәйбеҙ.

       Эштән һуң ҡабаланып ҡапҡылап та өлгөрмәйбеҙ, һыйыр көтөүе ҡайтыу менән үрге остан Файыл гармун тартып клуб яғына йүнәлә, ә инде бейеү оҫталары Альберт менән Сәйфулла урам тултырып саң борхотоп бейейҙәр – туй килә тиерһең. Көн һайын шулай, бер үк күренеш. Ошо тамашаны көтөп кенә торғанлыҡтан ауыл йәштәре эркелеп тегеләрҙең артынан ашыға. Уттары балҡыған клуб ишеге ҡоластарын йәйеп ҡаршы алған хуш күңелле хужалай шар асыҡ. Уйын төн уртаһына тиклем дауам итә. Иң йәнгә тейгәне шул - трактор двигателе тоҡандырған электр лампаһы киске алтынан төнгө ун икегә саҡлы ғына яна, ары ауыл төн ҡараңғылығына сума. Ә беҙ яңы ҡыҙып ҡына өлгөргәнбеҙ. Ошо торошта ҡалырыбыҙҙы белеп быны ла алдан хәстәрләгәнбеҙ, мунсаларҙан алып киленгән, әсе ыҫ бөрккән кәрәсин лампалары тәҙрә төптәренә урынлаштырыла, шуны тоҡандырып ебәрәбеҙ. Иҙән туҙан ҡалҡҡан бөләңгерт яҡтылыҡта, танауҙы ярып алып барған төтөн эсендә уйын дауам итә. Һыйыр көтөүе ҡуҙғалғас, таңғы биштәр тирәһендә беҙ, шатлыҡҡа туя белмәгән иҫәрҙәр йырлай-бейей ҡайтыр яҡҡа йүнәләбеҙ, ҡыҙҙар оҙатып йөрөһәк, иртәнге алты ла булып китә ҡайһы саҡ.

Усаҡлыҡта иртәнге сәй күптән әҙерләп ҡуйылған.

       - Эштән ҡайттыңмы, балам? – тип орошмай ғына, шелтәле ҡарап ҡаршы ала әсәйем. – Ял да итеп өлгөрмәнең бит әле.

       - Бына бөгөн ҡайтам да ҡояш байыр байымаҫтан йоҡларға ятам!

       Ҡайҙа инде, тумыртҡа тәүбәһе, булмаҫтайҙы вәғәҙәләйем тағы!

       Шулай итеп, йәнә шау-гөр килеп бүлексә бесәненә китәбеҙ, ә аңыбыҙҙа, хыялыбыҙҙа – таң һыҙылғансы һуҙылған, һис тә ялҡытмаған, көтөп алынған киске уйын.

       Ай тулып төндө көҙгөләй яҡтыртҡан мәлдәрҙә уйындарҙы Аҡташ аҡланында ойошторабыҙ. Раилгә, Мөҙәрискә, Юниргә, миңә – бейеү майҙансығы әтмәләү йөкмәтелгән. Ауыр, мәшәҡәтле бурыс. Иң эсте бошорғаны – һуғыш ветераны Таһиров Хөснулла ағайҙың ҡатыны Заһиҙә әбей иртә йоҡларға ятмай, ниҙер һиҙеп әллә, баҡса ултырғысына сығып суҡая ла ултыра. Ниһайәт түҙеме һына бының да, сыҙамай өйө яғына ҡарай төртәңләй. Беҙгә шул ғына кәрәк тә, тегеләрҙең ҡалын таҡ-танан эшләнгән ҡапҡаларын күгәненән һурып алып урман яғына, теге аҡланға һыпыртабыҙ. Рәхәтләнеп ағас иҙәндә тыпырҙайбыҙ ғына! Шунан ҡайтышлай ҡапҡаларҙы нисек бар шулай урынына кейҙерәбеҙ. Иртә таң менән Хөснулла ҡарт һыулы биҙрә алып, сепрәк менән ҡапҡаларын таҙартырға сыға, үҙе ризаһыҙ мығырҙай: “Тағы ла шайтандар бейегән беҙҙең ҡапҡала! Ҡасан бөтөр был пәрей туйы – низнай!..”

... Бейеүсе ҡыҙҙарҙы ҡайғыртҡан ҡатыным хәстәрләп әйтә ҡуйҙы:

       - Һыуыҡ тейеп кенә ҡуймаһын инде был остоҡайҙарға!

       Нишләп кенә өшөһөндәр, уларҙы бит ҡайнар йөрәктәре, ташып барған дәрттәре йылыта, ярһыу яҙҙың, ихлас матурлыҡтың, илаһи гүзәллектең сығанағы ул тиле, дыуамал йәшлек!    

  

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас